Таиф яуы

                                                           Ҫәҡиф халҡы ҡалдыҡтары
     Тороп ҡалған Ҫәҡиф халҡы, Таиф еренә барып, ҡәлғәгә йәшенә. Улар унда бер йылға етерлек кәрәк-яраҡ тарын индереп кенә ҡалмай, һуғыш өсөн кәрәкле әйберҙәрен дә тултыра. Аллаһ Рәсүле ﷺ үҙенең ғәскәре менән улар яғына юлланып, Таиф стенаһына етәрәк туҡталып ҡала. Уларҙың унда үтеп инерлек көсө булмай. Мосолмандар өҫтөнә ҡоторонған саранчалай уҡтар яуа, сөнки Ҫәҡиф халҡы бик оҫта уҡсылар була.
                                                                      Таифте ҡамап алыу
     Ғәскәр икенсе урынға күсеп, уларҙы егерме көндән ашыу ҡамауҙа тота. Араларында көслө алыш була. Уҡтар һаман яуыуын дауам итә. Аллаһ Рәсүле ﷺ ошо ҡамау барышында беренсе тапҡыр катапульта ҡуллана. Көрәш ҡыҙғандан-ҡыҙа бара. Күп кенә мосолмандар уҡ тейеүҙән үлеп ҡала.

                                                                  Яу майҙанындағы мәрхәмәт
     Һуғыш оҙаҡҡа һуҙылып китеп, ҡамау түҙеп торғоһоҙға әйләнә башлай. Шул ваҡыт Аллаһ Рәсүле ﷺ Ҫәҡиф халҡының виноград ағастарын сабып ташларға ҡуша. Был баҡса әлеге ҡәбилә кешеләренең күҙ төбәп кенә торған әйберҙәре була. Һуғышсылар виноград ағастарын сапҡылай башлағас, Ҫәҡиф халҡы, Аллаһ исеме һәм туғанлыҡ бәйләнештәре менән үтенеп, аяуҙарын һорарға тотона. Шунан һуң Аллаһ Рәсүле ﷺ әмеренән баш тарта.
     Аллаһ Рәсүленең ﷺ һөрәнсеһе: «Ҡәлғәнән төшөп, беҙҙең янға килеүсе һәр ҡол алат ителәсәк», — тип хәбәр итә. Уларҙың янына ундан ашыу кеше килә.
     Аллаһ Рәсуленә ﷺ Таифте яулап алыу рөхсәт ителмәй. Ул Ғүмәр ибнүл-Хаттабҡа(радыйаЛлаһу ғәнһү) һуғышсыларға китеү хаҡында иғлан итергә ҡуша. Кешеләр ризаһыҙлыҡ белдереп: «Таифте яулап алмайынса кире бороласаҡбыҙмы ни?!» тип шаулаша башлай. Аллаһ Рәсүле ﷺ: «Иртәгә яуға сығасаҡһығыҙ», — тин яуап бирә. Иртәгеһенә улар яуға сыға һәм күп кенә мосолмандар йәрәхәтләнә. Аллаһ Рәсүле ﷺ: «Беҙ иртәгә ҡайтыу яғына юлланабыҙ, ин шәь Аллаһ», тигәс, бөтәһе лә ҡыуанышып китә. Ҡамау тулыһынса бөтөрөлә.
                                                            Әсирҙәр һәм табыш
     Аллаһ Рәсүле ﷺ, әсирҙәр һәм табыш менән ҡайтып ингәс, Һәүәүин халҡының тәүбәгә килеүен көтә. Аҙаҡ мал-мөлкәтте бүлергә тотона. Иң тәүҙә яңыраҡ ҡына Ислам диненә килгән, әле йөрәктәрендәге иман нығынып бөтмәгән кешеләргә өлөш сығара.
