«Әсмәә'үл-хүснәә»

Асмаа ул хусна

                                 "Әсмәә'үл-хүснәә"

   "Әсмәә'үл-хүснәә" — Аллаһ Тәғәләнең күркәм исемдәре.
   Ҡөръән-Кәримдә: «Иң гүзәл исемдәр Аллаһтыҡы, Уға ғына хастыр. Аллаһҡа был исемдәр менән доға ҡылығыҙ»,— тип бойоролған. («Әғраф» сүрәһе, аят 180)
   Тирмиҙи риүәйәт иткән бер хәҙистә Пәйғәмбәребеҙ (саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм): «Аллаһтың 99 исеме бар. Ул исемдәрҙе һанаған кеше йәннәткә инәсәк» — тип әйткән.
   Был исемдәрҙе һанауҙың маҡсаты уларҙы ятлау йәки уҡыуҙан ғибәрәт. Доға урынына уҡылғанда, бөйөк Яралтыусынан теләнәсәк нәмәләр был хөрмәтле исемдәр менән һорала.

Аллаһ Тәғәләнең гүзәл исемдәре «Исми Ағзам»да ошо биттә:   //nazir1965.com/do%D2%93alar/ismi-%D3%99%D2%93%D2%99am.html#more-5529

      Һүәллааһүлләҙии ләә иләәһә илләә һүү –
әр-Рахмәән, әр-Рахиим, әл-Мәлик, әл-Ҡуддүүс, әс-Сәләәм,
әл- Мүъмин, әл-Мүһәймин, әл-Ғәзииз, әл-Джәббәәр, әл-Мүтәкәббир,
әл-Хаалиҡ, әл-Бәәри, әл-Мусаууир, әл-Ғаффәәр, әл-Ҡаһһәәр,
әл-Үәһһәәб, әр-Раззәәҡ, әл-Фәттәәх, әл-Ғәлиим, әл-Ҡаабид,
әл-Бәәсит, әл-Хаафид, әр-Раафиғ, әл-Мүғиз, әл-Мүҙил,
әс-Сәмииғ, әл-Бәсыыр, әл-Хәкәм, әл-Ғәдл, әл-Ләтыыф,
әл-Хабиир, әл-Хәлиим, әл-Ғәҙыым, әл-Ғафуур, әш-Шәкүүр,
әл-Ғәлий, әл-Кәбиир, әл-Хәфииҙ, әл-Мүҡыит, әл-Хәсииб,
әл-Джәлиил, әл-Кәриим, әр-Раҡыыб, әл-Мүжииб, әл-Үәәсиғ,
әл-Хәкиим, әл-Үәдүүд, әл-Мәжиид, әл-Бәәғиҫ, әш-Шәһиид,
әл-Хәҡҡо, әл-Үәкиил, әл-Ҡаүийй, әл-Мәтиин, әл-Үәлий,
әл-Хәмиид, әл-Мухсый, әл-Мүбди, әл-Мүғыид, әл-Мүхйи, әл-Мүмиит,
әл-Хәйй, әл-Ҡаййүүм, әл-Үәәжид, әл-Мәәжид, әл-Үәәхид,
әл-Әхәд, әс-Самәд, әл-Ҡаадир, әл-Мүҡтәдир, әл-Мүҡаддим,
әл-Мү'әххыр, әл-Әүүәл, әл-Әәхыир, әҙ-Ҙааһир, әл-Бәәтын,
әл-Үәәлии, әл-Мүтәғәәл, әл-Бәрр, әт-Тәүүәәб, әл-Мүнтәҡым,
әл-Ғәфү, әр-Ра'ууф, Мәәликәл-Мүлк, Ҙүл-жәләәли үәл-Икраам,
әл-Мүҡсит, әл-Жәәмиғ, әл-Ғаний, әл-Мүғнии, әл-Мәәниғ,
әд-Даарр, ән-Нәәфиғ, ән-Нуур, әл-Һәәдии, әл-Бәдииғ,
әл-Бәәҡый, әл-Үәәриҫ, әр-Рашиид, әс-Сабүүр".

 

 Ҡабаттан тыңлар өсөн ошо мп3 плеерҙың уң яҡта өҫтәге крестигенә баҫығыҙ                                                                               

                                                                                                Аллаһ.
   Раббыбыҙҙың бөйөк һәм дәрәжәле, шул уҡ ваҡытта. Уның илаһилығына ишара итеүсе исемдәренең береһе.
Әлеге исемде көн һайын мең мәртәбә ҡабатлағандарҙың күңелдәренән, йөрәктәренән шик-шөбһә, ҡыйыуһыҙлыҡ китер. Дауа табылмаған сирҙәрҙе һауыҡтырыуҙа ла «Аллаһ» һүҙенең шифа көсө ҙур. Бының өсөн уны ҡабатлап, күп тапҡыр доға ҡылырға кәрәк.
   Аллаһтың 99 исеменең иң беренсеһе. Был исем бөйөк Аллаһтың башҡа исемдәренән айырмалы. Сөнки башҡа исемдәренең һәр береһе аңлаткан мәғәнәләрҙе бер һүҙ үҙе генә лә асыҡлай. Был исем шул уҡ ваҡытта «Исми Әғҙам»дыр. Аллаһтың башҡа исемдәре айырым- айырым бер мәғәнәне аңлаткан дәлил булыр, был исем бөтөн сифаттарын берләштерә. Аллаһтың, мәҫәлән, «Ғалим» сифаты Уның бары тик ғилемен, «Рахим» сифаты мәрхәмәтен белдерә. Ләкин Аллаһ исеме Уның 99 исеме белдергән барлыҡ мәғәнәләрҙе лә эсенә алған. Кешенең Аллаһты башҡа исемдәренең мәғәнәһе менән дә асыҡлауы мөмкин. Ул ысынында ла шулай. Ҡол, ғалим булырға мөмкин, мәрхәмәтле була алыр, сабыр булырға мөмкин. Аллаһ ғалимдыр, мәрхәмәтле, сабырҙыр. Ләкин Уның был сифаттарҙы йөрөтөүе менән бәндәнең дә ошо сифаттарҙы йөрөтөүе араһында ҙур айырма бар. Аллаһ һүҙенең шундай бер үҙенсәлеге бар: Аллаһ менән берәү ҙә Уны уртаҡлаша алмай, икенсе төрлө әйткәндә, Аллаһтан башҡаға был исемдең бер кемгә лә бирелеүе мөмкин түгел. Шуның өсөн дә Ҡөръән-Кәрим Уның исеме менән башлана. Аллаһтың барлығын белеп, берлегенә инанып, кешенең эшләргә тейешле эше — Уның ише һәм уртағының булмауына; ышанып, ғибәҙәт ҡылынырлыҡ берҙән-бер Мәғбүдтең (ҡоллоҡ ҡылынырға тейеш булған зат) Ул булыуын белеү, ҡәлбен Уға мөхәббәт менән һуғарыу. Был яратыу, башҡа һөйөүҙәрҙән айырмалы булараҡ, башҡа бер һөйөү, Унан бер аҙ ҡурҡыу һәм һыйыныуҙыр.
   Мосолман бары тик Уға ғына ғибәҙәт ҡылырға һәм Унан ғына ярҙам һорарға, Уның ғына ризалығын алыр өсөн тырышырға тейеш. Быны үҙенең рухында тойған һәм үҙенең әҙәбе итеп ҡабул иткән мосолман үрнәк инсан дәрәжәһенә күтәрелер.

                                                                                әр-Рахиим
   Әр-Рахмәән — Рәхимле, Шәфҡәтле, донъялыҡта һәр мәхлүҡкә бер тигеҙ рәхмәтле.
   Аллаһтың был исемен йыш, йәғни һәр намаҙҙан һуң йөҙ мәртәбә укыу хәтерҙе яҡшырта, иғтибарҙы арттыра, күңелде сафландыра, насар сифаттарҙан арындыра.
   Әр-Рахиим — Рәхимле, Үҙенә ышанғандарға, Үҙенә бойһонғандарға ғына шәфҡәт күрһәтеүсе.
Рахмән һәм Рахим һүҙҙәре рәхмәт тамырынан барлыҡҡа килгән. Уның ҡыҙғаныу мәғәнәһе лә бар. Бөйөк Аллаһ яралтҡан барлыҡтарын кеше шәхесен ҡыҙғаныу, йәлләү һәләттәренән сығып ҡыҙғаныр, мәрхәмәт ҡылыр. Уның был сифатын кешеләргә йүнәлдергәндә, мөъмин менән кафыр араһында айырма юҡтыр. Ул Рахмән исеме менән был донъяла һәр кемгә мәрхәмәтле булыр. Әхирәттә Рахим исеме менән бары тик мөъминдәргә генә мәрхәмәт итәсәк.
   Әлеге исемде һәр намаҙҙан һуң йөҙ мәртәбә ҡабатлаған кешенән ҡайғы-хәсрәт йыраҡ торор.

                                                                                әл-Мәлик
   Батшаларҙың Батшаһы, Хөкөмдар.
   Был исем Аллаһтың бөтөн ғаләмгә хужа булыуын, уның мәлиге, батшаһы — Хөкөмдары булыуын аңлата. Кешеләр араһында мәликтәр, солтандар бар. Уларҙың тормоштары бер ҡасан да имен булмаған, һәр ваҡыт бер тарихи боролош йәки ғисъян (тыңламау) менән юҡ булырға хөкөм ителгәндәр. Аллаһы Тәғәлә хаҡиҡый Мәлик (Батша), хаҡиҡый Солтандыр (ысын Хөкөмсө). Золомлоҡ ҡылмаҫ, мәрхәмәт итер. Һәр ваҡыт ҡолдарының яҡшылығын теләр. Бәлки, ҡайһы осраҡта кешеләр быны аңлап та бөтмәҫтәр.
   Аллаһы Тәғәләнең бер кемгә лә, бер нәмәгә лә ихтыяжы юҡ. Ул яралтҡан, бар иткән һәр нәмә, һәр кем иһә Уға мохтаж. Әлеге гүзәл исемде зәүәлдән һуң (төштән һуң) күп тапҡыр уҡыған кеше фәҡирлектән ҡотолор.

                                                                               әл-Ҡуддүүс
   Изге, Кәмселекһеҙ.
   Аллаһы Сүбхәнә үә Тәғәлә мәхлуҡатка (бөтөн яратылған нәмәләргә) оҡшауҙан пактыр, йыраҡтыр; бер нәмәгә лә оҡшамаған. Әҙәм балаһы камиллыҡҡа ирешеү өсөн көс һәм ғәйрәт сарыф итә, ләкин барыбер бер ваҡытта ла тулы камиллыҡҡа ирешә алмаҫ. Аллаһ
   Раббыбыҙ кешеләр камиллыҡ тип уйлаған бер төркөм сифаттарҙан пактыр. Кеше Аллаһтың был исеменән өлөшөн алырға тейеш, камиллыҡҡа етешеү өсөн, был юлда бөтөн көсөн файҙаланырға һәм сарыф итергә тейеш.
   Был исемде йыш ҡабатлағандарҙы Аллаһы Тәғәлә психик ауырыуҙарҙан һауыҡтырыр. Күңелдә ҡурҡыу хисе булғанда, уны көн һайын 100 мәртәбә уҡырға кәрәк.

                                                                                әс-Сәләәм
   Йыһанды яралтыусы.
   Заты етешһеҙлек һәм ғәйептәрҙән, насар эштәрҙән, кәмселекле ғәмәлдәрҙән сәләмәт булған, халыҡҡа сәләмәтлек биреүселер. Йәннәттә, йәннәтлеләргә иҫәнлек һәм именлек биреп, уларҙы ҡурҡыуҙан һаҡлаусы тигән мәғәнәһе лә бар. Аллаһтың ғәмәлдәре, хәрәкәт һәм эштәре насарлыҡтарҙан сәләмәттер, йыраҡтыр. Аллаһ бер ваҡытта ла яуызлыҡты теләмәҫ, бәлки кешеләр үҙенә ни яҡшы, ни зарар икәнен аңламаҫ.
   Кеше, күңелендә насар теләктәргә һәм эштәргә ни ҡәҙәр аҙ урын бирһә, Аллаһтың был исеменән шул ҡәҙәр үҙенә өлөшөн алған тимәктер.
   «Әс-Сәләм»де күп мәртәбә ҡабатлаған кешене Аллаһ бәхетһеҙлектәрҙән һаҡлай. Ә әлеге исемде 115 (160) тапҡыр уҡып, ауырыуға өрһәң, ул тиҙерәк һауығыр, иншә Аллаһ.

