Ризығыбыҙ хәләл булһын

                                                        Ризығыбыҙ хәләл булһын
     Бөтә маҡтауҙарыбыҙ, хәмде-ҫәнәләребеҙ Раббыбыҙ Үҙеңә генә булһын. Бар нәмәне Үҙеңдән генә һорайбыҙ һәм Үҙеңдән генә гонаһтарыбыҙҙан ғәфү итеүеңде һорайбыҙ. Йә Раббым һорағандарыбыҙҙы, доғаларыбыҙҙы риза булып ҡабул итһәң ине. Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд салаллаһу ғәләйһи үәссәләмгә, Уның изге нәҫеленә, сәхәбәләренә һәм уның артынан эйәргән бар өммәтенә салауат шәрифтәребеҙҙе һәм сәләмдәребеҙҙе еткерһәң ине. Беҙҙең барыбыҙҙы ла мөьмин мосолмандар ҡылһаң ине һәм ошо юлдан беребеҙҙе лә аҙҙаштырмаһаң ине.
     Пәйғәмбәребеҙ ﷺ нең сөннәтенә эйәреп, Аллаһ Тәғәләнең ризалығын өмөт итеп, Уға ғибәҙәт итеү өсөн, Ахирәт көнөндә мөбәрәк Пәйғәмбәребеҙ ﷺ шәфәғәтен өмөт итеп оло байрамыбыҙ, йома намаҙына килгән мөхтәрәм ғәзиз ҡәрҙәштәрем:
     - Әссәләмү-ғәләйкүм үә рәхмәтуллаһи үә бәрәкәтүһ!

     Барыбыҙға ла хәйерле үә бәрәкәтле ғүмер, донъяла һәм Ахирәттә тән үә йән сәләмәтлеге, камил иман насип ит Раббым. Хәләл кәсеп, хәләл ризыҡ менән изге ғәмәлдәр ҡылып Аллаһ Тәғәләнең ризалығы барыбыҙға ла насип булһа ине. Ауырыуҙарыбыҙға хәйерле сәләмәтлек, ҡайғылы бәндәләргә шатлыҡ насип ит хаҡ Тәғәләм. Дөрөҫ юлдан яҙған, тәүфиҡһыҙлыҡ менән яфаланған бәндәләргә һиҙиәтле тәүфиҡ биреп, ҡалған ғүмерҙәрен хәйерле ҡылһаң ине.
     Йәнәбе ғәфүррахим, мәрхүм булғандарҙың да бәндәселек менән белеп һәм белмәй ҡылған хата-кәмселектәрен ғәфү әйҙәп, рәхмәтең фазылың менән хөкөм ҡылып, йәннәтеңде лә уларға насип итһән ине Раббым.
     Бөгөн 20... йылдың ... айының ... көнө. Һижри 14... йылдың ... айының ... көнө. Аллаһ Тәғәлә биргән ризыҡтың хәләлеге һәм уны ҡулланыу әҙәбе тураһында бөгөнгө вәғәзебеҙ.
     Намаҙ уҡыу өсөн башта тәһәрәт алыу, таҙа кейем, пак ер кеүек шарттар булғаны кеүек, мөьмин-мосолман кешегә ризыҡты ҡулланғанда ла, үтәү өсөн тейешле булған ҡайһы бер бәғзе әҙәптәр бар. Беҙ түбәндә шуларҙы зекер итеп, ә унан һуң, өҫтәл янында мосолман үҙен нисек тотоуынан башлап һәм тороп киткәнсегә тиклем тейешле ғәмәлдәр тураһында һөйләрбеҙ, иншә Аллаһ.
     Аллаһ Тәғәлә ризыҡты һәр кемгә ниндәй генә диндә йәки динһеҙ булыуына ла ҡарамай бирә, бәлки былар шөкөр итеп Ислам диненә килмәҫтәр микән тип. Беҙгә инде мосолман кешегә иртәгә ашарға ризығым юҡ тип, әйтһә – был ҙур гонаһ. Сөнки Аллаһ Тәғәләгә ышанмау була, һәр кемгә Ул ризығын көнөнә биреп тора, тик табыу юлдарын хәләл булһын. Хатта һәр бала үҙ ризығы менән тыуа. Ҡатындарҙың бала тапмайым, уны ашата үә кейендерә алмайым тип абортҡа йөрөүҙәре Аллаһ Тәғәләгә ышанмау була һәм Аллаһ бар иткән йәнде үлтереүҙә ҡатнашҡан өсөн язаһы ла ҡаты буласаҡ.
