Архив метки: Мәһди

Ялған «Имам Мәһди»ләр

                                            Ялған «Имам Мәһди»ләр
     Беҙҙең әлеге, тегенән-бынан алынған, түбән кимәлдә булған дин белемебеҙ менән хатта Ислам диненең ахыры алдынан буласаҡ иң мөһим ваҡиғаны – Имам Мәһди хәҙрәттең нисек һәм ҡайһы дәүерҙә килеүен белмәйбеҙ. Интернет биттәрен байҡаһаҡ, урыҫса Мәһди хәҙрәт тураһындағы хәҙистәрҙән алынған ары бире мәғлүмәттән башҡа хәбәр юҡ. Китаптарыбыҙҙала был ваҡиғаға ҡарата, заманаһына, сәйәсәтенә, фәни технологияларға бәйләнгән хәбәр юҡ, сөнки аңлатмалар диндең тәүге быуат цивилизация нигеҙҙәренән алынып, уның тәүге мәле сығыштырынан дәлиләнә. Ул ваҡыттарҙы бөгөнгө көндәр менән сағыштырһаҡ – улар ҡырағай мәлдәр булып сыға. Ә ошо яңы заманаларҙың, уның асыш-белем баҫҡыстарын, фән технологияһының тиҙ үҫеүен эшкә һанамай, һуңғы Ҡиәммәт ваҡиғаларына төшөнә алабыҙмы? Әлбиттә Ҡөръән Кәрим аяттары һәр яңы быуат өсөн асыштар алып килә, ул иҫкермәй.
     Беҙ бала саҡта, октябряттәр значогында бөҙрә сәсле, ҡыҙыл битле бәләкәй дәджәлде күкрәктәрҙә йөрөттөк. Ҙурайғас коммунистик агитация менән колхозда көн-төнө, аҙна һайын туҡылған агитация менән коммунистәр рәтен яңы кешеләре менән тулыландырҙылар. Бына ошо Иблис идеологияһын ҡандарына һеңдергән Исламдың яңы «имамдар»ы, «бабайҙар» диненең тоғро һаҡсылары, — Имам Мәһди хәҙрәтте, Ленин бабай броневикә менеп Смольныйҙа сығыш яһаған кеүек, улда американдарҙың джип машинаһында, әллә Рәсәйҙең «Тигр» тигән бронеавтомобиле өҫтөнә баҫып, артынан мосолман армияһы эйәртеп, Мәккәне яулар тип, уйлайҙарҙыр ахыры.

Читать далее

Әүлиәләр, Өсөнсө Донъя Һуғышы

                                       Әүлиәләр, Өсөнсө Донъя Һуғышы
     Мельхам-и-Кубра, йәки Армагеддон, беҙҙенсә Өсөнсө Донъя Һуғышы ҡасан булыуы мөмкин? Әбү Хөрәйрәнән: "Ҡиәмәт көнө килмәйәсәк, ике ҙур төркөм үҙ – ара һуғышҡанға тиклем, улар араһында бөйөк һуғыш була, улар бер үк нәмәгә саҡырасаҡ, һәм донъяның ахыры килмәйәсәк, утыҙға яҡын ялғансы барлыҡҡа килгәнгә тиклем, уларҙың һәр береһе үҙенең пәйғәмбәр булыуын раҫлаясаҡ, һәм Аллаһ белемде тартып аласаҡ (белем эйәләре шәкерттәре ҡалмайынса үләсәк, һәм кешеләр дини белемдән мәхрүм ителәсәк).
     Ике ҙур төркөм – кемдәр әле улар? АҠШ һәм Рәсәй тураһында һүҙ барыла. Әлеге мәлдә Ҡытай Рәсәйҙең создашы. Әммә АҠШ президенты Трамп был араға клин ҡата.
     Нәҡшбәндиә тәриҡәтте бөйөк әүлиәләре, Шәйех Нәҙим әл-Хаҡҡани әр-Раббани (Мехмет әүлиәнең атаһы) һәм Мәүләнә Шауки Нәҙим Әдил әл-Хаҡҡани (Mawlana Shaykh Nazim Adil al-Haqqani) Өсөнсө Донъя Һуғышы тураһында: АҠШ һәм рәсәйҙәр араһында донъяны контролдә тотоу өсөн, бөйөк алыштар буласаҡ, тиҙәр. Читать далее

