Бәраәт кисәһе

                                                                        Бәраәт кисәһе

                                                                   Тәүбәгә килеү көнө

     Бер-бер артлы килә торған өс изге айҙың икенсеһенә лә индек. Рәжәб айы бөттө, изге Шәғбан айы башланды. Шуның һуң – Рамаҙан айы. Унаң һуң Мөхәррәм айы. Өсөһө лә бер-береһенә терәлеп торалар. Пәйғәмбәребеҙ ﷺ, әйтте: беренсеһе — Аллаһ Тәғәләнеке, Аллаһ Тәғәлә доғаларҙы ҡабул итә торған, бәндәләрҙе ярлыҡай торған ай, тине. Шәғбан айы, Пәйғәмбәребеҙ, минең ай, тине. Тимәк, Шәғбан айында эшләгән игелектәребеҙ — Пәйғәмбәребеҙҙең ﷺ шәфәғәтен беҙгә насип итеүсе изгелектәр. Ҡиәмәт көнөндә, иң ауыр мәлдә, Пәйғәмбәребеҙ ﷺ бәндәләргә шәфәғәт күрһәтә ала. Барлыҡ пәйғәмбәрҙәребеҙ араһынан ҙур шәфәғәт күрһәтеү Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд ғәләйһиссәләмгә генә бирелгән.  Ҡиәмәт көнөндә, бәндәләр шәфәғәт һорап, төрлө кешеләр (пәйғәмбәрҙәр, әүлиәләр һәм башҡаһы) янына барып ҡарарҙар. Әммә уларға ҙур шәфәғәтте Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд ﷺ генә бирә ала. Шәғбан айында эшләгән изгелектәребеҙ Пәйғәмбәребеҙ шәфәғәтенә сәбәпсе була ала. Шуға күрә Пәйғәмбәребеҙ ﷺ ҡиәмәт көнөндә ҡайһы берәүҙәрҙе йәһәннәмдән йолоп ҡалыр, ҡайһы бер бәндәләрҙең тамуҡта ғазаптарын еңеләйтер, ҡайһы берәүҙәрҙең йәннәткә инеүҙәрен еңеләйтер.
     Өммәтенде нисек танырһың, тип һорағас, Пәйғәмбәребеҙ ﷺ: минең өммәтем биш ваҡыт намаҙ уҡыр, уларҙың тәһәрәт алған ерҙәренән нур бөркөлөп торор тигән. Читать далее →

Имамдарға итәғәт

                                                                       Имамдарға итәғәт

                                                Мәхәллә имамы — халыҡтың рухи тәрбийәсеһе
     Имамдар кемдәр һуң улар?
     Имам тигәс, кешенең күҙ алдына мәсеттә намаҙҙар уҡыусы; үлгән кешеләргә йыназа намаҙы уҡып Ахирәт тормошона оҙатыусы, сабыйҙарға исем ҡушыусы; өйләнешеүсе парҙарға — кейәү менән кәләшкә, — никах уҡыусы; Ҡөрьән уҡып мәжлес үткәреүсе һаҡаллы, оло йәштәге мулла бабай, йәиһә ҡырыҡ-илле йәштәр тирәһендәге хәҙрәт килеп баҫа. Кешенең башына башҡа төрлө уй килә алмай, сөнки хәҙерге заманда бик күп хәҙрәттәр бары тик бына шул, юғарыла һаналған эштәрҙе генә башҡаралар. Дөрөҫ, был эш-ғәмәлдәрҙе башҡарыу өсөн дә тейешле дини ғилемең, һаулығың-сәләмәтлегең булыуы кәрәк! Һәм, дөрөҫөн генә әйткәндә, был ғәмәлдәрҙе ҡылыу өсөн ваҡыт та һорала. Әммә ләкин хәҙрәттәр, имамдар алда һанап үткән эштәре менән генә сикләнергә тейеш түгел.
Читать далее →

Иманлы кеше

                                                                               Иманлы кеше

                                                                 Иманлы кеше – ышаныслы кеше
     Ышаныс, бер-береңә ҡарата ярҙам, хәстәрлек — мосолман тәбиғәтендәге иң төп һыҙаттарҙың береһе.
Сәхәбәләрҙән Әбү Һөрәйрә һөйләп ҡалдырған бер хәҙистә пәйғәмбәребеҙҙең, ғәләйһис-сәләм: «Кеше тәнендә 360 быуын була. Һәр көндө ул ҡояш сыҡҡан саҡта үҙ тәнендәге быуындар һанынса саҙаҡа биреп торһон, — тигән һүҙҙәрен килтерә. Саҙаҡаның төрлө игелектәрен һанап сыға: «Әгәр ҙә һин ике кеше араһында ғәҙел хөкөм йөрөтә белһәң, менер атына (хайуанына) атланырға, йөгөн тейәшергә йәки алып барырға ярҙам итһәң, яҡшы һүҙең, намаҙға барғандағы һәр аҙымың, кешегә ҡамасаулап юлда ятҡан сүпте алып ташлауың да — саҙаҡа...» — ти. Читать далее →

