Тал

ива
                                               Тал

     Тал (русса: ива, верба, латинса: Salix L.) — эре ағас. Бейеклеге 10-12 м-ға етә. Апрель — май айҙарында сәскә ата, май — июндә орлоғо өлгөрә. Талдың төрҙәре байтаҡ: аҡ тал, өйәңке (йәки мурт тал) һ. б. Тал йылға буйҙарында, дымлы тупраҡлы урмандарҙа үҫә. Республикабыҙҙа киң таралған үҫемлек.
     Дауалау өсөн уның ҡайыры ҡулланыла. Уның составында салицилин исемле гликозид, катехиндар, ҡамаштырыу (дубильные) матдәләре һ.б. биологик актив матдәләр бар. Тал ҡайыры ағастың олоно һәм эре ботаҡтарынан апрель, май, июнь айҙарында һыҙырыла һәм ҡоро, елләтелеп торған урында киптерелә. Ғәҙәттәгесә һаҡлана. 4 йылға тиклем үҙ шифаһын юғалтмай.
     Тал ҡайырынан әҙерләнгән ҡайнатманы ревматизм, подагра сирҙәренән, берәй эске ағзанан (ашҡаҙандан, аналыҡтан һ.б.) ҡан килгәндә, биҙгәк тотҡанда эсергә кәңәш ителә. Ҡайнатманы әҙерләү: 2 аш ҡалағы киптереп ваҡланған тал ҡайырын 1 стакан һыуға һалып, 10-15 минут ҡайнатып алырға кәрәк. Дауаны көнөнә өс тапҡыр, ашар алдынан, 1 аш ҡалағы эсергә.
     Ауыҙ эсе боҙолғанда, теш ите шешеп ҡанағанда ауыҙҙы был ҡайнатма менән сайҡау файҙалы. Экзема кеүек тире ауырыуы булғанда ошо ҡайнатманы ҡушып ванна яһарға мөмкин.
                                                               «Тыуған яҡтың шифалы үҫемлектәре», Варис Ғүмәров

Сирень

СИРЕНЬ
                                              Сирень

     Сирень, күксин (русса: сирень обыкновенная, латинса: Syringa vulgaris L.) — ҡыуаҡ. Бейеклеге 2-7 м. Май — июнь айҙарында ҡыҙғылт миләүшә (һирәк аҡ) төҫтәге сәскә ата, июлдә орлоғо өлгөрә. Илебеҙҙә киң таралған үҫемлек. Декоратив маҡсатта баҡсаларҙа, парктарҙа, өй эргәһендә үҫтерелә.
     Дауалау өсөн үҫемлектең, нигеҙҙә, сәскәһе һәм япрағы ҡулланыла. Уларҙың составында эфир майы, синигрин исемле феногликозид, фарнезол, минераль тоҙҙар һ.б. биологик актив матдәләр бар.
Сирень сәскәһе ата башлаған сағында, ә япрағы йәйҙең тәүге яртыһында (ҡоро көндә) әҙерләнә. Дауалар күләгәлә һәм ҡоро урында йоҡа итеп йәйеп, йыш өйләндереп киптерелә. Улар ғәҙәттәгесә һаҡлана.
     Халыҡ медицинаһында сирень сәскәһенән (йәки япрағынан) әҙерләнгән төнәтмәне бөйөр шешкәндә, бөйөр һәм бөйөр лаҡаны ташы барлыҡҡа килгәндә ҡулланыла. Дауаны әҙерләү: 1 аш ҡалағы киптереп ваҡланған сәскәне (япраҡты) 1 стакан ҡайнар һыуға һалып, өҫтө ябыҡ килеш йылы урында 4 сәғәт тоторға кәрәк. Төнәтмәне көнөнә өс тапҡыр, ашар алдынан, 1 аш ҡалағы эсергә. Был дауаны тапма ауырыуынан (маляриянан) да эсергә кәңәш ителә.
     Сирень сәскәһенән яһалған дарыу майы аяҡ-ҡул һыҙлағанда ыуыныу өсөн ҡулланыла. Майҙы әҙерләү: 1 аш ҡалағы киптереп онталған сәскә 2 аш ҡалағы аҡ май менән ентекләп бутала.

