Ризығыбыҙ хәләл булһын
Бөтә маҡтауҙарыбыҙ, хәмде-ҫәнәләребеҙ Раббыбыҙ Үҙеңә генә булһын. Бар нәмәне Үҙеңдән генә һорайбыҙ һәм Үҙеңдән генә гонаһтарыбыҙҙан ғәфү итеүеңде һорайбыҙ. Йә Раббым һорағандарыбыҙҙы, доғаларыбыҙҙы риза булып ҡабул итһәң ине. Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд салаллаһу ғәләйһи үәссәләмгә, Уның изге нәҫеленә, сәхәбәләренә һәм уның артынан эйәргән бар өммәтенә салауат шәрифтәребеҙҙе һәм сәләмдәребеҙҙе еткерһәң ине. Беҙҙең барыбыҙҙы ла мөьмин мосолмандар ҡылһаң ине һәм ошо юлдан беребеҙҙе лә аҙҙаштырмаһаң ине.
Пәйғәмбәребеҙ ﷺ нең сөннәтенә эйәреп, Аллаһ Тәғәләнең ризалығын өмөт итеп, Уға ғибәҙәт итеү өсөн, Ахирәт көнөндә мөбәрәк Пәйғәмбәребеҙ ﷺ шәфәғәтен өмөт итеп оло байрамыбыҙ, йома намаҙына килгән мөхтәрәм ғәзиз ҡәрҙәштәрем:
- Әссәләмү-ғәләйкүм үә рәхмәтуллаһи үә бәрәкәтүһ! Читать далее
Миғраж кисәһе намаҙы
Миғраж кисәһе намаҙы
Бөгөн – ҡояш байыу менән – Миғраж кисе башлана. Ошо изге кистә пәйғәмбәребеҙҙе Аллаһ Тәғәлә үҙенең хозурына саҡырып бик күп хикмәттәр, йәннәт һәм йәһәннәмде күрһәткән һәм мосолмандар өсөн ҡиәмәт көнөнә ҡәҙәр изге бүләк булған биш ваҡыт намаҙҙы фарыз иткән. Ислам динендә булған башҡа фарыздар Ҡөръән Кәрим аша ерҙә фарыз ителгән. Ләкин диндең терәге булған биш ваҡыт намаҙ пәйғәмбәребеҙ миғражда ваҡытта фарыз ителгән.
Рәжәб айының 26-һынан 27-һенә ҡараған төнөндә Миғраж кисәһе була. Был кистә йәстү намаҙынан һуң ун ике рәҡәғәт хәжәт намаҙы уҡыла, һәр рәҡәғәттә «Әл-Фатиха»- нан һуң ун тапҡыр «Әл-Ихлас» сүрәһе уҡыла һәм һәр ике рәҡәғәттән һуң сәләм бирелә. Намаҙҙан һуң дүрт тапҡыр «Әл-Фатиха» һәм йөҙ тапҡыр: Читать далее
Исра һәм Миғраж мөғжизәһе
Исра һәм Миғраж мөғжизәһе
إِذْ يَغْشَى السِّدْرَةَ مَا يَغْشَى * مَا زَاغَ الْبَصَرُ وَمَا طَغَى * لَقَدْ رَأَى مِنْ آيَاتِ رَبِّهِ الْكُبْرَى
Иҙ йағшә-ссидратә мәә йәғшәә.
Мәә зәәғаль-басару үә мәә тағаа.
Ләҡад ра'әә мин әәйәәти раббиһил-күбраа.
Ситратүль ағасы балҡышлы ҡорма (үҙенең япраҡтары) менән ҡапланған ине
Мөхәммәдтең күҙҙе ҡамашманы, ҡарашы ситкә тайпылманы
Хаҡтыр, ул Раббыһының иң бөйөк аяттарының (дәлилдәренең) бер өлөшөн күрҙе
Ул, ысынлап та, Раббының иң оло аяттарын күрҙе. Ән -Нәдж (Йондоҙҙар) 53/16-17-18 Читать далее
Хисап көнөндә
Хисап көнөндә
Әғүҙү билләһи минәш шәйтанир раджим. Бисмилләһир Рахмәнир Рәхим.
