Шәһри рамадан

                                                                 Шәһри рамадан

     Шәһри рамадан (Әл-Баҡара сүрәһенең 183-186-нсы аяттары), Ифтар мәжлестәрендә Әл-Ҡадр сүрәләре менән бергә уҡыла.
يَا أَيُّهَا الَّذِينَ آمَنُوا كُتِبَ عَلَيْكُمُ الصِّيَامُ كَمَا كُتِبَ عَلَى الَّذِينَ مِن قَبْلِكُمْ لَعَلَّكُمْ تَتَّقُونَ
أَيَّامًا مَّعْدُودَاتٍ فَمَن كَانَ مِنكُم مَّرِيضًا أَوْ عَلَى سَفَرٍ فَعِدَّةٌ مِّنْ أَيَّامٍ أُخَرَ وَعَلَى الَّذِينَ يُطِيقُونَهُ فِدْيَةٌ طَعَامُ مِسْكِينٍ فَمَن تَطَوَّعَ خَيْرًا فَهُوَ خَيْرٌ لَّهُ وَأَن تَصُومُوا خَيْرٌ لَّكُمْ إِن كُنتُمْ تَعْلَمُونَ
شَهْرُ رَمَضَانَ الَّذِي أُنزِلَ فِيهِ الْقُرْآنُ هُدًى لِّلنَّاسِ وَبَيِّنَاتٍ مِّنَ الْهُدَى وَالْفُرْقَانِ فَمَن شَهِدَ مِنكُمُ الشَّهْرَ فَلْيَصُمْهُ وَمَن كَانَ مَرِيضًا أَوْ عَلَى سَفَرٍ فَعِدَّةٌ مِّنْ أَيَّامٍ أُخَرَ يُرِيدُ اللَّهُ بِكُمُ الْيُسْرَ وَلَا يُرِيدُ بِكُمُ الْعُسْرَ وَلِتُكْمِلُوا الْعِدَّةَ وَلِتُكَبِّرُوا اللَّهَ عَلَى مَا هَدَاكُمْ وَلَعَلَّكُمْ تَشْكُرُونَ
وَإِذَا سَأَلَكَ عِبَادِي عَنِّي فَإِنِّي قَرِيبٌ أُجِيبُ دَعْوَةَ الدَّاعِ إِذَا دَعَانِ فَلْيَسْتَجِيبُوا لِي وَلْيُؤْمِنُوا بِي لَعَلَّهُمْ يَرْشُدُونَ

      Читать далее →

Фәҙкүруунии

                                                                  Фәҙкүруунии

     Фәҙкүруунии (Әл-Баҡара сүрәһенең 152-157-нсе аяттары)

   
                                                                                                             فَاذْكُرُونِي أَذْكُرْكُمْ وَاشْكُرُوا لِي وَلَا تَكْفُرُونِ
                                                                                     يَا أَيُّهَا الَّذِينَ آمَنُوا اسْتَعِينُوا بِالصَّبْرِ وَالصَّلَاةِ إِنَّ اللَّهَ مَعَ الصَّابِرِينَ
                                                                                   وَلَا تَقُولُوا لِمَن يُقْتَلُ فِي سَبِيلِ اللَّهِ أَمْوَاتٌ بَلْ أَحْيَاءٌ وَلَكِن لَّا تَشْعُرُونَ
                                                       وَلَنَبْلُوَنَّكُم بِشَيْءٍ مِّنَ الْخَوْفِ وَالْجُوعِ وَنَقْصٍ مِّنَ الْأَمْوَالِ وَالْأَنفُسِ وَالثَّمَرَاتِ وَبَشِّرِ الصَّابِرِينَ
                                                                                                 الَّذِينَ إِذَا أَصَابَتْهُم مُّصِيبَةٌ قَالُوا إِنَّا لِلَّهِ وَإِنَّا إِلَيْهِ رَاجِعُونَ
                                                                                           أُولَئِكَ عَلَيْهِمْ صَلَوَاتٌ مِّن رَّبِّهِمْ وَرَحْمَةٌ وَأُولَئِكَ هُمُ الْمُهْتَدُونَ Читать далее →

