8 Март

                                                           8 Март
     Бөгөн 8 март 2020 йыл. Һижри буйынса 1440 йылдың Рәжәб айының  13 көнө. 8 март ҡатын ҡыҙҙарҙың байрамы көнө. Бөтә ирҙәр үҙҙәренең әсәләрен, ҡатындарын, ҡыҙ балаларын, ҡыҙ туғандарын ошо байрам менән ҡотланылар. Ә Ислам динебеҙ ҡатын ҡыҙҙарҙы 8 марта ғына яратырға, бүләктәр бирергә, яҡшы һүҙҙәр әйтергә һәм хөрмәтләргә ҡушмаған. Беҙ уларҙы һәр көндө лә хөрмәтләргә һәм яратырға тейешбеҙ. Бына Ислам дине шуға өйрәтә. Ислам динендә ир-ат менән ҡатын ҡыҙ бер тигеҙ. Берҙә уларҙы кәмһетергә тейеш түгелбеҙ. Аллаһ Тәғәлә Ҡөръән Кәримдә күп ерҙә шуға дәлил бирә, мәҫәлән «Ән-Ниса» сүрәсенең беренсе аятында, әйтә:

يَا أَيُّهَا النَّاسُ اتَّقُواْ رَبَّكُمُ الَّذِي خَلَقَكُم مِّن نَّفْسٍ وَاحِدَةٍ وَخَلَقَ مِنْهَا زَوْجَهَا وَبَثَّ مِنْهُمَا رِجَالاً كَثِيراً وَنِسَاء وَاتَّقُواْ اللّهَ الَّذِي تَسَاءلُونَ بِهِ   وَالأَرْحَامَ إِنَّ اللّهَ كَانَ عَلَيْكُمْ رَقِيبا