     Мосолман ир өсөн үҙ ғәиләһен туйындырыу фарыз ғәмәл, үтәмә был ҙур гонаһ. Бөгөнгө көндә ҡайһы бер ирҙәребеҙ был ғәмәлде үтәйме? Ризыҡтың ниндәй юлдар менән килгәнен һәм хәләлеге тураһында уйлайҙармы? Ризыҡ тип, беҙ ашамлыҡты ла, аҡсаны ла һәм мал-мөлкәтте лә әйтәбеҙ.
     Беренсенән, мосолман үҙе, ҡатыны үә балалары өсөн өйөнә алып ҡайтҡан ризыҡ ниндәй юл менән табылғаны тураһында уйларға тейеш. Сөнки, Аллаһы Тәғәлә Ҡөръән Кәримдә әйтә:
                                          يَا أَيُّهَا الَّذِينَ آمَنُوا لَا تَأْكُلُوا أَمْوَالَكُم بَيْنَكُم بِالْبَاطِلِ إِلَّا أَن تَكُونَ تِجَارَةً عَن تَرَاضٍ مِّنكُمْ وَلَا تَقْتُلُوا أَنفُسَكُمْ إِنَّ اللَّهَ كَانَ بِكُمْ رَحِيمًا
     29. Йәә әййүһә-лләҙиинә әәмәнүү ләә тәькүлүү әмүәәләкүм бәйнәкүм билбәәтыили илләә әң тәкүүнә тиджәәратән ғәң тәраадыйм миңкүм үә ләә тәҡтүлүү әнфүсәкүм иннә-ллааһа кәәнә бикүм рахиимәә.
     29. Эй һеҙ, иманлы кешеләр! Бер-берегеҙҙен малын хаҡһыҙлыҡ менән ашамағыҙ, әгәр ул үҙ-ара килешкән сауҙа булмаһа. (Ниса, 29).
     Берәүҙе алдап йәки күҙ буяп, йә йәбер-золом ҡылған хәлдә бала-сағаны туйындырһағыҙ ахырын уйлағыҙ. Аят кәримәнең дауамында: «Үҙ-үҙегеҙҙе үлтермәгеҙ», тиелә.
     Хәҡиҡәтән, уйлап ҡараһаҡ, тормош тәжрибәһе асыҡтан-асыҡ шуны күрһәтеп тора, бына шундай харам юлдар менән ғәиләне тәрбиәләгән кешеләр был донъяла уҡ язаһын алалар, тулыраҡ әйтһәк, хатта уларҙың балалары ла был донъя тормошонда үрҙәргә ынтыла алмай һәм бәхетле йәшәүҙәре лә икелле. Ашаған ризыҡтары хәләл юл менән табылмау арҡаһында бәлә-ҡаза, ҡайғылар был уҡ донъяла бирелеп тора.
     Берәүҙән: «Ни өсөн хәҙер еребеҙҙә ҙур ғалимдар, әҙиптәр, фекер эйәләре юҡ? Ни өсөн беҙ Зәйнулла Рәсүли, Ғәлимйән Баруди, Ҡол Шәриф, Шәрәфетдин Мөслими һ.б. кеүек оло заттарҙы тыуҙыра алмайбыҙ?» тип һорағандар, ул шулай тип яуап биргән: «Әҙәмдәрҙең тамаҡтары боҙолғандыр. Бына шул ауырыу бөтмәйенсә заман уҡымышлыларҙы күрмәҫ».