                                                                                әл-Мүъмин
   Ышаныслы, һәр төрлө бәләләрҙән һаҡлаусы.
   Ҡолдарына именлек һәм тыныслыҡ биреүсе, иман шәрәфе менән шәрәфләндергән Зат тимәктер. Аллаһ бөтөн именлек һәм тыныслыҡтың берҙән-бер сығанағы. Кеше зәғиф тәбиғәтле булып яратылған, бөтөн нәмәнән ҡурҡыр. Аслыҡ, зилзилә (ер тетрәү), бәлә-ҡаза һәм башҡаларҙан бары тик Аллаһҡа инанған кеше генә ҡурҡмаҫ. Ул үҙен яралтҡан бөйөк Заттың уны хужаһыҙ, бер үҙен ҡалдырмаҫына ышаныр. Сөнки Уның бер исеме «әл-Мүъмин»дер — яратҡан мәхлуҡатҡа именлек һәм тыныслыҡ бирәсәк.
   Нимәнән булһа ла ҡурҡҡанда, әлеге исемде 630 мәртәбә ҡабатларға кәрәк. Аллаһы Тәғәләнең ҡөҙрәте сикһеҙ — шик-шөбһәләрегеҙҙе таратыр. Уны шулай уҡ төрлө ҡурҡыныс хәлдәрҙән һаҡланыу өсөн дә уҡыйҙар.

                                                                             әл-Мүһәймин
   Һаҡлаусы, Үҙе яралтҡан йән эйәләренең яҙмышын билгеләүсе.
   Ғаләмдәге һәр бөртөктө, һәр мәхлуҡты ғәмәлдәре, әжәлдәре, ризыҡтары менән белгән, уларҙы күҙәтеп торған, ҡолдарын һаҡлаусы. Был сифаттар, һис шикһеҙ, камил дәрәжәлә фәҡәт Аллаһы Тәғәләлә генә табылыр.
   Ғөсөл ҡойоноп, ике рәкәғәт намаҙ уҡығандан һуң, әлеге исемде 100 мәртәбә ҡабатлағандарҙы Аллаһ рухи һәм физик яҡтан сафландыра. Ә уны көн һайын 115 мәртәбә ҡабатлаған кешегә Үҙенең мөғжизәләрен индерә.

                                                                                 әл-Ғәзииз
   Бөйөк, Ҡөҙрәтле, еңелмәҫ.
   Һәр нәмәне еңеүсе, теләгәнен эшләүҙә һис кем ҡаршы тора алмаусы берҙән-бер Барлыҡ. Ниндәй ҙә булһа бер барлыҡтың ғәзиз булыуы өсөн үҙендә бер төркөм үҙенсәлектәренең булыуы кәрәк. Тиңдәше аҙ булған, үҙенә күп ихтыяж талап иткән, һәм дә уның дәрәжәһенә ирешергә мөмкин булмаған был үҙенсәлектәренең ҡайһы берҙәре кешеләрҙә лә табылыр. Ләкин улар сикләнгән күләмдә генә булыр. Аллаһтың ғәзиз булыуы улар менән сағыштырылмаҫ. Ул һәр ҡараштан берҙән-бер һәм үҙенә булған ихтыяжы сикһеҙ. Унһыҙ һис бер нәмә лә булмаҫ.
   Аллаһ был исемде 40 көн дауамында һәр көн 40-ар мәртәбә уҡығандарҙың дәрәжәһен күтәрә һәм һәр төрлө бәләләрҙән һаҡлай. Уны иртәнге намаҙҙан һуң ҡабатлаған кеше Хоҙай рәхмәте менән бер нәмәгә лә мохтажлыҡ кисермәйәсәк.

                                                                               әл-Жәббәәр
   Ҡөҙрәтле, Үҙе халиҡ ҡылган (барлыҡҡа килтергән) һәр нәмәне, бар йән эйәләрен уҙ ихтыярына Бойһондороусы.
   Аллаһтың был исеме йәбер итеү тамырынан килә. Кәмселектәрен бөтөргән, мәжбүри юл менән хөкөмөн тормошҡа ашырған тип әйтеү була. Ул һәр нәмәне үҙ хөкөмөнән кисерер. Ғаләмдең тәртибе Ул ҡуйған ҡанундар буйынса барыр. Ер йөҙөнөң һәр нөктәһендә Уның әмере йөрөр. Ул был сифаты менән кешеләрҙең кәмселектәрен бөтөрөр, етешмәгәндәрен төҙәтер һәм мәнфәғәттәрен хәл итер.
   Аллаһы Тәғәләнең был гүзәл исемен иртә-кис 226-шар мәртәбә ҡабатлаған кеше яуызлыҡтарҙан, төрлө түбәнһетеүҙәрҙән азат булыр, инша Аллаһ. Ундайҙарға ирекһеҙләүҙәр, ауырлыҡтар, бәхетһеҙлектәр ҙә янамай.

                                                                             әл-Мүтәкәббир
   Олугтарҙың Олугы, Бөйөктәрҙең Бөйөгө, бөтөн мәхлүктәрҙең сифаттарынан өҫтөн.
   Аллаһ ололоҡ, бөйөклөк һәм юғарылыҡ эйәһе. Был исем Уға ғына хас. Йәғни Аллаһтан башҡа бер кемгә лә мөтәкәббир тиелмәҫ. Сөнки әҙәм балаһының ғорурланырлыҡ, тәкәббер булырлык бер нәмәһе лә юҡ. Малына-мөлкәтенә ышанһа, бер көн улар ҙа ҡулынан китер. Дәрәжәле урынына, мөлкәтенә, көсөнә, матурлығына, туғандарына һәм таныштарына ышанһа, таянһа — бер көн улар ҙа уны ҡалдырырҙар. Ғилеменә таянып тәкәбберләнһә, был белемдер дә ҡулдан китеүе мөмкин. Ауырып китеп, бөтөн ғилемең онотолорға мөмкин. Тимәк кешенең тәкәбберләнергә һис хаҡы юҡ. Был исем ысынында бер Аллаһҡа ғына бирелергә мөмкин.
   Әлеге исемде йыш телгә алғандар маҡтауға һәм хөрмәткә лайыҡ булырҙар. Ә берәй эш башлар алдынан уҡыһаң, ахыры уңышлы тамамланыр. Балаға уҙырға теләгән ир ҡатынына да «әл-Мүтәкәббир» тип ҡабатларға кәңәш итәләр. Ундайҙар донъяға изге бала килтерерҙәр.

                                                                                 әл-Хаадиҡ
   Бар ҡылыусы, бер нәмәнән дә күсермәйсә Ижад итеүсе һәм Үҙе яратҡан йән эйәләренең яҙмышын Билгеләүсе.
Ғаләмдәге бөтөн нәмәне юҡтан бар иткән тимәктер. Бөгөн инде фәнни яҡтан да ғаләмдең һуң яратылыуы раҫланды. Ғаләмдең яратылыуында мәхлуҡаттың бер ҙә ҡатнашы юҡ. Уны бары тик Аллаһы Тәғәлә бер Үҙе генә яратҡан. Аллаһтың ғәләмде нисә көндә яратыуы тураһында Ҡөръәндә ҡайһы бер мәғлүмәттәр килтерелһә лә, кешенең бөгөнгә ҡәҙәр ирешкән белем дәрәжәһе быны аңлай алырлыҡ түгел әле. Аллаһы Тәғәлә был сифатын кешеләргә бик аҙ бүләк иткән. Ғилем эйәләре, шунан файҙаланып, ҡайһы бер фәнни асыштар, ижади уңыштар яһайҙар.
   7 көн буйына йөҙәр мәртәбә әлеге гүзәл исемде ҡабатлағандарҙы Аллаһы Тәғәлә бәлә-ҡазаларҙан һаҡлай. Төнгө сәғәттәрҙә «әл-Хаалиҡ» тип әйтеүҙе ғәҙәткә кереткән кешегә Аллаһы Үҙенең һаҡсы фәрештәһен ебәрә.

                                                                                  әл-Бәәри
   Һәр нәмәне Үҙ ҡөҙрәте менән Булдырыусы, бының өсөн Ут бер ниндәй ҙә көс ҡуйырт кәрәкмәй. Ул: «Бул!» -тигән нәмә тормошҡа аша.
   Алдағы исем кеүек быныһы ла Яралтыусы тимәктер, ләкин мәғәнәләре тап килә тип әйтеп булмай. «Хаалиҡ» исеме бөтөн бер яралтыуҙы аңлата. Был исем иһә яралтылғандар араһында бер тәртип, эҙлеклелек булыуын күрһәтә. Был исем ғаләмде ошо тәртип һәм гүзәллек эсендә яралтыусының Аллаһ булыуын раҫлай.
   Йөккә уҙа алмаған ҡатын-ҡыҙ, 7 көн ураҙа тотоп, һәр көн ифтарҙан һуң «әл-Хаалиҡ, әл-Бәәри, әл-Мусаууир» тип 21 мәртәбә ҡабатлап, һыулы һауытҡа өрһә һәм шуның менән ифтарҙы башлаһа, Аллаһ уға бала бүләк итер.

                                                                                әл-Мүсаууир
   Яралтыусы, һәр бер йән эйәһен ҡабатланмаҫ йөҙ-ҡиәфәт менән Бар итеүсе.
   Бынан алдағы ике исем кеүек был да Яратыусы тимәктер. Әммә былар синоним түгел. «Мүсаууир» яралткан һәр барлыҡҡа айырым бер үҙенсәлек, бер һүрәт биргән Яралтыусы тимәктер. Ер йөҙөндә миллиардлаған кеше бар, тик һәр береһенең бармаҡ эҙҙәре, тауыштары бер-береһенән айырылып тора. Быларҙың барыһын да Яралтыусы — Бөйөк Аллаһтыр. Әл-Мүсаууир исеме шуны аңлата.

                                                                                  әл-Ғәффәәр
   Кисереүсе, берҙән-бер Ярлыҡаусы. Ул, ҡылған гәмәлдәре өсөн тәүбәгә килеп, Үҙенә мөрәжәгәт итеүселәрҙең, тәүбәләрен ҡабул ҡылырга вәғәҙә бирҙе.
   Был һүҙҙең тамырында йәшереүсе мәғәнәһе бар. Йәғни Аллаһ бик йәшергән тимәктер. Аллаһ кешеләр тарафынан күрелеп беленергә тейешле булмаған нәмәләрҙе йәшерер. Әлбиттә, был беренсе сиратта гонаһтарға ҡарай. Әгәр был донъяла эшләнелгән һәр гонаһ Әхирәттә фаш ителһә, беҙҙең ундағы хәлебеҙҙе аңлатырлыҡ һүҙҙәр табылмаҫ ине. Бөйөк Аллаһ был исеме менән ҡолдарының гонаһтарын йәшерер, йәғни ғәфү итер.
   Кем дә кем әлеге исемде йома намаҙынан һуң 100 мәртәбә ҡабатлай, шул Аллаһтың ярлыҡауына өмөт итә ала. Тәүбәгә килгәндә лә әлеге исемде күп мәртәбәләр ҡабатларға кәрәк. Ғаср (икенде) намаҙынан һуң көн һайын «Йә Ғаффәру ғфирли» тип ҡабатлаған кеше иһә Аллаһ тарафынан ғәфү ителгәндәрҙән һанала.

                                                                           әл-Ҡаабид, әл-Бәәсит
   Аллаһы Тәғәләнең был ике исеме бергә иҫкә алынғанда уларҙың мәғәнәләре бер аҙ еңелерәк аңлашылыр. Сөнки һәр ике исем дә бер-береһенә ҡапма-ҡаршы булған мәғәнәләрҙе аңлата.
   Әл-Ҡаабид — тарайтҡан, ҡыҫҡан тимәктер. Аллаһ теләгән ваҡытында ҡолона биргән ниғмәттәрен кире алыр, балаларын, сәләмәтлеген алыр. Шул рәүешле, кешегә биргән ниғмәттәрен (байлыҡ, бәхет, тәүфиҡ, балалар һәм башҡа) тарайтыр, ҡыҫыр.
   Әл-Бәәсит исеме иһә асыусы һәм киңәйтеүсе мәгәнәһендә ҡулланыла. Аллаһы Тәғәлә теләгән ҡолона күп итеп ниғмәт-ризыҡтар бүләк итер, күңел тыныслыгы бирер, иҫәнлек һәм сәләмәтлек бүләк итер. Был әлеге исемдең сагылышы. Әлбиттә, быларҙың барыһының да бер сәбәбе, бер хикмәте бар.

                                                                          әл-Хаафид, әр-Раафиғ
   Бөйөк Аллаһтың бер-береһенә ҡапма-ҡаршы мәғәнәлә булған ике исеме бар.
   Әл-Хаафид юғарынан аҫҡа төшөргән, түбәнәйткән тимәктер. Бөйөк Аллаһ ҡайһы бер ҡолдарын үҙҙәренең юғары урын һәм дәрәжәләренән төшөрөр. Дан һәм шәрәф, ихтирам эйәһен оят һәм рисуай итер. Әҙәм балаһына шундай бер бәлә килер, уның иң ҡыҫҡа ваҡыт эсендә урынын ташлап ҡасыуҙан башҡа сараһы ҡалмаҫ. Был хәл Аллаһты танымаған тәкәббер һәм маҡтансыҡтарға хас булыр.
   Әр-Раафиғ исеме иһә, күтәреүсе, ололаусы тимәктер. Аллаһ теләгән ҡолдарына ҡайсаҡ көтмәгәндә хөрмәт ишектәрен асыр. Күңелен иман нуры менән яҡтыртыр. Бындай инсандар һәр ваҡыт Аллаһтың ризалыгын яулар өсөн, хаҡ үә хәҡиҡәт өсөн тырышырҙар.

