Изге айҙарҙа доғалар
     Ислам донъяһындағы өс мөбәрәк айҙың береһе булған Рәжәб айына, иншшаАллаһ, Аллаһ насип иткәс аяҡ баҫтыҡ. Ай календаре буйынса Рәжәб – йылдың 7-се айы һәм 4 изге айҙың береһе. Рәжәб һүҙе «тәржиб» һүҙенән алынған. Тәржемәһе «хөрмәтләү», «табыныу» тигәнде аңлата. Аллаһы Тәғәлә был айҙы хөрмәтләп ураҙа тотоусының һәм үҙенә доға ҡылыусының гонаһтарын кисерә, уны юғары дәрәжәләргә ирештерә. Мөхәммәд пәйғәмбәрҙең, ﷺ бер хәҙисендә әйтелгән: “Йәнәттә һөттән аҡ, балдан татлы Рәжәб тигән бер йылға бар. Рәжәб айында бер генә көн булһа ла ураҙа тотҡан кеше шул йылғанан шифалы шәрбәт эскән кеүек булыр".
     Рәжәб һәм Шәғбән – изге Рамаҙан айы тураһында алдан хәбәр биреүсе айҙар булып торалар. Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд, ﷺ йәнә бер хәҙисендә былай тип әйткән: «Рәжәб – Аллаһтың айы, Шәғбән – минең айым, ә Рамаҙан – өммәтемдең айы». Кемдер берәү Пәйғәмбәребеҙ, ﷺ: "Йә Рәсүлаллаһ, ни өсөн Рәжәб – Аллаһ айы һуң ул? – тип һораған. Пәйғәмбәребеҙ ﷺ: «Был айҙа ихлас күңелдән тәүбә итеүселәргә Аллаһы Тәғәләнең шәфәғәте инә, был айҙа ҡан ҡойоу, һуғыштар тыйылған, был айҙа Аллаһы Тәғәлә бөтөн пәйғәмбәрҙәрҙең доғаларын ҡабул ҡылған һәм күп кенә әүлиәләрҙе (изгеләрҙе) дошмандары ҡулынан ҡотҡарған». Беҙҙә көндәрен дә, төндәрендә салауат-шөкөрҙәрҙә булайыҡ. тулыһынса ошонда уҡығыҙ...