Хөрмәтле мосолман ҡәрҙәштәрем! Әссәләму ғәләйкум үә рәхмәтуллаһи үә бәрәкәтуһ! Аллаһы Раббил ғәләмин хәҙрәтенең сәләме үә рәхмәте үә бәрәкәте барыбыҙғала насип булһын ине. Йома көнөбөҙ, йома ғибәҙәтебеҙ, Аллаһы ҡаршыһында мәкбул булып, йөмләбеҙ өсөн мөбәрәк булһын ине. Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд Мостафа ﷺ әйтә: Читать далее
Ғәли ибн Хөсәйен
Ғәли ибн Хөсәйен
Әғүүҙү билләәһи минәш-шәйтаанир-ражиим. Бисмилләәһир рахмәәнир-рахииим. Әлхәмдүлилләәһи ғәлә ниғмәти имән әлхәмдүлилләһи ғәлә ниғмәти ислам әлхәмдүлилләһи ғәлә ниғмәтил Ҡөръән үәссаләәтү үәссәләәмү ғәләә рәсүлиһи үә хәбиби Мөхәммәдин Мостафа салаллаһу ғәләйһи үәссәләм үә ғәләә әәлииһи үә әсхабиһи үә әтбәәғиһи әждмәғин.
Күңелдәребеҙгә иман нурын һалып, Ислам дине буйынса ғәмәл ҡылырға насип иткән, ике донъя бәхетенә өлгәшеү юлдарын күрһәткән Ҡөръән Кәримде беҙгә бүләк иткән Аллаһы Тәбәрәкә үә Тәғәләгә биниһая хәмед-ҫәнә, шөкөрҙәребеҙ булһа ине. Аллаһы Тәғәләнең илсеһе һәм һөйөклөһө, динебеҙ ҡанундарын аңлатҡан Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд Мостафа ﷺ хәҙрәттәренә, уның хөрмәтле әһленә, барлыҡ сәхәбәләренә, күңел түрҙәребеҙҙән сыҡҡан сәләмдәребеҙ, салауаттарыбыҙ һәм һәр төрлө изге доғаларыбыҙ булһа ине. Аллаһы Тәғәләнең рәхмәтенә ирешер өсөн, вәғәз тыңлап, йома намаҙын йәмәғәт менән уҡырға тип килгән хөрмәтле дин ҡәрҙәштәрем, әссәләәмү ғәләйкүм үә рахмәтүллаһи үә бәракәтүһ! Читать далее
ҠЫҘ БАЛАЛАР ӨСӨН НӘСИХӘТ
ҠЫҘ БАЛАЛАР ӨСӨН НӘСИХӘТ
БИСМИЛЛӘһИР-РАХМӘНИР-РАХИМ
Хөрмәтле ҡыҙҙар! Һеҙгә мәғлүмдер ки, гүзәл холоҡло ҡыҙ бала бөтөн ғаиләһе өсөн олуғ байлыҡ һәм сәғәҙәт, ҡарындаштары өсөн ҡиммәтле хазиналыр. Үҫкәндән һуң бер иргә ихлас ярҙамсы һәм иптәштер. Гүзәл холоҡло ҡыҙ балалар менән иң ябай кешеләрҙән алып иң бөйөк әҙәмдәргә ҡәҙәр барыһы ла маҡтанырҙар.
