Элеккеләрҙән ҡалған риүәйәттәр
Ғабдулла бин Ғаббастан ҡалған бер хәҙистә әйтелә: «Ҡиәмәт көнөндә ирендәре аҫылынып, тештәре ыржайып торған ҡарт бер ҡарсыҡ һүрәтенә индереп, донъяны мәхшәр майҙанына килтерҙәр.
— Эй, халыҡтар! Һеҙ быны таныйһығыҙмы? — тип фәрештәләр ауаз һалыр.
— Нәғүҙе билләһ — Аллаһ һаҡлаһын! — тиерҙәр кешеләр быны танымауҙары тураһында белдереп.
— Эй, бисаралар! Был — һеҙ һөйгән, һеҙ ололап туя алмаған донъя. Уға ҡарата ҡомһоҙлоҡ күрһәтеп, һеҙ фәҡир-меҫкендәрҙең күңелен күрмәнегеҙ, уларҙы бар тип тә белмәнегеҙ Шуға динегеҙҙе һаттығыҙ. Ә ул бына шундай сүрәттә, — тиелер һәм:
— Донъяны утҡа атығыҙ! — тип фарман бирелер. Шул саҡ донъя әйтер: «Эй, Раббым! Минең бит үҙемә эйәргән, мине менән бергә йөрөгән дуҫтарым да бар ине. Улар ҡайҙа? — тиер
— Донъя менән бергә уның дуҫтарын да утҡа атығыҙ! — фарман бирелер.
«Аллаһтың үҙ ҡолдарына ҡарата мәрхәмәт-шәфҡәте булараҡ бәндәләргә бирелгән байлыҡ-муллыҡ менән донъя рәхәтлектәре йылмайып-көлөп йәшәргә сәбәп булһа ла, — тигән Мәүләнә Джәләлетдин Руми, — уның алтын-көмөштәре ауыҙҙы томалап аҙашыуға алып барған ҡотҡо. Уйлай белгән кешегә сама сиктәрен белмәгән зиннәттәргә ҡарағанда хәйерселек менән фәҡирлек яҡшыраҡ. Байлыҡ ул йылмайып-көлөп кенә бәндәләр алдына ау ҡороп ҡуя ла, йомшаҡ ҡына итеп ҡатыға ултырта йәки түбәнлеккә төшөрә».
«Донъя тормошо ул Беҙҙең ихтыярыбыҙ менән күктән ишерелгән ямғыр һыуҙарына оҡшаш, — тип хикәйәт килтерә Ҡөръән. — Ерҙәге үҫемлектәр унан тереклек һәм көс ала ла, аҙаҡ шул һуттарҙың дымы ла ҡалмай елдә осоп китерлек хәлгә төшөп, ҡороп бөтә. Мал һәм балалар — донъя тормошоноң биҙәге. Әммә ул мәңгелек түгел, мәңге ҡаласаҡ нәмә — ғәмәлдәр. Раббың хозурында улар хәйерлерәк тә, сауаплыраҡ та». «Әл-Кәһеф», «Мәмерйә» сүрәһе, 45—46-сы аяттар
Ундай сауаптарға лайыҡ булыу өсөн иман да, тырышлыҡ та кәрәк.
Бай булыуға ҡаршы түгел дин, байлыҡ менән мауығып артыҡ та ҡомһоҙланып китеүҙе хупламай. Ауыл ерҙәрендә лә элек урамға сыҡһа, йәйәү йөрөгән кеше — йәйәүлегә, атлап барған — ултырып торғанға, атта барған атлап барғанға сәләм биреп кенә торған. Әле машина күбәйҙе: сәләм биреүсе лә юҡ, туҡтап тороусы ла.
«Тормош ул шундай ҡыҙыҡ бер нәмә: бөгөн көлөп йәшәргә мөмкинлек бирә, иртәгә илар көнгә төшөрә. Ә бит донъялағы михнәттәрҙең былай ҙа сиге юҡ. Алтын-көмөш ҡолона әйләнеп киткәндәр улар ҡорған ауға эләгеп, михнәттәрен тағы ла арттыра төшә, — тигән Хәрири атлы бер ғалим. — Ер йөҙөндә йәшәгән күпме кешеләр алтын-көмөш ялтырауына алданып аҙғынлыҡҡа, йәбер-золомға төшөп китмәне, әммә һуңғы сиктә барыбер донъя уларҙың үҙҙәренә арҡаһы менән боролдо һәм ҡаты итеп үс алды. Шуның өсөн донъя һине бәләләрҙән ҡотола алмаҫ хәлгә төшөрөп, пыран-заран килтермәһен тиһәң, мәғәнәһеҙгә әйләнмә, һаҡ бул. Шул ваҡытта ғына рухи көс, рухи хазина, рухи аҙыҡ таба алырһың».