                                                         Әсирҙәрҙе кире ҡайтарыу
     Аллаһ Рәсүленә ﷺ ун дүрт кешенән торған Һәүәүин делегацияһы килеп төшә. Улар әсирҙәрҙе һәм милектәрен кире ҡайтарыуҙы һорай. Ул ﷺ: «Кемдәрҙең минең менән икәнен күреп тораһығыҙ. Күңелемә дөрөҫ һүҙҙәр яҡыныраҡ. Әйтегеҙ әле, иң нығы балаларығыҙҙы кире ҡайтарырға теләйһегеҙме, әллә ҡатындарығыҙҙымы? Бәлки, мал-мөлкәтегеҙҙелер?» — тип һорай. Улары: «Туғанлыҡ бәйләнештәренә бер ни тиңләшә алмай инде ул!» — тип яуап бирә. Пәйғәмбәр ﷺ:«Мин өйлә намаҙын уҡып килгәндән һуң йыйылығыҙ ҙа: «Беҙ Аллаһ Рәсүленең ﷺ беҙҙең өсөн мөьминдәр алдында әсирҙәребеҙҙе кире ҡайтарыу буйынса шәфәғәтлек итеүеп, шулай уҡ мөьминдәрҙең дә беҙҙең өсөн Аллаһ Рәсүле ﷺ алдында шәфәғәтлек ҡылыуын үтенәбеҙ!» — тип әйтегеҙ», ти. Өйлә намаҙынан һуң улар ошо һүҙҙәрҙе ҡабатлай. Аллаһ Рәсүле ﷺ:«Миңә һәм Ғәбделмотталиб нәҫеләнән булған кешеләргә тәғәйенләнеүселәр — барыһы ла һеҙҙеке. Ә ҡалғандарҙан һеҙгә ярҙам итеүҙәрен һорайым», — ти. Мөһәжирҙәр менән ансарҙар: «Беҙҙә булғандарҙың барыһы ла Аллаһ Рәсүленеке», тип яуаплай.
     Бану Тәмим, Бану Фәзәрә һәм Бану Сөләйм араһынан булған өс кеше генә үҙҙәренең әсирҙәрен кире ҡантарыуҙан баш тартҡас, Аллаһ Рәсүле ﷺ: «Был кешеләр беҙгә мосолман булып килде. Мин һайлау хоҡуғын ҡуйғас, улар балалары менән ҡатындарын өҫтөнөрәк күрҙе. Теләге булғандар уларҙың яҡынларын кире ҡайтарһын. Уларҙы үҙендә алып ҡалырға хаҡы булғандар ҙа уларҙы яҡындарыма кире ҡайтарһын. Бының өсөн ул, Аллаһ беҙгә табыш биреү менән, тейешлеһенән алты тапҡырға күберәген аласаҡ», — ти. Кешеләр: «Беҙ уларҙы Аллаһ Рәсүле хаҡына үҙ теләгебеҙ менән ҡайтарасаҡбыҙ», — тиешә. Пәйғәмбәр ﷺ: «Ул сағында кемегеҙҙең риза ҡалыуын, кемегеҙҙең риза түгеллеген белә алмаясаҡбыҙ бит. Таралышығыҙ, аҙаҡ башлыҡтарығыҙ ҡарарығыҙ хаҡында хәбәр итер», — ти. Уларҙың барыһы ла Һәүәүин халҡына ҡатындары менән балаларын кире ҡайтара. Аллаһ Рәсүле ﷺ әсирҙәргә ҡыпты халҡының кейемен кейҙерә.
                                                            Изгелек һәм киң күңеллелек
     Мосолмандар әсирҙәрҙе һөйрәп тигәндәй Аллаһ Рәсүле ﷺ янына алып килә. Уларҙың араһында Пәйғәмбәрҙең ﷺ һөт туғаны Хәлимә ҡыҙы Шәймә лә була. Был хаҡта белмәгән мосолмандар ҡатын менән тупаҫ мөғәмәлә итә, ә ул мосолмандарға: «Аллаһ менән ант итәм! Бик белгегеҙ килһә, мин һеҙҙең әфәндегеҙҙең һөт туғаны булам», — ти. Мосолмандар, Аллаһ Рәсүленең ﷺ янына килеп етмәйенсә тороп, ҡатындың һүҙҙәренә ышанмай.
     Аллаһ Рәсүле ﷺ янына килеп еткәс, Шәймә: «Эй, Аллаһ Рәсүле! Мин һинең һөт туғаның бит!» — ти. Ул ﷺ: «Һүҙҙәреңде ниндәй ғәләмәт менән раҫларһың?» — тин һорай. Ҡатын: «Тешләнгән урын. Мин һине арҡама йөкмәп китеп барғанда һин шул тирәмде тешләп, эҙ ҡалдырған инең», — тип яуап бирә. Аллаһ Рәсүле ﷺ был хаҡта белгән була. Ул ҡатынға өҫ кейемен биреп, уны шунда ултыртып ҡуйғас: «Теләһәң, миндә ҡал. Ҡәҙер-хөрмәттә йәшәрһен. Теләйһең икән, мин һине бүләкләп, халҡыңа кире ҡайтарып ҡуйырмын. Ни теләйһем, шуны эшләйем», — ти. Ҡатын: «Бүләкләп, халҡыма кире ҡайтарып ҡуйыуың яҡшыраҡ булыр, әлбиттә», -тип яуаплай. Аллаһ Рәсүле ﷺ бүләкләгәндән һуң ҡатын Ислам ҡабул итә. Пәйғәмбәр ﷺ уға өс ҡол, хеҙмәтсе ҡыҙ һәм мал-тыуар бирә.
