Хөсәйен әүлиәгә халыҡ элек-электән күп йөрөгән. Совет власы заманында ла юл өҙөлмәгән. Әүлиәнең хикмәтле һуҡмағы булған. “Ауҡа йылғаға төшкәнен – тәһәрәт алырға, ә өҫкә менгәнен – намаҙ уҡырға барған һуҡмағы”, тип аңлаталар ине. Ул һуҡмаҡ яҙлы-көҙлө ныҡ беленә. Тирә-йүндәге үләндәр һарғайһа ла, һуҡмаҡ юлындағы үләндәр йәшел көйө ҡала. Шунан, тирә-яҡта ҡылған үҫә, ә һуҡмаҡ тирәләй генә еләк япраҡтары.
Элек тапма ауырыуы ныҡ көслө ине бит. Әүлиә зыяратына килеп, аят-доғалар уҡып, Хоҙайҙан һорап, шул ауырыуҙарҙан ҡотолғандар. Шуларҙың араһында минең әсәйем дә бар. Хөсәйен ауылына барып етмәҫ элек тау битләүендә, юлдан йөҙ-йөҙ илле метр тирәһе ерҙә ул әүлиә ҡәбере.
Мәхмүттән Ҡалмаҡ ауылына барған осонда, Түбә башында ике әүлиә ҡәбере бар. Бер йәй ныҡ ҡоролоҡ булғас, кемдер: “Әүлиә зыяраты аяҡ аҫтында тапалып ята. Кәртәләгеҙ”, – ти. Кәртәләп ҡуялар, шунан ямғыр яуҙы, тиҙәр.
Хәлил ауылы янында хәҙрәт ерләнгән. Хәлилдә – ҡарағай- ҡыпсаҡтар, ә күрше Күсейҙә бөрйәндәр йәшәй. Элегерәк ер мәсьәләһе арҡаһында үҙ-ара низағтар булып торған. Шул тартҡылашты Хәлил хәҙрәт хәл иткән. Үҙе был донъянан киткәндә Хәлил менән Күсей араһындағы сиккә, тау битенә ерләргә әйтеп ҡалдырған. “Минән аша килеп, даулашып йөрөмәҫтәр”, тип. Ысынлап та, уны ике араға ерләгәс, ғауғалышып йөрөүҙәр баҫылған. Хәлил зыяратында Ғабдулла тигән хәҙрәттең ҡәбере бар. Бик ҙур итеп кәртәләп ҡуйылған. Ике ҡәбер ташы әллә ҡайҙан күренә. Элек, совет власы көслө ваҡытта әле, ҡайҙандыр Урта Азия яғынан ҡара “Волга” машинаһы менән килеп, зыярат ҡылып ҡайта торған булғандар.
Ишбулды ауылындағы зыяраттың уртаһында Әбделкәрим улы Хәлиулла ҡарый ята. Эсеп алйыған кешеләрҙе зыяратҡа алып барып имләгән, аяҡҡа баҫтырған, ярҙамын алған кешеләр әле лә бар. Шул уҡ зыяратта Үлмәҫбай атлы изге заттың да ҡәбере ошонда.
Әлмөхәмәт (Ҡолбаҡты) зыяратында Ноғоман улы Ғәбделханнан хәҙрәт Ирназаров ята. Әхмәтзәки Вәлиди “Хәтирәләр”ендә Зәйнулла ишан, Ғабдулла (Абдулла Сәйеди) ишандар менән бер ҡатар Ханнан хәҙрәтте лә телгә алған. Улар башҡа бик күп ишандар кеүек фанатик түгел, ә сәйәсәт тураһында ла фекер йөрөтөрлөк аңлы кешеләр булды, Наҡшбәндиә тәриҡәте даирәһенән ине, тип яҙа.
Халыҡта түбәндәге мәғлүмәт һаҡланған. Ғәбделханнан хәҙрәт мәҙрәсәһендә (Әлмөхәмәт-Ҡолбаҡтыла) кеше ҡиәфәтенә инеп, ендәр ҙә белем алған,имеш. Улар тураһында хәҙрәт үҙе белгән, башҡалар- юҡ. Егеттәр ҡиәфәтендәге икәүһен шәкерттәр белеп ҡала. Ашағандан ҡалған һөйәктәрҙе кемдер төндә кимереүен һиҙеп, бер төн һөйәктәрҙе ҡоромға буяйҙар. Ә иртән ҡараһалар – ике егеттең ауыҙы ҡап- ҡара…
Шул егеттәрҙең береһен урман яғы шәкерттәре ҡунаҡҡа алып ҡайта. Ҡунаҡ ашы ҡара-ҡаршы тигәндәй, шунан үҙе тегенең донъяһын күрергә теләк белдерә. Ә тегеһе быны алып ҡайтмай. Шулай бик ныҡ теңкәһенә тейгәс: “Бер нисә шартҡа күнһәң – алып ҡайтам”, тип ризалығын алғас, шартын әйтә. Юлда күҙеңде бәйләрбеҙ. Урын-ергә барып еткәс асабыҙ. Беҙҙә ни күрһәң дә бер һүҙ ҙә ҡушмайһың, өндәшмәйһең”. Шәкерт ризалаша.