Имән

дуб
                                              Имән

     Имән (русса: дуб черешчатый, латинса: (Quercus robur L.) — бейеклеге 40 метрға етә алған ағас. Апрель — май айҙарында сәскә ата, емеше октябрь баштарында өлгөрә. Имән, нигеҙҙә, республикабыҙҙың көнбайыш өлөшөндә үҫә. Дауалау өсөн йәш имәндең ҡайырыһы ҡулланыла. Уның составында ҡамаштырыу матдәләре, кверцетин, пентозон һ.б. биологик актив матдәләр бар. Имән ҡайырын яҙғыһын (ағас япраҡ ярғанға тиклем) әҙерләйҙәр. Алынған ҡайырҙың оҙонлоғо 20-30 см-ҙан артыҡ булмаһын. Һыҙырылған ҡайыр көпшә рәүешендә бөгәрләнә һәм яҡшы елләтелеп торған урында киптерелә. Күгәрмәһен өсөн ҡайыры даими рәүештә әйләндерел торолһон. Ҡайырының тиҙ һынып барыуы уның яҡшы кипкәнен аңлата. Читать далее →

Бәпембә

одуванчик
                                                 Бәпембә

     Бәпембә, салмабаш (русса: одуванчик лекарственный, латинса: Тaraxacum officinale Wigg) — күп йыллыҡ үлән үҫемлек. Апрель — июнь айҙарында һары сәскә ата, емеше май — июнь айҙарында өлгөрә. Бәпембә тау биттәрендә, ялан-аҡландарҙа, юл буйҙарында, ташландыҡ ерҙә үҫә. Республикабыҙҙа киң таралған үҫемлек.
     Дауалау өсөн, нигеҙҙә, тамыры ҡулланыла. Япрағын да файҙаланып була. Бәпембә тамыры составында инулин, гликозид, алма кислотаһы, минераль тоҙҙар һ.б. биологик актив матдәләр бар. Бәпембә тамыры август — сентябрҙә йә апрель — май айҙарында ҡаҙып алына. Һалҡын һыуҙа йыуғандан һуң ҡоро урында һәм күләгәлә киптерелә. Бәпембә тамырынан әҙерләнгән төнәтмәне аппетит юғалғанда, бауыр һәм үт ҡыуығы шешкәндә, нервылар ҡаҡшағанда, подагра сире булғанда, бөйөрҙәр тарафынан бәүел бүленеүе насарайғанда, эс ҡатҡанда ҡулланырға кәңәш ителә.
     Халыҡ медицинаһында имеҙгән әсәләргә һөттәре артһын өсөн дә бәпембә тамыры төнәтмәһен эсергә кәңәш ителә. Төнәтмәне әҙерләү: 1 аш ҡалағы киптереп ваҡланған тамырын 2 стакан ҡайнар һыуға һалып, өҫтө ябыҡ килеш йылы урында 30-40 минут тоторға кәрәк. Төнәтмәне көнөнә өс тапҡыр, ашар алдынан 20-30 минут элек, 2-3 аш ҡалағы эсергә тәҡдим ителә. Читать далее →

Үҙ-үҙеңде хисаплау

                                                               Үҙ-үҙеңде хисаплау

     Бөгөнгө көндә мосолмандар Аллаһ Рәсүле (ﷺ) сөннәтенең бихисап төрҙәрен юғалтты. Уларҙың береһе хаҡында беҙ бөгөн һеҙҙең менән һөйләшәсәкбеҙ. Ул – үҙ-үҙеңде хисаплау. Ғәрәп телендә быны бер һүҙ менән «мурааҡабә» тиҙәр, йәғни үҙ-үҙеңде контролдә тотоу. Хаҡ хәлифә Ғүмәр шулай тип әйткән: «Һеҙҙе хисапҡа дусар иткәнсе, үҙ-үҙегеҙҙе хисаплағыҙ». Ҡыҙғанысҡа күрә, исламдың бына ошо өлөшө күп мосолмандар тарафынан онотолған. Күптәребеҙ үҙ-үҙенән хисап талап итәме икән? «Бөгөн нимәләр эшләнең? Ай дауамында нимәләр менән мәшғүл инең? Уҙған йылың нисек үтте?» һ.б. Әммә күптәр гонаһтарын барламай шул, иҫләп, улар өсөн ғәфү үтенмәй һәм онотолған гонаһтар йыйыла бара... Читать далее →