                                                     Буйһоноусылар һәм баш бирмәүселәр
     Мосолмандар Таифте ҡалдырып, Мәҙинә яғына китеп барғанда Аллаһ Рәсүле ﷺ былай ти: «Ҡайтыуыбыҙ Раббыбыҙға, Уның алдында тәүбә итәбеҙ, Уға ғибәҙәт ҡылабыҙ һәм маҡтау әйтәбеҙ», тип әйтегеҙ». Сәхәбәләре: «Эй, Аллаһ Рәсүле! Ҫәҡиф халҡын ләғнәтлә әле», ти. Ул ﷺ: «Йә Аллаһ! Ҫәҡиф халҡын тура юлға баҫтырып, беҙҙең янға алып килһәң ине», — тип кенә ҡуя.
     Ғөрүә ибн Мәсғүд (радыйаЛлаһу ғәнһү) исемле кеше Мәҙинәгә барып инмәҫ борон Аллаһ Рәсүлен ﷺ ҡыуып егә лә Ислам ҡабул итә. Аҙаҡ үҙ ҡәбиләһенә кире әйләнеп ҡайтып, башҡаларҙы Исламға саҡыра башлай. Ул халҡы араһында хөрмәт ҡаҙанған, һөйөклө кеше була. Кешеләр алдында иманын асып һалып, барыһын да Исламға саҡырырға тотонғас, уның яғына уҡтар оса башлай, һәм ул ошо рәүешле шәһит булып үлеп китә.
     Ғөрүә ибн Мәсғүд (радыйаЛлаһу ғәнһү) үлтергәндән һуң бер ай үткәс, Ҫәҡиф халҡы, кәңәшләшеп, тирә-яҡтағы барлыҡ ғәрәптәр менән көрәшер көсөбөҙ юҡ, тигән ҡарарға килә. Ошонан һуң улар, ант биреп, Ислам динен ҡабул итергә була һәм Аллаһ Рәсүленә ﷺ илсе ебәрә.
                                                   Мәжүсилеккә бер ниндәй ҙә мәрхәмәт юҡ
     Аллаһ Рәсүле ﷺ янына Ҫәҡиф халҡы килә. Улар өсөн уның ﷺ мәсете ҡырында палатка ҡоралар. Ислам ҡабул иткәс, ҫәҡифтәр Аллаһ Рәсүленән ﷺ өс йыл дауамында боттарын емермәүҙе һорай. Пәйғәмбәр бындай үтенесте үтәүҙән баш тарта. Улар йылдарҙы кәметә-кәметә үтенеп һорай, ә Аллаһ Рәсүле ﷺ барыбер үтенестәрен кире ҡата. Тегеләре хатта бер айлыҡ ваҡытҡа тиклем үк барып етә. Әммә Пәйғәмбәр ﷺ, ризалыҡ бирмәйенсә, Ҫәҡиф ҡәбиләһенән булған әл-Мөғир ибн Шөғәбкә Әбү Суфйан менән бергә ялған илаһтарҙы емереп ташларға ҡуша. Бынан һуң тегеләр намаҙҙан азат итеүҙе һорарға керешә. Аллаһ Рәсүле «Намаҙһыҙ диндә бер ниндәй ҙә хәйерле нәмә юҡ». — тин яуаплай.
     Эштәрен тамамлағас, Ҫәҡиф халҡы үҙ иленә кире ҡайтып китә. Пәйғәмбәр ﷺ улар менән бергә Әбү Суфйан менән әл-Мөғир ибн Шөғәбте лә оҙата. Мөғир боттарҙы емереп ташлай. Ҫәҡиф халҡы араһында Ислам дине тарала башлай. Хатта Таиф ерҙәрендә йәшәүселәрҙең көллөһө Ислам ҡабул итеп бөтә.
                                              Пәйғәмбәрҙәрҙең йөҙөк ҡашы Мөхәммәд Мостафа ﷺ, Нәркәс Алсынбаева