Зәки Вәлиди өндәмәһе
Даулы йылдар мираҫы
Ҡан ҡәрҙәштәребеҙ халҡыбыҙҙың арҙаҡлы улы, күренекле ғалимы Әхмәтзәки Вәлидиҙең эшмәкәрлеге, хеҙмәттәре менән йылдан-йыл күберәк һәм тәрәнерәк таныша. Башҡортостан «Китап» нәшриәте уның башҡорт һәм урыҫ телдәрендә «Хәтирәләр»ен, төрлө йылдарҙағы сығыштары, хаттары һәм мөрәжәғәттәре тупланған «Күрәҙәлек итә, тимәгеҙ...» исемле йыйынтығын, «Әҫәрҙәр»ен, Тунджер Байҡарының «Зәки Вәлиди Туған», Әмир Юлдашбаевтың «Билдәле һәм билдәһеҙ Зәки Вәлиди», Ғайса Хөсәйеновтың «Әхмәтзәки Вәлиди Туған» тигән хеҙмәттәрен нәшер итте. Танылған ғалимдың тулы күләмдә йәнә «Башҡорттарҙың тарихы» китабы баҫырға әҙерләнде. Ул, һис шикһеҙ, халҡыбыҙҙың яҙмышын, донъяһын киңерәк күҙалларға, хәҙерге тормош — булмыш — йәшәйешен нығыраҡ төшөнөргә булышлыҡ итер.
Тарихи ваҡиғаларҙы төплө байҡаған, халыҡ, ил-йорт яҙмышын алдан күрә белгән киң ҡарашлы аҡыл эйәһенең әле беҙ таныш булмаған хеҙмәттәре, сығыштары, мөрәжәғәттәре табылып тора. Алла бирһә, улар ҙа баҫылыр һәм үткәндәребеҙҙе, тарихыбыҙҙы тағы ла баҙығыраҡ итер.
Нуриман районының Байгилде мәктәбендә ғүмере буйы директор булып эшләгән, тарих фәнен уҡытҡан Ришат Сәлих улы Исмәғилев иҫке төркисә яҙылған өндәмә алып килде. Ул инәһенең ике туған ағаһы Зөфәр мулла Мостафиндан ҡалған. Ришат ағай Исмәғилевтың һөйләүенсә, репрессияға эләгеп, һәләк булған Зөфәр мулланың өйөндәге бик күп документтары янған. Даулы йылдар өнөләй был өндәмә — халыҡҡа яҙма рәүештә еткерелгән саҡырыу һүҙе — беҙҙең көндәргә саҡлы һаҡланған.
Читать далее