Исра һәм миғраж

                                                               Исра һәм миғраж
     Исра — рәсүлуллаһтың бер кис Мәккәлә мәсет Харамдан Бәйтул Мөҡәддәскә барып ҡайтыуынан ғибәрәттер. Миғраж иһә, шул кис күккә ашып, рухани ғәләм менән танышыуынан ғибәрәттер. Исра Ҡөрьәндә зекер ителәлер. Исра сүрәһе, 1- се аят:

        سُبْحَانَ الَّذِي أَسْرَى بِعَبْدِهِ لَيْلًا مِّنَ الْمَسْجِدِ الْحَرَامِ إِلَى الْمَسْجِدِ الْأَقْصَى الَّذِي بَارَكْنَا حَوْلَهُ لِنُرِيَهُ مِنْ آيَاتِنَا إِنَّهُ هُوَ السَّمِيعُ الْبَصِيرُ
     «Үҙенең ҡоло Мөхәммәд ғәләйһиссәләмде бер кистә Мәккә шәһәрендәге мәсет Харамдан Ҡотдус шәһәрендәге мәсет Әҡсаға йөрөтөп ҡайтарыусы Аллаһ һәр кәмселектән пак тип белегеҙ! Ул Ҡотдус шәһәренең тирәһен бәрәкәтле ҡылдыҡ, Мөхәммәд пәйғәмбәрҙе шулай ҡөҙрәтебеҙ менән йөрөттөк, ғәжәп ғәләмәттәребеҙҙе күрһәтмәҫ өсөн, әлбиттә, Аллаһ — ишетеүсе үә күреүселер». Читать далее →

Миғраж кисәһе

                                                                   Миғраж кисәһе

                                                   Аллаһтың бүләге (Миғраж кисәһе)
     Рәжәб айының аҙағында Миғраж кисәһе тигән көн бар. Ниндәй көн һуң ул, ни өсөн уны билдәләп үтәбеҙ, ни өсөн беҙ уны байрам тип һанайбыҙ?
     Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд ﷺ, үҙенә пәйғәмбәрлек иңгәндән һуң, ун йыл кешеләрҙе иманға өндәне. Кешеләрҙе Аллаһ Тәғәләнең барлығына, берлегенә, йәннәт, йәһәннәмдең барлығына ышанырға өндәй. Изгелек ҡылырға кәрәген өйрәтте, әммә иманға килеүселәр, иман килтереүселәр ысынында бик әҙ ине. Шуның өҫтәүенә пәйғәмбәрлектең 10-сы йылында Пәйғәмбәрҙе тәрбиәләп үҫтергән, уға терәк булған ағаһы Әбү Талиб үлеп китә. Уға таяныс, терәк булған ҡатыны Хәҙисә раҙыйаллаһу ғәнһү вафат була. Шуға күрә пәйғәмбәрлектең унынсы йылын ҡайғы йылы тиҙәр, һәм шунан һуң да Пәйғәмбәребеҙгә бик күп ауырлыҡтар күрергә тура килә. Расүлулла Мәккә шәһәрендәге кешеләрҙе иманға өндәй-өндәй һөҙөмтәһен күрмәгәс, кешеләрҙе дингә өндәр өсөн Зәйед бин Харис менән был ҡаланан йыраҡтараҡ булған Таиф шәһәренә бара. Унда ла бик насар ҡаршылайҙар, таштар менән бәргеләп, ҡыуып ебәрәләр. Пәйғәмбәрҙең аяҡтары ярылып, ҡанап бөтә. Һәм был шәһәрҙән сыҡҡас Пәйғәмбәребеҙ доға ҡыла: «Йә, Раббым, — ти, — мин үҙемдең көсһөҙлөгөмдән, ғәзизлегемдән Һиңә һыйынам. Йә, Раббым, миңә золомлоҡ, әшәке һүҙ һалған кешеләрҙең зарарынан Һиңә һыйынам. Йә, Раббым, миңә дөрөҫ юлдарҙы күрһәт. Әллә мин өндәгән хаҡ дин дөрөҫ түгелме? Әллә минең берәр ғәйебем бармы?» — тип Аллаһ Тәғәләнән һорай. Читать далее →

