Ҡөръән ашы тәртибе

                                              Ҡөръән ашы тәртибе
     Йәш имамдарға һәм мәжлескә барыусыларға.
     Бисмилләһир-рахмәниир-рахиим.
     Әссәләмү ғәләйкүм үә рахмәтуллаһи үә бәрәкәтүһү!
     Мөхтәрәм дин ҡәрҙәштәребеҙ, барығыҙғала Аллаһының сәләме, рәхмәте һәм бәрәкәте булһа ине!
     Мәрхүм-мәрхүмәләрҙе иҫкә алыр өсөн, хәлендән килгәнсә мәжлес йыйырға мөмкин. Әгәр хәлеңдән килмәһә, мәсеткә барып берәй хәҙрәттән йәки Ҡөръән сүрәләрен уҡый белгән берәй таныштарыңдан уҡытырға мөмкин. Әреуахтар рухына мәжлес йыйыу беҙҙең халыҡтағы йола ғына. Йоланы үтәһәң дә була, үтәмәһәң дә була. Ислам шәриғәтенең бер өлөшө түгел. Мәжлес үткәрмәһәң гонаһ юҡ. Барыһы ла хәлегеҙгә ҡарап. Читать далее →

Саҙаҡа (йәшерен саҙаҡа)

                                               Саҙаҡа (йәшерен саҙаҡа)
     Башҡа бөтә мәхлүктәр араһында беҙҙе кеше итеп яралтҡан, беҙгә ғүмер биргән, Ислам һәм Иман бүләк иткән, һөйгән Илсеһе өммәтенә индергән, Шәфҡәте менән беҙгә етәкселек рәүешендә хәҡиҡәт юлын күрһәтеүсе Изге Ҡөрьәнде һәм пәйғәмбәрҙәрҙең вариҫтары булған ғалимдарҙың һәм хәҡиҡәтте тапҡан әүлиәләрҙең нәсихәттәренән баһалап бөткөһөҙ файҙа алырға мөмкинлек биргән Аллаһу Сүбхәнәһү үә Тәғәләгә сикһеҙ дан һәм маҡтауҙарыбыҙ!
     Һөйөклө пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд Мостафа (салләллаһу ғәләйһи үә сәлләм) – был донъялағы иң бөйөк юл күрһәтеүсебеҙгә, тура юлдағы гүзәл үрнәгебеҙгә, шулай уҡ уның оло йөрәкле ғаиләһе ағзаларына һәм сәхәбәләренә (раҙыйаллаһу ғәнһүм) сикһеҙ именлектәр һәм Аллаһтың рәхмәт-бәрәкәттәре булһын!
     Әлхәмдүллилләәһи, Аллаһ Тәғәлә беҙҙең халыҡҡа бөтмәҫ ниғмәттәрен бирҙе. Беҙ башҡа халыҡтарға ҡарағанда Аллаһ рәхмәте менән бирелгән ожмах төбәгендә йәшәйбеҙ түгелме? Шөкөр итәйек! Теләгән нәмә бар, теләгәңенде табырға була. Тик бында барыһы ла һынау өсөн икәнен онотмайыҡ! Читать далее →

Сауапҡа ирешеү юлдары

                                                Сауапҡа ирешеү юлдары
     Барлыҡ ғаләмдәрҙең Раббыһы булған, беҙҙе Үҙенең төрлө ниғмәттәре менән ниғмәтләгән Аллаһы Сүбхәнәһү үә Тәғәләгә хәмед һәм ҫәнәләр, бөтә маҡтауҙарыбыҙ, хөрмәтләүҙәребеҙ булһа ине. Аллаһы Тәбәрәкә үә Тәғәләнең Хәбибе һәм Хаҡ илсеһе, ғәләмдәргә рәхмәт булараҡ ебәрелгән һөйөклө пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд Мостафа ғәләйһиссәләм хәҙрәттәренә, уның хөрмәтле ғаиләһенә, барлыҡ сәхәбәләренә сәләмдәребеҙ һәм салауаттарыбыҙ булһа ине.
     Бөтә көндәрҙең солтаны, ике ғәйеттән дә өҫтөн булған мөбәрәк йома көндө Аллаһы Тәғәләнең рәхмәтенә ирешер өсөн мәсетебеҙгә йыйылған мөхтәрәм дин ҡәрҙәштәрем, әссәләмү ғәләйкүм рахмәтуллаһи үә бәрәкәтүһ!
     Пәйғәмбәребеҙ ﷺ бер хәҙисендә Аллаһы Тәғәлә ике төрлө бәндәне яратмай тине: «Донъя өсөн ахирәтте һатҡан, йәғни ахирәтенән ваз кискән, шул уҡ ахирәте өсөн донъяһынан ваз кискән кешенең икеһен дә яратмай», ти.