                                                                            әл-Мүғизз, әл-Мүҙилл
   Юғарылағы кеүек былар ҙа ҡапма-ҡаршы мәғәнәләге исемдәр. Беренсеһе ғиззәт, шәрәф, хөрмәт биреүсе һәм ғәзиз, ҡәҙерле ҡылыусы тимәктер.
   Аллаһы Тәғәлә, теләгән ҡолона төрлө-төрлө ниғмәттәр биреп, уны ғәзиз итер. Аллаһтың ғәзиз иткән кешеһе иһә, йәмғиәттә һәр яғы менән үрнәк булыр. Ул эйә булған урын, вазифа, уның тырышлығы нәтижәһендә кешеләр менән булған мөнәсәбәттәрендә үҙгәреүсән булмаҫ.
   Икенсе исем иһә ауыр хәлгә төшөрөр, хур һәм хәсрәтле итер. Аллаһ һис бер сәбәпбеҙ ҡолон ҡайғы-хәсрәткә төшөрмәҫ. Уның, һис шикһеҙ, бер сәбәбе, бер хикмәте бар.

                                                                                   әс-Сәмииғ
   Һәр нәмәне ишетеүсе һәм тыйыусы.
   Кешеләр ҙә ишетәләр. Ләкин инсандарҙың ишетеүе сикле, Аллаһтың ишетеүе иһә сикһеҙ. Ул инсандар кеүек, ишетеү ағзалары аша түгел, ағзаһыҙ, сараһыҙ ишетә. Ишетмәй ҡалған бер нәмәһе лә булмаҫ. Хатта ул ишетеп кенә ҡалмаҫ, бәлки ишетеүҙән дә уҙып, кешеләрҙең нимә уйлауҙарын да белер.
   Аллаһтың был исеменән өлөштәрен алған кешеләр ҡолаҡтарын үә күңелдәрен һәр ваҡыт хәйерле һәм гүзәл нәмәләрҙе ишетеү өсөн асырҙар.

                                                                                    әл-Ҡаһһәәр
   Хаким, Ул яратҡан йән эйәләренең барыһы ла Уға ғына бойһона.
   Ҡәһер тамырынан барлыҡҡа килгән был һүҙ «ҡәһәр һуҡһын, ҡәһәр төшкөрө» кеүек ғибәрәләр рәүешендә телебеҙгә кереп ҡалған. Юҡ итеүсе, һәләк итеүсе тимәктер.
   Аллаһ теләгән ваҡытта ғаләмдәге бөтөн яратҡандарын шул уҡ ваҡытта юҡ итә ала. Теләһә, тәүбә итмәгән гонаһтарҙы ла юҡ итә ала. Тарихтың төрлө дәүерҙәрендә йәшәгән төрлө-төрлө милләттәр тураһында ла хәбәрҙарбыҙ. Әгәр Аллаһ, был исемдәрҙәге мәғәнәне йыш ҡулланһа, ер йөҙөндә бик аҙ кеше ҡалыр ине. Ләкин Ул Рахим исеме менән мәрхәмәт итәлер.
   Фани донъяны, ундағы ләззәттәрҙе өҫтөн күргән кешегә әлеге исемде күп мәртәбәләр ҡабатларға кәңәш ителә. Иншә Аллаһ, шул ваҡытта йөрәгенә иман нуры инер, гонаһ ҡылыуҙан һаҡланыр.

                                                                                 әл-Үәһһәәб
   Бүләк итеүсе, Игелектәргә бай.
   Ҡолдарына ҡаршылыҡһыҙ булараҡ һанап бөтөрмәҫлек дауамһыҙ күп ниғмәттәр биреүсе тимәктер. «Биреү» ғәмәле беҙҙә, йәғни кешеләрҙә лә бар.
   Әммә беҙ биргәндәребеҙҙән һәр ваҡыт ниндәй ҙә булһа файҙа көтәбеҙ, йәғни беҙгә бирергә тейештәр тип уйлайбыҙ. Аллаһ беҙҙән бер нәмә лә көтмәҫ. Уның ҡолдарына мохтажлығы юҡ. Ул уларҙан бер нәмә лә көтмәй. Уның бөтөн теләгәне — ҡолдарының ихтирам йөҙөнән дөрөҫ итеп ғибәҙәт ҡылыуҙары һәм бәхетле булыуҙарылыр.
   Матди яҡтан ҡыйынлыҡтар кисергән кешегә әлеге гүзәл исемде көн һайын йәки духә намаҙын уҡыған ваҡытта һуңғы сәждәгә киткәндә 40 мәртәбә ҡабатларға кәрәк. Шулай итһә, иншә Аллаһ, фәҡирлектән ҡотолор, мал-мөлкәте артыр.
Ҡылған доғалар Аллаһҡа барып ирешһен өсөн, был исемде доғанан һуң 7 мәртәбә йәки мәсет, йорт ишеге алдында, өс тапҡыр сәждәгә китеп, һуңынан ҡулдарҙы доға ҡылғандағы кеүек итеп күтәреп, 100 мәртәбә ҡабатларға кәңәш ителә.
   Ә үҙен тәьмин итә алмаусы йәки әсирлектәге кеше 3, 7 төн дауамында төнгө өҫтәмә намаҙҙың ике рәкәғәтенән һуң «әл-Үәһһәб» тип 100 мәртәбә ҡабатлаһа, Аллаһы Тәғәлә уны кисереп, ауыр хәленән ҡотҡарыр.
   Иғтибар: духә намаҙы күп кенә хәҙистәрҙә телгә алына. Унда рәкәғәттәр һаны икенән ун икегә тиклем. Иң яҡшыһы айырым-айырым икешәр рәкәгәт үтәү. Беренсе рәкәғәттә «Фәтиха» сүрәһенән һуң «Кәфирун»ды (109-нсы сүрә) йәки «Шәмс»те (91-нсе сүрә), ә икенсе рәкәгәттә «Ихлас»ты (112-нсе сүрә) йәки «Духә»не (93-нсе сүрә) уҡырга кәрәк. Духә намаҙы ҡояш тамам сығып, көндөң төшкә тиклемге (4 өлөшө уҙғас башлана) һәм төшкә ҡәҙәр дауам итә.
  Хәҙистәрҙән өҙөктәр: Аллаһ духә намаҙын даими уҡығандарҙың гонаһтарын ярлыҡар. Был намаҙҙы ике рәкәғәт итеп уҡығандар иһә ялҡаулыҡта ғәйепләнмәҫтәр, дүрт рәкәғәт итеп башҡарғандар Аллаһҡа инаныусыларҙан һаналырҙар, алты рәкәғәт күңелдәргә тыныслыҡ индерер, һигеҙ рәкәғәт тәҡүәлек бирер, ун ике рәкәғәт йәннәттә алтын һарайлы итер. (Быларҙы Ибн Мәждәһ риүәйәт итте.)
   Ғәйшә (Аллаһ унан риза булһын) әлеге намаҙҙың мөһимлегенә баҫым яһап: «Мәрхүм-мәрхүмә булған ата-әсәйем ҡәберҙән терелеп ҡайтһалар ҙа, духә намаҙын ташлап, уларҙы ҡаршы алырға сыҡмам», — тигән. Күреүегеҙсә, был һүҙҙәр әлеге намаҙҙың ни дәрәжәлә сауаплы булыуына тағын, бер дәлил булып тора.

                                                                                 Әр-Разәәҡ
   Игелек, Мәрхәмәт Ҡылыусы, Үҙе яралтҡан йән эйәләренә шуларҙан өлөш Сығарыусы.
   Яралтҡан барлыҡтарға ихтыяжы булған ризыҡтарҙы күп итеп биреүсе тимәктер. Аллаһ үҙе яралтҡандарға ҡайҙа йәшәһәләр ҙә ризыҡтарын бирер. Әммә инсан, Раббым минең ризығымды бирә тип көрмәҫкә, эшләргә тейеш.
  Кем дә кем иртәнге намаҙҙан һуң был гүзәл исемде уҡып, йорттоң дүрт мөйөшөнә йөҙәр мәртәбә өрә, Аллаһы Тәғәлә шуға игелек һәм мәрхәмәт күрһәтер, именлек бүләк итер. Ә «әр-Раззәҡ»ты даими ҡабатлаусылар мул, етеш тормошта йәшәрҙәр, иншә Аллаһ.

                                                                                әл-Фәттәәх
   Еңеүсе, йәшерен серҙәрҙе Белеүсе, ауырлыҡтарҙы еңеләйтеүсе, уларҙан Аралаусы. Ул тәҡүәлеләрҙең күңелдәренә иман нуры һала, Үҙенә килеү юлын ҡыҫҡарта.
   "Асыу" тамырынан яһалған был исемдең мәғәнәһе ҡолдарына бөтөн еңеллек ишектәрен асыусы, еңеләйтеүсе һәм ниғмәттәрен ҡолдарының алдына йәйеүсе тимәктер.
   Быны Аллаһ ҡолдарына рәхмәт, ғилем һәм мәғрифәт ишектәрен асыр, тип аңлатҡан ғалимдар ҙа бар.
Аллаһы Тәғәлә иртәнге намаҙҙан һуң, ҡулдарын күкрәгенә ҡуйып, әлеге гүзәл исемде 70 мәртәбә ҡабатлаған кешенең йөрәген иман нуры менән тултырыр. Уны даими ҡабатлаусы һәр ваҡыт һәр эштә еңеүсе булыр.

                                                                               әл-Ғәлиим
   Бар нәмәнән Хәбәрҙар, Уға йәшерен ғәмәлдәр, уй-фекерҙәр, хыялдар билгеле. Ул өҫтәмә мәғлүмәткә мохтаж түгел, сөнки бар ғилем Уның Үҙенән, Ул — булған һәм буласаҡ ваҡигалар тураһында ла Белеп тороусы. Йән эйәләре өсөн ғәйре (бөтөнләй икенсе, билдәһеҙ) тәбиғи булмаған нәмәләр ҙә Уның өсөн яңылыҡ түгел.
   Һәр нәмәне белгән, белеүсе тимәктер. Уның белүенең сиге юҡ. Донъяның башынан аҙағына ҡәҙәр мәңгелек булған һәм буласаҡ һәр нәмәне белер. Уның белеме кешеләрҙең белеме кеүек түгел, Ул асыҡ һәм йәшерен һәр нәмәне белер. Уның, ғилеме ғаләмдәге һәр нәмәне эсенә алған.
   Кеше лә белем эйәһе. Ләкин кеше белеменең сикле булыуы билгеле нәмә. Кеше белемен арттырыу өсөн тырышырға тейеш. Ғилемен арттырған һайын, Аллаһы Тәғәләне тағы ла яҡшыраҡ таныр һәм белер.
   Әлеге гүзәл исемде даими ҡабатлағандарға Аллаһы Тәғәлә ғилем ишектәрен асыр, зирәклек менән бүләкләр һәм йөрәктәрен иман нуры менән тултырыр, иншә Аллаһ. Уны бигерәк тә кискеһен уҡырға кәңәш ителә.

                                                                                 әл-Бәсыыр
   Барын да Күреүсе, асыҡ һәм йәшерен булган нәмәләрҙе күреүсе.
   Кешеләрҙең һәм бөтөн мәхлуҡаттың хәл һәм хәрәкәттәрен ниндәй ҙә булһа сара ҡулланмайса күреүсе һәм күҙәтеүсе тимәктер. Уның күреүе өсөн яҡтылыҡ һәм ҡараңғылыҡ мөһим түгел. Ул һәр халәттә һәм шартта күрә алыр.
   Ҡол, Аллаһтың уның бөтөн хәрәкәт һәм ҡыланыштарын белеүе тураһында иҫтә тотоп, үҙен бер төрлө тәртиптә тоторға тейеш.
   Аллаһы Тәғәләнең был гүзәл исемен йома намаҙынан һуң 100 мәртәбә ҡабатлаған кешенең күңеленә иман нуры инер, күҙ күреүе яҡшырыр. Йома намаҙына ҡәҙәр ҡабатлаһа, башҡалар араһында дәрәжәһе үҫер.

                                                                                   әл-Хәкәм
   Иң олуг Хөкөмдар, Зирәк аҡыл Эйәһе, Уның хөкөмө ғәҙел, ә ҡарарҙарының көсө бар.
   Хаҡты еренә еткереүсе, хөкөм итеүсе тимәктер. Бөйөк Аллаһ, һис шикһеҙ, хөкөм итеүселер. Ул донъяла көсөн ҡулланып, кешеләрҙе хөкөм иткәндәргә лә хөкөм сығарыр. Уның теләге һәр ерҙә һәм һәр ваҡытта үтәлер.
   Аллаһы Тәғәлә әлеге гүзәл исемде, тәһәрәтләнеп, төндөң һуңғы өлөшөндә 99 мәртәбә ҡабатлаған кешенең йөрәген иман нуры менән тултырыр, иң йәшерен серҙәрен асыр. «Әл-Хәкәм»де бигерәк тә кесаҙнанан йомаға ҡаршы төндә уҡырға кәңәш ителә.

