Пәйғәмбәребеҙ – иң камил кеше

                                             Пәйғәмбәребеҙ – иң камил кеше
     Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд ғәләйһиссәләм – иң камил кеше.
     Беҙҙең эраның алтынсы быуатында, был донъяға бөтә кешелек өсөн үрнәк камил кеше ебәрелә – һуңғы Пәйғәмбәр Мөхәммәд ғәләйһи үәссәләм. Бөйөк Аллаһ изге Ҡөръәндә ерҙәге һәм Ахирәттәге тормош бәхетле булһын өсөн, барлыҡ кешеләргә Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд ғәләйһиссәләмгә эйәрергә ҡуша.
     Мөхәммәд ғәләйһиссәләм, пәйгәмбәрҙәр имамы булараҡ, барлыҡ пәйғәмбәрҙәрҙең иң матур сифаттарын үҙендә туплаған. Ул мул һыулы йылғалар ҡойған диңгеҙ кеүек. Һәр бер кеше уның тормошон үҙенә өлгө итеп алырға мөмкин. Мөхәммәд ғәләйһиссәләм үҙенең бер хәҙисендә: «Мин күркәм әхлаҡты камилләштереү өсөн ебәрелдем», – тип әйткән (Әхмәд бин Хәнбәл, Муснад). Аллаһы Раббыбыҙ ҙа Ҡөръән Кәримендә Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд ғәләйһиссәләмде маҡтап:
                                                                                               وَإِنَّكَ لَعَلى خُلُقٍ عَظِيمٍ
     Үә иннәкә ләғәлләә хулүҡин ғәҙыиим

     "Хаҡиҡәттә, һин – юғары әхлаҡ эйәһе", – тигән. («Ҡәләм» сүрәһе, 68/4-нсе аят).
     Ул игелекле, итәғәтле, шәфҡәтле, миһырбанлы, мәрхәмәтле, киң күңелле, сабыр, йомарт, ышаныслы, тыйнаҡ була. Был сифаттар Пәйғәмбәребеҙ ғәләйһиссәләмде иң камил дәрәжәлә була. Ҡөръәндә әйтелгән:
     "Тәхҡиҡ, Аллаһ Рәсүлендә һеҙгә эйәрерғә лайыҡ булған күркәм холоҡ дә яҡшы сифаттар барҙыр, Аллаһтан сауапты һәм ахирәттә йәннәтте өмөт иткән хәлдә, Аллаһты күп зекер итеүсе мөьминдәр өсөн" («Әхзәб» сүрәһе, 21-не аят).
     Аллаһ илсеһе ғәләйһиссәләмдең әхлаҡ сығанағы – Ҡөръән булған. Шуға күрә, Рәсүлебеҙҙең холҡо нисек ине һуң? – тигән һорауға Ғәйшә әсәбеҙ (Аллаһ унан риза булһа ине): «Уның холҡо – Ҡөръән ине», – тип яуап биргән. Ул Ҡөръән Кәрим тыйған нәмәгә асыу менән ҡараған һәм Ҡөръән Кәрим ҡушҡан нәмәләрҙән ҡәнәғәтләнеү тойған. Ул Аллаһҡа оҡшамаған ғәмәл ҡылыусыларҙы хөкөм иткән һәм шелтәләгән. Рәсүлебеҙ ғәләйһиссәләм Аллаһ риза булмаған нәмәләр өсөн генә асыуланған.
     Аллаһ расүле ғәләйһиссәләм юғары дәрәжәлә намыҫлы һәм ышаныслы, кешеләр менән яғымлы мөнәсәбәттә һәм аралашыуға әүәҫ кеше булған. Ул әхлаҡ, саф фекер йөрөтергә яратҡан. Аллаһ илсеһе ғәләйһиссәләмгә тупаҫлыҡ, оятһыҙлыҡ һәм һөмһөҙлөк ят булған. Ул бер ҡасан да яуызлыҡҡа яуызлыҡ менән яуап бирмәгән, дошмандарын кисерә белгән. Әгәр кемдер унан бер нәмә һораһа, йәки берәр нәмә менән ҡыҙыҡһынһа, Аллаһ илсеһе ғәләйһиссәләм һәр ваҡыт йомшаҡ һәм төплө итеп яуап биргән, тупаҫ һәм ихтирамһыҙ бер һүҙ ҙә ҡулланмаған. Ул бер ҡасан да әңгәмәләшен ярты һүҙҙә бүлдермәгән. Әгәр берәрһенең һүҙе саманан сыҡһа, ул уны кире ҡаҡҡан, йә тороп киткән.
     Аллаһтың рәсүле ғәләйһиссәләм әйткән: «Миңә тәрбиәне Аллаһ үҙе бирҙе, һәм был тәрбиә ниндәй күркәм булды», – тигән (Суюти «Джәмиғ әс-сәғир»). Сәхәбәләр Пәйғәмбәребеҙ ғәләйһиссәләмдең күркәм йәшәү рәүешен, әҙәбен күреп бик һоҡланғандар. Әнәс бин Мәлик (Аллаһ унан риза булһа ине) тигән сәхәбә әйткән: “Мин Аллаһтың рәсүле ғәләйһиссәләмгә ун йыл хеҙмәт ҡылдым. Бер мәртәбә лә насар һүҙ һөйләгәнен ишетмәнем. Бер ҡасан да: «Был эште ни өсөн шулай эшләнең?» – тип асыуланғанын күрмәнем", – тигән (Мөслим).
