Ризаитдин бин Фахретдин

                       Тәрбиәле бала

   Алтындан баһалы, ожмах ниғмәттәренән ҡәҙерле булған нәмә-тәрбиәле балалыр. Ата үә әсә өсөн тәрбиәле бала дәрәжәһендә олуғ байлыҡ һис булмаҫ. Тәрбиәле бала донъяла йәнгә үә әхирәттә йөҙгә аҡлыҡ килтерер. Тәрбиәле бала донъя байлығына ла бирелмәҫ,үә бер мәмләкәт батшалығы менән дә алмаштырылмаҫ; уны һәр кем яратыр үә маҡтап һөйләр, ниндәй йомош һораһа ла, бирерҙәр. Тәрбиәһеҙ баланы бер кеше лә яратмаҫ, йомош бирмәҫтәр, бәлки хурларҙар үә кәмһетерҙәр. Тәбиәле бала бөтмәҫ үә төкәнмәҫ хазина булһа ла, тәрбиәле булмаҡ та бик еңелдер. Тәрбиәле бала булырға һәр баланың ҡулынан килер, көсө етер. ,,Атам-әсәм шатланһын, кешеләр миңә рәхмәт әйтеп, мине яратһындар һәм мине үрнәк итеп һөйләһендәр,”-тигән балаларҙың барыһы ла тәрбиәле бала була алырҙар. Тәрбиәле бала бик билгеле булыр. Эшләгән эштәре тәрбиәһен күрһәтеп, белдереп торор. Тәрбиәле балаларҙың ни рәүешле булғандарын ошо урында һеҙгә белдерәбеҙ, уҡып аңларһығыҙ һәм рәхәтләнеп, үә күңелләнеп, тәрбиәле балаларҙың ғәҙәттәре менән ғәҙәтләнерһегеҙ. Тәрбиәле балаларҙың ғәҙәт үә холоҡтары ошо рәүештә булыр:

   Тәрбиәле бала иртә йоҡоһонан оло кешеләр менән бер ваҡытта торор. Уларҙан элек тормаҫ, һуңға ла ҡалмаҫ. Сөнки бар кешеләр тороп бөткәндән һуң йоҡлап ятҡан балаға һөнәрһеҙ, ғәрһеҙ, оятһыҙ, ялҡау тиерҙәр. Йоҡоһонан торғас та, һауа һалҡын ваҡытта, өҫтөнә камзул (күлмәк), казаки кеүек берәй йылы кейем кейер, шулай уҡ аяғына ла кейер. Сөнки йылы урындан тороп, һалҡын урынға баҫмаҡ-зарарлылыр, тәне ҡыҙыуҙай һыуыҡта өшөгән кеше ауырыр. Бынан һуң хәжәтханаға барып килер үә һалҡыныраҡ һыу менән тәһәрәт алыр.
   Тәрбиәле баланың бит-ҡул һөртә торған таҫтамалы, баш тарағы үҙенә башҡа айырым булыр. Тәрбиәле бала үҙенә әҙерләп бирелгән сәйҙе ултырып эсер, икмәкте ҡәҙерләп кенә ашар. Аяҡ өҫтөндә ашап йөрөгән кешенең икмәк валсыҡтары ергә төшөп, аяҡ менән тапалыр ҙа,яҙыҡ булыр. Шуның өсөн тәрбиәле бала һис ваҡытта аяҡ өҫтөндә ашап йөрөмәҫ.
   Тәрбиәле бала үҙ эшен үҙе эшләр. Көндөҙлөк кейемдәрен урынынан алып, бысраҡтары күренһә, үҙе таҙартыр. Әгәр ҙә үҙенең көсө етмәҫлек эштәре булһа, ул ваҡытта өлкәндәрҙән үтенер. Сәйҙән һуң, ваҡыт булһа, мәктәпкә барғансы, тәрбиәле бала бер ситкә ултырып, үҙенең сабаҡтарын ҡарар, сабағында булған нәмәләрҙе аңлап күңеленә һалыр.
   Балаларҙың зиһендәрен асыр өсөн ҡайһы саҡта дәрестә һүҙ һорарҙар. Тәрбиәле балалар һүҙ һораусыны яратып, һораған һүҙҙәрен аңлап етмәһәләр, ул ваҡытта һораусынан икенсе мәртәбә ҡайтарып һорарҙар.
