Был донъяны кем үҙгәртер?

                                                Был донъяны кем үҙгәртер?
     Бөгөнгө донъямдың эше бөтмәгән әле, иртәнге донъямды нисек ҡайғыртырмын икән тип уйлайбыҙ, пландар ҡороп маташабыҙ, нимәгәлер өмөтләнеп, хыяланабыҙ. Бына яңы көнгә, яңы йылға аяҡ баҫтыҡ, нимәгә ирештек һуң был донъяла? Әйҙәгеҙ йәшәгән донъябыҙ, йәшәгән көнөбеҙ һәм киләсәк тормошобыҙ тураһында фекерләп алайыҡ. Бөгөнгө йәшәйеш донъябыҙ, көнөбеҙ нимәгә ҡоролған? Үҙ халҡын көнө-төнө киләсәк менән ышандырған вертикаль хакимлеккә, аҫтан өҫкә табан, түрә-ҡараға һис һүҙһеҙ буйһоноу системаһына ҡоролған, фанатик рәүештә уларҙың ҡушҡандарын үтәргә йүнәтелгән сәйәсәткә бойһоноуға. Хатта муллалар ҙа шуларға ярамһаҡланып, шуларҙың ҡурайына бейергә әҙер. Кем хаҡты халыҡҡа еткерер? Кем Аллаһҡа хеҙмәт итә? Хәҡиҡәт — ялғандың ҡан дошманы, шуға күрә ул ҡайһы бер дәүләттең дә иң ҙур дошманы булып сыға. Шуға ла дин әһелдәре донъябыҙҙың сәйәсәтенә ҡыҫылышыбыҙ юҡ тип, беҙ үҙебеҙ халыҡтан айырым ҡатлам ғына тип, икейөҙлөлөккә, монафиҡлыҡҡа, хурлыҡҡа төшәләр. Ә халыҡ та ысынында һарыҡҡа әйләнде, күп кешеләр әхләк һәм әҙәп тәртиптәрен юғалты, алдашыу, хәйләләү, ярамһаҡланыу, юхалау кеүек сифаттар артты, башҡа кешеләргә ҡарағанда затлыраҡ кейенеү, донъяһына маҡтаныу, аҡса ҡоло булып, байлыҡҡа табыныу башланды…

     Бер хикәйәттә: Әгәр халыҡ мәнфәғәтен ҡайғыртырға тейеш булған әҙәм ултырған урынын һаҡлау һәм үргә үрләү хәсрәтенә алыштырһа, түрә боҙола, тиелә. Хоҙайҙың хикмәтелер, әҙәм балаһының бармаҡтары үҙенә табан кәкре итеп яратылғандар бит. Был хаҡта ҡаҙый (дин ғалиме) Яхъя:
     — Ишәкте түрә итеп ҡуйһаң, ул донъялыҡты ишәк уттары итеп аңлар, һарыҡты ҡуйһаң, көтөүлек тип белер,— тигән, мөьминдәрҙең хәтеренә һалып. Ә улар:
     — Арыҫлан түрә булһа, унан ғәҙелек көтөү дөрөҫме?— тип һорағандар.
     — Ғәҙелекте көс һәм аҡыл эйәһе булған кешеләр үҙҙәре урынлаштырыр, меҫкендәр иһә башҡаларҙан өмөт итәр,— тип аңлатып биргән ҡаҙый Яхъя.— Бына шуға күрә лә ярлылар түрә булған илдә ғәҙеллек юҡтыр!
     Советтар заманынды йәмғиәт кешеләрҙе һаҡлай ине, ул ваҡытта халыҡтын рухи үҫешен күтәреү тураһында идеология булды. Кешене кеше итеп, балаларҙы юғары әхләктә үҫтерегә тырыштылар, теләгәненә юғары белемде бушлай бирҙеләр. Ярты илде, СССР-ҙы тулыһынса емергән икенсе донъя һуғышынан һуң ул ваҡыттағы хөкүмәт 16 йыл эсендә меңләгән фабрика-завод, ҡалаларҙы яңынан төҙөнө, ауыл хужалығын күтәрҙе, космонавты күккә осорҙо, йөҙҙән ашыу төрлө милләттәге халыҡ берҙәм һәм татыу йәшәне.