Ахыр заман метафизикаһы

                                  Ахыр заман метафизикаһы

метафизика

метафизика религии

Нимә ул метафизика? Метафизиканы ябай итеп аңлатһаҡ, ул ошолай. Беҙҙең башты ҡатырып, туҡып, закондарын ятлатып, уҡытыусылар өйрәткән физика закондарына буйһонмаған, уға ҡаршы сыҡҡан йүнәлеш, беҙҙең өс үлсәмле донъянан башҡа ғәләм, юғары көстәр, аҡылға һыймаған әйберҙәр, уй һәм күҙ ҡарашы аша, тел ярҙамында берәй көс-энергияларҙы ҡулланыу...
Аллаһының кешегә бирелгән аҡылды әҙәм балаһы бөтөнләй ҡуланмай тиерлек. Баштағы 95 процент мейебеҙҙең 5 проценты ғына донъяны барлай. Ә ҡалғаны нимә өсөн? Ул бер ниндәйҙә ерҙәге физик закондарға бойһонмай, тулыһынса тиерлек кешенең нәфсеһенә, теләгенә эйәреп уны был донъяның хайуан дәрәжәһенә төшөрә, мал итә – ашау, эсеү, күңел теләктәрен ҡәнәғәтләндерә. Һирәктәр генә ҙур аҡыл эйәләре булып китеп, был фәни донъяға иғтибар бирмәйҙәр. Читать далее

Ахырзаман системаһы

                                            Ахырзаман системаһы
     Әғүҙү билләһи минәш шайтанир-раджим.
     БисмиЛәәһир-Рахмәнир-Рахим.
     Аллаһ илсеһе (салләллаһу ғәләйһи үә сәлләм) былай ти:
                                        إِنَّ اللَّهَ لَا يُغَيِّرُ مَا بِقَوْمٍ حَتَّى يُغَيِّرُوا مَا بِأَنفُسِهِمْ
     Иннә Аллааһа ләә йүғәййирү мәә биҡаумиң хаттәә йүғәййирүү мәә биәңфүсиһим
     Ысынлап та, Аллаһ кешеләрҙең хәлен, улар үҙҙәрен үҙгәрткәнсе, үҙгәртмәй. (Ҡөрьән 13:11)
     Пәйғәмбәребеҙ (салләллаһу ғәләйһи үә сәлләм) әйтеүенсә, кешеләр үҙҙәре үҙгәрмәйенсә, уларҙың хәле үҙгәрмәйәсәк. Хәҙерге заманда кешеләр үҙҙәренә оҡшағанса йәшәй. Улар дин һәм иманды бөтөнләй танымай. Улар үҙ эголары теләгәнде генә эшләй. Шул уҡ ваҡытта улар хәлде яҡшыраҡ итергә һәм нимәнелер үҙгәртергә теләгән өмөттә. Үҙегеҙ үҙгәрмәйенсә, хәл үҙгәрмәйәсәк. Сөнки хәҙер кешеләрҙе яҡшылыҡҡа өйрәтмәйҙәр, уларҙы яуызлыҡҡа өйрәтәләр. Яманлыҡҡа өйрәтеп, яҡшылыҡ таба алаһығыҙмы? Читать далее

Әүлиә, «Мәһди ахырзаман имамы»

                                      Әүлиә, «Мәһди ахырзаман имамы»

Катерина Вторая

Әбей батша

     Һеҙҙең иғтибарға Әүлиә Шәйех Мехмет Әдил ән-Наҡшбәндинең «Берҙәм донъя тәртибе» тигән вәғәзенең тәржемәһен ентекләп уҡырға тәҡдим итәм.
     Әссәләмү ғәләйкүм уа рәхмәтуллаһи үә бәрәкәтүһү,
     Әғүҙү билләһи минәш-шайтанир раджим, Бисмил-лләһи-ррәхмани-ррәхим!
     Үәссәләтү үәссәләмү ғәләә Рәсүлинә Мөхәммәдин, сәйҙул әүәлинә үәл әхирин
     Мәдәд йә Рәсүлуллаһ, Мәдәд йә әсхәбиһи Рәсүлуллаһ, Мәдәд йә Мәшәйихинә,
     Шәйех Ғабдулла Дағстани, шәйех Назим Әл-Хаҡҡани. Дәстур.
     Тәрикәтунәс сөхбә, үәл хәйрү фил джәмиһә.
     Аллаһ Тәғәлә Ҡөрьәндә Исраиль (Израиль) улдарына мөрәжәғәт итә һәм улар тураһында миҫалдар килтерә. Улар менән нимә булғанын һәм нисек йәшәүе тураһында күп аяттар бар. Ни өсөн? Сөнки Аллаһ улар хаҡында хәстәрлек күрҙе, уларҙы башҡаларҙан өҫтөн ҡуйҙы һәм уларға күп пәйғәмбәрҙәр ебәрҙе. Исраиль балаларының ғилеме башҡа милләттәрҙең белеме менән сағыштырғанда күпкә юғарыраҡ. Аллаһ уларҙы сәнғәттәге кешеләр араһында, бөтә нәмәлә лә хөрмәт итте, юғары күтәрҙе. Читать далее