Балаларҙың тәрбиәлеһе мәктәпкә барғанда бик билгеле булыр; тәрбиәле бала мәктәпкә барырға сыҡҡанда, әҙәп үә инсаф менән, оло кешеләр кеүек, үҙ юлынан йөрөр. Хөрмәтле кешеләр осраһа, сәләм бирер, әгәр ҙә ата үә әсәнең ҡәрҙәш үә дуҫтары осраһа, ҡулдарын тотоп үбеп китер. Тәрбиәһеҙ балалар кеүек яҡ-яҡҡа ҡаранмаҫ, кибет үә башҡа берәй ҡыҙыҡлы тамаша янына юлланмаҫ. Йәйелеп һөйләшеп тороусы кешеләр янында туҡтамаҫ, үтеп барыусы эттәргә таш йәки ағас атмаҫ һәм һөҫтөрөп, берһен икенсеһе менән һуғыштырмаҫ, йыйылған һыуҙар эсенән сәсрәтеп йөрөмәҫ.
   Үҙе кеүек мәктәп балалары менән яман һүҙҙәр әйтешеп, ошаҡлашып йөрөмөҫ. Күргән кешеләр: ,,Был бала бик әҙәпле икән”, — тип яратып ҡалырҙар. Мәктәпкә кергәндән һуң аяҡ кейемен билгеле ергә ҡуйып, үҙ урынына ултырыр ҙа үҙ эшендә генә булыр.
   Яҡ-яғында булған балалар менән төртөшкән үә уларҙың китап үә яҙыуҙарына ҡараған һәм улар менән һөйләшеп ултырған һәм ваҡытын буш нәмәләр менән үткәргән балаларҙы кешеләр бер ҙә яратмаҫ. Шуның өсөн тәрбиәле балалар бындай эштәрҙән һаҡланырҙар. Мәктәптә балалар өсөн рәхәтләнеп уйнарға бер аҙ ваҡыт булыр. Ошо саҡта мөғәллимдәрҙең рөхсәте менән балалар уйнарҙар, рәхәтләнерҙәр. Ләкин тәрбиәле балалар тейешһеҙ нәмәләр менән уйнамаҫтар, уйнаған ваҡытта иптәштәрен илатмаҫтар, үҙҙәре лә иламаҫтар.
   Балаларҙың тәрбиәлеһе менән тәрбиәһеҙе уйнаған ваҡытта бик асыҡ беленер. Сөнки уйнаған саҡта балалар бик ирекле булалар, ҙурҙарҙан ҡурҡыуҙы оноталар.
   Тәрбиәле бала иптәштәренә ҡаты үә яман һүҙ әйтмәҫ һәм уларҙы һис тә ҡыйнамаҫ. Әгәр ҙә тәрбиәһеҙ балалар ҡаты һүҙ әйтеп йәки ҡыйнап үҙен хурлаһалар ҙа, уны ата-әсәһенә еткермәҫкә тырышыр. Уйнаған ваҡытта ишеткән әҙәпһеҙ һүҙҙәрҙе кешегә һөйләмәҫ.
   Тәрбиәле баланың уйыны ла зарарһыҙ нәмәләр менән булыр. Тәбиәле бала ҡара һауыты, ҡәләм кеүек нәмәләр менән уйнамаҫ. Әммә шырпы, шәм, лампа, ут бысаҡ, беҙ, ҡаҙаҡ, ураҡ, салғы, бәке, мылтыҡ кеүек нәмәләр менән шулай уҡ быяла һәм таш һауыт киҫәктәре менән, туҙан үә тупраҡ һәм балсыҡ менән һис уйнамаҫ, баҡсаларҙа булған ағастарҙы һындырмаҫ үә гөлдәрҙе йолҡмаҫ, сәскәләрҙе өҙөп төшөрмөҫ.