                                                                                  әл-Ғәдел
   Ғәҙел, бер кемгә ҡарата ла ғәҙелһеҙлек ҡылмай һәм быны эшләүҙе башҡаларға ла тыя.
   Ғәҙеллек эйәһе тимәктер. Аллаһ залим түгел, ғәҙел үә ғәҙел хөкөм итер. Кешеләр ҙә ғәҙеллек менән хөкөм итерҙәр, ләкин төрлө сәбәптәр арҡаһында һәр ваҡыт ғәҙеллекте тәьмин итмәҫтәр. Аллаһ иһә һәр ваҡыт ғәҙел, тоғролор.
Ҡол, Аллаһтың был исеменән өлөшөн алып, бөтөн эштәрендә һәм кешеләр менән булған мөнәсәбәттәрендә ғәҙел булырға тырышырға тейеш.
   Был гүзәл исемде егерме телем икмәккә (бармаҡ йәки шафран менән) яҙып, кесаҙна көнөн йомаға ҡаршы төндә йәки йома көндө ашаған кешегә Аллаһы Тәғәлә яратҡан бар йән эйәләре ярҙам итәсәк. Ә уны 20 мәртәбә уҡығандарҙың ышаныслы, ихлас күңелле, эскерһеҙ дуҫтары артыр.

                                                                                  әл-Ләтыыф
   Үҙ ҡолдарына ҡарата Мәрхәмәтле, Ул — уларҙың тормошон еңеләйтеүсе, матди һәм рухи яҡтан тәьмин Итеүсе, Ярлыҡаусы.
   Эштәрҙең бөтөн нескәлектәрен белеүсе, ҡолдарына бик күп сәбәп менән төрлө файҙалар биреүсе, уларға ҡарата яҡшы мөғәмәлә ҡылыусы тимәктер.
   Әлеге гүзәл исемде көн һайын 133 мәртәбә ҡабатлағандарҙы Аллаһы Тәғәлә Үҙенең ризалығы менән бүләкләр, ундайҙарҙың хыялдары ла, киләсәккә билгеләгән маҡсат-ынтылыштары ла тормошҡа ашыр. Фәҡирлектән, сир-сырхауҙарҙан арыныу, яңғыҙлыҡтан ҡотолоу өсөн, Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд, саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм, сөннәте буйынса тәһәрәт алып, ике рәкәғәт намаҙ уҡырға һәм әлеге исемде 100 мәртәбә ҡабатларға кәрәк.

                                                                                   әл-Хабиир
   Бар нәмәнән Хәбәрҙар, асыҡ һәм йәшеренде, үткәнде һәм киләсәкте Белеүсе.
   Ғаләмдә булған һәм буласаҡ һәр нәмәнән хәбәрҙарҙыр. Уның, хәбәре булмаған бер өлкә лә юҡ. Аллаһ күңелебеҙҙән үткән яҡшы һәм насар уйҙарҙы ла белә. Ләкин, быға ҡарамаҫтан, беҙҙе яуаплы итмәҫ.
   Әлеге гүзәл исемде дүрт көн дауамында күп мәртәбәләр ҡабатлаған кешегә Аллаһы Тәғәлә Үҙенең серҙәрен асыр. Бынан тыш уны даими ҡабатлау ҡомһоҙ теләктәрҙән, насар ғәҙәттәрҙән ҡотолорға ярҙам итер.

                                                                                  әл-Хәлиим
   Гонаһтарҙы Ярлыҡаусы, ғазаптарҙан Аралаусы.
   Аллаһ хилем (йомшаҡлыҡ) эйәһелер. Ул был исеме менән ҡолдарын гонаһтары өсөн шунда уҡ язаламаҫ. Ҡайһы бер гонаһтарҙы ғәфү итер, ҡайһыларының язаһын Әхирәткә ҡалдырыр. Ғилем эйәһе булыуҙа бер кем дә уның кеүек түгелдер.
   Кем дә кем был гүзәл исемде ҡағыҙға яҙып, һыуҙа сылаткандан һуң, шул һыуҙы нимәгә лә булһа һибә икән, әлеге әйбер төрлө бәлә-ҡазаларҙан иҫән ҡаласаҡ. Ә инде баҡсаңдан йәки ҡырҙан бәрәкәтле мул уңыш йыйып алғың килһә, «әл-Хәлиим» тип яҙылған ҡағыҙҙы сәсеү ваҡытында ергә күмеп ҡалдырырға кәрәк.

                                                                                  әл-Ғәҙыым
   Бөйөктәрҙең Бөйөгө.
   Аллаһ һәр нәмәнән бөйөктөр. Хаҡиҡый бөйөклөк Уға ғына хастыр. Аллаһ Үҙенең бөйөклөгөн ҡолдары белеүен теләр. Беҙ Уның бөйөклөгөн ғаләмдәге төҙөклөккә ҡарап аңлай алабыҙ.
   Әлеге гүзәл исемде йыш ҡабатлағандар башҡаларҙың ҡәҙер-хөрмәтенә лайыҡ булырҙар.

                                                                                   әл-Ғафүүр
   Ярлыҡаусы, ҡолдарының гонаһтарын кисереүсе.
   Аллаһ мәғфирәт эйәһелер. Кешенең гонаһы, ни ҡәҙәр күп булһа ла, Аллаһ уларҙы өҫкә сығармаҫ, йәшерер, ғәфү итер. «Ғаффәәр» исеме лә шул уҡ тамырҙандыр.
   Әлеге гүзәл исемде даими ҡабатлаған кеше баш ауыртыуға зарланмаҫ, һалҡын тейеп интекмәҫ, булған ҡайғы-хәсрәттәре, борсоуҙары китер, иншә Аллаһ. Бынан тыш Аллаһы Тәғәлә уның байлығын арттырыр, бала бағыу бәхете бүләк итеп һөйөндөрөр. Ә «Йә Рабби ғфирли» тип ысын күңелдән әйтеүсенең гонаһтары кисерелер.

                                                                                 әш-Шәкүүр
   Рәхимле, Бүләкләүсе.
   Шөкөр итеү, шөкрәнә ҡылыу, яҡшылыҡҡа яҡшылыҡ менән яуап биреү тимәктер. Аллаһтың биргән ниғмәттәре өсөн ҡолдарының Уға шөкөр итеүҙәре бер вазифалыр. Аллаһ Үҙенә шөкөр иткәндәргә тағы ла күберәк ниғмәттәр бүләк итер. Уның хазинаһы бөтмәҫ-төкәнмәҫ. «Шөкөр итһәгеҙ, артығы менән бирермен» тигән аят («Ибраһим» сүрәһе, 7) был турала һөйләй.
   Әлеге гүзәл исемде көн һайын 41 мәртәбә ҡабатлаған кеше аҡса, сәләмәтлек менән бәйле ҡыйынлыҡтарҙан, мәшәҡәттәрҙән азат булыр, күңел тыныслығы табыр. Борсолғанда, хәсрәтләнгәндә, һыулы һауытҡа ҡарап, 41 мәртәбә «әш-Шәкүүр» тип ҡабатларға, һуңынан шул һыу менән йыуынырға кәңәш ителә. Аллаһ хәлегеҙҙе еңеләйтер, үҙегеҙҙе тиҙ арала ҡулға алырһығыҙ.

                                                                                әл-Ғәлий
   Олугтарҙың Олут, бөтөн нәмәнән Өҫтөн.
   Дәрәжә һәм мәртәбә яғынан Аллаһ иң юғарылыр,
   Ғаләмдең иң өҫтөнөлөр. Ләкин был өҫтөнлөк матди түгел, түбәнлектең ҡапма-ҡаршыһы булған бөйөклөк тә түгелдер. Ул кешегә уның муйынындағы ҡара ҡан тамырынан да яҡын. Бөйөклөк тә Уға хастыр.
   Аллаһы Тәғәлә әлеге гүзәл исемде даими ҡабатлаған йәки, уны яҙып үҙендә һаҡлағандарҙың байлығын арттырыр, доғаларын ҡабул ҡылыр, имандарын нығытыр, маҡсаттарына ирешеүҙә юлдарын еңеләйтер.

                                                                              әл-Кәбиир
   Бөйөктәрҙең Бөйөгө, Уға тиңдәр юҡ һәм бер кем дә Уны көсөнән мәхрүм итә алмай.
   Аллаһтың ғаләмдә ише, уртағы, оҡшашы табылмаған иң бөйөк Барлыҡ булыуын күрһәтеүсе исемдер, һәр нәмә Уның бөйөклөгөнә дәлилдер. Астрономия фәне буйынса үҙенең бер аҙ белеме булған кеше Уның бөйөклөгөн аңлар.
   Эшһеҙ ҡалған кеше, ете көн ураҙа тотоп, әлеге гүзәл исемде көн һайын мең мәртәбә ҡабатлаһа, уны элекке хеҙмәтенә алырҙар, иншә Аллаһ. Үҙенә ҡарата иғтибар, хөрмәт артыуын теләгәндәргә иһә «әл-Кәбиир»ҙе 100 мәртәбә ҡабатларға кәңәш ителә.

                                                                             әл-Хәфииҙ
   Үҙе яралтҡандарҙың һаҡсыһы, Уның рәхим- шәфҡәте сикһеҙ.
   Был исем бик һаҡлаусы, ҡотҡарыусы мәғәнәһендә. Аллаһ ғаләмдең төҙөклөгөн боҙмайса, билгеле бер ваҡытҡа ҡәҙәр төҙөк тотор. Кешеләр эшләгән һис бер нәмәне онотмаҫ, һәммәһен һаҡлар. Ҡолдарын төрлө насарлыҡтарҙан ҡотҡарыр.
   Инсан, Аллаһтың был исеменән өлөшөн алһа, эшләгән һәр эше Аллаһ тарафынан һаҡланыуын, имен ителеүен белер.
   Был гүзәл исемде даими ҡабатлаусыны Аллаһы Тәғәлә юғалтыуҙарҙан, зыяндан һаҡлар. Уны көн һайын 16 мәртәбә уҡыған кеше тыныс йәшәр, бәлә-ҡаза күрмәҫ.

                                                                             әл-Мүҡыыт
   Ярҙам итеүсе, йән эйәләрен һәр төрлө ниғмәттәр менән тәьмин итеүсе, уларҙың күләмен билгеләүсе.
   Был исемдең тамырында ризыҡ биреү мәғәнәһе бар. Йәғни Аллаһ яралтҡан һәр барлыҡтың аш-һыуын, ризығын бирер. Аллаһ яралтҡандарының береһен дә онотмаҫ, Уның өсөн онотоу һис мөмкин түгелдер.
   Аллаһы Тәғәләнең был гүзәл исемен 7 мәртәбә уҡып, һыуға өргән һәм һуңынан шул һыуҙы эскән кешенең теләктәре ҡабул була. Әлеге һыуҙы көйһөҙ балаға ла эсерергә мөмкин. Иншә Аллаһ, ул яҡшы яҡҡа үҙгәрер.

                                                                              әл-Хәсииб
   Һәр нәмәне Иҫәпкә алыусы. Ул бер нәмәгә лә мохтажлыҡ кисермәй, Ул яралтҡан йән эйәләре лә тормошта ирешкән уңыштары өсөн бары Уға ғына рәхмәтле булырға тейеш.
   Һәр кемдең был донъяла ғүмере буйынса ҡылған һәр эшенең хисабын иң яҡшы белеүсе тимәктер. Ул беленмәгән нәмәләрҙең нескәлектәренә ҡәҙәр белер. Хатта инсандың ғүмере буйына ни ҡәҙәр һауа һулауына тиклем белеп торор.
   Берәй нәмәнән йәки кемдән булһа ла ҡурҡҡанда, кесе йома көндән башлап ете көн дауамында һәр иртә-кис әлеге исемде 70 мәртәбә ҡабатларға кәрәк. Исемде ҡабатлағандан һуң, «Хәсбийәллааһүл-Хәсиб» тип әйтергә лә онотмағыҙ. Шулай иткәндә, ҡурҡыуҙарығыҙ таралыр, иншә Аллаһ.

                                                                              әл-Жәлиил
   Олуғ, Хаҡ олуғлыҡ Унда ғына.
   Аллаһ жәләл (бөйөклөк) эйәһелер. Олуғлыҡ һәм бөйөклөк Уға ғына хастыр. Уның заты бөйөк булған кеүек, сифаттары ла бөйөктөр. Кәбиир сифаты затының, асылының камиллығына, Жәлиил сифаты сифатының камиллығына, Ғәҙыйм сифаты иһә затының да, сифатының да камиллығына дәлил булыр.
   Аллаһы Тәғәләнең был гүзәл исемен, ҡағыҙға йәки туҡыма киҫәгенә яҙып, үҙендә һаҡлаған кеше ихтирам- хөрмәткә ирешер.

                                                                             әл-Кәриим
   Оло йомартлыҡ Эйәһе, Уның мәрхәмәте сикһеҙ.
   Кәрамлеге һәм йомартлығы бик күп тимәктер. Язалау, үс алыу ҡулында булған хәлдә Ул кәрамы менән ғәфү итер, ҡолдарының эшләгән гонаһтарына ҡарамаҫтан, уларға йомарт рәүештә ниғмәттәр насип итер.
   Үҙен хөрмәт итеүҙәрен теләгән кеше әлеге гүзәл исемде, урын-ергә ятҡас, йоҡоға киткәнсе ҡабатларға тейеш.

