Тәкәбберләнеү, эреләнеү, ғорурланыу

                                         Тәкәбберләнеү, эреләнеү, ғорурланыу

   Аллаһы Тәғәлә әйтә:

   “Шунан һуң Беҙ уға (Нух пәйғәмбәргә) уахи ҡылдыҡ:
   — Күҙәтеүебеҙ аҫтында, ҡушҡаныбыҙға кәмә яһа. Әмеребеҙ килеп, ҡайнап, һыуҙар арта башлағас, һәр енестән берәй пар йәнлеләр ал; үҙҙәренә хөкөм сығарылғаңдарҙан тыш, ғаиләңде ал. Золом итеп (көфөрлөккә төшөүселәр) өсөн Миңә ялбарма. Уларҙың барыһы ла батып үләсәк. (Мөьминүн, 27).
‘   'Шик юҡ — Аллаһ уларҙың нимәне йәшергәнен һәм нимәне асыҡ эшләгәнен белә. Ысынлап та ул тәкәбберҙәрҙе яратмай!” ( Нәхел, 23).
   “Үҙҙәренә муллыҡ һәм күп улдар биргәс, улар: (Аллаһ) беҙгә яҡшылыҡ эшләргә ашҡынып тора икән, тип уйлайҙар, ахыры. Юҡ шул! Улар эштең асылын аңлап бөтөрмәй” (Мөьминүн, 55- 56).
Аллаһ илсеһе (саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм) әйткән: “Бер кеше, үҙе менән һоҡланып, кейеменә маҡтанып китеп барған. Аллаһ бының өсөн ергә уны йоторға бойорған һәм уның унда батыуы Ҡиәмәт көнөнә тиклем дауам итәсәк”,
   “Залим һәм тәкәббер кешене Ҡиәмәт көнөндә ваҡ ҡына ҡырмыҫҡа рәүешендә ҡубарырҙар һәм кешеләр уларҙы тапаясаҡ”.

