Әбйәлил районында — грэпплинг

0

   Әбйәлил районының үҙәге Асҡар ауылы ФОК спорт һарайында грэпплинг — төрлө көрәш төрҙәрен берләштергән ярыш буйынса Башҡортостандың Урал аръяғы турнир сараһы үтте. Был ярыш Башҡортостандың Дини назаратының мосолман йәштәр ойошмаһы ярҙамында ойошторолды. Бер ыңғай мөфтий Ниғмәтуллин Нурмөхәммәт хәҙрәттең урынбаҫары Арсланов Айнур хәҙрәт урындағы имам хатыйбтар менән кәңәшмә үткәрҙе. 14 февраль 2017 йыл.

Балаҡарға

0

          Балаҡарға                                                                 башкирский узор круговой

   Элек, барымта-ҡарымта замандарында, башҡорт араһында бер атаҡлы батыр йәшәгән. Ул үҙе ҡурайсы, йырсы, сәсән булған. Егет ҡорона кергәс, был үҙе һымаҡ данлы бер батырҙың ҡыҙына өйләнә. Татыу ғына донъя көтә башлай былар.

   Бер заман шулай тыныс ҡына йәшәп ятҡанда, ҡаҙаҡтар яу менән килә. Былар нисек кенә булһа ла башҡорт батырын ҡулға төшөрөп, ҡаҙаҡ батыры яһарға уйлайҙар икән. Тик был ниәттәре барып сыҡмай. Әлеге батыр егетте күреү менән, һырт биреп ҡасалар.

   Көндәрҙең береһендә ҡаҙаҡтар башҡорт батырының тоҡомон ҡалдырыу ниәтенән тегенең йөклө ҡатынын урлап алып китә. Ырыу башлығы уны өсөнсө ҡатынлыҡҡа алып, үҙен бер айырым тирмәлә тота башлаған.
Башҡорт батыры һунарҙан ҡайтыуына — бисәкәйе юҡ. Тиҙ генә баҡыр һөңгөһөн ала ла юлға сыға. Ҡаҙак батыры йәшәгән йәйләүгә барып етә был. Һаҡлыҡ менән генә тирмә һайын тыңлап йөрөй торғас, бер аҡ тирмә эсендә әкрен генә илаған тауыш ишетә. “Бәй, был минең ҡатыным даһа, йәһәтерәк тауыш бирәйем”, — тип, шыбырлап ҡына өндәшә быға. Ҡатыны: “Ни күрһәм дә, ирем менән күрәйем”, — ти ҙә, ғыр-шыр йоҡлап ятҡан ҡаҙаҡ ҡуйынынан шым ғына ысҡынып, тирмә алдына сыға. тулыһынса ошонда уҡығыҙ...

Тәһәрәттең фаҙыйләттәре

1

тахарат хадис   Тәһәрәттең фаҙыйләттәре

     Рәсүлуллаһы ғәләйһиссәләм әйтте: «Үҙенең тәһәрәт ала торған һыуына яҡын булған кешенән дә һис бер яҡшы кеше юҡтыр. Ул ауыҙына һыу алһа, йәғни сайҡаһа, шунан тағыла һыу алып танауына тартып һеңгерһә, ул шундай кеше булыр, уның гөнаһтары ауыҙынан һәм танауҙарынан һемгергән ваҡытта сығар. Бынан һуң Аллаһы Тәғәлә әмер иткәнсә йөҙөн йыуһа, ошо һыу менән уның йөҙөнөң гөнаһтары сығар. Унан һуң Аллаһы Тәғәлә бойорғансы терһәктәренә тиклем ике ҡулын йыуһа, уның ике ҡулының гөнаһтары уның бармаҡ остарынан һыу менән сығар. Бынан һуң Аллаһы Тәғәлә әмер иткәнсә башына мәсех ҡылһа, башының гонаһлары һыу менән сәс остарынан сығар. Шунан Аллаһ Тәғәлә ҡушҡанса ике аяғын йыуһа, аяҡ бармаҡтарының остарынан һыу менән гонаһтары сығар. Бынан һуң тороп, Аллаһы Тәғәләгә хәмед ҫәнә әйтһә, һуңынан ике рәкәғәт намаҙ уҡыһа, үҙенең гонаһлырынан арыныр, әсәнән яңы тыуған бала кеүек паҡланып ҡалыр». тулыһынса ошонда уҡығыҙ...