                                                                            әр-Раҡыыб
   Үҙе яралтҡан йән эйәләрен һәм уларҙың ҡылған ғәмәлдәрен Күҙәтеүсе, Унан бер нәмә лә йәшерен йәки сер булып ҡала алмай.
   Ғаләмдәге һәр нәмәне күҙәтеүсе, бөтөн барлыҡтарҙы күҙәтеү аҫтында тотоусы тимәктер. Аллаһтың ҡөҙрәте бөйөклөгөнә тура килә. Һис бер нәмә Уның күҙәтеүенән ситтә ҡала алмаҫ. Унан йәшерен, Ул күрмәгән бер эш тә ҡылынмаҫ.
   Аллаһы Тәғәлә был гүзәл исемде 7 мәртәбә ҡабатлап өргән кешенең ғаиләһен, мал-мөлкәтен һәр төрлө бәлә-ҡазаларҙан һаҡлар. Уны даими ҡабатлаһаң, үҙең дә бәлә-ҡазаларҙан йыраҡ торорһоң.

                                                                           әл-Мүжииб
   Изге теләктәрҙе ҡабул ҡылыусы, доға менән Уға һәм бары тик Уға гына мөрәжәғәт итергә кәрәк.
   Үҙенә доға ҡылып ялбарғандарҙың доғаларын ҡабул итеүсе тимәктер. Аллаһ ихлас күңелдән доға ҡылғандарҙың доғаларын ҡабул итер. Бының мәғәнәһе теләктәрҙе еренә еткереү. Ҡол Аллаһтан нимәне теләргә, нимәне теләмәҫкә икәнен белергә тейеш.
   Әлеге гүзәл исемде даими ҡабатлағандарҙың доғалары Аллаһы Тәғәлә тарафынан һәр ваҡыт ҡабул ҡылыныр.

                                                                            әл-Үәәсиғ
   Киңлек эйәһе, Уның мәрхәмәте сикһеҙ.
   Белеүе, ихсаны һәм мәрхәмәте бик киң тимәктер. Ғилеме киң, сикһеҙҙер. Ҡөҙрәте киң, икһеҙ-сикһеҙҙер. Уға хас булған сифаттарҙа ла сик күҙҙә тотолмаҫ.
   Әлеге гүзәл исемде күп мәртәбәләр ҡабатлаған кешенең рухы нығыр һәм ул матди яҡтан бәйһеҙ булыр. Аҡса мәсьәләһендә ҡыйынлыҡтар кисергәндәргә, аҙ хеҙмәт хаҡы алып эшләүселәргә лә «әл-Үәәсиғ»те даими ҡабатларға кәңәш ителә. Иншә Аллаһ, хәл ыңғай яҡҡа үҙгәрер.

                                                                           әл-Хәкиим
   Һәр ғәмәлен хикмәт менән башҡаррыусы.
   Аллаһ хикмәт эйәһелер, һәр бер нәмәне һәр ваҡыт урынлы эшләр. Эшләүендә кәмселек йәки хата булмаҫ.
   Уның әмер һәм тыйыуҙарында кешеләр өсөн хикмәттәр бар. Ул һәр ваҡыт кешеләрҙең мәнфәғәтенә тура килгән әмер һәм тыйыуҙарҙы бирер. Кешегә уларҙы өйрәнеү һәм тормошонда улар менән эш итеү йөкләнер.
   Был гүзәл исемде даими ҡабатлаған кешегә Аллаһы Тәғәлә ғилем һәм зирәклек бирер. Ундайҙарҙың теләктәре лә тормошҡа ашыр, эштәре һәр ваҡыт уң булыр.

                                                                          әл-Үәдүүд
   Үҙ ҡолдарын яратыусы һәм әүлиәләр («әүлийә» — күп һан. «Үәли» һүҙенән — тәҡүә, Аллаһҡа ысын күңелдән ышанған кеше) тарафынан Яратылыусы, йәғни әүлиәләр Уны яраталар.
   Аллаһ яҡшы ҡолдарын һөйөр, уларға рәхмәт һәм бәрәкәтен ирештерер. Ул ризаһы һәм һөйөүенә ирешергә тейешле булған берҙән-бер Барлыҡ.
   Ғаиләлә ир менән ҡатын араһында аңлашылмаусылыҡтар булһа, ыҙғыш-талаштар йыш ҡабатланһа, әлеге гүзәл исемде 1000 мәртәбә уҡып, ризыҡҡа өрөргә һәм унан бергәләп ауыҙ итергә кәрәк. Иншә Аллаһ, ике арала мөхәббәт хистәре яңырыр, ир менән ҡатындың бер-береһенә хөрмәте, ихтирамы артыр.
   Асыуланышҡан кешеләрҙе татыулаштырыу, дошманлыҡҡа сик ҡуйыу өсөн дә, табын йәйеп, ризыҡ өҫтөндә әлеге исемде 1001 мәртәбә ҡабатларға кәңәш ителә.

                                                                       әл-Мәжиид
   Маҡтаулы, Шөһрәтле.
   Даны бөйөк һәм юғары тимәктер. Уға көс етмәҫ. Ул еңелмәҫ. Ҡылынған яҡшылыҡтарға яҡшылыҡ менән яуап бирер.
   Сир-сырхауҙан интегеүсе кешегә ай календарының 13, 14 һәм 15 көндәрендә ураҙа тотоп, ифтарҙан (ауыҙ асыу) һуң әлеге гүзәл исемде күп тапҡыр ҡабатлап, һыуға өрөргә һәм шул шифалы һыуҙы эсергә кәңәш ителә. Иншә Аллаһ, нәтижәһе уңай булмай ҡалмаҫ. «Әл- Мәжиид»те даими ҡабатлағандарҙы ла Аллаһы Тәғәлә хөрмәт-ихтирам менән бүләкләр.

                                                                      әл-Бәәғиҫ
   Ҡиәмәт көнөндә Үҙе яралтҡан йән эйәләрен Тергеҙеүсе.
   Терелтеүсе тимәктер. Бер көн барыбыҙға ла донъяуи тормошобоҙҙың ахыры киләсәк һәм ғаләмдәге был төҙөклөк боҙоласаҡ, бер йәне лә ҡалмаясаҡ. Үлгәндән һуң, Аллаһы Тәғәлә кешеләрҙе ҡабат терелтәсәк һәм хисап аласаҡ. Әл-Бәәғиҫ исеме шуны аңлата.
   Һәр көн йоҡоға китер алдынан, ҡулдарын күкрәгенә ҡуйып, әлеге гүзәл исемде 100 йәки 101 мәртәбә ҡабатлаған кешенең йөрәген Аллаһы Тәғәлә иман нуры менән яҡтыртыр, зирәклек бирер. Ә уны йыш ҡабатлағандарҙың тәҡүәлеге артыр.

                                                                    әш-Шәһиид
   Шаһит, бер нәмә лә Уның иғтибарынан ситтә ҡалмай, Ул Үҙ ҡолдары тураһында барыһын да белеп тора.
Аллаһ һәр ваҡыт һәм һәр ерҙә әҙер булған Барлыҡ тимәктер. Шаһит — бер ваҡиғаға ғына таныҡлыҡ, геуаһлыҡ (шәһәҙәт) биреүселер. Бөйөк Аллаһ бөтөн ваҡиғаға шаһиттыр. Ул күрмәгән, белмәгән, шаһит булмаған бер ниндәй ваҡиға ла, бер нәмә лә юҡтыр.
   Ҡатынының (балаһының) холҡон яҡшы яҡҡа үҙгәртергә теләгән кешегә, ҡулын уның маңлайына ҡуйып, әлеге гүзәл исемде 21 мәртәбә ҡабатларға һәм өрөргә кәңәш ителә.

                                                                           әл-Хәҡҡ
   Хаҡиҡый.
   Барлығы бер ҙә үҙгәрмәй торған һәм торасаҡ барлыҡ хәҡиҡәт тимәктер. Үҙгәреш барлыҡ мәхлукатҡа хастыр. Аллаһ өсөн иһә үҙгәреш юҡтыр. Ул хаҡтыр.
   Туғаны, яҡын кешеһе хәбәрһеҙ юғалғандарға, мал- мөлкәтен урлатҡандарға әлеге гүзәл исемде ҡағыҙ битенең дүрт мөйөшөнә яҙырға һәм иртәнге намаҙ алдынан, уны ус төбөнә ҡуйып, доға ҡылырға кәрәк. Иншә Аллаһ, юғалған кеше тиҙҙән ҡайтыр, мал табылыр.

                                                                        әл-Үәкиил
   Үҙенә һыйындырыусы, йән эйәләре бары тик Уға ғына таянырға, тәүәккәл итергә тейеш.
   Аллаһы Тәғәләне үәкил итеп, эштәрен төҙәтеүсе, дөрөҫ юлға ҡуйыусы тимәктер. Иң яҡшы үәкил Аллаһтыр. Ләкин Уны эштәребеҙҙә нисек үәкил итеүебеҙҙе белеү кәрәк.
   Аллаһы Тәғәләнең был гүзәл исемен даими ҡабатлаған кешене бәлә-ҡазалар ситләп уҙыр. Һыуға батыуҙан, янғында йәки башҡа фажиғәле хәлдәрҙә һәләк булыуҙан ҡурҡҡандарға шулай уҡ был исемде ҡабатлау яҡшы.

                                                                       әл-Ҡаүийй
   Көслөләрҙең Көслөһө, еңеүсе.
   Аллаһы Тәғәлә ҡөҙрәт Эйәһелер. Йәғни Уның көсө етмәҫ бер эш тә юҡтыр. Бер ниндәй эште ҡылыу ҙа Уның өсөн ауыр түгел. Теләгәнен эшләүҙә, яратыуҙа, юҡ итеүҙә бер көс тә сарыф итмәҫ — «Бул» тип әйтеү ҙә етер һәм ул булыр.
   Эҙәрлекләүҙәргә, кәмһетеү-түбәнһетеүҙәргә дусар ителгән кешегә әлеге гүзәл исемде даими ҡабатларға кәңәш ителә. Иншә Аллаһ, тиҙҙән хәле яҡшы яҡҡа үҙгәрер. Ләкин быны уны аҡлаусы шарттар булғанда ғына эшләргә кәрәк.

                                                                      әл-Мәтиин
   Ҡөҙрәтле, Ул башҡаларҙың ярҙамына мохтаж түгел.
   Аллаһтың ҡеүәт һәм ҡөҙрәте камилдыр. Уны зәғиф, көсһөҙ хәлгә килтерәсәк бер ниндәй көс юҡ. Ул бер эште ҡылғанда, бер кемгә лә мохтаж түгел.
   Һөтө булмаған ҡатын-ҡыҙ Аллаһы Тәғәләнең әлеге гүзәл исеме яҙылған ҡағыҙҙы һыуҙа тотоп, һуңынан шул һыуҙы эсһә, сырхауына файҙа-шифа табыр. Даими рәүештә «Әл-Мәтиин» тип ҡабатлағандарҙың иһә эштә, ғаиләлә булған борсоу-мәшәҡәттәре юҡҡа сығыр, иншә Аллаһ.

                                                                         әл-Үәлий
   Үҙенә ысын күңелдән ышанғандарга Мәрхәмәт итеүсе, ә уларҙы хөрмәт итеүселәргә ярҙам ҡулы һуҙыусы.
   Аллаһ һөйгән ҡолдарының дуҫылыр. Аллаһтың дуҫтарына ҡурҡыу һәм ҡайғы булмауын белдергән аяттар бар. Ул дуҫтарына һәр ваҡыт беҙ уйға ла килтерә алмаған рәүештә ярҙам итер. Уға дуҫ булыуҙан был донъяла һәм әхирәттә өҫтөнөрәк бер дәрәжә лә юҡтыр.
   Аллаһы Тәғәләнең был гүзәл исемен даими ҡабатлаған кеше рухи үҫеш кисерер. Ҡатыны холоҡһоҙ булған ир-атҡа ла был исемде ҡатыны йәнәшәһендә ҡабатларға кәңәш ителә. Ярҙамы теймәй ҡалмаҫ, иншә Аллаһ.

                                                                        әл-Хәмиид
   Маҡтауҙарға лайыҡ, Данлыҡлы.
   Хәмед ителәсәк, маҡталынасаҡ берҙән-бер барлыҡ Аллаһ ҡына булыуын аңлата. Хәмед — маҡтау Уға ғына лайыҡтыр, һәр барлыҡ беҙ аңлата белмәгән рәүештә тел менән Уны ла тәсбих итер, маҡтар. Мөъминдәр намаҙҙың һәр рәкәғәтендә «Фәтиха» сүрәһен уҡып Уны маҡтарҙар. Телдәре менән маҡтағандары кеүек, хәл һәм хәрәкәттәре менән дә маҡтап камиллыҡҡа ирешерҙәр.
   Насар ғәҙәттәрҙән арыныу өсөн әлеге гүзәл исемде 45 көн дауамында һәр көн 93 мәртәбә ҡабатлау зарур. Бынан тыш «Әл-Хәмиид»-те даими уҡыған кешене яратырҙар, хөрмәт итерҙәр.