Аллаһҡа бирелгән гүзәл үтес

                                                    Аллаһҡа бирелгән гүзәл үтес
     Бер нимәне онотмау мөһим: тәнебеҙ, әхүәлерухиәбеҙ һәм милкебеҙ беҙгә ваҡытлыса бирелгән, улар мәңгелек түгел. Бер көн килеп, һәммәһен уларҙың Хаҡ Хужаһына ҡалдырып, беҙ улар менән хушлашырбыҙ. Мәңгелектәге бүләктәргә ирешеү өсөн, ҡулыбыҙҙағыны Аллаһ юлында дөрөҫ сарыф итергә тейешбеҙ.
     Оло Ҡеүәт Эйәһе төҙөгән һәм биҙәгән ғаләм – ваҡытлы төйәгебеҙ. Һынауҙар урыны булған донъя етдилек, һиҙгерлек һәм тәрән фекер йөрөтә белеүҙе талап итә. Ваҡытлы төйәгебеҙҙән бүләк рәүешендә беҙ гүзәллекте генә үҙебеҙ менән мәңгелек донъяға алып китә аласаҡбыҙ. Гүзәл ғәмәлдәр менән килгән ҡолдарына Аллаһ Сүбхәнәһү үә Тәғәләнең ниндәй бүләктәр әҙерләүе хаҡында Изге Ҡөрьәндә бер тапҡыр ғына әйтелмәй.
     Саҙаҡа һәм иғәнәләр ярҙамында үҙебеҙҙә игелеклелек, йомартлыҡ, киң күңеллелек тәрбиәләүгә, хис-тойғолар юғарылығына этәрә Аллаһу Тәғәлә. Шул уҡ ваҡытта, хәленән килә, байлығы бар икән, зәкәт, ғөшөр һәм ҡорбан салыу кеүек милек менән бәйле ғибәҙәттәр ҙә фарыз ҡылына. Был изге ғәмәлдәрҙән тыш миһырбанлылыҡтан, иман һоҡланыуынан тыуған ғәмәлдәр ҙә бар, уларҙы карзы-хәсән йәки гүзәл үтес тип атарға мөмкин. Читать далее →

Йәшәү мәғәнәһе

                                                             Йәшәү мәғәнәһе
     Әғүүҙү билләәһи минәш-шәйтаанир-ражиим. Бисмилләәһир-рахмәәнир-рахииим. Әлхәмдулилләһи раббил ғәләмин. Үәссаләәтү үәссәләмү ғәлә рәсүлинә Мүхәммәдиү үә ғәләә әәлииһи үә әсхәәби әджмәғиин.
     Аллаһ Раббыбыҙ донъя яратылғанда бөтә йәндәрҙе бар иткән һәм Үҙен йәндәргә күрһәткән (нисек күрһәткәндер, беҙгә мәғлүм түгел) һәм һорау биргән: «Әләстү бираббикүм», йәғни: «Раббығыҙ кем?» тип. Йәндәр Аллаһ Тәғәләне танып: «Һин — беҙҙең Раббыбыҙ һәм тәрбиә ҡылыусыбыҙ», — тип иман килтергәндәр. Ул ваҡыт — «Әлмисаҡ» тип атала. Әлмисаҡта йәндәр Аллаһ Раббыбыҙҙы күргәндәр, әммә үҙҙәрен һәм бер-береһен күрә алмағандар, сөнки ул ваҡытта әле тән булмаған. Аллаһ Тәғәләнең һәр эше хикмәт менән. Һынар өсөн шул йәндәрҙе «тән» тигән кейемгә кейендереп, берәм-берәм яҡты донъяға килтереп ала. Был донъяла инде беҙ үҙебеҙҙе лә, бер-беребеҙҙе лә, Аллаһының мәхлүкәттәрен дә күрәбеҙ, ләкин Аллаһтың үҙен күрә алмайбыҙ. Читать далее →

Бәраәт кисе намаҙына ниәт

                                                              Бәраәт кисе намаҙына ниәт
     Шәғбән айының 15-һенә ҡараған төнө Бәраәт кисе тип атала. Был кистең намаҙына түбәндәгесә ниәт ителә: «Эй, Раббым! Ниәт иттем был намаҙға күңел тупаҫлығынан һәм донъя баҫыуынан ҡотолоу өсөн, шулай уҡ иләһе ғәфүеңә өлгәшеү һәм бәхетлеләр дәфтәренә яҙылыуым өсөн!»
     Был намаҙҙа ике рәҡәғәт һайын сәләм бирелә, һәр рәҡәғәттә бер тапҡыр «Әл-Фатиха», ун тапҡыр «Әл-Ихлас» сүрәһе уҡыла. Йөҙ рәҡәғәт намаҙ шулай уҡ тәҡдим ителә.
     Намаҙҙан һуң уҡыла торған доғалар:
     14 тапҡыр: Читать далее →

