Андыҙ

девясилАндыҙ

     Андыҙ (русса: девясил (высокий), латинса: Inula helenium L.) — күп йыллыҡ үлән үҫемлек, бейеклеге 1-2,5 м тирәһендә, июнь — сентябрь айҙарында һары сәскә ата; емеше август — октябрь айҙарында өлгөрә. Андыҙ дымлы туғайҙарҙа, йылға, күл ярҙарында, урман ситендә үҫә. Был шифалы үлән республикабыҙҙың күпселек райондарында осрай. Тик Урал аръяғында һирәк күҙәтелә. Читать далее →

Артыш

можевильник                                 Артыш

     Артыш (русса: можжевельник обыкновенный, латинса: Juniperus communis L.) — йыл буйы йәшел төҫөн юғалтмаған бәләкәй ылыҫлы ағас үҫемлек. Бейеклеге 1-3 м тирәһе, сәскәһе йәшкелт, емеше йылына бер өлгөрә. Артыш ҡомло һәм ташлы тупраҡта, ҡарағай һәм ҡарағай ҡатнаш урмандарҙа үҫергә ярата. Республикабыҙҙың Белорет, Бөрйән, Архангел, Ғафури, Дүртөйлө һ.б. ҡайһы бер райондарында йыш осрай.

Читать далее →

Һоло

                                                                         Һоло

     Һоло (русса: овес (посевной), латинса: Avena sativa L.) — бер йыллыҡ үлән үҫемлек, бейеклеге 50—170 см, июнь — июль айҙарында сәскә ата, июль — сентябрҙә һоло бөртөктәре өлгөрә. Тәбиғәттә һоло осрамай. Аҙыҡ һәм малға ашатыу өсөн сәсеп үҫтерелә.
     Дауалау өсөн һоло бөртөктәре һәм үләне ҡулланыла. Бөртөктәре составында аҡһым, крахмал, май, А, В2, Е витаминдары, сапониндар, гликозидтар, минераль тоҙҙар һ. б. биологик актив матдәләр бар. Һоло үләне лә төрлө шифалы матдәләргә бай. Унда бигерәк тә С витамины күп. Һоло үләне башаҡланған сағында әҙерләнә: үҫемлектең өҫкө өлөшө (15-20 см тирәһендәге) ҡырҡып алына. Ҡоро, ҡояшлы көндә күләгәлә киптерелә. Һаҡлау ғәҙәттәгесә. Һоло бөртөктәре өлгөргәс йыйыла. Читать далее →

Һуҡыр кесерткән

                                                                 Һуҡыр кесерткән

     Һуҡыр кесерткән (русса: яснотка белая, глухая крапива, латинса: Lamium album L.) — күп йыллыҡ үлән үҫемлек. Бейеклеге 1,5 м-ға етә. Май — август айҙарында аҡһыл һары сәскә ата, емеше июнь — сентябрҙә өлгөрә, һуҡыр кесерткән — баҡсаларҙа, ҡойма тирәһендә, юл буйҙарында үҫеүсе сүп үләне. Республикабыҙҙың бөтә райондарында ла осратырға мөмкин. Читать далее →

Һуған, башлы һуған

                                                        Һуған, башлы һуған

     Һуған, башлы һуған (русса: лук репчатый, латинса: Allium cera L.) — ике йыллыҡ үлән үҫемлек. Июль — август айҙарында аҡһыл сәскә ата, орлоғо август — сентябрҙә өлгөрә. Тәбиғәттә башлы һуған осрамай, ул сәсеп үҫтерелә.

Читать далее →

Ҡарағай

СОСНА                                           Ҡарағай

     Ҡарағай (русса: сосна обыкновенная, латинса: Pinus Silvestris L.) – ылыҫлы ағас, бейеклеге 30-40 метрға етә. Һеркәһе май-июнь айҙарында оса, орлоғо икенсе йыл ҡышҡыһын өлгөрә. Ҡарағай таулы ерҙә лә, һаҙлыҡта ла үҫеүсән. Республикабыҙҙа киң таралған ағас. Дауалау өсөн ҡарағайҙың бөрөһө, ылыҫы һәм сайыры ҡулланыла. Ҡарағай бөрөләре составында витаминдар, крахмал, фитонцидтар, микроэлементтар һ. б. биологик актив матдәләр бар. Унда С витамины ла күп. Ҡарағай сайыры бигерәк тә фитонцидтарға бай.
     Ҡарағай бөрөләрен, ылыҫын һәм сайырын ағас ҡырҡҡан урында әҙерләргә кәрәк. Бөрөләрҙе — ҡышҡыһын йәки яҙҙың тәүге айҙарында, ә ҡарағай ылыҫын яҙғыһын әҙерләү хәйерлерәк. Йылдың башҡа миҙгелдәрендә лә әҙерләргә мөмкин. Сайырҙы яҙҙан алып көҙгә тиклем йыйып була. Ҡарағай бөрөләре, ылыҫы ҡоро, күләгәле ерҙә киптерелә һәм ғәҙәттәгесә һаҡлана. Читать далее →

