Хатмүүл хаүәәджәгәән — хатмүл хуаджаган
(Кесе йома зекере)
1. Аллаһу тәғәләне ризалатыу өсөн Хәтм ҡылыу ниәте.
2. Кәлимәтүш шәһәәдәһ: Әшһәдү әлләә иләәһә илләллааһү үә әшһәдү әннә Мүхәммәдән ғәбдүһүү үә расүүлүһ (3 тапҡыр)
Шым ғына: саллаллааһу ғәләйһии үә сәлләм. (Шаһитлыҡ ҡылам: Аллаһтан башҡа илаһ юҡ, Мөхәммәд Уның ҡоло һәм илсеһе.
Шым ғына: Аллаһтың уға сәләме һәм ризалығы булһын). Читать далее
Борһан тәүхид
Борһан тәүхид
Аллаһының берлеген иҫбат итеү дәлиле
Атеистик китаптарҙа, мәҫәлән Р.Р. Мәүлетовтың 1972 йылда сыҡҡан «Ислам дине», китабында: «динле кеше үҙ диненең килеп сығыуы тураһында әллә ни уйламай ҙа. Ул тәбиғи һәм зарури булып тойола. Дингә ышаныусы кеше фараз иткәненсә, алла үҙенең ғәҙҙәтән тыш мәрхәмәт күрһәтеүе менән уны «иң хаҡ һәм ысын дин» ҡосағында тыуырға лайыҡлы итеп тапҡан» – тип башлана. Совет осоронда бына шул һүҙҙәр менән дингә ҡаршы яҙылған ошо китап башлана. Яңылышҡан автор: Беҙ динһеҙлек осоронда тыуҙыҡ, был китап яҙылғанда миңә ете йәш ине әле. Читать далее
Ҡар менән тәһәрәт
Ҡар менән тәһәрәт
Тәһәрәт алған ваҡытта аяҡты дымлы салфеткалар менән һөртһәң яраймы? Тәһәрәтте ҡар менән алырға яраймы?
Һорау: Эштә саҡта, тәһәрәт алғанда аяҡтарҙы һәр саҡ йыуып тороуы уңайһыҙ. Был осраҡта аяҡтарҙы дымлы салфеткалар менән һөртһәң буламы? Был тәһәрәт булып һаналамы? Мин Рәсәйҙең үҙәк өлөшөндә йәшәйем һәм йыш ҡына урамда булырға тура килә. Миңә тәһәрәтте ҡар менән алһам яраймы?
Йыназа намаҙында «Фатиха» уҡыламы?
Йыназа намаҙында «Фатиха» уҡыламы?
Ҡайһы бер оло имам-хатибтәр ҡайҙандыр алып: әгәр йыназа намаҙында «Әл-Фатиха» сүрәһе уҡылмаһа ул намаҙ намаҙҙан булмай тигән фекергә киләләр. Һәм йыназа намаҙындала «Фатиха» сүрәһе уҡылырға тейеш тигән фекергә килеп, сыуалаш тыуҙыралар. Үҙҙәре электән килгән тәртипкә ҡаршы сығалар. Әйҙәгеҙ хәҙер хәнәфи фикһ һәм хәнәфи буйынса намаҙ уҡыу китаптарын, һәм башҡа китаптарҙы ҡараштырайыҡ. Читать далее
Мәрхүмдең көткәне
Мәрхүмдең көткәне
Һорау: «Пәйғәмбәребеҙ ﷺ -ең хәдисенән белеүебеҙсә, мәрхүм кеше ҡәберенә ерләнгәс (күккә күтәрелеп һорау алынғас) күктән төшөрөлә һәм уны ерләп зыяраттан өйҙәренә ҡайтып китеүсе кешеләрҙең аяҡ тауыштарын ишетеп ҡала. Мәрхүмдәр ни тиклем ваҡыт ҡәберҙәрендә булалар икән?»