     Ә хәҙер баҙар мөнәсәбәттәренә күскәс, кешеләр араһында мөнәсәбәт тә үҙгәрҙе. Советтар һалған система емерелде, кешеләр алыш-биреш мөнәсәбәттәренә күсте. Халыҡҡа бөтә әйберҙе лә һатып алырға мөмкин тигән фекер таратылды. Халыҡты бурыс-кредиткә батырып, советтар заманынан ҡалған фабрика-заводтар кем ҡулына эләкте, уларын үҙегеҙ беләһегеҙҙер, улары шуларҙы туҙырып, яңыларын төҙөмәй, халыҡты тулыһынса бөлдөрҙөләр. Татыу йәшәгән милләтәр араһында ла, ата-әсәләр һәм балалар менән дә мөнәсәбәттәр үҙгәрҙе. Йәғни, бала тыуҙырыу, баланы ташлап китеү йәки айырылышып, яңы тормош башлауға еңел ҡарай башланылар. Илдә әхләк юғалды, аҙғынлыҡ, эскеселек таралды, халыҡ себен һымаҡ ҡырылды һәм ҡырылыуын дауам итә.
     Бөгөн көн телевидениеһе һәм башҡа төр ваҡытлы матбуғат сараларында таратыла торған мәғлүмәт күпселек осраҡта ул «алдауға, бушҡа өмөтләндереү» төрөнә ҡараған буш информация. Теләһә-ниндәй буш һүҙгә ышандырып, донъябыҙ матур, иртәгә шул-был була тигән әкиәттәрҙән тора. Был «әкиәттәр»ҙең маҡсаты кеше психикаһына тәьҫир итеп, массаларҙың аңын кәрәкле йүнәлешкә бороп ебәреү – идара итеүсе элитаның, шикле товар етештереүсе компанияларҙың, финанс спекулянттарҙың һәм башҡа төр паразит ҡатламдарҙың мәнфәғәттәрен актив рәүештә яҡлау, бер һүҙ менән әйткәндә, беҙҙе һауып йәшәү. Ошо маҡсаттарҙа меңәрләп-меңәрләп «документаль» һәм байҙарҙың мөхәббәте тураһында, йә иһә тиҙ байыу, байға кейәүгә сығыу тураһында, халыҡты аңғыралыҡҡа төшөрөү тураһында нәфис фильмдар етештерелә, миллионлаған тираждар һәм газета-журнал мәҡәләләре таратыла, тонналап-тонналап реклама буклеттары баҫыла.
     Ялған мәғлүмәт биреп ҡаршы яҡты хата юлға индереп ебәреү һәм тар-мар итеү йәшерен хеҙмәттәр телендә дезинформация тип атала. Әлеге стройҙы капиталистик йәмғиәт тиһәләр ҙә, дөрөҫөн дә ул феодаль-буржуаз төркөмгә ҡараған система ла бөтә халыҡ төрлө яҡлап дезинформациялана. Әлеге кризистар осоронда пропаганда машинаһы бигерәк тә шашып китте: ялған статистика, уйлап сығарылған дошмандар тураһында мифтар, юҡты бар итеп һәм күпертеп күрһәтеү мәғлүмәт ҡырына яуып ҡына тора.
     Бөгөнгө донъябыҙҙағы сәйәсәт сит байҙар тарафынан бик яҡшы планлаштырылған аҙым, бында матди файҙа бирмәй торған бер нәмә лә эшләнмәй. Шуға ла массаларҙы мәғлүмәти «иҫерек» хәлендә тотоу, аналитик фекерләү һәләтен юҡҡа сығарыу – ошо әҙәмдәрҙең төп маҡсаты.