Тәһәрәт

3

     Тәһәрәт алыу тәртибе, интернеттә тәһәрәт хаҡында видеояҙмалар күп, башҡортсаһы юҡ әле, шуғала буталмаҫ өсөн ошо ҡаҙаҡса видео булһала, ошоно ҡарап шунан өйрәнегеҙ. Аңлайышлы. Бына ошо ссылка буйынса: https://www.youtube.com/watch?v=OA6ask8nJuQ&feature=youtu.be

                                                                   Тәһәрәт

     “Тәһәрәтләнеү дөрөҫлөктә имандың яртыһылыр, дөрөҫ тәһәрәт алыу намаҙҙың асҡысылыр һәм тулыһынса тәнде таҙартыусылыр”, — тип әйтелә пәйғәмбәр ғәләйһиссәләмде бер хәҙисендә. Икенсе бер хәҙистә: “Ожмағтың асҡысы намаҙ, намаҙҙың асҡысы – тәһәрәт”. Тәһәрәт алыу алдынан истинжә ҡылына. тулыһынса ошонда уҡығыҙ...

Доғалар

0

дога         Доғалар

   Донъя һәм әхирәт өсөн доғалар

     "Бисмилләһир рахмәәнир рахиим.
Раббәнә әтинә фид-дүнйә хәсәнәтәү үә фил-әхирати хәсәнәтәү үә ҡинә ғәҙәбән-нәр. Раббәнәғ-фир ли үә лиүәлидәййә үә лил-мүъмининә йәүмә йәҡу-мулхисәб".

   Мәғәнәһе: “Эй, Раббым! Донъялыҡта беҙгә изгелек эшләй -торған ғүмер бир, ошо изгелегебеҙ бәрәкәтендә Әхирәттә йәннәтеңде насип ит, ут ғазабынан һаҡла. Эй Раббым! Хисап көнөндә мине лә, ата-әсәмде лә, бар мосолмандарҙы ла ғәфү ит".

                                            Йыш уҡыла торған доға

     Бәйғәмбәребеҙ әйткән: көнөнә йөҙ тапҡыр: «Лә иләһә илләл-лаһу үәхдәһү лә шәрикә ләһү ләһүл-мүлкү үә ләһүл-хәмдү үә һүә ғәлә күлли шәйин ҡадир».
тулыһынса ошонда уҡығыҙ...

Ауырығанда уҡыла торған доғалар

1

                    Ауырығанда уҡыла торған доғалар

   Тәһәрәтле хәлдә «Фәтиха» сүрәһе һәм шифа аяттары:

   "Тәүбә" сүрәһенең 14-15-се аяттар:

   "Бисмилләһир рахмәнир рахим. Үә йәшфи судуура ҡаумим-муъминиинә үә йузһиб ғайҙа ҡулүбиһим".

   Шуға ҡушып ошо доға уҡылыр:

   "Аллаһүммә Раббән-нәәс, әҙһибил бәъс, үәшфи әнтәш-шәәфи ләә шифәә-ән илләә шифәә үкә шифә-ән ләә йүғаадирү сәҡамән".

   (Ауырыған саҡтарҙа миңә Аллаһ Тәғәлә шифа бирер. Аллаһым! Эй, инсандарҙың Раббыһы! Сирҙәрҙе кире алыусы һәм ауырыуҙы бөтөрөүсе шифаңды бир. Мине сәләмәтләндереүсе бары тик Аллаһ. Һинән башҡа миңә еңеллек килтереүсе бер кем юҡ. Аллаһым! Бер ҡолоңа дауа бирсе.)  тулыһынса ошонда уҡығыҙ...

Зәкәт бирҙеңме?

0

                                      Зәкәт бирҙеңме?

     Зәкәт Ислам диненең биш бағанаһының береһе булған оло ғибәҙҙәтең фарызылыр. Зәкәтең мөьиминдәргә Аллаһ Тәғәләнең фарызы иткәнең белдереп рәсүлебеҙ салләллаһу ғәләйһиссәләм бер хәҙистә әйткән: «Иннәллааһә-фтәрада ғәләйһим садаҡатән фии әмүәлиһим тәьхүҙү мин әғнийәиһиим үә түраддү ғалә фуҡарааиһим». Мәғәнәһе: Аллаһ Тәғәлә мөьминдәргә малдарынан зәкәт саҙаҡаһы биреүҙе фарыз ҡылды. Ул зәкәт өлөшө мөьминдәрҙең байҙарынан алынып фәҡирҙәренә ҡайтарылыр.

     Зәкәт хаҡында Ҡөръән китабында утыҙ ике тапҡыр әйтелә: Фуссыйлат сүрәһенең 7 аятында: “Зәкәт бирмәүселәр –әхирәт көнөнә ышанмаусылар”.

     Нәмел сүрәһенең 3 аятында: “Улар намаҙҙарын уҡыйҙар, зәкәттәрен бирәләр һәм әхирәт көнөнә ышаналар”. Был хаҡта башҡа сүрәләрҙә лә әйтелә.