Читать далее →

Иман иле – Мәккә

                                                 Иман иле – Мәккә
     Иман иле – Мәккә бишегенә асып индем донъя ишеген...
     Бисмилләһир-рәхмәниир-рәхиим! Рәсәйҙең хажға барыуҙы үҫтереүгә ярҙам күрһәтеүсе хәйриә фонды аша беҙҙең төркөм, 2011 йылда тур операторҙарҙан алданып, хаж сәфәренә бара алмаған мосолмандар, 2012 йылдың 19 октябрендә Ислам диненең бишенсе әрҡанын үтәү өсөн сәфәргә юлландыҡ. Аллаһы Тәғәлә Ҡөрьәндә шулай тигән: “…Кешеләрҙең Аллаһ алдында булған бурыстарына хаж ҡылыу керә, әгәр улар быны үтәй алырлыҡ булһалар” (“Ғимран”сүрәһе, 97).
     Хаж мөмкинлеге булған, бәлиғ һәм һау,сәләмәт кешеләргә фарыз. Ибраһим һәм Исмәғил пәйғәмбәрҙәр тарафынан тергеҙелеп, улар, башҡа пәйғәмбәрҙәр һәм сәхәбәләр ғибәҙәт ҡылған урын булғанға күрә, Ҡәғбәтулла мөбәрәк бер ғибәҙәтхана иҫәпләнә. Шуның өсөн дә Аллаһы Тәғәлә беҙгә шул ғибәҙәтхананы зыярат ҡылырға ҡушҡан. Быны атҡара алған кешеләргә ҙур әжер һәм сауаптар вәғәҙә иткән. Ғалимдарҙың һүҙҙәренә нигеҙләнеп, хаж Һижриҙең алтынсы йылын да фарыз булған, шул нигеҙҙән Аллаһы Тәғәлә аят иңдергән: “Аллаһ ризалығы на өмөт менән хаж һәм үмрәне иң камил рәүештә үтәгеҙ” (Баҡара сүрәһе,196-cы аят). Читать далее →

Әсәләр доғаһы

                                                      Әсәләр доғаһы
     Намаҙҙан һуң әсәләр доғаһы.
     “Күпме һуҡыр кешеләр бар, ләкин улар бармаҡтары менән генә булһа ла, Ҡөръәнде уҡырға тырышалар. Күпме аяҡһыҙ кешеләр бар, улар мәсеткә йөрөргә бик өмөтләнеп торалар, ләкин бара алмайҙар. Күпме һаңғырау кешеләр бар, улар Ҡөръән-Кәримде бик тыңлар инеләр, ләкин ишетмәйҙәр. Әлеге кешеләрҙең Аллаһы ҡаршыһында әйтер һүҙҙәре булыр, сөнки уларҙың берәр кәмселектәре бар. «Ә беҙ һеҙҙең менән нимә әйтербеҙ икән?!"тип «Өмөт» гәзитендә яҙылып сыҡҡан. Хаҡ һүҙҙәр, уйланырлыҡ һүҙҙәр.
     Намаҙҙы уҡымаҫ өсөн, мәсеттәргә йөрөмәҫ өсөн ниндәй генә сәбәптәр тапмайбыҙ. Әйе, бер кемде лә көсләп ғибәҙәт юлына баҫтыра алмайбыҙ. Әммә, үҙен мосолман тип таныған кеше был донъяла намаҙҙарын уҡырға бурыслы. Беҙ бөтөнөбеҙ ҙә шуны яҡшы белергә тейешбеҙ: Ҡиәмәт көнөндә Аллаһы Тәғәлә иң беренсе итеп намаҙ уҡыу тураһында һораясаҡ. Пәйғәмбәребеҙ саллаллаһу ғәләйһи үәс-сәләм үҙенең хәҙисендә былай тигән: “Ҡиәмәт көнөндә кешенән иң тәүҙә намаҙ өсөн хисап алыныр. Әгәр намаҙҙары теүәл булһа, нисек кәрәк шулай итеп, еренә еткереп ҡылынған булһа, Аллаһы Тәғәлә был кешене үҙ рәхмәте менән хөкөм ҡылыр. Әгәр намаҙҙары ҡыҫҡартылған, кәмселектәре булһа, Аллаһы Тәғәлә фәрештәләргә: «Был бәндәне нәфел намаҙҙары менән тултырығыҙ, теүәлләгеҙ», — тип әйтер. Читать далее →