                                                                                әл-Мүхсы
   Хисап ҡылыусы, һәр нәмәнән Хәбәрҙар. Һәр нәмәнең һанын белеүсе мәғәнәһендәлер. Аллаһ белмәгән нәмә юҡ. Ул диңгеҙҙәрҙәге һыуҙарҙың нисә тамсы булыуын да белер. Уның өсөн ни ҡәҙәр күп нәмә булһа ла, белмәү тигән нәмә юҡтыр.
   Әлеге гүзәл исемде һәр көн 20 мәртәбә ҡабатлап, 20 телем икмәккә өргән кешегә ярҙам ҡулы һуҙырҙар.

                                                                                әл-Мүбди
   Башлаусы, Күсергес алмайынса, үрнәкһеҙ ер һәм Күктәрҙе Яралтыусы.
   Һәр нәмәне бар иткән, яралтҡан Бөйөк Барлыҡ — Улдыр. Уның яралтыуында үрнәк алған бер нәмә юҡ. Ул һәр нәмәне беренсе яралтҡандыр.
   Йөклө ҡатын-ҡыҙҙың балаһы төшөү ҡурҡынысы булһа йәки тулғаҡ ваҡытынан элек башланмаһын өсөн, иртәнге намаҙ алдынан, ҡулды көмәненә ҡуйып, әлеге гүзәл исемде 99 мәртәбә ҡабатларға кәңәш ителә.

                                                                                әл-Мүғиид
   Ҡайтарыусы, ғаләмгә ныҡлыҡ Биреүсе.
   Яралтҡандарҙы юҡ иткәндән һуң, киренән яралтыусы, терелтеүсе тимәктер. Үлем менән бөтөн нәмә бөтмәй, киреһенсә, ысын һәм мәңгелек хәят (йәшәү, тормош) башлана. Быны эшләүсе лә Аллаһтыр.
   Кем дә булһа хәбәрһеҙ юғалһа, был гүзәл исемде башҡалар йоҡлағанда йорттоң һәр мөйөшөнә 70 мәртәбә укып сығырға кәңәш ителә. Шулай иткәндә, юғалған кеше 7 көн эсендә әйләнеп ҡайтыр йәки уның ҡайҙалығы мәғлүм булыр.

                                                                                 әл-Мүхйи
   Терелтеүсе, Ул теләһә, һәр нәмәгә йән кертә, йыһандагы бар нәмәне юҡтан Ул бар итте, Ул — үлгәндән һуң терелтеүсе.
   Яралтып тормош биреүсе, йәшәтеүсе тимәктер. Аллаһтың теләге булмаһа, бер ниндәй барлыҡ хәят (ғүмер) тапмаҫ ине. Ҡайһы бер ғалимдар был исемде ғарифтәрҙең (Аллаһтың һөйөклөләренең) күңелдәрен байытҡан, йәнләндергән мәғәнәһендә аңлаталар.
   Аллаһы Тәғәләнең был гүзәл исемен күп мәртәбәләр ҡабатлап, ауырыу кешегә өрһәң (үҙ-үҙеңә лә ярай), ул һис шикһеҙ һауығып аяҡҡа баҫасак. Ә насар ғәҙәттәрҙән ҡотолоу өсөн, «әл-Мүхйи»-не ҡулға уҡып, ҡул менән бөтөн тәнде һыпырып сығырға кәрәк.

                                                                                  әл-Мүмиит
   Үлтереүсе, ҡолдарының донъялат гүмерен үлем менән Сикләүсе.
   Билгеле бер заман йәшәгәндән һуң, барлыҡтарҙы юҡ итеүсе тимәктер. Мәхлуҡатты йәшәтеүсе — Ул булған кеүек, юҡ итеүсе лә Улдыр.
   Ауыр минуттарҙа үҙ-үҙен ҡулға ала алмаған кешегә, әлеге гүзәл исемде, ятҡас йоҡоға киткәнсе ҡабатлау зарур. Шулай иткәндә, күңел тыныслығын табыр, иншә Аллаһ. Ә Ҡиәмәт көнөнөң ғазаптарынан ҡотолоу өсөн «әл-Мүмийт»те көн һайын күп тапҡыр уҡырға кәрәк.

                                                                                  әл-Хәйй
   Мәңге тере, Йәшәйешенең башы ла, аҙагы ла юҡ.
   Был исем Аллаһтың даими тере булыуын белдерә. Яратылғандар тыуыр, үҫер һәм үлерҙәр. Ләкин Аллаһ тыумаҫ һәм үлмәҫ. Ул һәр ваҡыт терелер, баҡыйҙыр (мәңгелек). Йәшәү өсөн ҡайһы бер шарттарға бәйле беҙҙең тормошобоҙ уҙыр. Аллаһ иһә бер нәмәгә лә бәйле түгел, бер нәмәгә лә ихтыяжы юҡ.
   Әлеге гүзәл исемде һәр көн 3000 мәртәбә ҡабатлаған кешене Аллаһы Тәғәлә һаулыҡтан айырмаҫ. Ниндәй ҙә булһа сир-сырхауҙан ҡотолоу өсөн иһә уны, миск (мускус) һәм роза һыуы менән ҡағыҙға яҙып, ҡағыҙҙы һыуҙа сылатырға һәм һуңынан шул һыуҙы ауырыуға эсерергә кәңәш ителә.

                                                                              әл-Ҡаййүүм
   Хаҡиҡый, бер нәмәгә лә мохтажлыҡ Кисермәүсе.
   Күктәрҙе һәм ерҙе бер тәртиптә тотоусы тимәктер. Уның тәртибен бер кем боҙа алмаҫ. Әммә Үҙе теләһә, һәр ваҡыт боҙа алыр. Ләкин, мәрхәмәтле үә шәфҡәтле булғанға күрә, Ул быны эшләмәҫ. Яҙған ваҡытына тиклем ошо тәртибен дауам итер.
   Аллаһы Тәғәлә әлеге гүзәл исемде ысын күңелдән һәм күп тапҡырҙар ҡабатлағандарҙың башҡалар араһында дәрәжәһен күтәрер, байлығын арттырыр, мал-мөлкәтен бәләләрҙән һаҡлар. Ә иртәнге намаҙҙан һуң, көн тыуғансы, «йәә Хәййүү, йәә Ҡаййүүмү» тип ҡабатлау ялҡаулыҡты, хәлһеҙлекте бөтөрөр.

                                                                               әл-Үәәжид
   Бай, Ул бар иткән һәр нәмә хаҡиҡый һәм камил.
   Аллаһ теләгән ваҡытта теләгәнен табыр. Аллаһы Тәғәләгә Үҙе табырға теләгән нәмәләр өсөн көтөү, ваҡыт билгеләү йәки саралар эҙләү тигән нәмә юҡ.
   Аллаһы Тәғәләнең был гүзәл исемен табын янында ҡабатлаһаң, ризыҡ менән күңелгә — нур, тәнгә көс инә. Уны күңел тыныслығы юғалғанда, күңел төшөнкөлөгө кисергәндә лә ҡабатлайҙар.

                                                                              әл-Мәәжид
   Мәрхәмәтле, Уныц бөйөклөгө лә гүзәл
   Даны бөйөк, кәрамы (яҡшылығы) киң мәғәнәһендәлер. Уның йомартлығының сиге юҡ. Ул кешеләрҙе башта саф һәм матур яҡшы эштәр эшләргә йүнәлтер, һуңынан ул эштәр өсөн уларға күп ниғмәттәр бүләк итер. Бындай ҡолдары өсөн йәннәтен әҙерләр.
   Был гүзәл исемде яңғыҙ ҡалып, рухи күтәренкелек хәлендә күп мәртәбәләр ҡабатлаған кеше нурҙың хаҡлығына шаһит булыр.

                                                                          әл-Үәәхид
   Берҙән-бер, Уға тиңдәш бер кем дә юҡ.
   Һәр ҡарашта: затында, сифаттарында, эштәрендә, исемдәрендә ише, оҡшашы, уртағы, ярҙамсыһы булмаған берҙән-бер барлыҡ — Аллаһтыр. «Ихлас» сүрәһе Уның был сифаттарын аңлатып бирә. «Ихлас» сүрәһен йыш уҡыу бик сауаплы.
   Был гүзәл исемде көн һайын 1000 мәртәбә ҡабатлаған 1 кешенең фани донъяға ҡарата булған мөхәббәте һәм ҡурҡыуы китер. Ә «йәә Әхәәдү» исемен көн һайын 1000 тапҡыр ҡабатлағандарҙың доғаларын фәрештәләр Аллаһы Тәғәләгә еткерергә ашығырҙар. Аллаһы Тәғәлә иһә, яуап итеп, Үҙенең мәрхәмәтен, тыныслыҡ, бәрәкәт индерер һәм йәшерен серҙәрен асыр.

                                                                         әс-Самәд
   Мәңгелек, бар нәмә Уның ихтыярына бойһона, бар йән эйәләре Уға мохтаж, ә Уның бер нәмәгә лә ихтыяжы юҡ.
   Ихтыяждарҙы ҡәнәғәтләндереүсе, ҡайғыларҙы бөтөрөүсе — Аллаһтыр. Ҡол бары тик Уға ышаныр, Уға ғибәҙәт ҡылыр, Унан ғына ярҙам көтөр, Уға ғына тәүәккәл ҡылыр.
   Кем әлеге гүзәл исемде иртәнге намаҙ алдынан сәждә ҡылғандағы кеүек итеп 115 тапҡыр ҡабатлай, шул намыҫ һәм ғәҙеллек менән эш итер, йәшәр. «Әс-Самәд»те тәһәрәт алғанда күп тапҡырҙар ҡабатлаған кеше иһә ваҡытлы нәмәләрҙән, фани донъя ләззәттәренән азат булыр.

                                                                        әл-Ҡаадир
   Ҡөҙрәтлеләрҙең Ҡөҙрәтлеһе, аҡыл менән эш итеүсе, юҡтан бар ҡылыусы. Ул яралта һәм юҡҡа сығара.
   Теләгән нәмәне теләгәненсә эшләргә хәленән килгән зат — Аллаһтыр. Уның ҡөҙрәтенең сиге юҡтыр, Уның һәр нәмәгә көсө етә.
   Ике рәкәғәт өҫтәмә намаҙҙан һуң, әлеге гүзәл исемде 100 мәртәбә ҡабатлаған кеше дошмандарынан өҫтөн булыр. Ауыр, яуаплы эш башлар алдынан да уны 41 мәртәбә ҡабатларға кәңәш ителә — аҙағы уңышлы тамамланыр. Ә был исемде йыш уҡыу доғаларҙың, изге теләктәрҙең тормошҡа ашыуына килтерә.

                                                                       әл-Мүҡтәдир
   Ҡөҙрәтле, Үҙ ҡолдарына Мәрхәмәтле.
   Ер йөҙөндә ҡеүәт һәм ҡөҙрәт эйәһе булғандар бар. Аллаһтың улар өҫтөнән дә, теләгәнен теләгән ваҡытта эшләргә көсө етер. Аллаһтың ҡөҙрәте ҡаршыһында уларҙың көстәренең бер тәьҫире лә юҡтыр.
   Көндө Аллаһы Тәғәләнең был гүзәл исемен ҡабатлауҙан башлаған кеше маҡсаттарына ирешер, эштәре уңышлы барыр. Уны йыш ҡабатлау дөрөҫлөктө табырға ярҙам итер.

                                                                       әл-Мүҡаддим
   Алға сыгарыусы.
   Аллаһ теләгәнен алға ебәрер, ҡайһы бер кешеләрҙе башҡаларынан өҫтөн ҡылыр. Ҡыҫҡа ваҡытта уларға мөмкинлектәр бирер, ғиззәт һәм шәрәф-хөрмәт эйәһе итер.
   Әлеге гүзәл исемде даими ҡабатлаған кешенең Аллаһтың рәхмәте менән ҡыйыулығы артыр, дошмандарынан өҫтөн булыр (онотмағыҙ: үҙ-үҙеңде яратыу — иң яуыз дошман). Уны йыш ҡабатлаусы шулай ук насар ғәҙәттәрҙән арыныр, холҡо яҡшы яҡҡа үҙгәрер.

                                                                       әл-Мүәххыр
   Ахырҙа булырға тейешле ваҡшаларҙы, гонаһлыларҙы, кафырҙарҙы Үҙ ихтыяры менән Артҡа сығарыусы.
   Аҙаҡҡа, һуңға ҡалдырыусы тимәктер. Аллаһ бер төркөм инсандарҙы алға сығарыр, мөмкинселек бүләк итеп, төрлө дәрәжәләргә ирешергә ярҙам итер. Ҡайһы бер ваҡытта иһә ҡолдарының теләгәндәрен шунда уҡ бирмәҫ, һуңға ҡалдырыр.  Уның былай эшләгән хикмәтен кешеләр белә алмаҫ, сөнки кешеләрҙең белеме сиклелер. Аллаһтың белеменең иһә сиге юҡтыр.
   Тәҡүәлеккә, рухи үҫешкә ирешеү өсөн әлеге гүзәл исемде көн һайын 100 мәртәбә ҡабатларға кәрәк.

