Ишбулды ауылы имам-хатибтары

                                       Ишбулды ауылы имам-хатибтары

     Хәҙерге мәлдә Әбйәлил районына ҡараған Ишбулды ауылында тәүге мәсет 1821 йылдың 8 июлендә асыла. Мәсеттең беренсе имамы Ғәбдулвәхит Сөләймәнов тигән кеше була. Һуңғараҡ 1888 йылда 38 йәш тулған Ғабдрахман Сәғәҙәтов тигән кеше имам була. Мөәзине Мөхәмәтвафа Ғаббасов була. 1907 йылда алтын сығарыусыларҙың хужаһы Рамиев Шәкир көсө менән икенсе мәсет төҙөлә. Унда күрше Әбделмәмбәт ауылынан Сабит тигән кеше имам итеп ҡуйыла. 1912 йылда Троицк ҡалаһында Зәйнулла Рәсүлевтең мәҙрәсәһен тамамлаған Босҡонов Тимерйәр Зиғәнгир улы имам була. 1937 йылда мәсет ябыла, манараһы емерелә. Ләкин быға ҡарамаҫтан Тимерйәр мулла 1942 йылға тиклем дини эштәрҙе алып бара һәм уның үлеменән һуң туғаны Боҫҡонов Байназар муллалыҡ эшен дауам итә. Ул ваҡытында Рауил ауылында Хәләфитдин хәҙрәт Хафизовтың мәҙрәсәһен тамамлаған була. Яҡын-тирә ауыл мосолмандары ошо Ишбулды ауылына дини йолаларҙы үтәргә йыйыла торған булғандар. Бында Мөжәүир хәҙрәт Сиражетдиновта йыш килә торған булған.

Ишбулды ауылы мәсетенең имамы

Юлай хәҙрәт


грамота

грамота ЦДУМ

     Совет хөкүмәте осоро ваҡытында мәсет йорто балаларға башланғыс мәктәп булып хеҙмәт итә, һуңыраҡ ауыл клубына әйләнә һәм ахырында склад итәләр. 1975 йылда Боҫҡонов Байназар вафат булғандан һуң Ғүмеров Хәжиғәли Вәлиәхмәт улы мулла булып дини эштәрҙе алып бара. Ул хәҙрәт Боҫҡонов Байназар менән бергә Рауил ауылы мәҙрәсәһен дә уҡыған. Хәжиғәли мулла 1987 йылда баҡый донъяға күскәс уның эшен ҡустыһы Абдулла дауам итә.
     1991 йылда илдә мәсеттәр асыу мөмкинлеге бирелгәс, 1993 йылда Ғүмеров Абдулла мулла етәкселегендә иман йорто төҙөлә башлай һәм ул 1994 йылда асыла. Һәм уның имам-хатибы булып Ғүмеров Абдулла Вәлиәхмәт улы була. Мөәзине итеп Шөғөрөв Нурфәиз Мөхәмәт улы ҡуйыла. 1996 йылда ҡартлығы арҡаһында Абдулла мулла имамлығын Ғүмеров Шәрифулла Муллағәли улына тапшыра. Шәрифулла мулла 1996 йылдан алып 2006 йылға тиклем имам-хатиб була. 2006 йылдан бирле Ишбулды ауылының мәсетендә Хәйбуллин Юлай Әүхәдей улы имам-хатиб булып эшләй.
    Бөгөнгө көндәрҙә Әбйәлил районы Ишбулды ауылы имам хатыбы Хайбуллин Юлай Әухәдей улы бөгөнгө көндә 80 йәшен тултырҙы. Беҙҙең өсөн ҡәҙерле булған Юлай Әухәдей улын, аҡ һаҡалыбыҙҙы, ысын күңелдән ҡотлайбыҙ, һаулыҡ, күркәм ҡартлыҡ теләйбеҙ. Аллаһ Тәғәләнең рәхмәтен дә үә бәрәкәтен дә булып, Аллаһының уға ризалығы насип булһын. Киләсәктәлә беҙгә кәрәкле булып, ярҙам-терәге, аҡыллы кәңәштәре менән, әлегесә асыҡ йөҙлө булып ҡалыуын теләйбеҙ. Дини хеҙмәттәренең эштәре дауамлы һәм үрнәкле булһын.
     Хайбуллин Юлай Әухәдей улы 45 йыл хеҙмәте менән хаҡлы ялға сыҡҡан. Әлеге көндәлә ул 15 йыл инде Ишбулды мәсетендә имам-хатиб булып хеҙмәт итә. Үҙе тырышлығы һәм ауыл халҡы ярҙамы менән мәсет яңыса йыһазландырылған. Алдағы көндәргә өмөттәр, яңы эштәр башҡарырға ниәтләнеп йәшәй. Ошо изге ниәттәренә уңыштар теләп ҡалабыҙ, Аллаһ уға маҡсаттарына ирешергә насип итһен.
     Башҡорстан республикаһы Рәсәй мосолмандарының үҙәк диниә наҙаратының Әбйәлил районы Мөхтәсибиәте.