Яуап: Дини китаптарҙа мәрхүмдәрҙең ҡәберҙәге хәлдәре тураһында хәбәрҙәр бар. Читать далее
Үҙеңде әрәм итеү иманһыҙлыҡтан килә
Үҙеңде әрәм итеү иманһыҙлыҡтан килә
Үҙеңде әрәм итеү иманһыҙлыҡтан килә, йәки иң мөһим нәмә — ул иман
(Беренсе Өфө йәмиғ мәсете, 1 май 2015)
Нәҡшбәндиә тәриҡәтендә сөхбәт мөһим урын алып тора.
Был матур мәмләкәттәргә өсөнсө тапҡыр киләбеҙ. Саҡырҙылар. Саҡырыуҙы ҡабул иттек. Насип булды, килдек.
Әлбиттә, кешеләрҙә бик ҙур үҙгәрештәр булған. Иман, Ислам тураһында бик күп нәмә белделәр. Әлбиттә, бер нәмә лә белмәү сәбәпле яңылышып киттеләр. Сөнки ҡайһы ваҡыт яҡшы кешеләр, ҡайһы ваҡыт яңылыш кешеләр килеп төрлө-төрлө нәмәләр тураһында һөйләне. Кешеләрҙең бик ныҡ башын ҡатырҙылар. Тышына ҡаранылар, эсенә әһәмиәт бирмәнеләр. Тышҡы яҡҡа әһәмиәт бирҙеләр. Читать далее
Пәйғәмбәребеҙ – иң камил кеше
Пәйғәмбәребеҙ – иң камил кеше
Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд ғәләйһиссәләм – иң камил кеше.
Беҙҙең эраның алтынсы быуатында, был донъяға бөтә кешелек өсөн үрнәк камил кеше ебәрелә – һуңғы Пәйғәмбәр Мөхәммәд ғәләйһи үәссәләм. Бөйөк Аллаһ изге Ҡөръәндә ерҙәге һәм Ахирәттәге тормош бәхетле булһын өсөн, барлыҡ кешеләргә Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд ғәләйһиссәләмгә эйәрергә ҡуша.
Мөхәммәд ғәләйһиссәләм, пәйгәмбәрҙәр имамы булараҡ, барлыҡ пәйғәмбәрҙәрҙең иң матур сифаттарын үҙендә туплаған. Ул мул һыулы йылғалар ҡойған диңгеҙ кеүек. Һәр бер кеше уның тормошон үҙенә өлгө итеп алырға мөмкин. Мөхәммәд ғәләйһиссәләм үҙенең бер хәҙисендә: «Мин күркәм әхлаҡты камилләштереү өсөн ебәрелдем», – тип әйткән (Әхмәд бин Хәнбәл, Муснад). Аллаһы Раббыбыҙ ҙа Ҡөръән Кәримендә Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд ғәләйһиссәләмде маҡтап:
وَإِنَّكَ لَعَلى خُلُقٍ عَظِيمٍ
Үә иннәкә ләғәлләә хулүҡин ғәҙыиим Читать далее
Пәйғәмбәребеҙҙең ﷺ үрнәге. (Мәүлид)
Пәйғәмбәребеҙҙең ﷺ үрнәге. (Мәүлид)
Әлхәмдулилләһи Раббил ғәләмин үәссәләтү үәссәләмү ғәлә рәсүлиһи Мөхәммәдин үә ғәләә әлиһи үә әсхәбиһи әждмәғин. Бөтә маҡтауҙарыбыҙ, ололауҙарыбыҙ, бөтә ҡылған ғибәҙәттәребеҙ һәм доғаларыбыҙ бөтә донъяны юҡтан бар иткән һәм бөтөнөһөн дә тәрбиә ҡылып торған Раббыбыҙға бағышлайбыҙ. Һәм Уның һөйөклө Пәйғәмбәре һәм илсеһе Мөхәммәд Мостафа салләллаһу ғәләйһи үәссәләмгә сәләмдәребеҙҙе һәм изге теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ. Йә Раббым барыһын да риза булып ҡабул итһәң ине.