     Барыһыла тик бер бәләкәй төркөм олигархтарҙың һәм уларҙың балаларын байытыу маҡсатында эшләнә. Улар ябай халыҡты кешегә һанамай. Шул арҡала бушлай медицина өлкәһе һәм белем биреү, уҡытыу системаһы емерелде, сөнки уларға тыңлаусан ҡолдар — һарыҡтар кәрәк! Шулар ыңғайына беҙҙең олораҡ, пенсияға сыҡҡан ҡатлам, бөгөнгө хөкүмәт китһә, һуғыш-ҡырылыш китәсәк, әҙер донъябыҙ емерәләсәк тип, ҡоттары оса. Күңелдәрендә шул тиклем ялған ышаныс һаҡлайҙар, иҫен китерлек, бер-нисә йыл элек Төнъяҡ Кореяның башлығы үлгәс, шуға ҡайғырып, ҡысҡырып иламаған кешеләрен төрмәләргә ултыртылар, беҙҙәге халыҡта шул хәлгә «беҙҙең кормилец» тип, хакимгә табынып йәшәргә барып еткән. Үҙ баштарын ҡайғырталар, балаларын, ейән-ейәнсәрҙәрен киләсәген уйламайҙар. Ә бит шул *сит илдең байҙары* илебеҙҙе шул хәлгә еткерҙеләр, ай-һай, киләсәге нимә менән бөтөр, әгәр ошо хәл ары дауам итһә. Шунан ҡурҡҡандар көн һайын яңы закондар сығаралар, йәмғиәтте томананылар, ҡаршы һүҙ әйтеп булмай, штрафтар менән ҡурҡыталар, пикет һәм митингыларҙы тулыһынса тыйыуға барып еттеләр.
     Йәнә бер хикәйәтте уҡып алайыҡ: Мөьминдәр дәүләт ҡоролошо тураһында бәхәс ҡылғандар. Араларынан береһе:
     — Ни өсөн ил берәүҙәрҙән икенселәрҙе таларға-талатырға мөмкинлек бирә?— тип, шунда бер ҡатлы һорау биргәс, унда ҡатнашыусылар шым булып ҡалғандар. Уларға Яхъя ҡаҙый:
     — Аҙаҡ уларҙың үҙҙәренән үк яйлап ҡына һурып алыу өсөн,— тип яуап биргән.
     — Нисек инде?— тип һорау биргәндәр улар.
     — Бик ябай ғына,— тигән ҡаҙый Яхъя,— әгәр туранан-тура халыҡтың үҙенән йыйып алһа, бындай хөкүмәткә бер кем дә сыҙай алмаҫ ине. Ә кеше көсөнә йәшәүсе байҙарҙан малдарын бүлешеүҙе, йәғни бер өлөшөн үҙенә алыуҙы талап иткәс, беҙ быны дөрөҫ һәм ғәҙел эш, тибеҙ. Ысынында был һаман шул уҡ, халыҡтың өлөшөн дәүләт башында ултырған әҙәмдәр менән байҙың бергә бүлешеүенән генә ғибәрәт. Әммә унда ла тулы килеш һәм урталай түгел. Шуға ла байҙар бына шундай хөкүмәтте бик яраталар, — тигән.
     Хөкүмәт даирәләрендәге кешеләр менән һүҙ кеҫә ҡалынлығы тураһында башланһа, эшләһендәр, бөгөн халыҡ эшләмәҫкә, бармаҡҡа бармаҡ һуҡмайынса ғына йәшәргә өйрәнде, тиҙәр. Еңел аҡса артынан ҡыуалар, тиҙәр. Үҙҙәре көнөнә әллә нисә миллион-миллион аҡсаны урлап, талап алалар, ә ике-өс эштә йонсоп, бик аҙ аҡсаға ғәиләһен хәстәрләп йөрөгән кешеләр уларға ялҡауҙар, улар ҡаршы һүҙ әйтһәләр халыҡ дошманы, йә иһә сит ил агентары тип, алып китәләр. Үҙҙәрен яҡлап: «Кемдең ҡулында шуның ауыҙында» йәки «Етәксе алдамайынса эшләй алмай», – тиҙәр, уларға йәнәһе илде күтәрер кәрәк бит. Шуның кеүек етәкселәр тарафынан алданып һәм иҙелеп, үҙ-ара һөйләшкәндә тормоштан гел зарланып йәшәүсе ярлыларҙан торған заттар уларҙың шул һүҙҙәренә тоғро ҡолдар кеүек ҡул сабалар, әле һаман шуларҙы күтәрәләр.