Бәрә’әт кисәһе

                                                                     Бәра’әт кисәһе
     Ғәләмдәр тәрбиәсеһе, донъяны юҡтан бар ҡылыусы, ер йөҙөндәге барлыҡ кешеләргә ризығын биреп тороусы, Ҡиәмәт көнөндә мөьмин мосолмандарҙы үҙенең йәннәтенә индереп рәхим ҡылыусы, бөтә халыҡтарҙың ҡылған ғәмәл-ғибәҙәттәрен, тәүбәләрен ҡабул итеүсе, гонаһтарын ярлыҡаусы, донъяны Әҙәм балаларына гөл-баҡса итеп яратыусы, бәндәләр аҙашҡанда тура юлға өндәүсе, пәйғәмбәрҙәр ебәреүсе, донъяның үә ахирәттең хужаһы Аллаһ Тәғәләгә ҡәлебтәребеҙҙән ихластан булған хәмде-ҫәнәләребеҙ, һәм бөтмәҫ маҡтау ололауҙарыбыҙ булһа ине.
     Бөтә данлау маҡтауҙарыбыҙ, хәмде-ҫәнәләребеҙ Аллаһ Тәғәләгә генә тейеш. Һәр ниғмәт фәҡәт Аллаһтан ғына.
     Бөтә ғәләмгә рәхмәт өсөн, ер йөҙөнә нур, бөтөн әҙәмдәргә пәйғәмбәр итеп ебәрелгән, Аллаһ Тәғәләнең мөҡәтдәс китабы Ҡөръәни Кәримде бәндәләренә ирештергән хәбибе (дуҫы) һәм рәсүле Мөхәммәд Мостафа ﷺ хәйер-доға, сәләмдәребеҙ үә бөтмәҫ-төкәнмәҫ салауат шәрифтәребеҙ булһа ине.
     Мөбәрәк пәйғәмбәребеҙҙең нәҫеленә, сәхәбәләренә, үә бөтөн хәйерле өммәтенә Аллаһ Тәғәләнең рәхмәте үә сәләмдәре булһа ине.
     Пәйғәмбәребеҙ ﷺ -ең сөннәтенә эйәреп, Аллаһ Тәғәләнең ризалығын өмөт итеп, Уға ғибәҙәт итеү өсөн, Ахирәт көнөндә мөбәрәк Пәйғәмбәребеҙ ﷺ -ең шәфәғәтен өмөт итеп оло байрамыбыҙ, йома намаҙына килгән мөхтәрәм ғәзиз ҡәрҙәштәрем: Әссәләмү-ғәләйкүм үә рәхмәтуллаһи үә бәрәкәтүһ! Читать далее →

Никах вәғәҙе һәм хөтбәһе

                                                             Никах вәғәҙе һәм хөтбәһе
     Әғүүҙү билләәһи минәш-шәйтаанир-раджиим. Бисмилләәһир рахмәәнир-рахииим. Әлхәмдулилләһи раббил ғәләмин үәссаләәтү үәссәләәмү ғәләә рәсүлинә Мүхәммәдиү үә ғәләә әәлииһи үә әсхәбиһи әждмәғин.
     Бөтә ғәләмде юҡтан бар ҡылып, тәрбиә ҡылыусы Аллаһы Тәбәрәкә үә Тәғәләгә бөтмәҫ хәмед-ҫәнә, шөкөрҙәребеҙ булһа ине. Хаҡ Аллаһы Тәғәлә тарафынан ғәләмдәргә рәхмәт, мәрхәмәт булараҡ ебәрелгән һөйөклө Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд Мостафа ﷺ хәҙрәттәренә, уның хөрмәтле әһленә, сәхәбәләренә, күңел түрҙәребеҙҙән сыҡҡан сәләмдәребеҙ, салауаттарыбыҙ һәм һәр төрлө изге доғаларыбыҙ булһа ине.
     Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд Мостафа салләллаһу ғәләйһи үәс-сәлләм бер хәҙисендә әйтә: әгәр бер ерҙә кешеләр йыйылһа, унда Ҡөръән аяттары уҡылмаһа, был йыйылыу хәйерле булмаҫ, ә теләгән теләктәр ҙә хәйерле ғәмәлгә ашмаҫ, тигән. Хатта ике кеше осрашҡанда ла Аллаһ Тәғәләне иҫкә алмаһа, был осрашыу хәйерле булмаҫ, тигән. Шуға күрә бында йыйылыуыбыҙ (мәжлесебеҙ) хәйерле булһын тип, ошонда теләгән теләктәребеҙ ҡабул булһын, тип, Ҡөръән аяттары уҡыйыҡ. Бөгөн ҡауыша торған йәштәрҙең никахтары төҙөк, мөхәббәттәре дауамлы булһын. Бөгөн йома көн (кесеаҙна) әрүах туғандарыбыҙҙыла иҫкә алайыҡ. Ошо нигеҙенән (йорттан) сыҡҡан әруахтарҙың да рухтары шат булһын, ошо йортта йәшәүселәрҙән доға көтөп ятыусы мәрхүм-мәрхүмә ата-әсәләренең дә, әбей-бабайҙарының да рухтарына доға ирешһен. Улар ҙа ошо никах мәжлесенән шат булып, былар шат-күңелле көндәрендә беҙҙе лә иҫкә алдылар бит әле, тип һөйөнһөндәр. Аллаһ Тәғәлә шуларҙы насип итһә ине. Читать далее →