     Ысынында йәшәү рәүешебеҙҙе үҙгәртер кәрәк. Беҙ балаларыбыҙҙың ризыҡты ниндәй юл менән өйгә алып килгәндәрен һорашмай башланыҡ. Киреһенсә, улым бик күп байлыҡ таба тип ғорурланып ҡуябыҙ. Ысынында, әгәр ҙә уйланып ҡараһаҡ, был хәл Ҡөръән Кәрим аятында әйтелгәнсә, үҙ-үҙебеҙҙе бөтөрөүгә, ер йөҙөнән юҡ ителеп үлемгә генә этәргес нәмә икәне беленә. Ҡайһы бер миҫалдарға килһәк: ҡайһы бер сәнәғәт предприятиеһы йәки ойошма булһын, ундағы ҡайһы бер хеҙмәткәрҙәр дәүләт тарафынан тәғәйенләнгән эш хаҡы өсөн түгел, ә түрә булам тип, башҡаларҙы кәмһетеү, йәки үҙенә милек йыйыу өсөн, йә урлашыу маҡсатында эшләй. Халҡым тип, йәшәгәндәр бармы? Ни тиклем оят. Бындай миҫалдар күп, һәм һәр кемгә тиерлек ҡағыла. Әгәр бәндә ошо юл менән балаһын тәрбиәләһә йәки шул юл менән байлыҡ арттырмаҡсы булһа, байыу түгел, был эштән тәүбә итеү хәйерлерәк. Әлеге хыянат Аллаһ ҡаршыһында ҡылынған хыянат бит ул.
     Бына ошо ерҙә юғарыла зекер ҡылынған аят кәримәне һәр саҡ иҫкә төшөрөп тороуыбыҙ, уның мәғәнә асылын аңлау өсөн еңел була. Мал-мөлкәттәрегеҙҙе, ризыҡтарығыҙҙы нахаҡ, батил (дөрөҫ түгел, ялған, алдаҡ, боҙоҡ) юл менән йыймағыҙ. Был эштәрегеҙ менән үҙҙегеҙҙе һәләкәткә алып барыуға сәбәпсе булмағыҙ. Йәки анһатыраҡ әйткәндә, үҙегеҙ ултырған ботаҡты үҙегеҙ сабаһығыҙмы түгелме? Тимәк, хәләл кәсеп итеү, хәләл күңелдән балалар ҡарау, фарыз булып сыға. Бына шул ваҡытта ғына илебеҙҙең һәр тарафында бөйөк ғалимдар сығыуы бик мөмкин.
     Икенсенән, ашай башлар алдынан ҡулдарҙы йыуыу кәрәк. Рәсүл Әкрам ﷺ әйткәненән: «Ашауҙан алда ҡулдарҙы йыуыу фәҡирлектән һаҡлаһа, ашағандан һуң йыуыу инсанды бәләкәй сәһү хаталарҙан арындыра. Таҙалыҡ имандандыр. Иман иһә үҙ эйәһе менән йәннәттә була», — тигән хәҙис шәрифтә. Был мәсьәлә лә бигерәктә Ҡөръән мәжлестәрендә, тоҙ ялау алдынан ҡулды йыуыу мөһим. Ә ҡәҙимге ҡунаҡтарҙы икмәк-тоҙ менән ҡаршы алыу, йыумаған ҡулдары менән икмәк-тоҙға йәбешеүҙәре беҙҙең диндә түгел икәндәрен күрһәтә һәм Пәйғәмбәребеҙҙең ﷺ: Икмәкте ололағыҙ тигән хәҙисенә ҡаршы килеп сыға. Нисек аңларға? Икмәк өҫтөнә бер нәмә лә ҡуймағыҙ һәм икмәкте йыуылған ҡулдар менән самалап бүлеп исраф итмәй бисмиллә итеп кенә ашағыҙ тигән мәғәнәлә.
     Икмәктең өҫтөнә ниҙер булһа ла ҡуйыу ярамаған эш. Хәҙис шәрифтә Рәсүлүллаһ ﷺ әйкән: «Икмәкте хөрмәтләгеҙ. Һис шикһеҙ, Аллаһ Тәғәлә икмәкте күк бәрәкәтенән бар иткән».
     Өсөнсөнән, ризыҡты ашаған мәлдә өҫтәл эргәһендә матур ғына ултырып, тороп киткәнгә тиклем бер нисек тә ятмай йәки һөйәнмәй туҡланыу кәрәктер. Пәйғәмбәребеҙ ﷺ хәҙис шәрифтә: «Әлбиттә, мин дә ғәҙәти ябай бәндәмен. Ҡолдар кеүек ашайым үә ҡолдар кеүек ултырам», — тине.
     Хатта сөннәт буйынса ултырып өҙөп-өҙөп һыу эсеүҙә тәнгә шифа бирә икәнең табип ғалимдар раҫланы.
