Хисап көнөндә

                                                                           Хисап көнөндә

     Әғүҙү билләһи минәш шәйтанир раджим. Бисмилләһир Рахмәнир Рәхим.
     Хөрмәтле мосолман ҡәрҙәштәрем! Әссәләму ғәләйкум үә рәхмәтуллаһи үә бәрәкәтуһ! Аллаһы Раббил ғәләмин хәҙрәтенең сәләме үә рәхмәте үә бәрәкәте барыбыҙғала насип булһын ине. Йома көнөбөҙ, йома ғибәҙәтебеҙ, Аллаһы ҡаршыһында мәкбул булып, йөмләбеҙ өсөн мөбәрәк булһын ине. Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд Мостафа ﷺ әйтә:

                                        اغْتَنِمْ خَمْساً قَبْلَ خَمْسٍ: شَبَابَكَ : قَبْلَ هَرَمِكَ وَ صِحَّتَكَ قَبْلَ سُقْمِكَ وَ غِنَاكَ قَبْلَ فَقْرِكَ وَ فَرَاغَكَ قبل شغلك وَ حَيَاتَكَ قَبْلَ مَوْتِكَ
     Пәйғәмбәр ﷺ Аллаһ әйтә ти: биш нәмә килмәй ҡалмаҫ. Ул биш нәмәнең ҡәҙерен бел, ти. Ғәнимәт итеп һана: үлем килмәҫ борон йәшәүеңде, ауырыу килгәнгә тиклем һау булып йөрөүөңде, буш ваҡытыңды бушҡа үткәрмәй шөғөлдә булып, мәшәҡәт килгәнгә тиклем файҙаға ҡулланыуыңды, йәш ваҡытыңды ҡартлыҡ килгәнгә тиклем ҡәҙерләүеңде, бай ваҡытыңды фәҡирлек килмәҫ борон. Йәғни үҙ ҡулыңда хужалыҡ бар ваҡытты хужалығың китмәҫ борон ҡәҙерен бел, ғәнимәт тийеп бел. Был биш нәмәнең ҡиммәттәре китеп, улар урынына ҡаршылыҡтары килгәндән һуң беленәлер. Быны һәр кем үҙ тәжрибәһендә аңлай ала. Ошо эштәрҙең буласағын беләбеҙ, шулай булһа ла һаман алданып, мәғрур булып йөрөйбөҙ. Бына шул йәһәттән хәҙрәт рәсүл өммәтенең хәтеренә төшөрә, ғәфләт итмәү тураһында тәнбиһ (иҫкәртмә) ҡылалыр.
     Ғәрәп шағирҙарынан бер шағиры әйтә:
                        يا مــــــــــن بـدنيــاه أشـتـغــل ***قــــد غــره طــــــــــــــــــول الأمــــل
                       المـــــــــــــــــوت يـأتـي بـغتــة ***والـقبــــــــر صنـــــــــــدوق الـعـمـــل
                     ولـــم تــــــزل فـــي غـفـلـــــــة*** حـتـــى دنـــــــــــا منــــــــك الأجـــــل
     Эй, донъя менән мәшғүл меҫкен әҙәм, киләсәккә һәр төрлө бәләләр ҡороу менән мәғрур булып, алдағыһы уны шул алданыуы менән ғафил булды, ғәфләттә булды үлем яҡынлашҡанға тиклем, үлем килгәнгә тиклем. Үә хәҙер инде, уға хәбәр килтергән ине, сәстәре, һаҡалдары ағарҙы. Шулай уҡ ҡәберҙең ғәмәлдәре һандығы, ғәмәлдәр урыны икәнен дә иҫәпкә алманы, ти.
     Лоҡман Хәкимдән риүәйәт ҡылына:
                              يا بني إن الناس ثلاث أثلاث ثلث لله وثلث لنفسه وثلث للدود فأما ما هو لله فروحه وأما ما هو لنفسه فعمله وأما ما هو للدود فجسمه
     Лоҡман Хәким үҙенең өгөт-нәсихәтен еткереп шулай тип әйтә: әҙәм балаһы өс киҫәкә бүленер, өс киҫәге өс нәмә өсөн булыр, тип әйтә. Ул – йәне Аллаһы хозурына барасаҡ, Аллаһыға ҡайтасаҡ. Йәғни өстән береһе Аллаһы өсөн, өстән береһе үҙе өсөн, өстән береһе ҡорттар өсөн, тип әйтә. Аллаһы өсөн булғаны – йәне Аллаһы хозурына ҡайтасаҡ, үҙе өсөн булғаны  – изге ғәмәл булһа ла, насар, яуыз ғәмәл булһа ла, — ғәмәлдәр булып ҡала. Әммә ҡорттар өсөн булғаны – тәне, кәүҙәһе, тип әйтә. Мөхтәрәм ҡәбер – донъя йортарының иң һуңғыһы, Ахирәт йорттарының тәүгеһе, тигәндәр.