     Ә инде Тәүбә сүрәһенең 34-35 аяттарында: “Ана шундай кешеләр улар: алтын-көмөштәрен һаҡларҙар (һаранлыҡ менән) һәм ул малдан Аллаһ юлына бирмәҫтәр, зәкәттәрен сығармаҫтар. Уларға хәбәр бир һин – зәкәт бирмәгән өсөн уларҙың язалары тамуҡ утындағы ғазаптыр. Йыйған малдары тамуҡ утында ҡыҙырылған маңлайҙарына, арҡаларына һәм ике яҡ ҡабырғаларына баҫылыр һәм әйтелер: Бына был һеҙҙең донъяла саҙаҡаға мохтаж булған фәҡирҙәрҙән йөҙҙәрегеҙе борған, уларға арҡаларығыҙҙы күрһәткән өсөн. Инде һаранлыҡ менән һаҡлаған малығыҙҙын ғазабын татығыҙ. Был һеҙгә Аллаһ Тәғәләнең ғәҙел хөкөмөлөр”. тулыһынса ошонда уҡығыҙ...

Сөннәт ғәмәлдәр

0

АкмуллаСөннәт ғәмәлдәр

Сөннәт ғәмәлдәр — пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд Мостафа салаллаһу ғәләйһи үәссәләм күп тапҡыр ҡылған үә ул ғәмәлде ҡылыусы сауаплы булыр тип һөйләгән ғәмәлдәр. Хәҙрәти Мөхәммәд өммәтенән булған кешегә сөннәт ғәмәлдәрҙең һәр береһен ҡылырға тырышыу тейешле. Сөннәт ғәмәлде ҡылған кеше сауаплы булыр, ғөҙөрһеҙ (сәбәпһеҙ) ҡылмаған кеше ҙур гонаһлы булмаһа ла, ҡиәмәт көнөндә шелтәгә тейешле булыр. Үә дәхи пәйғәмбәребеҙҙең шәфәғәтенә лайыҡлы булмаҫ. Мөьмин үә мосолман кешегә ҡылыуы тейешле булған сөннәт ғәмәлдәрҙең мәшһүрҙәре 70:
1. Һәр бер яҡшы үә изге эштәрҙе “Бисмилләһ” менән башлау.
2. Сөскөргәндән һуң “Әлхәмдүлилләһ” тийеү.
3. Иманлы кешеләргә осрағанда сәләм биреү.
4. Аш ашарға ултырғанда ике ҡулды йыуыу.
5. Аш ашап бөтөргәс, ауыҙҙы, ике ҡулды йыуыу.
6. Ашай һәм эсә башлағансы “Бисмилләһ” әйтеү.
тулыһынса ошонда уҡығыҙ...

Намаҙ уҡыу тәртибе

0

Намаҙ уҡыу тәртибе, ике рәҡәғәтле намаҙ (фарыз йә сөннәт). Әттәхийәт уҡығанда бармағыҙҙы видеолағы кеүек төртөп күтәрмәгеҙ беҙҙә ундай әҙәп юҡ

                                          Намаҙ уҡыу тәртибе

   Һәр әҙәм, кем булыуына ҡарамаҫтан: негрмы, урыҫмы, еврейме, Ҡытайҙанмы, Аллаһ Тәғәләне танып «Ләә иләәһә илләллаһ», — тип әйтһә, уға намаҙ уҡыуҙар фарыз була. Уҡымаһа, иң ҙур гонаһ булыр. Мосолман тигәндең мәғәнәһе ул бер Алланы танып, Уға иман килтереү. Был шәһәдәтте һәр саҡ телегеҙҙә һәм йөрәгеҙҙә йөрөтөгөҙ.

   Намаҙ уҡыған урының, намаҙлығың, өҫ-башың таҙа булырға тейеш. Әгәр ҙә өйҙә башҡа сит ерҙә уҡылһа, таҙа ерҙе табып шунда уҡыр кәрәк. Намаҙ мунсала, душта, бәҙрәфтә, мал-тыуар, ҡош-ҡорт торған ерҙә уҡылмай. Шулай уҡ зыярат эсендә уҡылмай. Шуға ла йыназа намаҙы ҡәберлектән ситтә, тышта уҡыла. Намаҙлыҡ түшәге үҙҙегеҙ өсөн, ул булмаһа ла ҡара ер өҫтөндә уҡыу дөрөҫ. тулыһынса ошонда уҡығыҙ...

Йәсин

0

Йәсин сүрәһе, матур тауыш менән уҡый, Muzammil Hasballah

Вверх
.