     Дүртенсенән, тәмле нәмәләрҙе күберәк ашап ҡалайым, тип тамаҡҡа тығылғансы туйып ашау насар ғәҙәт тип һанала. Сөнки ашҡаҙан нихәтле тулыраҡ булһа, шул тиклем әҙәмде ялҡаулыҡҡа этәрә: ғибәҙәт өлкәһе булһа ла, донъя эше булһа ла. Шулай уҡ боҙоҡ эштәргә лә этәрә. Туҡланыуға килгәндә сөннәт буйынса, ашҡаҙандың өстән бер өлөшө ризыҡ өсөн, бер өлөшө шыйыҡса өсөн һәм бер өлөшө һауа өсөн бүленергә тейеш. Шул ҡағиҙәгә ярашлы туҡланыусы кешеләрҙең табибҡа мөрәжәғәт итеүгә хәжәттәре ҡалмай. Ашҡаҙаныбыҙ төпһөҙ мискә икәнен ономайыҡ, күпме тултырһаҡта беҙ уны тултырып бөтә алмайбыҙ. Пәйғәмбәрҙең ﷺ тағы бер хәҙисенен иҫкә төшөрөп китеү яҡшы булыр тим: Үҙегеҙҙә нисә төр ауырыу бар икәнең белгеһегеҙ килһә – ашаған ризыҡтарығыҙҙың төрөн һанағыҙ, тигән.
     Бишенсенән, ғаилә әһелдәре бергәләшеп ашаһа сөннәткә муафиҡ һәм бәрәкәтле була. Һәр кем үҙ хәленә, үҙ уйына сығып ашаһа, был хәлдәрҙең аҙағы яҡшылыҡҡа алып бармай. Әнәс ибн Малик (р.) әйткәне: Рәсүлүллаһ ﷺ бер ҙә яңғыҙы ашамаҫ ине. Шул мәғәнәлә тағы бер хәҙис шәрифтә: «Тәғәмдең яҡшыһы күпселек менән бүлешкәндә», — тип әйтелә.
     Күмәкләп ашағанда аш бәрәкәтле була, бисмилләһи итеп ашағанда бер кешегә етерлек ризыҡ ике кешегә етер, ике кешегә етерлек ризыҡ өс кешегә етер һәм ары...
     Хәҙис шәрифтә әйтелә: «Ҡәрҙәштәре менән бүлешкән нәмәһе өсөн бәндәгә хисап булмаҫ».
     Риүәйәттә килгәнсә, өс нәмә өсөн хисап булмай: рамаҙан ваҡытындағы сәхәрҙәре, ифтарҙары һәм ҡәрҙәштәре менән бүлешкән нәмәләр өсөн.
     Ғәли хәҙрәттән риүәйәт ителә: «Бер өлөш ризыҡты ҡәрҙәштәрем менән бүлешеүем минең өсөн бер ҡол азат итеүҙән мәғкүллерәктер (сауаплыраҡтыр)». Ғәли хәҙрәттә бер үҙе табынға ултырмаған һәм килеүсе булмаһа бик ҡайғырған.
     Ҡудси хәҙистә әйтелә: «Ҡиәмәт көндө Аллаһ Тәғәлә бәндәгә әйтер икән: «Әй әҙәм балаһы! Мин аслы-туҡлы ҡалдым, Миңә ризыҡ бирмәнең». Хисапҡа тартылған әҙәм: «Мин Һине нисек ашатайым. Һин бит ғәләмдең хужаһы». — «Ҡәрҙәшең ас ҡалған ине, һин уны күрмәнең, әгәр уны ашатҡан булһаң, Мине ашатҡан кеүек булыр инең». Был хәҙис шулай уҡ әҙәмдең ҡарамағында булған хайуандарға ла ҡағыла: Үҙең көнөнә өс-дүрт тапҡыр ашап аяҡ аҫтындағы бесәй-этенде ашатмай тибеп осороп йөрөһәң, йә кәртәләге малың бесән-һыуһыҙ тилмерәп торһа? Хисабы ла ҡаты буласаҡ. Бер ғәрәптең дөйәһе пәйғәмбәребеҙгә ﷺ хужаһының ҡыйыртыуы хаҡында еткергәнлеге һеҙгә мәғлүмдер?