   Беҙҙең ҡайһы бер ата-бабаларыбыҙ, тәкәбберлек — ул Аллаһы Тәғәләгә ҡаршы башҡарылған тәүге “фетнә” тигән.
   Аллаһы Тәғәлә “Баҡара” сүрәһенең 34-енсе аятында былай тигән: “Һәм бына беҙ фәрештәләргә: “Әҙәмгә сәждә ҡылығыҙ”, — тип әйттек. Иблистән башҡаһы сәждә ҡылды. Ул ҡарышты, тәҡәбберләнде һәм кафырҙарҙан булды”.
   Иблис кеүек тәкәбберләнгән кешегә имандың файҙаһы булмаясаҡ. Аллаһ илсеһе (саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм): “Тәкәбберлек хәҡиҡәтте ҡабул итмәү һәм кешеләргә булған нәфрәт”, — тигән.
   Ҡөрьәндең “Лоҡман” сүрәһенең 18-еңсе аятында: “Тәкәбберләнеп, кешеләрҙән йөҙ сөйөрмә. Донъяла маһайып, танау сөйөрөп йөрөмә. Аллаһ тәкәбберҙәрҙе, үҙен генә яратыусыларҙы, маҡтансыҡтарҙы яратмаҫ.”, - тин яҙылған. Аллаһ илсеһе (саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм): “Аллаһы Тәғәлә әйткән; “Ғиззәтем (Бөйөклөгөм) - минең изарым (салбар һымаҡ кейемгә әйтелә). Тәкәбберлек - минең кейемем (ридә - елән һымаҡ кейем). Кем был сифаттарҙа Минең менән ярышһа ғазаплармын,— тип әйткән.
   Икенсе бер хәҙистә былай тиелә: “Бер көндө тамуҡ менән ожмах бер-береһе менән бәхәсләшә башлаған. Ожмах: “Эй, Раббым! Ниңә миңә тик көсһөҙҙәр һәм ҡеүәтһеҙҙәр генә инә? ” — тигән ” Тамуҡ иһә: “Мин тәкәбберҙәр һәм залимдар урыны” — тигән.
   Аллаһ Тәғәлә әйтә: “Бына әхирәт йорто. Беҙ уны Ер йөҙөндә маһайырға һәм боҙоҡлоҡ таратырға теләмәгән кеше өсөн әҙерләнек, һәм (хәйерле) ахыры тәкүәлеләргә!” (Ҡасас, 83),
   Сәләмәһ бин Аҡүә һөйләгән: “Бер көндө Аллаһ илсеһенең (салаллаһу ғәләйһи үә сәлләм) янында булған кеше аҙыҡты һул ҡулы менән ашаны. Аллаһ илсеһе (салаллаһу ғәләйһи үә сәлләм): “Уң ҡулың менән аша ”, — тигән. Теге кеше: “Килеп сыҡмай”, — тип яуап биргән. Аллаһ илсеһе (салаллаһу ғәләйһи үә сәлләм): “Нисек инде килеп сыҡмаһын? Тик тәкәбберлек кенә уны шундайға әйләндергән”, — тип әйткән, һәм ошонан һуң теге кеше башҡаса ҡулын күтәрә алмаған. (һүҙ тыумыштан һулаҡайҙар тураһында түгелдер).
   Аллаһ илсеһе (саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм); “Тамуҡта кемдәр буласағын белгегеҙ киләме? Улар — йәлләй белмәгән дошман, һаран һәм тәкәббер кеше”, — тигән.
   Ибн Ғүмәр (радиаллаһу ғәнһү) Аллаһ илсеһенең (салаллаһу ғәләйһи үә сәлләм): “Ғорур йөрөгән һәм үҙе менән һоҡланған һәр кеше асыуланған Аллаһ менән осрашасаҡ”, — тигән һүҙҙәрен еткерә.
   Әбү Хөрәйрә (радиаллаһу ғәнһү) пәйғәмбәребеҙҙән (ғ.с.) еткерә: “Түбәндәге өс төркөм тамуҡҡа беренселәрҙән булып инәсәк: үҙенең халҡына зыян килтереүсе хаким; уға тейешенсә мөнәсәбәттә булмаған байлыҡҡа эйә булыусы (йәғни зәкәт- саҙаҡаларын бирмәүсе); тәкәббер ярлы”.
   Мин, тәкәбберлектең иң юғары кимәле — үҙеңдең белемен менән ғорурланыу һәм ниндәйҙер өҫтөнлөгөң арҡаһында башҡаларға эреләнеп ҡарау, тип һанайым. Ундай кешегә булған белеме бер ниндәй ҙә файҙа килтермәйәсәк. Мәңгелек донья өсөн алынған белем кешене баҫалҡы яһай, уның йөрәген тынысландыра, нәфсеһен буйһондора һәм үҙ хакимлығы аҫтына ала һәм бер ҡасан да уны ҡарауһыҙ ҡалдырмай, ә киреһенсә, уны һәр ваҡыт һанап торасаҡ һәм төҙәтергә тырышасаҡ. Әгәр ҙә ул бынан мәхрүм булһа, юлдан сығасаҡ һәм һәләк буласаҡ. Тәкәбберлектең иң юғары кимәле — ул кеше белем алып, уның менән маһайһа, мосолмандарға юғарынан ҡараһа, уларҙың дәрәжәһен кәмһетһә. Был ваҡытта шундай ҡағиҙә көскә инәсәк: “Хатта тамсы тиклем генә лә тәкәбберлеге булған кеше ожмахҡа инмәҫ”. Вә лә хәүлә вә лә ҡеүәтә иллә билләһ.

тәкәббәрлек хаҡында вәғәҙдәр ошо биттә://nazir1965.com/v%D3%99%D2%93%D3%99zd%D3%99r/5180.html#more-5180
                                                                                                                            «76 оло гонаһ » китабынан