   Тәрбиәле бала иптәштәренең ҡәләмдәрен, китаптарын аҡтармаҫ, йыртмаҫ. Уларҙың нәмәләрен һәм үҙ әйберҙәрен бысратмаҫ, юғалтмаҫ. Бәлки бар нәмәһен пак итеп тәрбиәләп, ҡарап тотор. Бер баланың өҫтөнә кейгән күлдәге ғәҙәттән артыҡ ҡаралған, керләнгән йәки йыртылған, өҙөлгән, үә ҡулдары бысраҡ, аяҡ кейеме тишелгән, уҡый торған китаптарының биттәре ҡаралып бөткән булһа, ул бала шөбһәһеҙ, тәрбиәһеҙҙер.
   Баланың йөмлә хәлдәрен үә эштәрен уҡытыусылар һәр ваҡыт белеп үә күҙәтеп торорҙар. Шуның өсөн тәрбиәле бала үҙенең иптәштәренең ғәйептәрен белһә лә, мөғәлимдәргә әйтмәҫ, бәлки тәрбиәле бала һәр ваҡыт үҙ эше менән генә булыр. Башҡалар эшенә ҡатнашмаҫ.
   Тәрбиәле бала мәктәптән ҡайтҡан-да әҙәп менән генә ҡайтыр. Ҡайтып кергәс тә, ата-әсәһенең үә башҡа ололарҙың ҡулдарын үбеп күрешер, дәрестәрен шатланып тыңлатыр. Ата үә әсәһен рәхәтләндерер үә уларҙан хәйер-доға үә рәхмәт алыр.
   Тәрбиәле баланың китап, үә ҡәләм ҡуя торған урыны билгеле булып, дәрестән ҡайтҡас, шунда ҡуйыр һәм кәрәк булғанда үҙе алыр. Сөнки: ,,Китаптарым ҡайҙа? Ҡағыҙ үә ҡәләмдәрем кемдә?”- тип ҡысҡырып үә эҙләп йөрөмәҫ. Дәрестәрен уҡып белгәндән һуң, балаларҙың буш ваҡыттары ла булыр. Был ваҡытта әгәр ҙә йорт эсендә йомош үә хеҙмәттәре булһа, ҙурҙар ҡушҡан рәүештә эшләр. Әгәр ҙә йомош үә эш булмаһа, баҡса үә ишек алдында рәхәтләнеп йөрөр йәки иптәштәре менән дуҫ булып, күркәм холоҡ менән генә уйнар. Әммә тәрбиәле балалар был ваҡытта урамға сығып, урам балалары менән уйнамаҫтар. Сөнки урам балалары әҙәпһеҙ үә тәртипһеҙ булалар. Уларға эйәргән бала яман һүҙҙәр ишетер(!)
   Тәрбиәле баланың яҡшы һөнәре ҙурҙар үә кескәйҙәр менән тереклек итеүҙәрендә булыр. Мәҫәлән, тәрбиәле бала үҙенән кесерәктәргә бик шәфҡәтле булыр, уларҙы ҡыҙғаныр, һәр ваҡыт ,,туғаным” тип кенә һөйләр, шулай уҡ үҙенән ҙурҙарға, бигерәк тә ата-әсәһенә, мөғәлимдәргә һәр ваҡытта хөрмәт күрһәтер. Уларҙың хәтерҙәрен бик һаҡлар. Уларҙы бик яратыр үә һәр ваҡыт улар теләгәнсә булырға тырышыр.