Йәшерен ғилем

                                                          Йәшерен ғилем
     Бар ғәләмде (бөтә донъяны) юҡтан бар ҡылыусы, тәрбиә ҡылыусы Аллаһ Сүбхәнәһү үә Тәғәләгә хәмде-ҫәнәләребеҙ (маҡтауҙарыбыҙ) булһа ине. Аллаһ Сүбхәнәһү үә Тәғәлә ил-көндәребеҙгә хәйерле именлектәр, тыныслыҡтар, ауырыуҙарға хәйерле шифалар, тәүфиҡһыҙлыҡта, намаҙһыҙлыҡта, динһеҙлектә йөрөүселәргә тәүфиҡ-һиҙиәт (тура юлға кереүселәргә хас сифаттар: күркәм әҙәп-тәрбиә, яҡшы әхләҡ), истиҡамәттәрен (ғәҙеллек, тоғролоҡ, дөрөҫ йүнәлеш) насип ҡылһа ине. Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд Мостафа салләллаһу ғәләйһи үәссәләмгә күңелдәребеҙҙең түрҙәренән сыҡҡан салауаттарыбыҙ, доғаларыбыҙ ирешһә ине.
     Мөхтәрәм ғәзиз ҡәрҙәштәрем, йома көндәребеҙ мөбәрәк булһын! Аллаһ Сүбхәнәһү үә Тәғәлә ике йома араһында вафат булған мосолман ҡәрҙәштәребеҙҙең рухтарына доғаларыбыҙҙы ирештерһә ине. Аллаһ Сүбхәнәһү үә Тәғәлә ике йома араһында никахлашҡан йәштәребеҙҙең күңелдәренә өлфәт — мөхәббәт һалып, мөхәббәттәрен дауамлы ҡылып, уларҙан тыуған балаларҙы ла Ватаныбыҙға, динебеҙгә, милләтебеҙгә игелекле, файҙалы балаларҙан насип ҡылһа ине. Читать далее →

Хызыр — Ильяс

                                                            Хызыр — Ильяс
     Халыҡ хәтерендә Хызыр-Ильяс
     Атеистик совет заманы осоронда фольклорсыларға дини тематикаға ҡағылышлы материалдар йыйыу тыйылғанлыҡтан, Рәсәй Фәндәр академияһының Өфө ғилми үҙәге архивында был темаға бәйле сығанаҡтар юҡ кимәлендә. Һуңғы ун йылда дингә ҡараш үҙгәреүе һәм Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты тарафынан фольклор экспедициялары тергеҙелеү сәбәпле, халыҡ ижадын, шул рәттән Исламға бәйле төрлө жанрҙар: легенда риүәйәттәр, мөнәжәттәр күпләп туплана башланды. Уларҙа дин, пәйғәмбәрҙәр тарихы, фәрештәләр, әүлиәләр, мөғжизәләр, изге шишмәләр һ.б. хаҡында бәйән ителә. Был мәҡәләбеҙ башҡорттар араһында йыш иҫкә алынған Хызыр-Ильясҡа бағышлана. 1998 – 2011 йылдар ара лығында Башҡортостандың күп райондарында һәм күрше өлкәләрҙә Хызыр-Ильяс тураһында бер-береһенә сюжеттары менән оҡшаш байтаҡ риүәйәттәр яҙып алырға тура килде.
     Хызыр-Ильяс образы – Ислам донъяһында киң билдәле. Уның хаҡында төрки ғалимдар байтаҡ ғилми хеҙмәттәр яҙған, Интернет селтәрендә лә материалдар бихисап. Беҙҙең башҡорт фольклористикаһында иһә был тема ғалимдарыбыҙ иғтибарынан ситтә ҡала килә. Читать далее →

Ғәйбәт

                                                                     Ғәйбәт
     Ғәйбәт тигән һүҙ — ул ғәрәп һүҙе ғәйибтән килеп сыҡҡан. Ул һөйләшеп-аралашып торған кешеләрҙең араһында булмаған кешенең, йәғни өсөнсө заттың насар, хәйерһеҙ яҡтарын иҫкә төшөрөп булышыуҙарын аңлата. Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд ғәләйһи үәс-сәләм ғәйбәттең нимә икәнен аңлатып былай тип, әйтә: «Ғәйбәт – ул үҙеңдең мосолман ҡәрҙәшеңдең яратмаған яғын иҫкә алып һөйләү, уның хаҡында хаҡиҡәттә булған хәлен үҙе юҡта һөйләү, — тигән. Әгәр ҙә булмағанды булды тип, һөйләһәң боһтан булыр, икеһе лә бер хөкөмдә булыр тип», — дауам иткән.
     Аллаһ Тәғәлә Ҡөръән Кәримдә ғәйбәтте әшәке бер сифат итеп бирә. Ул «Хүджүрат» (Бүлмәләр) сүрәһендә ғәйбәтте мәйет итен ашауға тиңләй: Читать далее →