Тыйнаҡлыҡ

                                                                            Тыйнаҡлыҡ

     Һәр намаҙҙа мосолман уңға ла, һулға ла боролоп, шул тарафтарҙа булған фәрештәләргә, кешеләргә, олоһона ла, кесеһенә лә — бөтә йән эйәләренә сәләм бирә, уларға Аллаһы Тәғәләнең рәхмәтен һәм бәрәкәттәрен теләй.
     Пәйғәмбәребеҙ өйрәткән: «Һеҙҙән кем дә булһа берәү мәсеткә инә икән: «Эй, Раббым! Минең өсөн рәхмәт ҡапҡаларыңды ас! — Аллаһүммә фтәх ли әбүәбә рәхмәтик!» — тип инһен», — тигән. Читать далее →

Телдең хаҡы

                                                                            Телдең хаҡы

                                                          Ғалимдар мираҫынан бер нисә фекер
     «Атҡа — кешнәү, эткә — өрөү, үгеҙгә — үкереү, ҡапланға ырылдау кеүек сифаттар бирелгән шикелле, кешегә лә тел, һүҙ оҫталығы бирелгән. Тел — уның көсө, ҡоралы, таянысы һәм аҡланыу юлы. Аллаһ ҡолдарына был һәләт башҡа бөтә йән эйәләренә ҡарағанда ла нығыраҡ кәрәк».
                                                                                                                             Филон
     «Ауырыуҙарынан ҡотолоу өсөн дарыуҙар һәм шифалы үләндәр ҡулланырға тырышып та, һүҙҙәрҙең файҙаһын белмәй һәм белергә лә теләмәй унан баш тартҡандар — отолоуҙа». Читать далее →

Тормошта һынау

                                                                      Тормошта һынау

                                     Тормошта бар нәмә әҙәм балаһына һынау итеп бирелгән

     Ғаләмдәрҙең хужаһы булған Аллаһы Субхәнәһү үә Тәғәләгә сикһеҙ маҡтауҙарыбыҙ булһын. Беҙҙән ҡала был донъяла тәбиғәттә үҫемлектәр донъяһы, хайуандар донъяһы бар — уларҙы беҙ күреп беләбеҙ. Тағы күҙгә күренмәй торған фәрештәләр һәм ендәр донъяһы бар, беҙ уларҙы Аллаһы Субхәнәһү үә Тәғәләнең Ҡөръән китабынан һәм пәйғәмбәребеҙ саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләмдең хәҙистәренән уҡып беләбеҙ.
     «Әйт: «Миңә вәхи ҡылынды, Аллаһынан хәбәр бирелде, ендәрҙең бер өлөшө Ҡөръәнде тыңлағандар һәм ендәр ҡәүемдәренә барып һөйләнеләр: Ысындан да, беҙ тура юлға өндәй торған, ғәжәйеп Ҡөръән һүҙҙәрен тыңланыҡ. Ул Ҡөръән тура юлға күндерәлер һәм беҙ иман килтерҙек. Бынан һуң беҙ Раббыбыҙға тиң заттар эҙләмәйбеҙ». («Ендәр» сүрәһе 1-2 аят). Читать далее →

Шәғбан

                                                                              Шәғбан

     Пәйғәмбәребеҙ әйткән: «Изге Шәғбан минең үҙемә тәғәйенләнгән ай», — тигән, был турала үҙенең фәрештәләренә хәбәр биреп. Аллаһы Тәғәлә үҙе лә: «Эй, фәрештәләрем! Минең ҡолдарым булған бәндәләрҙең Минең һөйөклө илсем өсөн тәғәйенләнгән айҙы нисек итеп хөрмәт иткәндәрен, ололауҙарын күрҙегеҙме? Шуның өсөн дә Мин үҙемдең дәрәжәм һәм ҡөҙрәтем менән ҡолдарыма мәғфирәт бирәм», — тиер ти. Пәйғәмбәребеҙ үҙе лә элек бер генә айҙа ла Шәғбан айындағы кеүек күп итеп ураҙа тотмаған, тип хәбәр бирә мөхәддистәр. Бының сәбәбен ул үҙе лә: был ай — йылдың шундай бер миҙгеле, унда бәндәләрҙең бөтә тәүбәләре Аллаһ хозурына барып етә. Читать далее →