Башҡорт аты

башкирский всадник             Башҡорт аты

     (Экономист яҙмалары)
          «... Ҡайҙа ла ғына бармай, ниҙәр күрмәй...
                Ир-егеткәй менән ат башы».
     Рамаҙан Өмөтбаевтың «Осрашыуҙар — юғалтыуҙар» китабынан, публицистик очерктар, 1984—1993 йылдарҙағы иҫтәлекле ваҡиғалар, «Башҡорт аты» тигән мәҡәләһен тәҡдим итәм.
     Бындағы яҙылған ваҡиғалар бөгөнгө көндәге яландағы хисапһыҙ көтөүсеһеҙ йөрөгән аттарға ҡағылмай тиерлек. Ни эшләп тигән һорауға? — был өйөр-өйөр аттар, күбеһе түрәләрҙеке һәм улар тиҙ байығыу маҡсатынан сығып аттар үрсетәләр, кешеләрҙең, ойошмаларҙың сабынлыҡ, игенлек, көтөүлек ерҙәрен тапап йөрөгән көтөүсеһеҙ малдар. Уларҙан хөкүмәткә лә һәм беҙгә лә зыянынан башҡа бер файҙаһы ла юҡ, налог түләү тигән нәмәләрелә икеле, уларға хисап юҡ.
     Динебеҙ яғынан былар харам малдар: кешеләрҙең ерен тапап, үләнең урлап ашап йөрөгән мал – харамға инә. Ҡымыҙы ла, ите лә харам. Был мал хужалары зәҡәт сығарыуҙы беләләр микән, уныһы ла ҡабул булмаясаҡ, сөнки үҙ көтөүлектәрендә йөрөмәгән малдарҙан зәҡәт алынмай. Хәрәм зәҡәт була. Мәсеттәргә лә һәм башҡаларғала уларҙың саҙаҡаларын алыу тыйыла. Мәжлестәрҙә уларҙың ҡымыҙын үә итен ашау харам ғәмәл. Ҡағыла күрмәгеҙ.
     Бер риүәйәттән килә: тәҡүә динле мосолман малы менән кеше яланы аша үткәндә уны етәкләп алып сығыр булған һәм был мәлдә малының ауыҙына ҡапсыҡ кейҙерергән. Ни эшләп быны эшләйһең, — тип унан һорағандар. Ул яуабында: кеше еренән малым берәй үләнде йолҡоп ашап ҡуймаһын тип, Аллаһ Тәғәләнең асыуынан ҡурҡамын, тигән. Ошо мал ашаған бер бөртөк үләндән һөтө үә ите аша миңә хәрәм инәсәк тигән. Был риүәйәттән сығып кеше хаҡын ашамаҫ өсөн иманыбыҙҙы һаҡлар кәрәк, Аллаһ Тәғәләнән ҡурҡыр кәрәк, шуға ла хәләл үә хәрәмлек мәсьәләләрендә иғтибарлы булайыҡ. Читать далее →

Мәжлестәге әҙәп-доғалар

                                                 Мәжлестәге әҙәп-доғалар
     Әбү Муса әл-Әшғәри әйтеүенсә, Рәсүлуллаһ ﷺ: «Инергә рөхсәтте өс мәртәбә һорарға кәрәк. Әгәр рөхсәт алһаң ин, алмаһаң – кит», — тигән. (Бохари, Мөслим).

