Кемдәр йәһәннәмгә керә?
Йәһәннәмгә кереүсе кешеләр тураһында Ҡөрьәндә бик күп дәлилдәр бар. Унда кафырҙар ғына түгел, хатта оло гонаһлы мосолмандар ҙа керәсәк. Мосолмандарҙан ҡалған халыҡтың: мөшриктәре лә, монафиктары ла, мәжүсиҙәре лә һәм Ислам диненән башҡа диндәгеләрҙең барыһы ла йәһәннәмгә керәсәк.
Иң беренсе сиратта — кафырҙар. Кафырҙар бер генә сифат менән сифатланмаған, улар бер нисә төрлө:
Ялғансылар, йәғни, Аллаһы Тәғәләнең һүҙҙәрен “дөрөҫ түгел ул ялған” тип әйтеүселәр. Әгәр ҙә улар намаҙ уҡып, ураҙа тотһалар, улар ҙа кафырҙар булалармы? Аллаһы Тәғәләнең хаҡ һүҙен ялған тип әйтеүселәр барыһы ла кафыр, хатта намаҙ уҡып, ураҙа тотһалар ҙа. Намаҙ уҡыусы кешеләрҙең “Аллаһтың Һүҙе дөрөҫ түгел" тигәндәрен күргәнем юҡ, күрергә лә яҙмаһын.
Шикләнеүселәр, йәғни Аллаһтың Һүҙе дөрөҫмө икән, йәннәт-йәһәннәм булырмы икән, юҡмы икән, — тип шикләнеп йәшәүселәр ҙә кафырҙар араһынан, улар ҙа мәңгелек утта.
Тәкәбберҙәр. Аллаһы Тәғәлә бәндәһенә: “Бәндәм, намаҙ уны”, — тигәндә, ул: “Көтөп тор, һиңә сәждә ҡылырға ваҡытым юҡ әле", — тип әйтһә, йәиһә: "Бәндәм араҡы эсмә, эсергә ярамай, уны һиңә хәрәм ҡылдым”, -тигәндә бәндә Уға: “Өйрәтмә, мин һинән дә яҡшыраҡ беләм”, — тип әйтеү тәкәбберлелек. Әгәр бәндә Аллаһҡа тәкәбберлек ҡыла икән ул кеше лә кафыр һәм ул мәңгелек йәһәннәм эйәһе.
Баш тартыусылар, кире ҡағыусылар. Ҡайһы бер кешеләргә Аллаһтың һүҙен әйтер булһаң ул уларҙан баш тарта, уны мәкруһ күрә. Миҫал өсөн, Аллаһы Тәғәлә ирҙәргә дүрт ҡатынға ҡәҙәр өйләнеүҙе рөхсәт иткән. Әгәр. бер ирҙең ҡатыны ошо Аллаһы Тәғәләнең ирҙәргә өйләнергә рөхсәт иткән һүҙен мәкруһ күрһә, уны яратмаһа, уларҙан йөҙөн борһа, ул да кафырҙар араһынан булып, йәһәннәмлеләрҙән булып китә.
Монафиктар улар эстән кафыр, тыштан мосолман. Йәғни, мосолмандар эргәһенә барғанда: “Миң мосолман, иманлы”, — тип һөйләй, ә кафырҙар эргәһендә: "Мин кафырмын, мин мосолмандар эргәһендә былай ғына йөрөйөм, асылда, мин һеҙҙең менән бергә”, — ти.
Монафиктарҙы танып белеүе бик ауыр. Ләкин улар кайһы ваҡытта беленеп ҡалалар. Мосолмандар уларҙы сифаттары менән генә белә алалар. Уларҙың алты төрлө сифаттары бар:
1. Улар Ислам динен яратмайҙар, мәкруһ күрәләр.
2. Ислам динен: “Дөрөҫ түгел, ялған”, — тигән ҡарашта йәшәйҙәр.
3. Ислам дине һүнеп барғанда улар шатланалар.
4. Ислам дине күтәрелгәндә, уларҙың күңелдәре төшә.
5. Аллаһтың Рәсүлен Мөхәммәдте лә, ғәләйһис-сәләм, яратмайҙар. Улар Уны үҙҙәре генә ҡалғанда һүгәләр.
6. Ялғансы кешеләр, пәйғәмбәребеҙҙе, ғәләйһис-сәләм: "Ул пәйғәмбәр түгел”, — тип, уға ышанмайҙар, уны ялғанға сығаралар.