     Рәсүлүллаһ ﷺ әйтеүенсә: «Йәннәттә шундай матур гүзәл йорттар бар ти, эсе тышына, тышы эсенә күренеп тора. Улар мөләйем һүҙле, ҡунаҡсыл, йомарт кешеләр һәм башҡалар йоҡлаған ваҡытта төндәрҙә намаҙ уҡыусылар өсөн әҙерләнеп ҡуйылалар».
     Тағы ла бер хәҙистә: «Кем дә кем мосолман ҡәрҙәшен туйғанса ашатһа, эсерһә, ул бәндәне Аллаһ Тәғәлә тамуҡтан ете хандаҡ тиклем алыҫҡа йырағайта. Ә һәр бер хандаҡтың араһы биш йөҙ йыллыҡ юлдыр».
     Беҙ ҙә ҡунаҡсыллыҡтың фәзиләт-сауаптарын яҡшы белеп ҡәрҙәштәребеҙҙе матур-күркәм мәжлестәр менән шатландыраһаҡ икән. ИншаАллаһ был әжерҙәргә ирешербеҙ.
     Әлбиттә динебеҙҙә килгән күркәм әҙәптәргә таянып, мосолман кеше һәр бер эште «бисмиллаһи» менән башлағаны кеүек, өҫтәлдәге ризыҡҡа ҡул һуҙған ыңғайы «бисмилләһир-рахмәнир-рахим» тип башлау кәрәк. Уң ҡул менән ашау сөннәт. Пәйғәмбәребеҙ ﷺ уң ҡул менән ашаған. Уң ҡул менән ашау ул кешенең әҙәбен, холҡон күрһәтә. Сөнки кеше ҡабаланмай яйлап туйынып ашай, эргәһендәге кешегә ҡамаусаламай. Ә бит был ваҡытта кемдер ике ҡулы менән ауыҙын – ҡорһағын тултырырға тырыша, хатта өҫтәлгә һыймай китә. Шуға ла әҙләп алып ауыҙҙағы ризыҡты ентекләп сәйнәп бөтөрмәй тороп, һауытҡа, ҡабаттан ризыҡҡа ынтылмаҫ кәрәк. Әҙәп-холоҡ яғынан ҡабаланып ашау насар күренеш булһа , икенсе яҡтан ашҡаҙан эшмәкәрлеген дә ҡыйынлаштыра, ауырыуға килтерә.
     Тағы ла мөһим нәмәләрҙән береһе тәғәмде (өҫтәлдәге ризыҡты) һис ҡасан да кәмһетмәү, сөнки Пәйғәмбәребеҙ ﷺ бер ҡасан да ашамлыҡты ғәйепләмәҫ ине. Аш-һыу күңеленә хуш килмәһә, унан ситләшә ине. Әммә был аш-һыу яҡшы булманы йәки был ризыҡ мин күңелемә ятманы кеүек һүҙҙәрҙе бер ҙә әйтмәҫ ине.
     Ризыҡты ҡалдырмайса ашап бөтөрөү мотлаҡ, сөнки ашамлыҡтың ҡайһы өлөшөндә бәрәкәт барлығы беҙгә мәғлүм түгел. Ашамлыҡты ҡайнар хәлдә ашамау хәйерле һәм ашау дауамында күп шыйыҡса эсмәү ҙә кәңәш ителә. Сөнки ашҡаҙан өсөн ауыр хәл хасил булыуы мөмкин.
     Әлхәмдү лилләһи, тип әйтәбеҙ, халҡыбыҙ өсөн нимә хәләл, нимә хәрәм икәне борондан мәғлүм булған һәм бөгөнгө тормошобоҙҙа мосолмандар ауыҙынан «хәләлде бир, Аллаһым, харамдан Үҙең һаҡла» кеүек һүҙҙәр күп ишетелеп тора. Тик тәҡҡәбер генә кешеләр белә тороп харамдан айырылмай.
     Һөйөклө Пәйғәмбәребеҙ ﷺ: «Кем ҡырҡ көн хәләл ашап, хәләл менән ризыҡланһа, Аллаһ уның ҡальбен мөнәүәр (нурлы) ҡыла һәм йөрәгенән хикмәт шишмәләре теленә сыға башлай (һөйләгән һәр бер һүҙе хикмәтле була).»