     Тағы ла бер хикәйәт: Аллаһы Тәғәләне ярлылар яғында, тиҙәр. Шуға күрә лә уларға донъяла йәшәүе еңел, тиҙәр, сөнки ишәктәрен бәйләп ҡуйған саҡта ла уны Аллаһыға тапшыралар. Мөьминдәр ғалим кешенән һорағандар:
     — Ни өсөн Аллаһы Тәғәлә беҙҙе әрһеҙ, ҡомһоҙ, үҙҙәре өсөн генә йәшәгән түрәләр ҡулына бирә?— тип.
     — Сөнки,— тигән ҡаҙый Яхъя,— улар ошо сифаттары менән дә, аҡыл үҫештәре менән дә ярлылар. Шуның өсөн!
     — Шуға күрә уларҙан ҡотолоу сарабыҙ юҡ, шулаймы?
     — Әлегәсә булмаған. Инде һеҙ бындай һорау биргәс, бәлки уйлана ла башлағанһығыҙҙыр? Күрәһең Илаһиәт ҡанундары күҙҙәрегеҙҙе аса башлағандыр?— тип һүҙен тамамлаған Яхъя ҡаҙый.
     Әйе, беҙгә үҙгәрергә ваҡыт, күҙҙең аса алмаған һуҡыр сысҡан һымаҡ булмайыҡ, донъя бит беҙҙеке, ә түрәләр беҙ һайлап ҡуйған, халыҡты ҡайғыртырға тейеш әҙәмдәр.
                                                                                   إِنَّ اللَّهَ لَا يُغَيِّرُ مَا بِقَوْمٍ حَتَّى يُغَيِّرُوا مَا بِأَنفُسِهِمْ
     …иннә-ллааһа ләә йүғаййиру мәә биҡаумин хәттәә йүғаййируу мәә би'әңфүсиһим үә иҙәә әраадә-ллааһу биҡаумин сүү'әң фәләә мәраддә ләһү үә мәә ләһүм мин дүүниһи миү-үәәл.
     Ысынлап та, үҙе үҙгәртмәһә, халыҡ хәлен Аллаһ үҙгәртмәй. Бер халыҡҡа Аллаһ яманлыҡ теләһә, уны ҡайтарыу мөмкин түгел, һәм Аллаһынан башҡа уның яҡлаусыһы юҡ. (Күк күкрәү сүрәһе, 13:11).
     «Ысынын да Аллаһ Тәғәлә халыҡтың хәлен үҙгәртмәҫ, улар үҙҙәре үҙгәрмәйенсә»- тиелә бит был Ҡөръәндең аятында. Иртәгә донъябыҙ яҡшы яҡҡа үҙгәрер тип, кемдән өмөт итәгеҙ, үҙегеҙ ҡыбырҙамаһағыҙ. Ҡөръән Кәримдең хаҡиҡҡәтен кем еткерер халыҡҡа?
     — Донъя хәйләкәрҙәр, ҡомһоҙҙар һәм мәкер эйәләре ҡулында,— тигән ҡаҙый Яхъя.— Һеҙ быны үҙегеҙ ҙә беләһегеҙ. Шулай ҙа улар үҙҙәрен иң аҡыллы, иң һәләтле тип уйлайҙар. Халыҡ шуларҙың күҙенә ахмаҡ, аңғыра, тинтәк һымаҡ күренә.
     Тыңлап тороусы мөьминдәр хайранға ҡалғандар. Дөрөҫ һүҙҙе дошманың түгел, дуҫың да яратмай, тиҙәр. Йөрәккә төбәп атылған уҡ кеүек килеп ҡаҙала шул. Шулай ҙа бер мөьмин, был хаҡта хәсрәт сигеүенән айнып һораған:
     — Беҙгә нимә эшләргә һуң?— тип.
