Ҡаза намаҙҙары

                                             Ҡаза намаҙҙары

   Ҡаза намаҙҙар тураһындағы мәҡәләләр төрлө китаптарҙан тулы булһын өсөн алынды.
   "Ислам нигеҙҙәре" Имам Әғзәм Әбү Хәнифә мәҙһәбе буйынса

     Һәр аҡыллы мосолман ир-егет һәм ҡатын-ҡыз бәлиғ булғандан һуң бөтөн дини вазифалар менән бергә биш ваҡыт намаҙҙы үтәргә тейеш. Шунлыҡтан, намаҙҙы уҡымай ҡалдырыу ҡәтғи тыйыла. Ҡөрьән Кәримдә Аллаһы Тәгәлә илле биш урында һәр мосолманга намаҙ уҡыуҙы әмер иткән, утыҙ өс урында намаҙҙың зәкәт менән бергә фарыз икәнлеген әйткән.
     Ҡөрьән Кәримдә намаҙ тураһында барлығы йөҙҙән артыҡ урында иҫкә алына. Намаҙ хаҡындағы әмерҙең шул ҡәҙәр ҡат-ҡат әйтелеүе, бер яҡтан, намаҙҙың өҫтөнлөклө булыуына һәм сауабына ишаралаһа, икенсе яҡтан, намаҙҙан баш тарткан өсөн яуап биреүҙең бик ауыр булғанлығына дәлил булып тора.
     Пәйғамбәребеҙ бер хәҙис-шәрифендә: «Аллаһы Тәғаләнең Ҡиәмәт көнөндә ҡолдарын яуапҡа тарттырғанда иң беренсе һорауы намаҙ тураһында буласаҡ», — тип намаҙ хисабын теүәл биреүселәрҙең бүтән яуаптары ла еңел биреләсәген, был хисапты теүәл бирә алмағандарҙың башка мәсьәләләрҙә лә ҡыйынлыҡта ҡаласағын аңлатҡан.
Читать далее →

Тағы ла яуапнәмә хаҡында

                                                     Тағы ла яуапнәмә хаҡында

   Әссәләмүғәләйкүм мосолман ҡәрҙәштәр. Үткәндә сайтымда «Яуапнәмә” тип сыҡҡан мәҡәл диндарҙар араһында бәхәс тыуҙырҙы. Шуға ахыры ошо мәғлүмәтте ҡайҙан алып яҙғанымды күрһәтергә булдым. Был мәғлүмәт Татарстан мосолмандарының баш ҡазыйы Ғабделхаҡ Самматовтың “Шәригать: вәгазь, хөкем, фәтвә, жавап-савап, киңәшләр” китабының өсөнсө томынан алынды. Мөфтий Госман хәзрәт Исхаҡый тарафынан раҫланған. Ғүмер буйы Аллаһының изге Китабы – Ҡөръәнгә, пәйғәмбәребеҙҙең хәҙистәре – сөннәткә таянып ошо китаптарҙы баҫтырған оло хәҙрәттәргә ниндәй шик тыуыуы бар? Һеҙгә шул көйө татарсанан күсермәһен һаламын.

   Беҙҙең Урал аръяғында бындай “йола” электән булғаны юҡ. Ни эшләптер беҙҙең халыҡта әгәр китап йә яҙма ғәрәпсә яҙылған икән шуның менән эш итергә кәрәк тигән уй йөрөй. Бында шуға иғтибар итегеҙ: Төрки телендәме? Башҡорт телендәме? Әллә ғәрәпсәме? Әллә икенсе телдәме? Әллә ниндәй китаптар булыуы мөмкин: шиғырҙар, әкиәттәр, хикәйәләр һәм башҡаһы. Шул ғалимдарҙын китаптарын күсерә килә баҫмаларға өҫтәлмә аңлатмалар ингәндер. Читать далее →

Ислам әҙәбенән өлгө

                                                                Ислам әҙәбенән өлгө

   Ҡала урамдары буйлап йөрөгәндә пәйғәмбәребеҙҙең оло сәхәбәләренән булған берәү — Әбү Әд-Дарда кешеләрҙең гонаһ эшләгән бер бәндәне әрләп һәм һуҡҡылап торғанын күрә. Эргәләренә яҡыныраҡ килә.
   — Әгәр ҙә һеҙ ҡоҙоҡҡа барып төшкән берәр кеше күрһәгеҙ, нимә эшләр инегеҙ? Ҡоҙоҡтан уны тартып сығарыр инегеҙме? — ти.
   — Әлбиттә, сығарыр инек, — тиҙәр уға.
   — Улай булһа, был иптәшегеҙгә лә бик ҡаты ҡағылмағыҙ. Үҙегеҙҙе лә шундай түбәнлеккә төшөрмәгәне өсөн Аллаһы Тәғәләгә шөкөр итегеҙ.
   — Гонаһ эшләп йөрөгәндәргә һеҙҙең үҙегеҙҙең дә асыуығыҙ килмәйме ни? — тиҙәр уға.
   — Уның үҙенә түгел, ә ул эшләп йөрөгән гонаһтарға асыуым килә. Әгәр ҙә ул шул гонаһтарҙы ташлап китер булһа, үҙе лә минең дин ҡәрҙәшемә әйләнер ине, — ти пәйғәмбәребеҙ өлгөһөндә тәрбиә алған был уҙаман. Читать далее →

Бәрәкәт теләү доғаһы

                                                           Бәрәкәт теләү доғаһы

                               Кемгәлер Аллаһ Тәғәләнең бәрәкәтең теләп доға ҡылыу

                                                   بَارَكَ اللَّهُ لَكَ فِى اَهْلِكَ وَ مَالِكَ

                                      Бәәракәл-лааһү ләкә фии әһликә үә мәәлик.