Уҡыған үә холҡон тәрбиәләгән ҡыҙ алтындан баһалы, ынйынан ҡәҙерле байлыҡтыр. Бындай ҡыҙҙарҙың һәйбәт сифаттарына ҡарап халыҡ уларҙың иң йыраҡ ҡарындаш һәм белештәре тураһында ла яҡшы фекерҙә була. Холоҡло һәм гүзәл тәрбиәле кешеләр менән ҡәбилә, ҡарындаштары ғына түгел, ә бөтә милләт һәм донъя халҡы ғорурлана. Читать далее
Ир балалар өсөн нәсихәттәр
ИР БАЛАЛАР ӨСӨН НӘСИХӘТТӘР
БИСМИЛЛӘһИР-РАХМӘНИР-РАХИМ
АТА ҺӘМ ӘСӘ
1. Хөрмәтле балалар! Эшһөйәр, изгелекле, яҡшы күңелле кешеләр һәр ваҡыт хөрмәтле була һәм яҡын күренә, быны иһә үҙегеҙ ҙә беләһегеҙ. Ата-әсәгеҙ һеҙгә ҡарата иң ауыр һәм мәшәҡәтле хеҙмәттәрҙе башҡарған һәм һаман да үтәй. һәр ваҡыт ҡайғығыҙҙы уртаҡлашып, бәхетегеҙ өсөн тырыша, һеҙҙең өсөн Аллаһы Тәғәләгә ялбара һәм доға ҡыла. Шуның өсөн, мөмкин тиклем уларҙың хеҙмәттәренә ҡаршылыҡ күрһәтмәгеҙ, мәшәҡәттәренең хаҡын ҡайтарыу мөмкин булмаһа ла, уларға ихласлыҡ менән хеҙмәт итеүсе һәм хөрмәт күрһәтеүсе булығыҙ! Бигерәк тә Аллаһы Тәғәлә хәҙрәттәре улар менән матур һөйләшеүҙе васыят иткән. Рәсүлуллаһ әкрәм әфәндебеҙ, саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм хәҙрәттәре «Ата-әсәләрен риза итеүсе балаларҙан Аллаһы Тәғәлә лә риза булыр», тигән. Читать далее
Башҡорт тарихы
Башҡорт ҡәүеменең фәләкәте
Рычков үә ғәйреләрҙең хәбәрҙәренә күрә, 1735—1740 йылдарҙа 700 миҡдарында башҡорт ҡәрйәһе ут менән яндырылмыш, 3300 ҡәҙәре башҡорт каторгаға ебәрелмеш. 8200 ҡәҙәре ҡатын-ҡыҙ, баласаға рус байҙарына бүленеп бирелеп, уларға ҡол һәм йәриә хөкөмөнә ҡылынмыш, 16893 ҡәҙәре башҡорттоң хөкөм менән баштары киҫелмеш. Һуғыш ваҡытында тәләф булған башҡорттар был иҫәпкә дахилдыр. Быларҙан бөтөнөһө йөҙ меңдән артыҡтыр. Халыҡтың үрсеү ҡағиҙәһенә бинаән ошо йөҙ мең башҡорттан бөгөн бер миллион башҡорт булыр ине, был иһә Ҡаратағ хөкүмәтенең бөтөн халҡының өс- дүрт миҫалына бәрәбәр киләлер.
Шура. 1910. № 21. 666-сы бит. Ризаитдин Фәхретдинов
Шайтандың дүрт вәғәҙәһе
Шайтандың дүрт вәғәҙәһе
Бар ғәләмде юҡтан бар ҡылыусы, тәрбиә ҡылыусы Аллаһ Сүбхәнәһү үә Тәғәләгә хәмде-ҫәнә маҡтауҙарыбыҙ булһа ине. Аллаһ Сүбхәнәһү үә Тәғәлә илдәребеҙгә һәм көндәребеҙгә хәйерле именлектәр, тыныслыҡтар, ауырыуҙарға хәйерле шифалар, тәүфиҡһыҙ йөрөүселәргә, намаҙҙар уҡымаусыларға, динһеҙлектә йөрөүселәргә Аллаһ Сүбхәнәһү үә Тәғәлә тәүфиҡ-һиҙиәт (тура юлға килеүселәргә хас сифаттар: күркәм әҙәп-тәрбиә, яҡшы әхләҡ), истиҡамәттәрен (туралыҡ, намыҫлылыҡ, дөрөҫ йүнәлеш) насип ҡылһа ине. Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд Мостафаға ﷺ күңелдәребеҙҙең түренән сыҡҡан салауат-шәрифтәребеҙ, доғаларыбыҙ ирешһә ине.
Хәтем доғаһы
Хәтем доғаһы.
Әссәләмүғәләйкүм үә рәхмәтуллаһи үә бәрәкәтүһү.
Һеҙҙең иғтибарға *Доға* китабынан Аллаһ Тәғәләнең изге китабы *Ҡөръән Ҡәрим*де уҡып сыҡҡас бағышлап уҡыла торған хәтем доғаһы.
Әғүүҙү билләәһи минәш-шайтаанир-раджиим
Бисмилләәһир-рахмәәнир-рахиим
Читать далее