     — Йөрәгегеҙ һәм ҡеүәтегеҙ етһә, донъяның аҫтын өҫкә сығарырға,— тигән ҡаҙый Яхъя, мәгәр юҡ икән, етмәһә көсөгөҙ, һарыҡ хәленә төшөп, аңғыраланып йәшәргә! Бығаса шулай йәшәгәндәр бит әле!
     Әйе, беҙгә рухи яҡтан саф яңы донъя төҙөр кәрәк, ғәҙелек һәм тәртип урынлаштырыр кәрәк, был тиҙ арала ғына эшләнә торған эш түгел, ләкин балаларыбыҙҙың киләсәген ҡайғыртайыҡ. Ата-бабаларыбыҙ ҡан ҡойоп илебеҙҙе-еребеҙҙе һаҡлап ҡалды, беҙгә еткерҙе. Халыҡтың да бер аҙы шулар ыңғайына аңғармаҫтан китеп, иғтибарын да, ояттың да, ҡурҡыуында ташлап, төрлө алдашыу-урлашыу юлдары аша байыу юлына баҫты.
     Хикмәт эйәләре: «Кешеләрҙең холҡо – хакимдәрҙең холҡолор. Хакимдәр нимә эшләһә, халыҡ та шуны уҡ эшләр», — тигән. Шулай итеп, хакимдәр йәмғиәттәге етешһеҙлектәр, боҙоҡлоҡтар өсөн яуаплы булыуҙарын гел иҫтә тотмаһалар һәм үҙҙәрен үҙгәртеү, камилләштереү юлына баҫырға теләмәһәләр, донъяның яҡшы яҡҡа үҙгәрәсәге бик тә шикле.
     Кешелек доньяһының йәшәү дәүерендә донъяға кемдәр генә килмәй. Кемдәрҙер донъяла ваҡытлыса икәндәрен аңлап, ғүмерҙәрен заяға үткәрмәҫкә, ауыр булһа ла ғәҙел тормош алып барырға тырыша. Икенсе берәүҙәр донъяла мәңге ҡалырбыҙ тип, бөтә донъяға хужа булмаҡсылар. Үҙҙәренең маҡсаттарына ирешеү өсөн бер нәмәләрен дә ҡыҙғанмайҙар. Ҡайһы бер кешеләр шул «хужа»ларҙы үҙҙәренә илаһ итеп, шуларға ҡол булып йәшәйҙәр. Ҡайһы бер шәхестәрҙең дә шуларға юхалап, маҡтау һәм данлап, шиғырҙар яҙғанын күрәбеҙ, ҡайһы берәүҙәре донъялыҡтағы наҙанлыҡтары арҡаһында ҡоллоҡтан сыға алмайҙар.
     Әлбиттә, тарихта, әлеге донъялала, сит илдәрҙә лә үрнәк булырҙай хакимдар булған һәм бар. Улар һирәк шул.
     Бөйөк ислам ғалимы, алдынғы фекер эйәһе Әбү Хәмид әл-Ғаззали (Уға Аллаһ рәхмәте булһын) былай тип яҙған: «Мосолмандар хөкөмсеһе Вәлид бин Ғәбделмалик төҙөлөш эштәренә һәм ауыл хужалығы үҫеше өсөн иғтибарлы булған, ә икенсе бер хәким (Сөләймән бин Ғәбделмалик) күңел асыу мәжлестәрен хуп күргән». Ғүмәр бин Ғәбделғәзиз иһә үҙенең тәҡүәлеге, изге күңелле булыуы менән билдәле. Шул заманда йәшәгән бер ғалимдың: «Вәлид батша ваҡытында төҙөлөш эштәренең киң таралған булыуын һәм кешеләрҙең баҡсаларға йөрөүен күрмәгән булһам, хакимдәрҙең холҡо халыҡҡа күсә икәнлегенә төшөнмәҫ инем. Сөләймән хәким булып киткәс, халыҡтың ҡыҙыҡһыныуы ашау-эсеүгә күскәнлектән һиҙҙем. Барыһы ла бер-береһенән өҫтәлгә ниндәй ризыҡтар әҙерләп ҡуйыуҙарын һәм ни ашауҙарын белешә инеләр. Ә бына Ғүмәр бин Ғәбделғәзиз ваҡытында кешеләрҙең күп тапҡырҙар Ҡөръән уҡыуҙарына һәм Аллаһҡа итәғәт итеүҙә тырышлыҡ күрһәтеүҙәренә юлыҡтым», — тигән һүҙҙәре беҙҙең көндәргә лә килеп еткән.