Ҡайын

береза                                                  Ҡайын

     Ҡайын (русса: береза (бородавчатая), латинса: Betula verrucosa Ehrh) — бейеклеге 20 метрға етә алған ағас. Апрель — май айҙарында сәскә ата, емеше август — сентябрҙә өлгөрә. Республикабыҙҙың айырым райондарында (Балаҡатай, Салауат, Бөрйән, Йылайыр, Белорет һ.б.) күп үҫә. Дауалау өсөн ҡайындың бөрөләре һәм япрағы ҡулланыла. Уларҙың составында фитонцидтар, микроэлементтар, витаминдар, шәкәр һ.б. биологик актив матдәләр бар. Ҡайын бөрөләре апрелдең тәүге яртыһында бүртеп тулышҡан, әммә япраҡ ярырға өлгөрмәгән мәлендә өҙөлә, ә япраҡтары май айы аҙағында һәм июнь баштарында әҙерләнә. Был дауалар күләгәлә һәм ҡоро урында киптерелә. Һаҡлау ҡәҙимгесә. Дөрөҫ һаҡлағанда яҡшы киптерелгән ҡайын бөрөләре ике йыл, ә япраҡтары бер йыл буйы шифаһын юғалтмай.
     Ҡайын бөрөләре төнәтмәһен тын алыу юлдары, үт ҡыуығы һәм үт юлдары, бөйөр һәм бәүел ҡыуығы шешкәндә, ашҡаҙандың гастрит, сей яра (язва) ауырыуы булғанда, дөйөм шешенгәндә, ревматизм, подагра кеүек сирҙәр, экзема, нейродермит һымаҡ тире ауырыуы башланғанда ҡулланырға кәңәш ителә. Төнәтмәне әҙерләү: 2 балғалаҡ кипкән ҡайын бөрөләрен 1 стакан ҡайнар һыуға һалып, өҫтө ябыҡ килеш йылы урында 20-30 минут тоторға кәрәк. Төнәтмәне көнөнә өс тапҡыр, ас ҡарынға, 1 аш ҡалағы эсергә. Читать далее →

Үгәй инә үләне

мать и мачеха                                     Үгәй инә үләне

     Үгәй инә үләне, яр япрағы (русса: мать-и мачеха, латинса: Tussilago farfara L.) — күп Йыллыҡ үҫемлек. Апрелдә һары сәскә ата, май баштарында орлоғо өлгөрә. Үгәй инә үләне юл буйҙарында, ташландыҡ ерҙәрҙә, йылға ярҙарында һ.б. урындарҙа үҫә. Республикабыҙҙа киң таралған үҫемлек.
     Дауалау өсөн үләндең аҫҡы (тамырына яҡын) япраҡтары ҡулланыла. Уларҙың составында гликозидтар, инулин, алма кислотаһы, сапониндар, С витамины, каротиноидтар һ. б. биологик актив матдәләр бар. Үләндең япрағы июнь — июль айҙарында йыйыла һәм ҡояш төшмәгән ҡоро бинала, йоҡа итеп йәйеп киптерелә. Кипкән үләнде ҡоро урында һаҡлағанда, уның шифаһы 3 йыл буйы юғалмай.
     Үгәй инә үләне япрағынан әҙерләнгән төнәтмәне (йәки ҡайнатманы) тын алыу юлдары, үпкә шешкәндә, тын ҡурылғанда, ашҡаҙан-эсәк, бәүел юлдары сирләгәндә ҡулланырға кәңәш ителә. Төнәтмәне әҙерләү: 1 аш ҡалағы киптереп ваҡланған үлән япрағын 1 стакан ҡайнар һыуға һалып, өҫтө ябыҡ килеш йылы урында 30-40 минут тоторға кәрәк. Төнәтмәне көнөнә 3-4 тапҡыр, ашар алдынан, 1 аш ҡалағы эсергә. Читать далее →

Уҫаҡ

ОСИНА                                              Уҫаҡ

     Уҫаҡ, ауһаҡ (русса: осина, латинса: Populus tremula L.) — эре ағас. Бейеклеге 30—35 метрға етә. Апрель — май айҙарында (ағас япраҡ ярғанға тиклем) сәскә ата. Уҫаҡ йылға, күл ярҙарында, урман ситендә, һаҙлыҡта һәм шулай уҡ тауҙарҙа үҫә. Республикабыҙҙа киң таралған үҫемлек. Уны урамдарҙа ултыртып та үҫтерәләр.
     Дауалау өсөн уҫаҡтың ҡайыры, бөрөләре, япрағы һәм үҫентеләре ҡулланыла. Ҡайыры составында глюкоза, фруктоза, сахароза исемле углеводтар, хуш еҫ биреүсе кислоталар, фенол- гликозидтар һ.б. биологик актив матдәләр бар. Үҫемлектең япрағында С витамины, каротин, флавоноидтар, фенолглико- зидтар һ.б. биологик актив матдәләр табылған. Бөрөләрендә лә төрлө шифалы матдәләр күп. Ағастың ҡайыры иртә яҙ башланыу менән урман ҡырҡҡан ерҙә әҙерләнергә тейеш. Шыма ҡайырҙар алына, башта улар ҡояшта һулытыла, аҙаҡ күләгәлә һәм ҡоро урында киптерелә. Уҫаҡ япрағы май — июнь айҙарында йыйыла һәм күләгә урында киптерелә. Ағастың бөрөләре (улар ярылғанға тиклем) әҙерләнә һәм кисекмәҫтән мейестә йәки духовкала киптерелә. Читать далее →

Тирәк

тополь

                                                    Тирәк

     Тирәк (русса: тополъ, осокорь, латинса: Populus nigra L.) — эре ағас. Уның донъяла 100-гә яҡын, ә илебеҙҙә 30 төрө билдәле. Республикабыҙҙа тирәктең ике төрө — аҡ һәм күк үҫә. Тирәктең ҡайһы бер төрҙәренең бейеклеге 25—30 метрға етә. Март — май айҙарында (япраҡ ярғанға тиклем) сәскә ата, орлоғо апрель — июндә өлгөрә, йылға, күл ярҙарында үҫә. Ул бигерәк тә ҡомло тупраҡты ярата. Күк тирәкте урам-парктарҙы матурлау маҡсатында ултыртып та үҫтерәләр.
     Дауалау өсөн тирәктең бөрөләре ҡулланыла. Уларҙың составында флавоноидтар, фенолгликозидтар, С витамины һ.б. биологик актив матдәләр бар. Тирәк бөрөләре март — апрель айҙарында (был ваҡытта бөрөләр бер аҙ ҡата) йыйыла. Киптерер алдынан бөрөләр һулытыла. Аҙаҡ күләгәле һәм ҡоро урында киптерелә. Һаҡлау ғәҙәттәгесә.
     Тирәк бөрөләре төнәтмәһен халыҡ медицинаһында нервылар ҡаҡшағанда, биҙгәк тотҡанда, ревматизм ауырыуынан ҡулланырға кәңәш ителә. Төнәтмәне әҙерләү: 1 аш ҡалағы киптереп ваҡланған бөрөнө 1 стакан ҡайнар һыуға һалып, өҫтө ябыҡ килеш йылы урында 30-40 минут тоторға кәрәк. Төнәтмәне көнөнә өс тапҡыр, ашар алдынан, 1 аш ҡалағы эсергә.
     Тирәк бөрөләре онтағынан әҙерләнгән дарыу майы ла тән ҡысытыуҙан, эренле яра-йәрәхәттән, геморройҙан килешә. Аяҡ- ҡул һыҙлағанда уның менән ыуынырға мөмкин. Дарыу майын әҙерләү: 1 аш ҡалағы киптереп онталған тирәк бөрөһө 2 аш ҡалағы туң май (һарыҡтыҡы яҡшыраҡ) менән ентекләп бутала.
                                                                    «Тыуған яҡтың шифалы үҫемлектәре», Варис Ғүмәров