     Эй һеҙ, кешеләр! Һеҙҙе бер йәндән барлыҡҡа килтергән, һәм унан уның ҡатынынан бар ҡылған һәм был икәүҙән күп ирҙәрҙе һәм ҡатындарҙы таратҡан Раббығыҙҙан ҡурҡығыҙ! Уның исеме менән бер-берегеҙгә ялбара торған Алланан ҡурҡығыҙ, һәм ҡәрҙәшлек бәйләнештәренән. Ысынлап та, Алла һеҙҙең өҫтөгөҙҙән күҙәтеүсе!
     Аллаһ Тәғәлә беҙгә иптәш итеп, уны яратып хөрмәт итеп матур итеп ғаилә ҡороп йәшәр өсөн бер үк рухтан Әҙәм ғәләйһиссәләмдең ҡабырғаһынан ҡатын-ҡыҙҙы яралтты. Шул турала «Әл-Әғрәф» сүрәһенең 189 аятында, әйтелгән:
     "Ул һеҙҙе бер йәндән бар ҡылды һәм унда тынысланыу булһын өсөн үҙенән үк ҡатынын барлыҡҡа килтерҙе. Ул ҡатынға яҡынлыҡ ҡылғас, ҡатын еңел йөк менән йөккә ҡалды һәм уның менән йөрөнө; инде ҡатын ауырайғас, икеһе лә Раббылары — Аллаға: «Әгәр Һин беҙгә изге бала бирһәң, беҙ Һиңә шөкөр итеүселәрҙән булырбыҙ!» — тип доға ҡылдылар".
     Һәр бер кеше, ҡатын-ҡыҙмы ул, ир кешеме ул Аллаһу Тәғәлә алдында бер тигеҙ, нисек ошо доньянан, йәшәп киткән, нимәләр эшләгән, эшләмәгән, ниндәй гонаһтар ҡылған, барыһына ла яуап бирәсәк. Унда әйтмәҫтәр «Һин ҡатын-ҡыҙ, ә һин ир кеше», ҡушҡанын үтәмәһәң, тыйғандарҙан тыйылмаһаң ғазабының кәрәклеһен алырһың. Аллаһ Раббыбыҙ был турала Ҡөръән Кәримдең «ән-Ниса» сүрәһенең 124 аятында, әйткән:
     "Кемдер ысын мөьмин хәлеңдә изге ғәмәлдәр ҡылһа, ул – ир-ат булһын, ул – ҡатын булһын, улар йәннәткә инерҙәр һәм уларға еп осо хәтле лә золом ҡыланмаҫ".
     Һәр бер кеше өсөн иң беренсе, иң яҡын, иң ҡәҙерле кеше, ул – әсәй. Әсәйҙән лә яҡыныраҡ кеше юҡ донъя йөҙөндә. Ислам дине атай-әсәйҙе яратырға, уларға уф тип ҙә, әйтмәҫкә ҡуша.
     Аллаһ Тәғәлә Ҡөръән Кәримдең «Исра» сүрәһенең 23-24 аяттарында, әйтә:
     “Аллаһ хөкөм итте үә бойороҡ бирҙе, фәҡәт Аллаһыға ғына ғибҙәт ҡылырға һәм ата-әсәгә изгелек итергә. Әгәр һин иҫән-һау саҡта уларҙың береһе йәки икеһе лә ҡартлыҡҡа ирешһәләр, һин уларға «уф» та тимәгеҙ, ҡәһәрләмә кәйефтәрен ебәрмә, бәлки уларға һәр ваҡыт йомшаҡ һәм һөйкөмлө һүҙҙәр һөйләгеҙ! Улар алдында мәрхәмәт менән түбәнселек ҡанатын йәй һәм: «Раббым, улар мине бәләкәй бала сағымда менән шәфҡәт үҫтергәндәре кеүек, Һин дә уларға донъяла һәм ахирәттә шәфҡәт кил!»
     Тағы ла «Лукман» сүрәһендә, 14 аяттында әйткән:
     Беҙ кешегә: ата-әсәңә изгелекле бул, тип васыят иттек. Әсәһе уны ниндәй ҡыйынлыҡтар менән ҡарынында йөрөтә. Ике йыл буйы һөтөнән айырмайынса имеҙеп үҫтерә. Тик, иң башта Миңә, унан һуң ата-әсәгә шөкөр ит, тип васыят иттек. Ҡайтарылыш бары тик Миңә генә булыр
     Ошо Ҡөръән Кәримдең аяттарында Аллаһ Раббыбыҙ әсәй кешене нығыраҡ яратырға ҡуша. Беҙҙе улар 9 ай буйы ауыр булһала, үҙҙәренең йөрәк аҫтында күтәреп йөрөткәндәр. Ауырлыҡ менән тыуҙырғандар. Күкрәк һөттәре менән имеҙеп, йылытып, яратып үҫтергәндәр.
     Пәйғәмбәребеҙ Мөхаммәд салаллаһу ғәләйһи үәссәләм атай-әсәйҙе хөрмәтләргә ҡушҡан. Ә әсәй кешене бигерәктә нығыраҡ яратырға һәм хөрмәт итергә ҡушҡан. Шул турала бик күп хәҙис шәрифтәр бар, мәҫәлән:
     Бер ваҡыт бер сәхәбә килеп Пәйғәмбәребеҙ салаллаһу ғәләйһи үәссәләмдән һорай: “Йә Аллаһтың илсеһе, кешеләр араһында кемде нығыраҡ хөрмәтләйем?
     - Әсәйеңде, тип әйтте Пәйғәмбәребеҙ салаллаһу ғәләйһи үәссәләм.
     - Ә унан һуң кемде?
     - Әсәйеңде, тип әйтте Пәйғәмбәребеҙ салаллаһу ғәләйһи үәссәләм.
     - Ә унан һуң, Йә Аллаһтың илсеһе?
     - Әсәйеңде, ә шунан һуң атайыңды, тип әйтте Пәйғәмбәребеҙ салаллаһу ғәләйһи үәссәләм.
     Шулай итеп беҙ ошо хәҙистән күрәбеҙ, Рәсүлебеҙ салаллаһу ғәләйһи үәссәләм 3 тапҡыр әсәйеңде тип әйтә. Шунан һуң бер тапҡыр атайыңды тип әйтә.
     Пәйғәмбәребеҙ салаллаһу ғәләйһи үәссәләм, шулай уҡ бер хәҙис шәрифендә: «Ожмах әсәйҙәрегеҙҙең аяҡ аҫтында».
     Ҡәҙерле мосолман ҡәрҙәштәр. Беҙ әсәләребеҙҙе, ҡатындарыбыҙҙы һәм ҡатын туғандарыбыҙҙы ҡыҙ балаларыбыҙҙы 8 март көнөндә генә түгел, ғүмер буйы хөрмәтләп, яратып йәшәргә тейешбеҙ.

                                                                                                            Йәлил хәҙрәт Фазлыев