                                                                        әл-Әүүәл
   Беренсе, Уға тиклем һис бер нәмә, һис кем булмаган, Уның йәшәйешенең башлашысы юҡ.
   Иң элек, Барлыҡ — Улдыр. Уның элекке Барлыҡ булыуы Уның бер башланғысы булыуын күрһәтмәҫ. Уның өсөн «Әүүәл» тип әйтеү, икенсеһе «барҙыр» тип әйтеү түгелдер. Унан әүүәл бер ниндәй ҙә барлыҡ юҡ тимәктер.
   Бала теләгәндәргә әлеге гүзәл исемде көн һайын 40 мәртәбә ҡабатларға кәңәш ителә.

                                                                           әл-Әәхыр
   Һуңғы, Ул — мәңгелек, Уның йәшәйешенең сиге юҡ, Унан һуң һис кем, һис бер нәмә булмаясаҡ.
   Унан әүүәл бер барлыҡ булмаган шикелле, Унан һуң да бер ниндәй барлыҡ юҡтыр һәм булмаясаҡ. Бер көндө бөтөн нәмә юҡ буласаҡ, тик бер Аллаһ ҡына мәңге ҡаласаҡ.
   Аллаһы Тәғәләнең был гүзәл исемен көн һайын 1000 мәртәбә ҡабатлаған кешенең:
   1) тәҡүәлеге, Аллаһҡа ҡарата мөхәббәте артыр,
   2) донъя ләззәттәренә булған бәйлелеге күңеленән ҡыҫырыҡлап сығарылыр,
   3) гонаһтары ғәфү ителер,
   4) Әхирәткә хаҡ диндә һәм тыныс күңел менән күсер.

                                                                          әз-Ҙааһир
   Асыҡтан-асыҡ, Бар нәмәнән өҫтөн.
   Аллаһ асыҡтыр. Уны бер барлыҡ булараҡ күрә алмайбыҙ. Әммә күргән һәр нәмә Уның барлығына дәлилдер. Күрә алмаған нәмәләр ҙә барҙыр, улар ҙа Уның барлығына дәлилдер.
   Аллаһы Тәғәләнең был гүзәл исемен һәр көн ишраҡ намаҙынан һуң 500 мәртәбә ҡабатлаған кешенең йөрәге иман нуры менән тулыр, күҙенең күреүе яҡшырыр, иншә Аллаһ.
   Иғтибар: ишраҡ намаҙында рәкәғәттәр һаны 2- нән 4- кә тиклем булырға мөмкин. Ул ҡояш сыгып 15-20 минут уҙгас уҡыла.
Хәҙистәрҙән өҙөктәр: Иртәнге намаҙ йәмәгәт менән уҡыла, ул тамамланғас, ҡояш сыҡҡансы зикер әйтеп, һуңғараҡ ике рәкәғәт ишраҡ намаҙы уҡыған кешегә бының сауабы бер хаж һәм бер гүмрә ҡәҙәр яҙылыр (Тирмиҙи риүәйәт ҡылған).
   Ишраҡ намаҙы уҡыған кешенең бар гонаһтары кисерелер һәм, әгәр шул төндә фани донъя менән хушлашһа, урыны йәннәттә булыр (Тәбәрани риүәйәт ҡылған).
   Ишраҡ намаҙын уҡыгандарҙы Аллаһы Тәғәлә шул көн дауамында ярҙамынан, мәрхәмәтенән ташламаҫ. (Тирмиҙи һәм Әбү Дауыт риүәйәт иттеләр).
   Билдәле Ислам шәйехе Солтан Бахауыныц әйтеүенсә, ишраҡ намаҙы — уҡылыуы зарур булын намаҙҙарҙың береһе. Ул, Аллаһы Тәгәләнең ризалығына ирешеү өсөн, үҙенең сәхәбәләренә лә был намаҙҙы даими уҡырға кәңәш иткән. Бынан тыш намаҙҙы уҡыында, ҡояштың беренсе нурҙары менән йөрәккә иман нуры инә.
   Иртәнге һәм ишраҡ намаҙҙары араһында зикер әйтеү мәжбүри түгел. Әммә был ваҡытта уның сауабы күпкә аҙыраҡ була.

                                                                       әл-Бәәтын
   Йәшерен, асыҡ һәм йәшерен нәмәләрҙе Белеүсе, Уның барлығы хаҡ, ләкин был донъяла Ул күҙгә күренмәй.
   Аллаһтың барлығы асыҡ булһа ла, Ул — йәшерендер. Беҙ Уның ысын халәтен (ҡиәфәтен) белә алмайбыҙ. Ышанабыҙ ҙа һәм беләбеҙ ҙә: Ул күктә, ләкин ғилеме менән һәр ерҙә. Ул белмәгән ер юҡтыр.
   Әлеге гүзәл исемде көн һайын 33 мәртәбә ҡабатлаған кешегә бөйөк серҙәр асылыр һәм йөрәге Аллаһҡа ҡарата мөхәббәт хисе менән тулыр. Ә «Һүүәл-Әүүәлү үәл- Әәхыру үәҙ-Ҙааһиру үәл-Бәәтыну үә һүүә гәлзә күлли шәй иң ҡадиир», — тип ысын күңелдән ҡабатлау изге теләктәрҙең тормошҡа ашыуына килтерә.

                                                                          әл-Үәәли
   Хәким, бар йән эйәләре менән Идара итеүсе.
   Бөтөн ғаләмде бер Үҙе генә йүнәлтеүсе. Ул яралтыр ҙа, юҡ та итер. Үлтерер ҙә, терелтер ҙә.
   Әлеге гүзәл исемде көн һайын 99 мәртәбә ҡабатлағандарҙы Аллаһы Тәғәлә һәр төрлө бәләләрҙән, йорт-ерҙәрен зыян-зарарҙан һаҡлар. Дошманды бойһондороу («дошман» тигәндә иң беренсе сиратта үҙ-үҙеңде яратыуҙы күҙ алдында тоторға кәрәк) өсөн уның енән осрашыр алдынан 11 мәртәбә «әл-Үәәли» тип ҡабатларға кәрәк.

                                                                       әл-Мүтәғәәли
   Бөйөктәрҙең Бөйөгө.
  Һәр нәмәнән, һәр халәттән (ауырлыҡтан) өҫтөн тимәктер. Уның өҫтөнлөгө мәңгелер. Уның бер нәмәгә лә ихтыяжы юҡтыр.
Әлеге гүзәл исемде даими ҡабатлаған кешенең эштәре уңышлы барыр, ә инде ниндәй ҙә булһа ҡыйынлыҡтар килеп тыуһа, тиҙ арала хәл ителер, иншә Аллаһ. Улай ғына ла түгел Аллаһ уларға сарыф ителгән көс-егәрлекте кире ҡайтарыр.

                                                                          әл-Бәрр
   Мәрхәмәтле, һорағандарга мәрхәмәт һәм шәфҡәт Күрһәтеүсе.
   Аллаһ яҡшылыҡ эшләүселер, һәр яҡшылыҡ — Унандыр. Ул ҡолдарына һәр ваҡыт яҡшылыҡ эшләр. Ҡолдары ла үҙ араларында бер-береһенә ярҙам итергә тейештәр.
   Әлеге исемде көн һайын 7 мәртәбә ҡабатлаған кеше иҫерткес эсемлек ҡулланыу һәм зина ҡылыу кеүек ҙур гонаһтарҙан һаҡланыр, донъялағы ваҡытлы ләззәттәрҙән күңеле ҡайтыр, уйҙары Әхирәт тураһында ғына булыр, иншә Аллаһ. «Әл-Бәрр» тип 7 мәртәбә ҡабатлап, яңы тыуған сабыйға өрһәң, уны һәр төрлө яуызлыҡтар ситләп уҙыр.

                                                                      әт-Тәүүәәб
   Тәүбәне ҡабул ҡылыусы, Ярлыҡаусы, Тәүбә иттерүсе.
   Аллаһ тәүбәләрҙе ҡабул итеүсе, гонаһтарҙы кисереүсе тимәктер. Аллаһтың тәүбә ишеге һәр ваҡыт асыҡ. Күп гонаһ эшләгән кеше, «Раббымдың йөҙөнә ҡарарлыҡ хәлем ҡалманы» тип, гонаһҡа батмаһын, шунда уҡ үкенеп сәждә ҡылһын, ғәфү һәм мәғфирәт һораһын.
   Әлеге гүзәл исемде көн һайын күп мәртәбәләр ҡабатлағандарҙың маҡсаттары, теләктәре тормошҡа ашыр. Кәмһетеүсе, түбәнһетеүсе кеше янында был исемде күңелдән генә 10 мәртәбә ҡабатларға кәңәш ителә. Ул, теләһә лә, зыян һала алмаҫ.         «Әт-Тәүүәәб»те духә намаҙынан һуң көн һайын 360 мәртәбә ҡабатлағандарҙы иһә Аллаһы Тәғәлә тура юлға баҫтырыр, тәүбәгә килтерер.

                                                                        әл-Мүнтәҡым
   Гонаһлыларт яза Билгеләүсе, әммә Ул башта уларҙы киҫәтә һәм был хаҡта хәбәр ебәрә.
   Кешеләрҙең эшләгән ғәйептәренә күрә теп-теүәл тейешлеһен биреүселер. Аллаһ тәүбә һәм үкенеү өсөн кешегә бик күп уңайлы фарсаттар бирер. Ҡол быларҙың береһен дә ҡулланмаһа, һәм тыйылған юлда йөрөүен дауам итһә, Аллаһы Тәғәлә уға гонаһына тейешлеһен бирер. Бер аҙ ғына ла аҙайтмаҫ, бер аҙ ғына ла арттырмаҫ.
   Кәмһетеүҙәргә, түбәнһетеүҙәргә дусар ителеп, уларға ҡаршы торорға үҙендә көс тапмаған кешегә әлеге гүзәл исемде бер-бер артлы өс йомала уҡырға кәңәш ителә. Иншә Аллаһ, ғәҙеллек, дөрөҫлөк еңер.

                                                                           әл-Ғәфүү
   Ярлыҡаусы.
   Бик ғәфү итеүсе тимәктер. Аллаһ, үс алған кеүек, ғәфү ҙә итер. Шуның өсөн әҙәм балаһы, гонаһтарынан һәр ваҡыт тәүбә итеп, Аллаһы Тәғәләнең ғәфү итеүен теләр. Пәйғәмбәребеҙ (саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм) Ғәйшә инәбеҙгә (радыяллаһу ғәнһә) бер Ҡәҙер кисендә: «Аллам, һин ғәфү итеүсеһең, ғәфү итеүҙе һөйәһең, мине ғәфү ит»,— тип доға ҡылырға өйрәткән.

                                                                           әр-Раүф
   Мәрхәмәтле, тәүбәләрҙе Ҡабул ҡылыусы.
   Аллаһ бик мәрхәмәтлелер. Мәрхәмәтенең иге-сиге юҡ, бер үлсәме лә юҡтыр.
   Күңелдәге асыуҙы, яуызлыҡты еңеү өсөн 10 мәртәбә салауат-дурудты (Саләтүлиб—рахимийә) йәки әттәхиәттең һуңғы өлөшөн уҡырға (ул түбәндәгесә яҙыла: «Аллааһүммә салли гәләә Мүхәммәдин үә гәләә әәли Мүхәммәд. Кәмәә салләйтә гәләә Ибрааһимә үә гәләә әәли Ибрааһим. Иннәкә хәмидүм мәжид. Аллааһүммә бәрик гәләә Мүхәммәдин үә гәләә әәли Мүхәммәд. Кәмәә бәрактә ғәләә Ибрааһимә үә ғәләә әәли Ибрааһим. Иннәкә хәмидүм мәжид»), унан һуң 10 мәртәбә Аллаһы Тәғәләнең әлеге гүзәл исемен ҡабатларға кәрәк. Иншә Аллаһ, шунан күңел тыныслығы табырһығыҙ.
   Бынан тыш «Әр-Раүф»-те күп мәртәбәләр ҡабатлаған кешенең башҡалар араһында дәрәжәһе артыр, уны хөрмәт итә башларҙар. Ҡырыҫ, талапсан етәксе менән һөйләшер, аңлашыр алдынан да был исемде ҡабатларға кәңәш ителә.

                                                                           Мәәликүл -мүлки
   Күктәр һәм ер Батшаһы, Теләгәнен ҡылыусы, Ул хәл ҡылғанндарҙы берәү ҙә урап, ситләп уҙа алмай.
   Һәр нәмәнең хужаһы, эйәһе — Улдыр. Беҙҙең үҙ малыбыҙ тип уйлаған нәмәләр асылда — Уныҡылыр. Теләгән ваҡытта ҡулыбыҙҙан алыр. Беҙ Уның милкендә йәшәйбеҙ. Беҙгә теләгән эште эшләр. Мөлкәттең мәңгелек хужаһы ла — Улдыр. Мал-мөлкәттең барыһы ла фаниҙыр (ваҡытлыса). Донъя тормошонда ваҡыт уҙҙырмаҫ өсөн генә булған бер саралыр. Әммә бик күп кешеләр, мал-мөлкәтте үҙҙәренең асыл маҡсаттары тип уйлап, уның артынан сабалар. Ләкин ул малдар, ул байлыҡтар хужаһының артынан йүгермәҫ, Әхирәттә хужаһына һис бер файҙа килтермәҫ. Ул көндө файҙа бирәсәк берҙән-бер нәмә — сәләмәт ҡәлбтер, йәғни сәмими күңел.
   Аллаһы Сүбхәнә үә Тәғәләнең әлеге гүзәл исемен даими ҡабатлағандарҙың мал-мөлкәте, бәйһеҙлеге артыр.

