Аҡъял батыр
Борон-борон заманда бер ауылда бер ир менән бер бисә булған. Улар бик ярлы ғына көн иткәндәр. Ураҙа ла тотмағандар, намаҙ ҙа уҡымағандар, муллаларға ла һис бер төрлө хәйер бирмәгәндәр, ти. Үҙ көндәрен үҙҙәре күргәндәр: һыуҙарҙан балыҡ тотҡандар, урманға һунарға йөрөгәндәр, ти.
Бер ваҡыт, ҡыш килеп еткәс, быларҙың яға торған утындары бөтөп киткән. Былар, ирле-бисәле икәүләп, мәсет ишеге алдына ингәндәр ҙә, шунда үҫеп ултырған бер йыуан ҡайынды тумырып йығып алғандар ҙа ҡайтҡандар, шул мәсет ҡайынын сыуалдарына яғып, өйҙәрен йылыта башлағандар, ти. Иртәгеһен был эште белеп ҡалып, бейҙәр, муллалар мәсет ҡайынын ҡырҡып яҡҡан кешене эҙләп табырға бойороҡ биргәндәр. Бер ваҡыт ауыл халҡы тегеләрҙе эҙләп табып, шул арала икеһен дә урамға алып сыҡҡандар ҙа, туҡмап- туҡмап, аяҡ-ҡулдарына бығау һалып, Себер ебәргәндәр: бик алыҫҡа, Урал тауҙарының кеше аяғы баҫмаған бер еренә алып барып, ҡулдарын-аяҡтарын сисеп, ташлап киткәндәр. Теге ир менән ҡатын, шунда бер бәләкәй генә өй һалып, ирле-бисәле йәшәп ятҡандарында, быларҙың бер ир балалары донъяға килгән. Был малай түбәһенән алып ҡалаҡ һөйәге араһына еткәнсе ап-аҡ оҙон сәсле, ти, үҙе. Шуға ҡарап, уға Аҡъял батыр тип исем ҡушҡандар.
Читать далее