Аллаһтан ҡурҡыу

                                                        Аллаһтан ҡурҡыу
     Мөхәммәд пәйғәмбәр ғәләйһи үәс-сәләмдән риүәйәт килә: «Аллаһ Тәғәлә әйтте: «Берәү был донъяла Минән ҡурҡһа, ахирәттә уны тыныслыҡта ҡалдырырмын, ә инде икенсе берәү ошо донъяла Минән ҡурҡмаһа, тыныс йөрөһә, Ҡиәмәт көнөндә уны ҡурҡытырмын». Һәм тағы бер риүәйәтендә: «Мөьминдең күңеле Аллаһтан ҡурҡыуҙан тетрәһә, ул мөьминдең гонаһтары ағастан япраҡтар ҡойолған кеүек ҡойолор».
     Аллаһтан ҡурҡыу – һәр яҡшылыҡтың башы (хәҙис), сөнки Аллаһ хозурында хисап бирәсәген һәм ҡиәмәт язаһын уйлаған кеше мөмкин тиклем яҡшылыҡтар эшләргә, насар эштәрҙән бигерәктә йәбер үә золомдан һаҡланырға тырыша, үҙенең фани буласағын (үләсәген) уйлап, мохтаж кешеләргә мал менән һәм ғилем менән ярҙам итергә тырыша. Аллаһ тарафынан ҡушылған эштәрҙе эшләргә, тыйған нәмәләрҙән тыйылырға тырыша. Үҙенә һәм донъя малына ҡыҙыҡһынмайынса, тик Аллаһтың тәҡүәле ҡоло булырға тырыша. Бына ошондай игелекле эштәр тамуҡ ғазаптарынан ҡотолоу өсөн хәйерле ғәмәлдәр булып торалар. Аллаһтан ҡурҡыуы булмаған кешеләрҙә иһә, был шарттар юҡ. Ахирәт тормошона ҡарағанда донъя тормошон өҫтөнөрәк күрә. Фәҡәт мал йыйыуға ғына әһәмиәт бирә, был эштәр ахирәт көнөндә ғәрәсәт майҙанында үкенеүгә сәбәп булаларҙа инде. Читать далее →

Ғәли хәҙрәттең мәшһүр хөтбәһе

                                       Ғәли хәҙрәттең мәшһүр хөтбәһе
     Хәҙрәт Ғәлинең раҙыаАллаһу ғәнһәнең «Әл-Ғара» исеме аҫтында танылған мәшһүр хөтбәһе
     Хәле менән һәр нәмәнән өҫтөн булып та, һәр нәмәгә түбәнәйерлек ҡәҙәр миһырбанлы Аллаһҡа маҡтауҙар булһын. Теләгәнен яйлы итеүсе, әҙәм балаһына артығын биреүсе, ауырлыҡтар һәм ҡыйынлыҡтарҙы юҡ итеүсе лә Ул. Сикһеҙ игелектәре, һанауһыҙ ниғмәттәре өсөн Үҙен маҡтап, Беренсе (Әл-Әүүәл) һәм Башланғыс (Әл-Бадый) икәнлегенә ышанабыҙ, Яҡын (Әл-Ҡариб) һәм Юл Күрһәтеүсе (Әл-Һаҙый) икәнлеген белеп, Үҙенән тоғро юл һорайбыҙ, Өҫтөн (Әл-Ҡаһир) һәм Ҡөҙрәтле (Әл-Ҡадир) икәнлегенә ышанып, Үҙенә генә һыйынабыҙ, Булышыусы (Әл-Ҡафый) һәм Ярҙам Итеүсе (Әл-Насир) икәнлеген белеп, Үҙенә генә тәүәккәлләйбеҙ. Мөхәммәд ғәләйһис-сәләмдең Уның ҡоло һәм әмерҙәрен тормошҡа ашырыу, дәлилдәрен еткереү һәм иҫкәртеүҙәрен өсөн ишетереү өсөн ебәрелгән илсеһе икәнлегенә шәһәҙәт итәбеҙ.

Читать далее →