     Бер риүәйәттә әйтелә, сәхабә кирамдан Сәғид ибн Әби Вәҡҡас Рәсүли Әкрам ﷺ үҙҙәре хаҡында Аллаһ Тәғәләнән доға ҡылыуын һорап: «Минең доғам ҡабул булһын өсөн доға ҡылығыҙ, йә Аллаһтың Рәсүле», тине. Шунда Рәсүлүллаһ ﷺ ул кешегә әйтте: «Ауыҙға алғаның, йәғни ашай торған ризығың хәләлдән булһын, шунда доғаң һис шикһеҙ ҡабул була».
     Хәҙис шәриф: «Кемдә кем хәләлде михнәттәр сигеп арып тапһа, гонаһтары кисерелгән хәлдә таң аттырһа, Аллаһ Тәғәлә унан риза була».
     Хаҡ камил мосолман булып хәләл тормошта йәшәүҙе теләгәндәр хәрәмдән ҡасырға тейеш. Был турала ҡайһы бер хәҙистәрҙә әйтелә. Ибн Ғаббас пәйғәмбәребеҙ ﷺ ҙән риүәйәт итә: «Бәйтелмөҡәдистә (Ҡудси шәриф) Аллаһ Тәғәлә бер фәрештәне торғоҙоп ҡуя ти, ул һәр көндөң төнөндә: «Кем хәрәмдән ҡасмаһа, уның нәфел ғибәҙәте лә, фарыз ғибәҙәте лә ҡабул булмай», тип хәбәр итеп торор икән».
     Башҡа хәҙистәрҙә лә: «Кеше тәнендә хәрәмдән ҡунған ит өсөн иң лайыҡлы урын — йәһәннәмдер». «Кемдер мал доньяһын ҡайҙан һәм ҡайһы юл менән тапҡаны тураһында фекер ҡылмаһа, Аллаһ Тәғәлә уның ҡайһы юл менән тамуҡҡа инеп киткәненә иғтибар итмәҫ».
     Һығымта яһап әйткәндә, беҙ мосолмандар икән, тимәк, һәр көндә тормошобыҙ дауамында «хәләл» кәлимәһенең асылына тәрәнерәк иғтибар биреүебеҙ зарур була. Йәғни хәләл тип кенә таҙа нәмәләргә әйтелмәй, ә ул малдың ниндәй юл менән табылыуы ла мөһим урында. Хәрәм һүҙен дә насар нәмәләр өсөн түгел, ә бәлки мал менән кәсеп итеү дауамында булған нәмәләргә лә иғтибар итеү кәрәк.
     Аллаһ Тәғәлә барыбыҙҙы ла хәләлде теләүсе, харамдан ҡасыусы бәндәләр сафында тороусоларҙан мөйәссәр ҡылһын.
     Йә Раббым! Беҙгә ике донъя бәхетендә бирһәң ине, тапҡан малдарыбыҙҙың изгелеген, бәрәкәтен күрергә насип итһәң ине. Уларҙы хәләлдән ҡылһаң ине. Ошо тапҡан малдарыбыҙҙы беҙҙең иманыбыҙға терәк итһәң ине. Изге эштәр эшләргә, мохтаждарға саҙаҡалар бирергә, зәкәттәребеҙҙе, ғөшөрҙәребеҙҙе кәрәкле ерҙәргә түләп торорға насип итһәң ине. Беҙҙе һаранлыҡтан һаҡлаһаң ине. Хаж ғәмәлдәрен дә ҡылырға насип итһәң ине.
     Йә Раббым! Араларыбыҙҙа ысын мөьмин мосолмандарыбыҙҙы артырһаң ине. Балаларыбыҙҙы, яҡындарыбыҙҙы, туғандарыбыҙҙы ла ошо юлға баҫтырһаң ине. Улар менән бергә намаҙҙар уҡырға, ураҙалар тоторға һәм башҡа изге ғәмәлдәр ҡылырға насип итһәң ине. Ошо эштәрҙең сауаптарын алырға насип итһәң ине. Барыбыҙҙы ла тамуҡ утынан һаҡлаһаң ине. Йәннәт баҡсаларына индереп ҡыуандырһаң ине.
     Әмин. Йә Раббил ғәләмин.
                                  Ҡайһы бер өҙөктәр икенсе телдән интернет киңлегенән алынды, авторҙары билдәһеҙ.