Рәсүлуллаһ васыяттары
1-се васыят. «Ләә иләәһә илләллааһ»- тың фазыйләте.
Әбү Һүрайра үҙ риүәйәтендә әйтә: '"Мин бәйғәмбәрҙән: «Йә, Рәсүлуллаһ, ҡиәмәт көнөндә кешеләрҙән һеҙҙең шәфәғәтегеҙгә ирешеүсе, лайыҡлы кеше кем?» —тип һораным.
Ул әйтте: «Эй, Әбү Һүрайра, һинең был һорауға ҡыҙығыуыңды күреп, һинән алда был һорауҙы һис кем һорамаҫ, тип уйлаған инем. Ҡиәмәт көнөндә минең шәфәғәтемә ирешеүгә лайыҡ булған кеше, „Ләә иләәһә илләллааһ“ты ысын күңелдән әйткән кеше», —тине.
Имам Бохариҙың риүәйәтенән.
Убәдәтү ибн Самиттан еткерелгән хәдиҫтә, бәйғәмбәребеҙ, уға Аллаһ рәхмәте һәм сәләме булһын, былай ти:
"Кем бер Алланан башҡа, һис бер Илаһ юҡ, мәгәр Ул Үҙе генә һәм дә Уның ширеге (иптәше, ише, тиңдәше—И.Ғ.) юҡ, һәм әлбиттә Мөхәммәд Уның ҡоло һәм илсеһе һәм Ғайса Унын ҡоло һәм илсеһе, һәм Уның һүҙе*, Ғайсанан Мәрйәмгә Аллаһ Тәғәлә тарафынан ебәрелгән уның (Ғайсаның—И.Ғ.) рухы. Ожмах менән тамуҡтың барлығы хаҡ", —тип ант итһә, Аллаһ Тәғәлә ул кешене бар ғәмәлдәре менән ожмахҡа индерә. I Уның һүҙе* — Ғайса бәйғәмбәр, сәңгелдәктә ятҡан сағында уҡ телгә килеп кешеләргә Аллаһ тураһында һөйләй. Шуға күрә лә ул Алланың һүҙе тигән сифатҡа эйә була. Читать далее