«Үҙ ҡолдарын Аллаһ һәр ваҡыт күҙәтеп кенә тора, — тип яҙа Ғабдрахман бин Насир Әс-Сәғҙи, — һәр кем нимә өсөндөр яралтып бер ителгән, һәр кемгә Аллаһ үҙе маңлайына яҙып ҡуйылғанға барыу мөмкинлеге бирә. Әгәр ҙә кеше бәхетле, ғәҙел, тәҡүә йәки диндар булыу өсөн яралтылған булһа, Аллаһ уға донъя ләззәттәрен дә бирә, әхирәттә аласаҡ сауаптарынан да мәхрүм итмәй. Әгәр ҙә кеше хәҡиҡәтте аңламаҫ хәлгә төшөп, гонаһтарға бирелеү өсөн яраптылған икән, Аллаһ уға малы менән ҡәнәғәтлек табыу мөмкинлеге бирә, гонаһтар эшләп йөрөүгә лә ҡамасауламай. Әммә әхирәт өсөн өлөш ҡалдырмай».
Шуның өсөн дә иманлы бәндәләр һәр ваҡыт:
«Эй, Раббыбыҙ! Беҙ Һиңә инандыҡ, Һинең барлығың — хаҡ. Беҙҙең гонаһтарыбыҙҙы ярлыҡа һәм ут ғазаптарынан һакла!» — тип доға ҡылып ҡына тора. «Әлү Ғимран», «Ғимран ғаиләһе» сүрәһе, 16-сы сүрә
«Аллаһтан ҡурҡа белгәндәргә Ул төрлө хәлдәрҙән сығыу юлын да үҙе үк күрһәтеп тора. Көтмәгән-уйламаған ерҙән ҡотолоу юлын асып ризығын да бирер.
Әгәр ҙә кеше үҙенең бөтә эштәрен Аллаһуға тапшыра белһә, уның хәжәттәрең үтәү өсөн дә Аллаһ үҙе етә». «Талаҡ» сүрәһе, 2—3-сө аят
«Бер ваҡыт бер мәрхүмде,ерләүҙә ҡатнашып йөрөгәндә ҡулына кескәй генә таяҡ тотоп алған пәйғәмбәребеҙ, ғәләйһис-сәләм, беҙҙең эргәбеҙгә килде, — тип хәтерләр булған мөьминдәр әмире Ғәли хәҙрәт. — Башын түбән эйгән хәлдә ул ергә ултырҙы, беҙ уны уратып алдыҡ. Шул ваҡытта таяғы менән тупраҡты таратҡылап ул: «Һеҙҙең арағыҙҙа йә йәннәттәр йә йәһәннәмдә урын аласағы, яҙмыштың йә насар, йә яҡшы булыуы алдан уҡ билдәләнеп ҡуйылмаған бер кем дә юҡ»
«Эй, Аллаһ илсеһе! Улай булһа, тәҡдирҙә яҙылғанды көтөп, йәннәт өсөн тип тырышып йөрөүҙәрҙең мәғәнәһе ҡалмай түгелме? Маңлайына «бәхетле булыр» тип яҙылғандар — бәхетле, бәхетһеҙҙәр иҫәбенә индерелгәндәр — бәхетһеҙ буласаҡ», — тигәндәр сәхәбәләр.
— Юҡ, — тигән пәйғәмбәр, — бәхетлеләрҙең — бәхеткә, бәхетһеҙҙәрҙең — насарлыҡҡа барыу юлына Аллаһ үҙе еңеллек бирер.