   Тәрбиәле бала ата үә әсәһенең күңелдәрен ҡалдырырлыҡ нәмәләрҙе һис эшләмәҫ. Ата үә әсәһе: ,,Ул эште мин яратмайым”, — тиһәләр, тәрбиәле бала, ул эште эшләмәк түгел, күңеленә лә килтермәҫ. Йомошо булған саҡта торған еренән ҡысҡырмай, яндарына барып асыҡ итеп әйтер. Уларҙың ҡушҡан йомоштарын күңелләнеп башҡарыр. Әгәр ҙә үҙенән берәй нәмә һораһалар, асыҡ йөҙ менән яуап бирер. Йорт эсендә ҡунаҡ булһа, ата үә әсәләре ҡушыуына күрә, ҡунаҡҡа хеҙмәт үә хөрмәт итергә тырышыр. Йорт эсендә балалары булһа, тәрбиәле бала улар янында булыр. Уларҙың мәктәбен һәм дәрестәрен һорашыр, улар менән шауламай, ҡысҡырышмай, бәлки бер туған кеүек уйнар үә бергә йөрөр. Баланың тәрбиәле булыуы ашарға ултырғанда беленер. Тәрбиәле бала ҙурҙар күрһәткән урынға ғына ултырыр. Терһәктәре менән таянмаҫ, ашарға биреүҙәрен көтөр үә бүлеп бирһәләр, шуны ашар; кәрәк булһа даһи яҡшы ғына итеп һорар, кәрәк булмаһа, ҡомһоҙланып бүлдереп ҡуймаҫ. Аҙ-аҙ ғына ҡабып, яҡшы сәйнәп ашар. Ололарҙың һүҙҙәрен тыңлар, ләкин үҙе һүҙгә ҡатнашмаҫ. Тәрбиәле бала ашағанда һис ашыҡмаҫ, икмәк валсыҡтарын ситкә төшөрмәҫ, ашты ашъяулыҡҡа үә үҙенең кейеменә түкмәҫ. Әгәр ҙә кешеләр менән бер табаҡтан ашарға кәрәк булһа, ул ваҡытта ҡулын үҙ алдына ғына һуҙыр, кеше алдына ебәрмәҫ, аҡрын ғына ашар. Бындай балаларҙы һәр кем яратып үә маҡтап һөйләр.
   Тәрбиәле бала аш янынан торғас, майлы ҡулы менән әйбер тотмаҫ, ҡулын кейемдәренә һөртмәҫ, бәлки яҡшылап һабын менән йыуыр. Ауыҙын сайҡар, ололар бар ваҡытта, улар йыуынып, бушаныуҙарын көтөр, үҙенә нәүбәт еткәс йыуыр.
   Аш ашағас, тәрбиәле бала ҙурҙар янында ултырмаҫ һәм бик тиҙ ҙә йоҡламаҫ, сөнки ашағандан һуң тиҙ йоҡлау файҙалы түгел, бәлки бер аҙ дәрестәрен ҡарар йәки әҙәпле генә уйнар.
   Балаларҙың йоҡолары алданыраҡ килә, шуның өсөн уларға иртәрәк ятырға рөхсәт биреләлер. Ятырға рөхсәт бирелгәс, тәрбиәле бала ололарҙың ҡулдарын үбеп, йоҡоға әҙерләнер. Һәм хәжәтханаға барып килер, көндөҙгө кейемдәрен һалып, барыһын да бик яҡшы итеп төрөр ҙә, билгеле урынға ҡуйыр. Әгәр ҙә кейемдәре араһында еүеш йә бысранғандары булһа, уларҙы башҡа кейемдәр араһына ташламаҫ. Сөнки еүеш үә бысраҡ кейемдәр бергә ҡуйылһа, башҡалары ла ҡәҙерһеҙләнер. Бәлки кибер өсөн еүештәрен аҫып ҡуйыр үә туҙандарын һелкеп алыр. Һуңыраҡ урынына ятыр үә ошо доғаны уҡыр: ,,Йә Рабби, ата үә әсәмдең күңелен хуш ит, мөғәллимдәргә үә беҙҙе тәрбиә итеүсе мосолмандарға сауап бир, минең зиһенемде асыҡ, үә үҙемде сәләмәт ҡыл, үә үҙең риза булырҙай иғтиҡад үә ғәмәлдә мине сабит (ныҡ) ит!”
   Бер баланың ата үә әсәһе фәҡир булмаҡ ғәйеп түгел, был донъяла Аллаһ Тәғәлә ҡайһы кешеләрҙе бай үә ҡайһы кешеләрҙе фәҡир иткән. Һәр кем үҙенең өлөшөн күреп уҙғаралыр.
   Тәрбиәһеҙ баланың ата үә әсәһе ни ҡәҙәр бай йәки мәртәбәле булһалар ҙа, кешеләр ҡаршыһында иғтибары булмаҫ, бәлки бала тәрбиәһеҙ булһа, ата үә әсәнең хөрмәте китеүгә сәбәп булыр. Тәрбиәле баланың атаһы үә әсәһе ни ҡәҙәр фәҡир булһалар ҙа, кеше араһында ҡәҙерле булырҙар. Бәлки бының сәбәбен ата үә әсәләре һәм кеше араһына керерҙәр үә хөрмәтле була башларