Бишбармаҡ
Миңә 77 йәш. Ҡулдар бик тыңлашмай. Шулай ҙа хәлемдән килгәнсә үҙем белгән ризыҡтарҙы бешерергә яратам. Балалар, ялға киләбеҙ, тиһәләр ҙә. бик ҡыуанып бешеренәм. Һағынып көтөп алам үҙҙәрен. Улар бигерәк тә мин бешергән бишбармаҡты яратып ашай.
Бишбармаҡ өсөн урта йәштәрҙәге йылҡы итен алам. Аш итеп бешерергә һалам. Ит бешкәнсе ҡамыр әҙерләйем. Һалмаға әҙерләнгән ҡамыр инде. Йомортҡа, аҙ ғына һыу, тоҙ ҡушып баҫыла. Шул ҡамырҙы йәйеп, аҙыраҡ көтөп торам да, кибә биргәс, шаҡмаҡлап, бик эре итмәй генә киҫәм. Бешкән итте һурпанан алып, шаҡмаҡлап турайым. Һурпа өҫтөндәге һөҙлөктө һөҙөп алам да уға дүңгәләкләп киҫелгән һуғанды һалып, бер аҙ ҡайнатам. Шунан һуң иттең өҫтөнә бер аҙ һурпа өҫтәп, йылытып алам. (һурпаһын күп һалмағыҙ). Икенсе һауытта һурпаға әлеге һалманы һалып бешереп алам. Аҙаҡ һалманы ит һөҙгөс менән һөҙөп алып, йылы ит өҫтөнә һалам һәм һуғанлы тоҙлоҡто ҡоям. Бына шунан һуң табынға бирергә була. Бик тә тәмле, туҡлыҡлы ризыҡ ул бишбармаҡ.
“Хазиналы табын конкурсы”: Зөбәйҙә Ҡорбанғәлиева. Учалы ҡалаһы.