Быға дәлил итеп ул Ҡөрьәндең: «Төрлө кешенең ғәмәлдәре лә төрлө-төрлө: әгәр ҙә берәү Аллаһ бойорғандарҙы үтәп, тәҡүәлеге менән башҡаларҙан айырылып торһа, Аллаһтан ҡурҡып, гонаһтарҙан һаҡланһа, Аллаһтың берлеген, Исламдың, Ҡөрьәндең һәм пәйғәмбәрҙең хаҡлығын таныһа, уны дәлилләп тә торһа, Беҙ уға хозурлыҡ урыны булған йәннәттәргә алып барыусы ғәмәлдәрҙе еңеләйтербеҙ», — тигән аятын уҡый.
Был хөкөмдәрҙе хәтерҙә генә тотоуҙың әһәмиәте бөгөн бигерәк тә мөһимдер. Сөнки үлем менән шаярыуҙар артыҡ та күбәйеп китте шикелле. Үлем тураһында уйланыуҙар бөтөнләй юҡ дәрәжәһендә.
Ҡөрьәндең беҙ: «Кешеләрҙең Беҙ береһен-береһе үлтерә башлағандары өсөн бәни Исрааил ҡәүеменә: «Әгәр ҙә берәү кеше үлтермәгән, ерҙә боҙоҡлоҡ таратып йөрөмәгән кешене үлтерһә, был уның бөтә кешеләрҙе үлтереүенә тиңләшер; әгәр ҙә берәү бер кешене үлемдән ҡотҡарып ҡалһа, был инде бөтә кешеләрҙе, кешелекте үлемдән ҡотҡарып ҡалған кеүек булыр», — тигән аяттарын оноттоҡ.
Был онотоуҙар үҙе лә — гонаһ.
Дин өйрәтә: «Аллаһы Тәғәлә беҙҙе төрлө-төрлө итеп яралтҡан, — ти. — Төрлө-төрлө булған хәлдә лә насарлыҡтар саманы үтеп китмәһен, Аллаһы Тәғәләнән оялығыҙ. Ризыҡтарығыҙҙы бүлеп биргән кеүек, Ул холҡоғоҙҙо ла бүлеп биргән».
Әгәр ҙә бәндә ниндәйҙер бер насарлыҡҡа барып юлыға икән, Аллаһы Тәғәлә ярҙамы менән уны бәндәләрҙән йәшерә лә белһен һәм тәүбә итһен. Насарлығын йәшерә лә белмәй, тәүбә лә итмәй йөрөгән кешегә Аллаһ шәриғәт буйынса язаһын да бирергә тейеш була.
«Аллаһ, — тигән пәйғәмбәр, ғәләйһис-сәләм, — бөтә нәмәлә яҡшы булғанды ярата».
Тормошҡа, ғүмергә ҡарата яҡшы була белгән кешегә ғүмер үҙе лә яҡшы.
«Үҙенең мәрхәмәт-шәфҡәтен Аллаһ йөҙ өлөшкә бүлеп, уның туҡһан туғыҙын үҙ хозурында ҡалдыра, бер өлөшөн генә ергә төшөрә.
Ергә төшөргән шул бер өлөш Аллаһ яралтып бар иткән бөтә булмыштарҙың бер-береһенә ҡарата мәрхәмәтле булыуы, хатта бер йылҡының тояҡтарын ҡолонона тейҙереүҙән ҡурҡып, аяҡтарын күтәреберәк китеүе өсөн дә етә», — тигән пәйғәмбәр.
Миһырбанлыҡ өлгөләре хәҙистәрҙә аҙ түгел.
«Бер ваҡыт Аллаһ илсеһе хозурына әсиргә алынғандарҙы килтерҙеләр, — тип хәтерләр булған Ғүмәр ибн Әл-Хаттаб. — Әсирлектә бала имеҙеүсе бер ҡатын да бар ине. Араларында сабый бала күргән һайын ул уны күкрәгенә алып, имеҙергә тырышып ҡына торҙо. Быны күреп ҡалған пәйғәмбәр шул саҡта: «Һеҙ нисек уйлайһығыҙ: был ҡатын үҙ балаһын утҡа ташлай аламы?» —тип һорап ҡуя. «Юҡ, быны ул бер ваҡытта ла эшләй алмаҫ»,— тинек. «Аллаһтың үҙ ҡолдарына ҡарата мәрхәмәте бына ошо ҡатындың сабыйҙарға булған мәрхәмәтенән дә олораҡ», — ти пәйғәмбәр.
Башҡортса дини календарь, 2011 йыл