     Әбү Һөрәйрә әйтеүенсә, Рәсүлуллаһ ﷺ: "Әгәр берегеҙ кешеләр ултырған ергә килеп инһә, уларға сәләм бирергә тейеш. "Әссәләмүғәләйкүм үә рәхмәтуллаһи үә бәрәкәтүһү! «, „Аллаһ Тәғәлә һеҙгә именлек насип итһен үә рәхмәте ирешһең үә һеҙгә бәхеттәр бирһен“ — тип әйтергә кәрәк. Сығып китергә теләһә лә сәләм әйтергә тейеш», — тигән. (Әбү Дауыт). (Әссәләмүғәләйкүм). Күп кешеләр араһынан берәүҙеңдә яуап сәләме етә. Әгәр мәжлес башланһа – һәр береһе менән ҡул бирешеп күрешеү кәрәкмәҫ. Читать далее →

Әй, Әҙәм балаһы!

мечеть Ар-Рахим. г. Уфа

                        Әй, Әҙәм балаһы!
          وَقَالَ رَبُّكُمُ ادْعُونِي أَسْتَجِبْ لَكُمْ إِنَّ الَّذِينَ يَسْتَكْبِرُونَ عَنْ عِبَادَتِي سَيَدْخُلُونَ جَهَنَّمَ دَاخِرِينَ
     60. Үә ҡаалә раббүкүмү-дғүүнии әстәджиб ләкүм иннә-лләҙиинә йәстәкбируунә ғән ғибәәдәтии сәйәдхулүүнә джәһәннәмә дәәхыириин.
     60. Раббығыҙ әйтте: «Доға ҡылығыҙ Миңә, Мин яуап бирермен. Тәкәбберләнеп, Миңә ғибәҙәт ҡылмаған кешеләр мәңге яныр өсөн тамуҡҡа төшөр!» — тине. Ғафир (Ғәфү итеүсе), 40 — нсы сүрә, 60 аят
     Аллаһ Сүбхәнә үә Тәғәлә Ҡудси хәҙисендә әйтә: “Миңә итәғәтлек менән, Мине зекер итегеҙ, Мин һеҙҙе Үҙемдең ғәфү итеү менән зекер итәрмен. Кем Мине итәғәт иткән хәлдә иҫкә төшөрһә, Мин уны, һис шикһеҙ, Үҙемдең ғәфү итеүем менән иҫкә алырмын. Әгәр кем Миңә итәғәтһеҙлек ҡылған ваҡытта юлыҡһа, Мин уны һис шикһеҙ, Үҙемдең асыуым менән иҫкә алырмын.
     Әй, Әҙәм балаһы! Көн башында дүрт рәкәғәт намаҙ үтәргә ялҡауланма, Мин һинең менән көн аҙағына ҡәҙәр булырмын. Үлемдең хаҡлығына ышанып та күңелле йөрөүсегә ғәжәпләнәм. Ҡәбергә төшәһен белеп тә көлөп йөрөүсегә ғәжәпләнәм. Әхирәт көнөнә ышанып та ғафиллектә йөрөүсегә ғәжәпләнәм. Был донъяның юҡҡа сығасағын белеп тә ҡайғыһыҙ йәшәүсегә ғәжәпләнәм. Ғилеме телендә булып та йөрәге наҙанлыҡта булыусыға ғәжәпләнәм. Һыу менән йыуынып та бысраҡ булып ҡалыусыға ғәжәпләнәм. Кеше ғәйептәре менән шөғөлләнеп, үҙ ғәйептәрен күрмәүсегә ғәжәпләнәм. Аллаһ уның ни эшләгәнен күргәнен белә тороп та гонаһ ҡылыусыға ғәжәпләнәм. Йән биргәндә һәм үлгәс бер яңғыҙы ҡәбергә инеп, ғәмәлдәре өсөн бер үҙе генә яуап бирәһен белеп тә, кешеләргә һыйынып (зависимый) йөрөүсегә ғәжәпләнәм. Ысынында Минән башҡа һис бер төрлө Иләһе юҡтыр, һәм ҡолом һәм илсемдер (Мөхәммәд ﷺ)" Читать далее →