Шәйех Баһауетдин
Мөхәммәт Баһауетдин шаһ Наҡшбәнд әл-Бохари
Шәйех Мөхәммәд Баһауетдин әл-Бохари Наҡшбәнд Ҡаср-и-Хиндуан ауылында һөнәрсе тажиҡ ғаиләһендә тыуған. Һуңынан был ауыл уның хөрмәтенә Ҡаср-и-Арифам, тип атала, вафаты ла тыуған ауылында була. Уның атаһы туҡыусы һәм сүкеүсе булған («наҡш» фарсы телендә «биҙәк,» тигәнде аңлата). Суфыйсылыҡ тәриҡәтенең был тармағы, шулай итеп, уның һөнәре атамаһынан килеп сыҡҡан. Шәйех Баһауетдиндың тормошонда суфыйҙар менән тығыҙ бәйләнештә булған олатаһы ҙур урын тота. Нәҡ ул ейәнендә мистикаға ҡыҙыҡһыныу уята ла инде. Читать далее