     Хәҙрәти Ғосман ҡәберлеккә барған ваҡытта ҡаты илай торған булған. Бер ваҡыт унан һорағандар: ни эшләп Ахирәт хәлдәре һөйләнгән ваҡыттарҙа был тиклем иламайһың, әммә ҡәберлеккә килгәндә шул тиклем әҫәрләнеп илайһың, тигәндәр. Шул ваҡыт хәҙрәт Ғосман: Әҙәм балаһының ахыраүи хәйәте ошо көндән башлана. Ошо ҡәбергә ҡуйылған көндә уның хәле яҡшылыҡ менән башланһа, уның бөтә ахыраүи хәйәте яҡшы буласаҡ. Ошо көндә беренсе мәртәбә төп йортҡа ҡайтҡан көнөбөҙ нисек буласаҡ – һис беребеҙ быны асыҡ белмәйбеҙ, тип яуап биргән.
     Сәләфтәрҙән булған бер ғалим донъяла йәшәүебеҙҙе, унда яҡшылыҡтар ҡылыуыбыҙҙы, үлгәндең аҙағында беренсе мәртәбә яҡшы ғәмәлдәребеҙҙең әҙәм балаһына файҙа биреүен, йәғни ахыраүи тормошобоҙҙың матур булып башланып китеп, Аллаһының ғазабынан булыуы хаҡында шундай миҫал килтерә: донъяла бер әҙәмдең өс дуҫы була: беренсе дуҫын шул дәрәжәлә ярата, хатта мөмкин булһа, уның өсөн йәнен ла ҡыҙғанмаҫ ине. Икенсе дуҫын, уныһын тегеһе һымаҡ яратманы, аҙыраҡ яратты. Әммә өсөнсө дуҫын теләр-теләмәҫ кенә дуҫ итеп йөрөттө. Бер заман уның башына нахаҡ бәлә һалып хөкөмгә бирәләр. Был әҙәм дуҫтарын саҡырып, бик ҡайғырып, үҙенең башына килгән нахаҡ бәләне, ҡайғыһын һөйләй. Миңә был нахаҡ бәләнән ҡотолоу өсөн бик ныҡ ышаныслы шаһиттәр, яҡлаусылар кәрәк. Валлаһи, минең эшем харап, тип әйтә. Дуҫтарының һәр береһе быға вәғәҙә бирә: Тыныс бул, беҙ һине был бәләнән ҡотҡарабыҙ, был эштә һинең һис гонаһың юҡлығыңды һөйләп, шәһәҙәт биреп, һине был бәләнән ҡотҡарырбыҙ, тип вәғәҙә бирәләр. Вәғәҙә ҡылынған көн – хөкөм көнө килеп етә: былар дүртәүләп мәхкәмәгә ҡаҙый, хаким хозурына китәләр. Урамдан бер аҙ барғас, иң яратҡан дуҫы төрлө сәбәптәр, ғөҙөрҙәр күрһәтеп, айырылып ҡала. Өсәүләп мәхкәмәгә хөкөм залына еткәс, ишектән ингән ваҡытта ғына бының икенсе дәрәжәләге дуҫы ла ишектән инмәй, ишек төбөндә ҡала. Бары бының өсөнсө дуҫы, был әҙәмдең теләр-теләмәҫ кенә дуҫы булып йөрөткән әҙәме бының менән хаким хозурына барып, суд залында бының тураһында шундай ышаныслы дәлилдәр менән был әҙәмде яҡлай һәм шул яҡлауы арҡаһында был әҙәмде ғәйепһеҙ табып, хөкөмдән ҡотолдороп сығаралар.
