Архив метки: кафыр

Кемдәр йәһәннәмгә керә?

                                                     Кемдәр йәһәннәмгә керә?

   Йәһәннәмгә кереүсе кешеләр тураһында Ҡөрьәндә бик күп дәлилдәр бар. Унда кафырҙар ғына түгел, хатта оло гонаһлы мосолмандар ҙа керәсәк. Мосолмандарҙан ҡалған халыҡтың: мөшриктәре лә, монафиктары ла, мәжүсиҙәре лә һәм Ислам диненән башҡа диндәгеләрҙең барыһы ла йәһәннәмгә керәсәк.
   Иң беренсе сиратта — кафырҙар. Кафырҙар бер генә сифат менән сифатланмаған, улар бер нисә төрлө:
   Ялғансылар, йәғни, Аллаһы Тәғәләнең һүҙҙәрен “дөрөҫ түгел ул ялған” тип әйтеүселәр. Әгәр ҙә улар намаҙ уҡып, ураҙа тотһалар, улар ҙа кафырҙар булалармы? Аллаһы Тәғәләнең хаҡ һүҙен ялған тип әйтеүселәр барыһы ла кафыр, хатта намаҙ уҡып, ураҙа тотһалар ҙа. Намаҙ уҡыусы кешеләрҙең “Аллаһтың Һүҙе дөрөҫ түгел" тигәндәрен күргәнем юҡ, күрергә лә яҙмаһын.
   Шикләнеүселәр, йәғни Аллаһтың Һүҙе дөрөҫмө икән, йәннәт-йәһәннәм булырмы икән, юҡмы икән, — тип шикләнеп йәшәүселәр ҙә кафырҙар араһынан, улар ҙа мәңгелек утта.
   Тәкәбберҙәр. Аллаһы Тәғәлә бәндәһенә: “Бәндәм, намаҙ уны”, — тигәндә, ул: “Көтөп тор, һиңә сәждә ҡылырға ваҡытым юҡ әле", — тип әйтһә, йәиһә: "Бәндәм араҡы эсмә, эсергә ярамай, уны һиңә хәрәм ҡылдым”, -тигәндә бәндә Уға: “Өйрәтмә, мин һинән дә яҡшыраҡ беләм”, — тип әйтеү тәкәбберлелек. Әгәр бәндә Аллаһҡа тәкәбберлек ҡыла икән ул кеше лә кафыр һәм ул мәңгелек йәһәннәм эйәһе. Читать далее