           Мәғәнәһе: Аллаһы Тәғәлә һинең ғаиләңә, бала-сағаңа һәм малыңа бәрәкәт бирһен.

Берәй эш килеп сыҡмаһа — доға

                    Берәй нимә оҡшамағанда йәки эшләй алмағанда уҡыла торған доғалар

   Бер-бер хәл булһа, Аллаһҡа һуҡранырға ярамай. «Әгәр шулай эшләмәһәм, шулай булмаҫ ине», — тиергә ярамай. Сөнки был Аллаһ Тәғәлә ҡушҡан тәҡдирҙә булған.

                               "Ҡаддәраллааһү үә мәә шәә'ә фәғәлә".
 

   (Аллаһ Тәғәлә тәҡдир итте һәм теләгәнен эшләне.)

Берәүгә бәхетһеҙлек, йәиһә бәлә килгәндә уҡыла торған доға

Берәүгә бәхетһеҙлек, йәиһә бәлә килгәндә уҡыла торған доға

Бисмилләһир-рахмәнир-рахим.
Иннә лил-ләһи үә иннә иләйһи ражиғүн. Аллаһүммә ғиндәкә әхтәсибү мүсибәти. Фәъжүрни фиһә үә әбдилни биһә хайрам минһә.

Мәғәнәһе: “Беҙ бөтәбеҙ ҙә Аллаһ бәндәләребеҙ һәм Уға әйләнеп тә ҡайтасаҡбыҙ. Был бәхетһеҙлектәрҙә кисереүҙә аҡыл менән тапҡан хаҡ юлым өсөн дә һинең алдыңда иҫәп-хисап бирәсәкмен. Түҙемлектәрем өсөн әжереңде бир, был бәләләрҙе яҙмыштың яҡшыраҡтарына алмаштыр”.

Яҡшылыҡҡа яуап доғаһы

                       Берәй кеше үҙеңә (һиңә) яҡшылыҡ эшләһә, ошо доғаны уҡырға кәрәк:

                                                   «Джәзәәкәллааһү хайран»

                              — «Һиңә Аллаһ Тәғәлә үҙенең рәхмәтен насыйп итһен!»

Хәйерле баланың доғаһы

                                         Яҡшы тәрбиә алған хәйерле баланың доғаһы:

   Ислам тәрбиәһендә етешкән кеше, ата-әсәһе ҡартайғас, уларға насар ҡарамаҫ, күңелдәрен ҡырмаҫ. Улар хаҡында шулай доға ҡылыр:

                         "Раббирхәмһүмә кәмәә Раббәйәәни сағыыра".

   (Раббым! Ата-әсәмә, улар миңа мәрхәмәт ҡылған кеүек, һин дә уларға шулай мәрхәмәт ҡыл).
   Был аят йәмғиәттәге аяныс хәлдәрҙе иҫкәртә. Бөгөн ҡайһы берәүҙәр, ата-әсәләре ҡартайғас, уларҙы ташлайҙар.

Донъя һәм әхирәт өсөн доғалар

                                             Донъя һәм әхирәт өсөн доғалар

   Аллаһүммә әғинни ғәлә ҙикрикә үә шүкрикә үә хүсни ғибәдәтик.

   Мәғәнәһе:
Эй, Раббым! Һине зекер һәм һинең менән шөкөр итеүҙә, Һиңә күркәм ғибәҙәттә булырға ярҙам ит.

   Аллаһүммә инни әғүҙү бикә мин ғилмин лә йәнфәғү үә ҡалбин лә йәхшәғү үә дүғә'ин лә йүсмәғү үә нәфсин лә тәшбәғү.

   Мәғәнәһе:
Эй, Раббым файҙаһыҙ ғилемдән, ҡурҡмай торған күңелдән (Аллаһынан ҡурҡмай торған күңелдән), Аллаһыға ишетелмәгән (ҡабул ителмәгән) доғанан, туймай торған нәфсенән Үҙең һаҡла.

Мөхәммәд, ғәләйһис-сәләмдең, доғаһы

   Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәдтең, ғәләйһис-сәләм, һәр төрлө насарлыҡтарҙан Аллаһ Тәғәләгә һыйынып ҡылған доғаһы

   Бисмилләһир-рахмәнир-рахим.
   Аллаһүммә инни әғүҙү бикә мим мүнкәратил-әхләҡи үәл- әғмәли үәл-әһүә'и үәл-әдүә’и.

   Мәғәнәһе:“Эй, Раббым Аллаһ! Үҙеңә һыйынамын холоҡтарҙың, эштәрҙең, теләктәрҙең һәм ауырыуҙарҙың яманынан’’.