Тәкәбберләнеү, эреләнеү, ғорурланыу
Аллаһы Тәғәлә әйтә:
“Шунан һуң Беҙ уға (Нух пәйғәмбәргә) уахи ҡылдыҡ:
— Күҙәтеүебеҙ аҫтында, ҡушҡаныбыҙға кәмә яһа. Әмеребеҙ килеп, ҡайнап, һыуҙар арта башлағас, һәр енестән берәй пар йәнлеләр ал; үҙҙәренә хөкөм сығарылғаңдарҙан тыш, ғаиләңде ал. Золом итеп (көфөрлөккә төшөүселәр) өсөн Миңә ялбарма. Уларҙың барыһы ла батып үләсәк. (Мөьминүн, 27).
‘ 'Шик юҡ — Аллаһ уларҙың нимәне йәшергәнен һәм нимәне асыҡ эшләгәнен белә. Ысынлап та ул тәкәбберҙәрҙе яратмай!” ( Нәхел, 23).
“Үҙҙәренә муллыҡ һәм күп улдар биргәс, улар: (Аллаһ) беҙгә яҡшылыҡ эшләргә ашҡынып тора икән, тип уйлайҙар, ахыры. Юҡ шул! Улар эштең асылын аңлап бөтөрмәй” (Мөьминүн, 55- 56).
Аллаһ илсеһе (саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм) әйткән: “Бер кеше, үҙе менән һоҡланып, кейеменә маҡтанып китеп барған. Аллаһ бының өсөн ергә уны йоторға бойорған һәм уның унда батыуы Ҡиәмәт көнөнә тиклем дауам итәсәк”,
“Залим һәм тәкәббер кешене Ҡиәмәт көнөндә ваҡ ҡына ҡырмыҫҡа рәүешендә ҡубарырҙар һәм кешеләр уларҙы тапаясаҡ”. Читать далее
