Суфыйҙар хаҡында
Суфыйҙар хаҡында мәғлүмәтте филология фәндәре докторы Мирас Иҙелбаевтың “Боронғо һәм урта быуаттар көнсығыш суфыйсылығы һәм башҡорт ерлеге” тип аталған ошо эшенән уҡып танышығыҙ.
Боронғо һәм урта быуаттар көнсығыш суфыйсылығы һәм башҡорт ерлеге
Боронғо, урта быуаттар дөйөм төрки әҙәбиәтенең бер йүнәлеше суфыйсылыҡ донъяһы һәм тәғлимәте менән тығыҙ бәйле. Суфыйсылыҡ (тасаууыф) — боронғо күренеш, ул ислам дине менән бер үк дәүерҙә тиерлек барлыҡҡа килгән, шуға күрәлер ҙә мосолман донъяһына Яҡын Көнсығыштан тарала башлаған. Суфыйсылыҡтың әҙәбиәткә мөнәсәбәтен аныҡ күҙ алдына баҫтырыу өсөн уның асылына төшөнөргә кәрәк. Читать далее