Әгәр кешелә ошо алты төрлө сифаттың береһе генә булһа ла ул кеше ысын монафиҡ, ысын кафыр була. Ундайҙарҙың урындары мәңгелек йәһәннәмдер.
Монафиктар — улар Аллаһты Раббы тип танып, бер үк ваҡытта Аллаһы Тәғәләгә лә һәм тағы йәнле йәки йәнһеҙ нәмәне Аллаһ тип танып, уларҙың икеһенә лә ғибәҙәт ҡылыусылар.
Аллаһы Тәғәләгә доға ҡылып һорамайынса, ҡәберҙәге әүлиәләргә доға ҡылып һораусылар, поттарға, һындарға табыныусылар. Аллаһы Тәғәлә мөшрик булып үлгән кешеләрҙең гонаһтарын бер ҡасан да ярлыҡамай. Уларҙың да урындары мәңгелек йәһәннәмдер.
Сихырсылар. Аллаһы Тәғәлә сихыр ғилемен өйрәнеүҙе лә һәм уның менән кешеләрҙе сихырлауҙы ла хәрәм ҡылды. Әгәр бер кеше сихыр ғилемен өйрәнһә һәм уның менән эш итһә, ул кеше мәңгелек йәһәннәмдә буласаҡ.
Ислам диненән көлөүселәр. Ислам диненән көлөүселәрҙең һаны социализм ваҡытында бик күп ине. Әгәр ҙә улар ошо яуыз эштәренән тәүбә итмәйенсә үлеп китһәләр, уларҙың да урындары йәһәннәмдә буласаҡ.
Ислам диненә ҡаршы һуғышыусыларға ярҙам итеүселәр. Ислам дине Аллаһы Тәғәләнең динелер, уларға ҡаршы Һуғышыусылар, уларға матди һәм мәғәнәүи ярҙам биреүселәр кафырҙар булалар. Улар мәңгелек йәһәннәмдә ҡалыусылар.
Аллаһы Тәғәлә хәрәм тигәнде хәләл, хәләл тигәндә хәрәм тип әйтеүселәр. Аллаһы Тәғәлә хәрәм тигәс, уның һүҙенә ҡаршы килеп: “Юҡ, Аллаһ, һин дөрөҫ әйтмәйһең, ул хәләл”, — тип әйтеүсе кеше буйһоноусы мосолман була аламы? Әлбиттә юҡ, ул да кафыр һәм уның урыны ла йәһәннәмдәлер.
Ислам диненән башҡа дингә күсеүсе. Ислам диненә кергәндән һуң кире унан сығыусы кеше мөртәт (диндән ҡайтыусы) булып һанала,әгәр ҙә ул Ислам динен ташлап икенсе дингә күсһә, ул кеше кафырҙың да кафыры буласаҡ.
Ислам динен һүгеүсе.
Бөтөн диндәр ҙә хаҡ дөрөҫ тип әйтеүсе. Аллаһы Тәғәлә Ҡөрьәндә: “Минең ҡаршымда фәҡәт Ислам дине дөрөҫ”, — тип хәбәр биргәндә әгәр берәү:
«Юҡ, Һинеңсә дөрөҫ түгел, бөтөн диндәр ҙә хаҡ, барыһы ла бер тигеҙ», — тип әйтер булһа, ул кеше Аллаһ һүҙен аяҡ аҫтына ташлағаң була түгелме һуң?
Аллаһы Тәғәлә ундайҙарҙы дуҫ та итмәй һәм йәннәтенә лә кертмәй, ундайҙарҙың урыны йәһәннәм.
Иманһыҙҙы иманлы тип әйтеүсе. Ҡайһы бер кешеләр иманһыҙ, динһеҙ кешеләрҙе лә: “Ул иманлы”, — тип әйтәләр. Иманһыҙҙы иманлы тип әйтеүҙән файҙа юҡ, киреһенсә, әйтеүсе кеше ҡафыр булып, мәңге йәһәннәмгә китәсәк. Файҙаһыҙ, зарарлы һүҙҙәрҙе әйтеп, үҙ-үҙегеҙҙе һәләк итмәгеҙ.
Иман терәктәренең береһен инҡар итеүсе. “Эйе, тәҡдирҙең яҡшыһы ла, яманы ла Аллаһы Тәғәләнән”, — тип ышаныу иман терәктәренән булып һанала. Әгәр ҙә берәү тәҡдиренә ышанмаһа, ул кеше лә кафыр була.
Атайсал мосолман дини календары 2011 йыл.