     Аллаһ расүле ғәләйһиссәләм күршеләрен хөрмәт иткән һәм ҡунаҡтарын ихтирам менән ҡабул иткән. Уның Аллаһ өсөн хеҙмәт итмәгән йәки яҡшы эш ҡылмаған бер генә минуты ла булмаған. Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд ғәләйһиссәләм киләсәккә өмөт менән ҡараған, төшөнкөлөккә бирелеүҙе яратмаған. Ул ике эштең береһен башларға кәрәк булғанда, уларҙың иң файҙалыһын һайлаған. Ул бәләгә төшкәндәргә ярҙам итергә һәм мәзлүмдәрҙе (хаҡһыҙ рәнйетелгән) ҡотҡарырға яратҡан.
     Аллаһ илсеһе үҙенең сәхәбәләрен бик яратҡан, улар менән йыш кәңәшләшкән һәм улар тураһында ҡайғыртҡан. Әгәр сәхәбәләренән берәйһе ауырып китһә, ул уларҙың хәлен белергә бара торған булған. Әгәр кемдер юғалып торһа, Пәйғәмбәребеҙ ғәләйһиссәләм уны эҙләгән. Кемдер вафат булһа, уның өсөн тип доға ҡылған. Ул һәр ваҡыт башҡаларҙың ғәфү үтенеүен ҡабул иткән, уның өсөн көслө лә, көсһөҙ ҙә үҙ хоҡуҡтарында тигеҙ булған. Һүҙ оҫтаһы булараҡ, Пәйғәмбәребеҙ ғәләйһиссәләм күп төрлө фәһемле хикәйәләр һәм тарихтар һөйләй торған булған. Ул һәр ваҡыт дөрөҫөн генә һөйләгән.
     Аллаһ расүле ғәләйһиссәләмдең тәрбиәләге һәм әҙәплелегенә килгәндә, ул сәхәбәләренә бик мәрхәмәтле, хөрмәтле мөнәсәбәттә булған, тар ерҙә һәр ваҡыт башҡаларға күберәк урын ҡалдырған. Берәйһен күрһә, ул уны гел беренсе булып сәләмләгән.
     Аллаһ илсеһе бик тыйнаҡ булған. Кешеләр йыйылған ергә йәки йыйылышҡа килгәс, ул урын бар ергә ултырған һәм бының менән барыһының да бер тигеҙ хоҡуҡҡа эйә икәнлеген асыҡлаған. Әңгәмәләше менән ултырғанда, бер ҡасан да унан алда тороп баҫмаған. Ашыҡҡан ваҡытта һәр ваҡыт ғәфү үтенгән.
     Пәйғәмбәребеҙ ғәләйһиссәләм бер ҡасан да ярлыларға фәҡирлектәре өсөн ерәнеп ҡарамаған, байҙар алдында түбәнселек күрһәтмәгән. Ул һәр ваҡыт именлекте юғары ҡуйған. Ашағанда, эскәндә уң ҡулын файҙаланған, сөнки Аллаһ уға шулай ҡушҡан. Ул яҡшы еҫтәрҙе яратҡан: һуған, һарымһаҡ кеүек насар еҫ таратыусы нәмәләрҙе һөймәгән. Аллаһ илсеһе үҙенең сәхәбәләренән кейеме менән дә, йыйылыштарҙа ултырған урыны менән дә айырылып тормаған. Кемдер килһә: «Ә һеҙҙең ҡайһығыҙ Мөхәммәд һуң?» – тип һорай торған булған.
     Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд ғәләйһиссәләм кейемдәрҙән ашыҡ һөйәгенә тиклем етеүсе оҙон елән кейеп йөрөргә яратҡан. Кейем-һалымда ла, ризыҡта ла бер ниндәй артыҡлыҡты ҡабул итмәгән. Башына салма һәм башлыҡ кейә торған булған, ә уң ҡулының сыңғарсай бармағында көмөш балдағы булған.
     Аллаһы Тәғәлә Ҡөръәндә әйтте:
                                                                         لَقَدْ جَاءكُمْ رَسُولٌ مِّنْ أَنفُسِكُمْ عَزِيزٌ عَلَيْهِ
                                                                  مَا عَنِتُّمْ حَرِيصٌ عَلَيْكُم بِالْمُؤْمِنِينَ رَؤُوفٌ رَّحِيمٌ
     Ләҡад джәә әкүм расүүлүм-мин әңфүсикүм ғәзиизүн ғәләйһи мәә ғәниттүм хәрии-сун ғәләйкүм бил-мүьминиинә раүүфү-ррахиим.
     "Әй кешеләр, тәхҡиҡ, һеҙгә үҙ арағыҙҙан пәйғәмбәр килде, Аллаһҡа ҡарышыуығыҙ уның өсөн ауырҙыр (һеҙ гонаһ ҡылғас, уға ҡыйын), ул һеҙҙе ҡайғырта, мөьминдәргә шәфҡәтлелер" («Тәүбә» сүрәһе, 9/128-се аят).
    «Күңелебеҙҙә пәйғәмбәребеҙгә мөхәббәт бармы?» — тигән һорау бирәһе килә.
     Ни өсөн беҙ бәхетһеҙ һуң? Беҙҙән Раббыбыҙ ҡәнәғәтме? Тормошобоҙ ҡайҙа бара? Беҙ кешеләр менән ниндәй мөнәсәбәттә? Беҙ уларға ярҙам итәбеҙме, уларҙы аңлайбыҙмы? Йә иһә беҙ үҙебеҙ тураһында ғына уйлайбыҙмы?
     Һорауҙарға яуап табайыҡ та, тормошобыҙҙы үҙгәртәйек, йәмәғәт.
                                                            ДУМ РТ сайтынан, Нияз хәҙрәт Сабиров, «Апанай» мәсете имам-хатибы