Ендәр донъяһындағы күп нәмәгә ғәжәпһенеп ҡарай. Ҡыҙҙар матур еҙ сәсле. Тотонған һауыт-һабалыры алтындан. Шәкерт егете түҙмәй, аптырау ауазы сығара. Бында кеше бар бит, тип ендәр донъяһы ҡуба. Ен шәкерттең атаһы туҙына. Шунан: “Бында хәҙрәтһеҙ булмай”, – ти. Хәҙрәт килеп, үҙе белгән доғаларын
уҡып, был шәкертте параллель донъянан сығара. Ошондай миҫалдарҙан күренә лә инде Ғәбделханнан хәҙрәттең кем икәнлеге.
Мәшһүр әүлиә Уйылдан улы Мөжәүир хәҙрәт тә уны үҙенең остазы итеп таныуы тураһында мәғлүмәт ишетергә тура килде. “Шундай оло шәхесте аша атлап, ошондай алыҫҡа ыҙалап килмәһәң дә булыр ине. Ярты юлда Ханнан хәҙрәткә туҡтаһаң да ярҙам булыр ине”, тигән урман яғынан килгән берәүгә Мөжәүир
хәҙрәт. Ул ваҡытта Ғәбделханнан хәҙрәт инде баҡыйлыҡта булған. Тимәк, зыярат ҡылһаң да, ошо ауырлыҡтарыңдан ҡотолор инең, тигән һүҙ бит.
Таҡһыр ауылының элекке имамы Әүбәкер ағай (хәҙер мәрхүм инде) Ғәбделханнан хәҙрәттең янына барып, өс тапҡыр зыяратта доғалар уҡып, Аллаһтан ярҙам ялбарып, йәшел йыландан ҡотолоуы һәм уны шунда ғәрәпсәгә уҡытыуҙары тураһында әйтеп ҡалдырған.
Күсейҙәге (Баймаҡ районы) Хөснөтдин хәҙрәт тә ендәргә һабаҡ биргән, тигәндәрен ишетергә тура килде. Уның ҡәбер ташы ҡайҙандыр ҡырҙан килгән, Троицкиҙағы Зәйнулла ишан ятҡан бик боронғо зыяраттағы һымаҡ.
Бәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт саллалаһу ғәләйһи үә сәлләм сәхәбәләре менән сүллектә китеп барғанда ҡапыл юҡ булыуы тураһында мәғлүмәт бар бит. Аҙаҡ ҡайҙа булыуы тураһында һорашһалар, “тегеләргә барып һабаҡ бирҙем”, тип аңлата. Тегеләре – ендәр. Уларҙың араһында ла мосолман булғандары барлығы тураһында
әйткән, тиҙәр бит.
Таҡһыр ауылының янында әүлиә зыяраты бар. Кешеләрҙең аттары ауырыһа шул зыярат тирәләй өс тапҡыр уратып, аттарының шәбәйеүе тураһында ишетергә тура килде. Әүлиә зыяратын уратып аттарын һауыҡтырыу тураһында Хәмиттә лә, Буранғол, Байым яҡтарында ла, Ташбулат тирәһендәге ауылдарҙа ла, Бөрйән, Баймаҡ яҡтарында ла ишетергә насип булды.
Мөхәррәм БЕЙЕШЕВ.
Абдулла мулла
Баймаҡ районы Билал ауылында йәшәүсе әсәйем Камалова Зәйтүнә бер туҡтауһыҙ башы шаулауҙан ыҙалағас, Мөжәүир хәҙрәткә барған. Ул әсәйемде дауалай һәм: “Үҙегеҙҙең Билалда ла минең кеүек үк муллағыҙ бар. Ул шул тиклем көслө, шуға йөрөгөҙ”, – тип әйткән.
Комсомол ауылынан Чернов тигән бер урыҫтан Фәриҙә апайҙар һыйыр һатып алалар. Ҡайтҡан саҡта хужабикә, һыйырҙы маҡтап-маҡтап, быларҙың күҙ алдында бер биҙрә һөт һауып ала. Ҡыуанышып, һыйырҙы алып ҡайталар. Икенсе көндө һыйырҙың елене һауырға бөтөнләй эшкинмәй, кибеп бөрөшкән дә ҡуйған. Аптырашып олатайға киләләр. Ул төнөн бер кемгә лә күренмәй генә теге урыҫтың тәҙрә төбөнән бер биҙрә тупраҡ алып килергә ҡуша. Эт ыҙаһы менән олатайҙың ҡушҡанын үтәп, тупраҡ алып киләләр. Шул тупраҡты һыу менән иҙеп, урыҫ ҡотон алып ҡалған, тип еленен йыуырға ҡуша. Һыйыр елене элекке хәленә инә.