Ҡәҙерле, ғәзиз дин ҡәрҙәштәрем! Әссәләмүғәләйкүм рахмәтуллаһи үә бәракәтүһ! Бөгөн беҙ Мәүлид – Ән-Нәби, йәғни Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд Мостафа ﷺ дең тыуған көнөн үткәрәбеҙ. Беҙҙең һөйөклө Пәйғәмбәребеҙ ﷺ ошо Рабиғүл-әүүәл айында тыуған. Һәр йылды бөтә ер шарының Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд ﷺ дең өммәтенән булған мосолмандар Мәүлид Ән-Нәби Байрамын үткәрәләр. Ысын күңелдән барығыҙҙы ла ошо изге байрам менән тәбрикләйем. Читать далее
Инсан исемле Сер
Инсан исемле Сер
«Мин үлгәстен, күҙ-йәш түкмә! «Аһ, ҡайһылай йәл, ҡайһылай ҡыҙғаныс!» тип һамаҡлай күрмә. Тормош көткәндә, нәфесемә эйәреп, шайтан ҡапҡанына эләкһәм, был, ысынлап та, ҡайғы булыр ине».
«Йәнем, ҡанат киреп, Раббыһына уҡталғанда, «Аһ-аһ, ул беҙҙе ташлап китте!» тип һыҡтама. Бел: был хушлашыу мәле түгел, ә был – Раббым менән ҡауышыу мәле!»
«Мине ерләгәндә, ҡайғыға батып, «Хуш, хуш!» тип әйтмә. Ҡәбер – артында беҙҙе Йәннәт баҡсалары көтөп торған нескә генә ҡорған!».
«Ҡояш батышын күрһән, тимәк һин ҡояш сығышын да күргәнһең. Улайһа, уйлап ҡара: батышы һәм сығышы араһында ҡояш тоноҡланамы әллә?»
«Батышын юҡҡа сығыу, тип иҫәпләүең ихтимал, әммә киреһенсә: батышы – яңы тормош башы!»
«Тәү ҡарамаҡҡа ҡәбер – ер ҡуйынындағы соҡор, төрмә, зиндан ғына. Асылда иһә, Раббыһына бөтә күңеле менән ынтылғандар өсөн. Ҡәбер – донъя ығы-зығыһынан ҡотолоп, тыныслыҡ табыу урыны!»
«Ергә ташланған орлоҡ, шытып сығып, баш ҡалҡытмай ҡалырмы? Улайһа, ер ҡуйынына тапшырылған кешенең йәнә унан баш ҡалҡытып сығыуына ни өсөн шигең бар?»
Читать далее
Донъя тормошо

Хәмед үә маҡтау Аллаһҡа зарурҙыр тик, маҡтаусылар Уны тейешенсә итеп маҡтай алмаҫ, һанаусылар — ниғмәттәрен һанап бөтөрә алмаҫ, эшләп арығандар — Уға тейешлене ҡайтарып бирә алмаҫтар. Нисәмә уй Уны аңлай алмаҫ, нисә фекер диңгеҙенә сумыусы Уға төшөнә алмаҫ. Тасуирлау өсөн сифаттарының билдәле бер сиге, уның сифатланышына айырым бер ваҡыт аралығы һәм күрһәтелгән бер осор юҡтыр. Мәхлуҡтар ҡөҙрәте менән барлыҡҡа килтергән, елдәрҙе рәхмәте менән иҫтергән һәм бар иткән ер йөҙөн ҡаялар менән нығытҡан Заттыр Ул.
Диндең башы — Уны аңламаҡтыр, Уны аңлауҙың камиллеге — Уны таныуҙыр, Уны таныуҙың камиллеге — Уны бер итеп таныуҙыр, Уны бер итеп таныуҙың камиллеге лә — Уға ҡарата ихлас булыуҙалыр.