Шәғбан айы

                                                                      Шәғбан айы

     Боронғо ғәрәптәрҙә шәғбан айы ғәҙел тип аталған. Риүәйәттәрҙә күренеүенсә был айҙың исеме үҙгәртелеүгә Бәни Тәмим ҡәбиләһе башлығы Нәүфел бин Вәрәҡә сәбәпсе. Бер мәл ул Жәржән ҡәлғәһенә килә. Жәржән батшаһы менән һөйләшкәндә, һүҙ уңайы менән үҙенең сире — бүҫерҙән ыҙаланыуы хаҡында әйтә. Жәржән батшаһы бер тауҙы күрһәтә, шул тауҙан ете шишмә ағып төшә икән. Шул шишмәләрҙең береһенең һыуын эсергә тәҡдим итә ул Вәрәҡәгә, ҡарынынан хуш еҫле бер матдә айырылып сыға. Уны ғәнбәр тиҙәр. Ана шул ғәнбәр еҫе килгән һыуҙы эсә Нәүфил бин Вәрәҡә.
     Нәфил бин Вәрәҡә сиренән арындырыр дарыуҙы таба. Был һыу бик килешә уға. Шунан яңы тыуған айға ҡарап Нәфил бин Вәрәҡә доға уҡый: «Аллаһүммәжғәл һәәҙәә шәһрә мүбәрәкә инни шәфикәмин һәәҙәә шәғбә» (мәғәнәһе: эй, Раббым! Был айҙа бәндәләреңдең бөтәһенә лә мөбәрәк итһәң ине. Мин был етегән шишмәнән шифа таптым») — тип доға ҡылған. Читать далее →

Дарыу үләндәрен йыйыу


                                  Дарыу үләндәрен йыйыу

     Шифалы үҫемлекте экологик яҡтан таҙа ерҙә йыйырға кәрәк. Машина күп йөрөгән юл буйҙарындағы үҫемлектәр машиналарҙан сыҡҡан зәһәрле газ матдәләре менән ағыуланған була. Шулай уҡ баҫыу ситендә үҫкәне лә йыйылмаһын, сөнки игендәге зарарлы бәшмәк-микробтарҙы ҡырыу, ҡый үләндәрен ҡоротоу маҡсатында төрлө көслө ағыу препараттары (гербицидтар, фунгицидтар һ.б.) ҡулланыла. Улар яҡында үҫкән үҫемлектәргә лә эләгә.
     Үләндәрҙең ҡайһылары бер-береһенә ныҡ оҡшаш. Шуға күрә тик яҡшы белгәнең, танығаныңды ғына йыйырға кәрәк, юғиһә дарыу үләне урынына килешмәгәне, ағыулыһы эләгеүе ихтимал.
Дарыу үҫемлектәрен баҙарҙан һатып алыу ҙа хәүефле. Аҡсаға табынған берәй әҙәм шифалы үҫемлек урынына теләһә ҡайҙан йыйылған әллә ниндәй үлән һатыуы мөмкин. Читать далее →

Һары умырзая

адоонисҺары умырзая

     Һары умырзая (русса: горицвет (адонис) весенний, латинса: Adonis vernalis L.) — күп йыллыҡ ағыулы үлән үҫемлек, бейеклеге 50 см-ға етә ала. Апрель — май айҙарында һары сәскә ата, июнь — июлдә орлоғо өлгөрә. Һары умырзая ҡайын һәм имән урмандары ситендә, ҡалҡыулыҡтарҙың көньяҡ-көнбайыш, көньяҡ-көнсығыш биттәрендә үҫә. Башҡортостандың күпселек райондарында үҫемлекте күрергә мөмкин. Тик Ҡалтасы, Яңауыл райондарында ул осрамай.
     Дауалау өсөн һары умырзаяның үләне (ер өҫтөндәге өлөшө) ҡулланыла. Уның составында адонотоксин, цимарин исемле йөрәк гликозидтары, сапониндар, адоникол кислотаһы һ.б. биологик актив матдәләр бар. Һары умырзая үләне сәскә атҡан мәлендә әҙерләнә: тупраҡ өҫтөнән 5-10 см өҫтәрәк өлөшө ҡайсы йәки ураҡ ярҙамында ҡырҡып алына. Тамыры менән йолҡоп алырға ярамай, юғиһә киләһе йылда был үлән үҫмәйәсәк. Читать далее →