Ҡырҙастан коммунист Бәхтиәр апабыҙҙың башы ныҡ шешеп ауырып китә. Йөрөмәгән дауахана ҡалмай, олатайға бар, тиһәләр ҙә, ул уны һанға һуҡмай йөрөй бирә. Бер әмәлен дә таба алмай, төнөн генә мулла олатайға китә. Уға ниндәйҙер май табып килергә ҡуша. Алып килгәс, өшкөрөп бирә. Ҡайтҡас, ул өшкөрөлгән майҙы эсеп ныҡ ауырый, шешеге юҡҡа сыға.
Зәйнәп апайымдың ун йәш тирәһендә теше ныҡ һыҙлап ыҙалатҡас, әсәйем уны мулла олатайға алып бара. Ул урындыҡтың ситендәге ширҙеккә сөй ҡата ла шул сөйҙө тартып алып апайымдың һыҙлаған тешенә ҡуя. Шунда тештең һыҙлаған еренән ҡорт килеп төшә. Әлхәмдулиллаһи, хәҙер уға алтмыш йәш, теше менән ыҙалағаны юҡ.
Ниязғол хәҙрәт
Ниязғол хәҙрәт Әбйәлил районы Ҡырҙас ауылында йәшәгән. Ул ошо райондың Асҡар, Ниязғол ауылдарына беренселәрҙән булып нигеҙ һалыусы. Уның Аллаһ биргән ҡөҙрәте киң булған.
Иерусәлимдә, имеш, ергә лә, күккә лә теймәй торған таш бар. Шул таш ергә тейһә, ҡиәмәт көнө етә, тиҙәр. Ул ер бынан йөҙ йыл элек асылыр булған, унда изгеләр генә инә алған. Ниязғол хәҙрәт тә шул таш эсенә ингән, имеш, тиҙәр.
Ҡырҙас ауылынан алыҫ түгел бер урында ендәрҙең ере була. Улар үҙ көйөнә, ауыл халҡы үҙ көйөнә тыныс ҡына йәшәп ятҡандар. Ендәр яйлап-яйлап ауыл халҡына зарар килтерә башлаған. Йә мал ҡазалана, йәштәр ҡаңғырыша, ғаиләлә ыҙғыштар башлана. Олатай был ғилләнең айышын йәһәт кенә төшөнөп ала ла, ендәрҙең еренә китә. Үҙен уратып һыҙыҡ һыҙып ала, уның эсенә ултырып көн һайын Ҡөрьән уҡый башлай. Ендәр уны уҡытмаҫ өсөн йә йылан, йә йыртҡыс ҡиәфәтендә уға ажғырып килә икән, әммә һыҙыҡ аша үтә алмайҙар. Ул бер нәмәгә лә ҡарамай, уҡыған да уҡыған. Бер ваҡыт уға аҡ сәсле ҡарт килә. “Беҙҙе торлағыбыҙҙан, зинһар,ҡыума. Теләһәң, бесәнеңде эшләп бирербеҙ, теләһәң, үҙемдең ҡыҙҙарымды бирәм”, – тигән. Хәҙрәт һис ризалашмаған икән. Ниһайәт, ендәр өйөрө менән күсеп китергә мәжбүр була. Уларҙың күскәндәге сырылдашҡандарын, балаларының илашҡанын, арба тауыштарын, “һәш-һәш, сеү-сеү”, тип ҡысҡырышҡанын бөтә ауыл халҡы ишеткән. Ендәр киткәс, ауыл тынысланып ҡала.
Ҡөҙрәтле кешеләр артынан әллә күпме быуынға етерлек изгелек ҡала. Ошо ауылдың зыяратында хәҙрәттең тоҡомонан ғына дүрт хажи ята. Шуларҙың берәүһе – Бикйән хажи Ғабдулла бин Сәйеди менән Мәккәгә хаж ҡылған.
Зәлифә ШАКИРОВА.
Башҡортостан – әүлиәләр иле /Төҙөүселәре КилдинС. Ә.,
ЯрмуллинС.Ш., Ғайсина Ф. Ф. Баш һүҙ, ҡушымта авторы
Ғайсина Ф. Ф. Мөхәррире Килдин С. Ә.
Өфө: “Китап”, 2012. – 334 бит.