Миғраж кисәһе намаҙы
Бөгөн – ҡояш байыу менән – Миғраж кисе башлана. Ошо изге кистә пәйғәмбәребеҙҙе Аллаһ Тәғәлә үҙенең хозурына саҡырып бик күп хикмәттәр, йәннәт һәм йәһәннәмде күрһәткән һәм мосолмандар өсөн ҡиәмәт көнөнә ҡәҙәр изге бүләк булған биш ваҡыт намаҙҙы фарыз иткән. Ислам динендә булған башҡа фарыздар Ҡөръән Кәрим аша ерҙә фарыз ителгән. Ләкин диндең терәге булған биш ваҡыт намаҙ пәйғәмбәребеҙ миғражда ваҡытта фарыз ителгән.
Рәжәб айының 26-һынан 27-һенә ҡараған төнөндә Миғраж кисәһе була. Был кистә йәстү намаҙынан һуң ун ике рәҡәғәт хәжәт намаҙы уҡыла, һәр рәҡәғәттә «Әл-Фатиха»- нан һуң ун тапҡыр «Әл-Ихлас» сүрәһе уҡыла һәм һәр ике рәҡәғәттән һуң сәләм бирелә. Намаҙҙан һуң дүрт тапҡыр «Әл-Фатиха» һәм йөҙ тапҡыр:
سُبْحَانَ الَّلهِ وَالْحَمْدُ لِلَّهِ وَلآ اِلَهَ إِلاَّ اللَّهُ وَ اللَّهُ اَكْبَرُ وَلاَ حَوْلَ وَلاَ قُوَّةَ إِلاَّ بِاللَّهِ الْعَلِىِّ الْعَظِيمِ
Сүбхәналлааһи үәлхәмдүлилләәһи үә ләә иләәһә илләллааһу үә Аллаһу әкбәр! Үә лә хәүлә үә лә ҡүүәтә илләә билләәһил-ғәлийил-ғәҙыым.
Унан һуң йөҙ тапҡыр:
اَسْتَغْفِرُاللَّهَ الْعَظِيمِ وَ اَتُوبُ اِلَيْكَ
«Әстәғфирул-лааһәл-ғәҙыым үә әтүбү иләйик», — һәм 100 тапҡыр «Салауат» уҡыла.
Алда әйтелгән намаҙ 12 рәҡәғәт урынына 100 рәҡәғәт итеп тә уҡыла ала.