                                                                       Ҙүл-жәләәли үәл-икраам
   Бөйөклөк, камиллыҡ, хөрмәт эйәһе.
   Бөйөклөк һәм ихтирам-йомартлыҡ хужаһы — бары тик Аллаһтыр. Уның ихтирамының сиге юҡтыр. Инсан Уның шул ихтирамы арҡаһында йәшәр.
   Әлеге гүзәл исемде йыш ҡабатлаған кешене Аллаһ хөрмәт-ихтирам менән бүләкләр, бәйһеҙ итер.

                                                                                әл-Мүҡсит
   Ғәҙел, камил тәртиптәр Урынлаштырыусы.
   Аллаһ бөтөн эштәрен ғәҙеллек һәм хикмәт менән эшләр тимәктер. Уның эсендә тигеҙһеҙлек, кәмселек булмаҫ. Хаҡһыҙлык һәм золом кеүек эштәр кешеләргә генә хастыр. Аллаһ уларҙан азаттыр.
   Әлеге гүзәл исемде даими ҡабатлаған кеше шайтан ҡотҡоһона бирелмәҫ, һәр төрлө шик-шөбһәләрҙән азат булыр. Ә ниндәй ҙә булһа эш башлар алдынан уны 700 мәртәбә ҡабатларға кәрәк. Иншә Аллаһ, ахыры уңышлы тамамланыр.

                                                                              әл-Жәәмиғ
   Йыйыусы, Ҡиәмәт көнөндә бар мәхлүктәрен бергә Туплаусы.
   Теләгәнен теләгән ваҡытта, теләгән урында бергә туплаусы тимәктер. Таралған нәмәләрҙе йыйыу, беҙ кешеләр өсөн генә ауыр. Аллаһ иһә, үлеп туҙан хәленә килгән кешеләрҙе бер ниндәй ауырлыҡһыҙ туплаясаҡ.
   Һуғыш, ер тетрәү, һыу баҫыу йәки башҡа фажиғәле хәлдәрҙә юғалтҡан туғандарҙы, яҡын кешеләрҙе табыу, йәнә бергә йыйыу-туплау өсөн, духә намаҙы алдынан ғөсөл ҡойоноп, ҡулдарҙы өҫкә күтәрергә һәм әлеге исемде 10 мәртәбә уҡырға кәңәш ителә. Исемде ҡабатлағанда, бармаҡтарҙы бөгөп барырға. Мал йәки кем дә булһа хәбәрһеҙ юғалғанда, түбәндәге доғаны уҡыйҙар: «Аллааһүммә йәә жәмшүн-нәси лийәүмин лә райбә фииһи, ижмәг даләәти».

                                                                             әл-Ғаний
   Байлыҡ Эйәһе, Уның бер нәрмәгә лә ихтыяжы юҡ, ләкин һәр бер йән эйәһе Уға мохтаж.
   Бик бай һәм һәр нәмәһе тәьмин ҡылынған берҙән-бер Барлыҡ — Аллаһтыр. Аллаһтан байыраҡ бер кем дә була алмаҫ. Уның бер нәмәгә лә ихтыяжы юҡ. Ләкин һәр нәмә Аллаһҡа мохтаждыр.
   Әлеге исемде көн һайын 70 мәртәбә ҡабатлаған кешегә Аллаһы Тәғәлә мәрхәмәт итер. Сир-сырхауҙан һауығыу өсөн иһә уны даими һәм күп мәртәбәләр ҡабатлап, ауыртҡан урынға өрөргә кәрәк.

                                                                             әл-Мүғни
   Киңлек Эйәһе, Ул теләгән кешеһенең байлығын арттыра.
   Аллаһ бай булған кеүек, теләгән ҡолдарын да бай итер. Мал һәм байлыҡ бирелгән кешеләрҙең бер төркөмө был малдарҙы Аллаһ юлында сарыф иткәндә, ҡайһы берҙәре был малдың бөтөнөһөн Аллаһ хупламаған юлда сарыф итәләр. Шулай ҙа Аллаһ уларға мөлкәт биреүҙе дауам итер. Бының сәбәбен, хикмәтен Аллаһ Үҙе генә белә.
   Матди һәм рухи байлыҡҡа ирешергә теләгән кешегә әлеге исемде салауат-дурудҡа тиклем һәм унан һуң 1111 мәртәбә ҡабатлау зарур. Салауат-дуруд үҙе 11 мәртәбә уҡыла.

                                                                             әл-Мәәниғ
   Ҡаршы сығыусы, тотҡарлаусы тимәктер.
   Берәй нәмәнең майҙанға килеүенә (эштең барып сыҡмауы) ҡайһы бер ваҡыттарҙа Ул кәртә ҡуйыр. Был ҡаршылыҡ кире мәғәнәне аңлатмай. Ул майҙанға килә торған хаталарҙы тотҡарлар. Шундай ваҡиғалар ҙа була, уларҙың хәйерле булыуын бары тик йылдар уҙғас ҡына аңларға мөмкин. Ләкин беҙ был осраҡта эшебеҙ барып сыҡманы тип ҡайғырабыҙ.

                                                                    әд-Даарр, ән-Нәәфиғ
   Һынауҙар, бәләләр ебәреүсе, икенсеһе — файҙалар биреп, Мәрхәмәт итеүсе, Бәрәкәт килтереүсе.
   Беренсе исем зарар биргән нәмәләрҙе яралтыусы, икенсеһе иһә файҙалы нәмәләрҙе яралтыусы тимәктер. Һәр нәмәнең яралтыусыһы — Ул булғанға күрә, быларҙың да яратыусыһы — Улдыр. Ҡол: «Зарарлы нәмәләрҙе Аллаһ яралтҡан, минең ни ғәйебем бар?»— тип әйтә алмаҫ. Ҡол ирадәһен (иркен, мөмкинселеген) изге юлда ҡулланырға тейеш.
   Әд-Даарр исемен йомаға ҡаршы төндә 100 мәртәбә ҡабатлаған кешегә рухи һәм физик зыян һалынмаҫ. Уны даими уҡыу тәҡүәлекте арттыра, Аллаһы Тәғәләгә яҡынайта.
   Ән-Нәәфиғ исемен берәй транспорт сараһына ултырғанда уҡырға кәңәш ителә. Ул төрлө бәлә-ҡазаларҙан һаҡлай, сәфәрҙе уңышлы итә. Эш башлар алдынан иһә уны 41 мәртәбә ҡабатларға кәрәк — маҡсатыңа тиҙ ирешерһең. Балаға уҙыр алдынан ҡабатлаһаң, донъяға изге бала ауаз һалыр.

                                                                          ән-Нуур
   Нур индереүсе, Яҡшыртыусы.
   Ғаләмдәрҙе нурландырыусы, күңелдәргә һиҙәйәт һалыусы — Улдыр. Аллаһ күктәрҙең һәм ерҙең Нурылыр.
Әлеге гүзәл исемде «Нур» сүрәһенән һуң 1001 йәки көн һайын ике рәкәғәт сөннәт намаҙы уҡығандан һуң 7 мәртәбә ҡабатлаһаң, урланған йәки юғалған малыңдың ҡайҙалығын төшөңдә күрерһең.

                                                                         әл-Һәәди
   Тура юлга күндереүсе.
   Теләгән ҡолона һиҙәйәт (тура юл) биреп, тура юлға күндереүсе мәғәнәһендәлер. Аллаһ, яҡшы һәм насарҙы яралтыу менән бергә, кешенең насар юлдан китеүен теләмәҫ. Мосолман намаҙының һәр рәкәғәтендә: «Аллаһым! Беҙҙе тура юлга күндер»,— тип доға ҡылыр.
   Әлеге исемде, доға ҡылғандағы кеүек ҡулдарҙы өҫкә күтәреп, бер-нисә мәртәбә ҡабатларға кәрәк. Аллаһ ундайҙарҙың тәҡүәлеген, дини ғилемен арттырыр, иманын нығытыр, тура юлға күндерер.

                                                                         әл-Бәдииғ
   Зирәк, Уға асылы буйынса, бойороҡтары һәм ҡарарҙары буйынса ла тиңдәр юҡ.
   Ғаләмде иң гүзәл үә оҡшашы булмаған рәүештә яралтҡандыр. Аллаһтың яралтыусы мәғәнәһендәге исемдәренең береһелер.
Был исемдәр араһында бер төркөм мәғәнә айырмалары барҙыр.
   Дүртенсе һәм бишенсе, йәғни мәғриб (аҡшам) һәм ғишә (йәстү) намаҙҙары араһында 1000 мәртәбә «Йәә Бәдиғү сәмәүәти үәл-әрд» тип ҡабатлаған кешене ҡайғы- хәсрәттәр урап уҙыр, ул Әхирәткә хаҡ диндә күсер, иншә Аллаһ.
   Ниндәй ҙә булһа эшкә алыныр алдынан һәм уның ахыры ни менән бөтөрөн белмәгән осраҡта «Әл- Бәдииғ»-ты йоҡоға китер алдынан күп мәртәбәләр ҡабатларға кәңәш ителә. Иншә Аллаһ, шул төндә күргән төшөгөҙҙә һорауығыҙға яуапты табырһығыҙ.

                                                                         Әл- Бәәҡый
   Ул — Мәңгелек.
   Ахыры булмаған барлыҡ тимәктер. Аллаһтың башланғысы ла, аҙағы ла юҡ. һәр нәмә юҡ буласаҡ. Ләкин Ул бар, бар булыуын дауам итәсәктер.
   Әлеге гүзәл исемде йомаға ҡаршы төндә 1000 мәртәбә ҡабатлаған кешене бәлә-ҡазалар урап уҙыр, уның изге ғәмәлдәрен Аллаһы Тәғәлә ҡабул итер.

                                                                        әл-Үәәриҫ
   Бар йыһан Уның ҡулында, Ул — уның Уариҫы, Ул — Мәңгелек, йән эйәләренең бар байлығы мираҫ булып Уға ҡала.
   Мал-мөлкәт һәм байлыҡтың ысын хужаһы Аллаһ тимәктер. Кешеләрҙең дә байлыҡтары бар, ләкин улар байлыҡтарына ысын мәғәнәлә хужа була алмаҫтар. Әжәл килгән ваҡытта байлыҡтың бер файҙаһы ла булмаҫ. Уларҙың хаҡиҡый эйәһе — Аллаһтыр. Уның иһә уларға һис ихтыяжы юҡ.
   Әлеге гүзәл исемде таң алдынан 100 мәртәбә ҡабатлаған кешене Аллаһы Тәғәлә үҙ ҡанаты аҫтына ала, мохтажлыҡтан, фәҡирлектән, ҡайғы-хәсрәт килеүҙән һаҡлай. Борсоу-мәшәҡәттәрҙән арыныу өсөн иһә уны күп мәртәбәләр ҡабатларға кәрәк.

                                                                        әр-Рашиид
   Тура юлга күндереүсе.
   Ғаләмде бер мизән, тәртип буйынса йөрөтөүсе тимәктер. Һәр эште идара иткән, йүнәлткән, күҙәткән — Улдыр. Аллаһы Тәғәлә кешеләрҙе был эштә сара булараҡ ҡына ҡуллана.
   Маҡсатына ирешеү юлдарын таба, эштең асылына төшөнә алмағанда, Аллаһы Тәғәләнең әлеге гүзәл исемен мәғриб (аҡшам) һәм ғишә (йәстү) намаҙҙары араһында 1000 мәртәбә уҡырға кәңәш ителә. Иншә Аллаһ, был төндә күргән төшөгөҙ барыһына асыҡлыҡ индерер.

                                                                        әс-Сабуур
   Сабыр, Уның түҙемлелеге һәм сабырлығы сикһеҙ.
   Аллаһ бик сабырҙыр. Гонаһлыларға, залимдарға, баш тартыусыларға яза бирергә ашыҡмаҫ, уларға ваҡыт бирер. Был ваҡыт эсендә тәүбә итһәләр — уларҙы ғәфү итер, ғәфү итеүҙе яратыр. Тәүбә итмәһәләр — бер көндө яза ҡылыр. Беҙ кешеләр Уның хикмәттәрен аңламағанға күрә, Аллаһ быларға ниңә яза бирһен, тип уйлайбыҙ. Сөнки Ул һәр нәмәне белә һәм күрә.
   Әлеге гүзәл исемде таң алдыннан 100 мәртәбә ҡабатлағандар яңы тыуған көн дауамында бәлә-ҡазаларға юлыҡмаҫтар, дошмандары ла уларға зыян һала алмаҫ, иншә Аллаһ... Ниндәй ҙә булһа мәсьәләне хәл иткәндә ҡыйынлыҡтар килеп тыуһа, «Әс-Сабур» исемен 1020 мәртәбә ҡабатларға кәрәк.