Харам мал

                                                        Харам мал — ағыу менән бер

     Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд Мостафа салаллаһу ғәләйһиссәләмдең бер хәҙисе бар: «Әгәр тәндәрегеҙҙе хәрәм ризыҡ менән туҡландырһағыҙ, ҡиәмәт көнөндә ошо тәндәрегеҙ тамуҡ утына утын булыр, — тине. — Яғыулыҡ булыр», — тине.
     Пәйғәмбәребеҙ: әгәр балаларығыҙҙың тәндәрен хәрәм ризыҡ менән ризыҡландырһағыҙ, үҫеп еткәс, көстәре һеҙгә ҡаршы боролор, тине. Ҡарауыл өйөндә бер ир кеше маҡтанып ултырған: «Минең малай таҙа икән», — тип. «Ҡайҙан белдең?» — тигәс, «Кисә һуғып йыҡҡан ине көскә торҙом», тип әйткән, имеш.
     Балаларыбыҙҙы хәрәм ризыҡ менән туҡландырһаҡ, ҡартаймыш көнөбөҙҙә шулай итеп «маҡтанаһы» була. Аллаһ һаҡлаһын. Был осраҡта беҙ йылмаябыҙ икән, — был күҙ йәше аша йылмайыу. Һәм бына Аллаһ Тәғәләнең Ҡөръәндә асыҡ хикәйәт иткән хәрәм нәмәләр: сусҡа ите, мал ҡаны, үләкһә, араҡы. Хәләл булған мал-тыуар ҙа, «Бисмилләәһи, Аллааһү әкбәр», тип һуйылмаһа, был да ашарға харам дәрәжәһендә йөрөй, һәм бына ошо күҙлектән сығып, беҙ үҙебеҙҙең ризығыбыҙҙы ҡайғыртырға тейешбеҙ. Читать далее →

Ҡөръән бағышлау

                                                             Ҡөръән бағышлау

                              Ҡөръән ашы мәжлесендә Ҡөръән уҡығандан һуң бағышлау
     Аллааһүммәр-зүҡнәә ғишән биләә бәләә ин диинән билә һәүәә ин үә ғәмәлән биләә рийәә ин үә ғәфүән биләә ғәҙәәбин үә мәғфиратән биләә ғитәәбин үә джәннәтән биләә хисәәбин үә ру йәтән биләә хиджәәб. Аллааһүммә түб ғәләйнәә ҡабләл-мәүти үәрхәмнәә ғиндәл-мәүти үә ләә түғәҙҙибнәә бәғдәл-мәүти үә һәүүин ғәләйнәә сәкәраатәл-мәүти бирахмәтикә йәә әрхәмәр- раахимиин. Читать далее →

Саҙаҡа

                                                               Саҙаҡа

     Саҙаҡа биреүҙә ун төрлө изгелек барҙыр. Бишеһе донъяла, бишеһе әхирәттә булыр.

     Донъяла булған бише:
беренсеһе: саҙаҡа малды пак(таҙа) итер;
икенсеһе: кешене гонаһтан пак итер;
өсөнсөһө: саҙаҡа бәләләрҙе һәм ауырыуҙарҙы ҡыуыр;
дүртенсе: саҙаҡа биреү менән бер мосолмандың күңелен шатландырһа, ғәмәлдәренең артығырағы булыр. Был саҙаҡа мосолмандарҙың күңеленә шатлыҡ һалалыр,
бишенсеһе: саҙаҡа бирелгән мал бәрәкәтле булыр, саҙаҡа биргән кешенең ризығы киң булыр.
Читать далее →