     Беҙҙең был ғүмеребеҙ донъяһы, ошо хикәйәттәге кеүек. Иң беренсе әҙәм балаһының яратҡан дуҫы – донъя малы, донъя беҙгә шул ҡәҙәр матур, донъя малы шул тиклем ҡәҙерле булып күренә, донъя малы өсөн күптәр йәндәрендә йәлләмәйҙәр, үлергә әҙерҙәр. Дуҫтары менән дошман булалар, туғандарынан айырылышалар, ата-әсәләрен рәнйетәләр, байлыҡ өсөн әллә ниндәй хыянаттар, ялғандарҙан да ҡурҡмайҙар шул тиклем байлыҡ теләп. Әммә икенсе дәрәжәләге дуҫы – туғандары, балалары, дуҫтары. Әммә өсөнсө дәрәжәләге, нәфсенә бик ауыр булған, теләр-теләмәҫ кенә эшләгән изге ғәмәлдәре, яҡшылыҡтары. Нәфсегә намаҙ уҡыу ҙа бик ауыр, ураҙа тотоу ҙа бик ҡыйын, тейешле урындарға мал менән ярҙам итеү ҙә бик ауыр. Ошо рәүешле кеше был донъяла йәшәп ахирәт донъяһы менән айырылыша. Камил хакими булған Аллаһ хозурына ҡайтырға ваҡыт килә. Суд залына барған кеүек, Аллаһы ҡаршыһында донъяла ҡылған эштәребеҙгә яуап ваҡыты килеп етә. Хаким хозурында яуап биргән ваҡытта ҡурсалаусы, ғәҙел шаһиттар кәрәк булған кеүек — беҙгә үлгәндең һуңынан үҙебеҙҙе аҡлау өсөн Аллаһының хаҡ хөкөмөнә тоғро килерлек ысын дуҫтар кәрәк буласаҡ. Ә инде беҙҙең яратҡан дуҫыбыҙ – йәнебеҙ кеүек күргән донъя малы, бөгөн күҙебеҙ йомолдо, ул беҙҙән айырыласаҡ. Урамда айырылып ҡалған иң яратҡан кеүек, ул донъяла уҡ айырыласаҡ. Икенсе дәрәжәләге дуҫтарыбыз – туғандарыбыҙ, балаларыбыҙ, донъялағы дуҫтарыбыҙ, беҙҙе йыуып, кәфенләп, ҡәбергә тиклем оҙата баралар ҙа, суд ишеге төбөндә айырылып ҡалған икенсе дуҫыбыҙ кеүек, беҙҙе ҡәбергә һалып күмәләр ҙә, үҙҙәре ҡайтып китәләр. Әле донъяла ваҡытта теләр-теләмәҫ кенә дуҫ булып йөрөгән, бик ауырлыҡ менән генә нәфсебеҙ менән, шайтаныбыҙ менән көрәшә-көрәшә ҡылған яҡшы ғәмәлдәребеҙ үҙебеҙ менән ҡәбергә инәсәк. Бына ошо яҡшы ғәмәлдәребеҙ генә беҙҙе Аллаһының ғазабынан, Аллаһының асыуынан ҡотҡарып ҡаласаҡ. Бына ошо изге ғәмәлдәребеҙ арҡаһында –
                                                                                                      إِنَّ الَّذِينَ آمَنُوا وَعَمِلُوا الصَّالِحَاتِ أُولَٰئِكَ هُمْ خَيْرُ الْبَرِيَّةِ
                                                                                    جَزَاؤُهُمْ عِندَ رَبِّهِمْ جَنَّاتُ عَدْنٍ تَجْرِي مِن تَحْتِهَا الْأَنْهَارُ خَالِدِينَ فِيهَا أَبَدًا ۖ
әҙәмдәр йөмләһенән булып, мәңгелек сәғәдәткә, бәхеткә ирешеп, Аллаһының ғазабынан ҡотоласаҡтар.
     Хәҙрәти Әбү Бәкер әйтә:
                                                                                                          من دخل القبر بلا زادٍ، فكأنما ركب البحر بلا سفينة
     Яҡшы ғәмәлдәрҙән башҡа ҡәбергә инеү көймәһеҙ (кәмәһеҙ) диңгеҙгә ингән әҙәм кеүек, тигән. Көймәһеҙ диңгеҙгә төшөүҙәре ни тиклем ҡурҡыныс булһа, яҡшы ғәмәлдәрҙән башҡа үлем дә шул тиклем ҡурҡыныс икән. Нәфселәребеҙ, шайтандарыбыҙ менән көрәшеп, ҡылған яҡшылыҡтарыбыҙ Аллаһы ҡаршыһында мәкбул булып, Аллаһы ғазабынан ҡотолоп, Аллаһының рәхмәтенә, Аллаһы дуҫтары йөмләһенән булырға насип булһын. Әмин.
                                    1968-се йыл, 25 ғинуарҙа, 1387 хижри, 25 Шәүүәл, йома көн. Мөфтий Яруллин вәғәздәренән