     Ана шулай итеп, үҙҙәрен ҡайғыртҡан хакимдар арҡаһында кешеләрҙең холҡо, нәфсеһе боҙола. Тәҡҡәберлек, мин-минлектәренән, түрә булыуҙан баштары әйләнеп һуҡырлыҡҡа төшөләр, үҙҙәрен башлыҡҡа күтәргән халыҡҡа төкөрәләр. Әммә донъя барыһында ваҡыты етә килә, тигеҙләй, Аллаһ Тәғәлә үҙ хөкөмөн был донъяла үк бирә башлай.
     Бөтә нәмә лә донъянан үтә. Был донъя ла бөтәсәк, ер-күктәр ҙә бөтәсәк, Аллаһ Тәғәлә генә ҡаласаҡ, Уның һүҙе булған Ҡөръән Кәрим ҡаласаҡ. Ошо иләһи бөйөк ҡанун ҡаласаҡ. Әллә ниндәй хөкүмәттәр төҙөлөр, әллә нисә төрлө конституциялар ҡабул ителер, Ҡөръәндә яҙылған ҡанундар үҙгәртелмәйәсәк, ер күктәр бөткәндән һуң да был тәғлимәт (ҡанун) булып ҡаласаҡ. Беҙ ахирәттә лә шунда яҙылған закон буйынса йәшәйәсәкбеҙ. Бынан беҙ беребеҙ ҙә ҡотола алмайбыҙ. Мөхәммәд ғәлйәһиссәләмгә иңгәндән һуң 14 быуаттан ашыу ваҡыт үтте, Ҡөръән ҡанун булып ғәмәлдә ҡала килә. Ер шарында ике миллиардай мосолмандар өсөн ул бөгөн дә ҡанун булып тора. Әлегә бер генә илдең конституцияһына ла, ике миллиард халыҡ буйһоноп, уға ҡанун тип ҡарамай. Аллаһ Тәғәлә юлында булайыҡ.
     Йә Раббым бөтөнөбеҙҙе лә мөьмин мосолмандар ҡылһаң ине, иманһыҙлыҡтан, гонаһтарҙан беҙҙе һаҡлаһаң ине. Ошо киләсәк яңы йылдарҙы ғибәҙәттәр һәм изге эштәр генә эшләп үткәрергә насип итһәң ине. Гонаһтарҙан, яман эштәрҙән Раббыбыҙ беҙҙе һаҡлаһаң ине. Алдағы йылдарыбыҙҙы бәхетле, һау-сәләмәт ҡылһаң, ауыр һынауҙар менән һынамаһаң ине. Балаларыбыҙҙы, яҡындарыбыҙҙы ла Ислам нуры менән нурландырһаң ине.
     Йә Раббым! Беҙҙең бөтөн ғәмәл ғибәҙәттәребеҙҙе риза булып ҡабул итһәң ине. Мөьмин мосолман булып ҡына ошо фани донъяла йәшәп китергә насип итһәң ине. Илдәребеҙгә, ерҙәребеҙгә, ғәиләләребеҙгә тыныслыҡ, именлек һәм бәрәкәт бирһәң ине. Йә Раббым бөтөнөбөҙгә лә ике донъяның да бәхетен бирһәң ине, тамуғ уттарынан һаҡлаһаң ине!
     Яңы йылдарыбыҙ мөбәрәк булһын! Әмин!

     Алдаҡсы хакимдар: https://nazir1965.com/v%D3%99%D2%93%D3%99zd%D3%99r/alda%D2%A1sy-xakimdar.html

     Имамдар һәм түрәләр: https://nazir1965.com/v%D3%99%D2%93%D3%99zd%D3%99r/imamdar-%D2%BB%D3%99m-t%D2%AFr%D3%99l%D3%99r.html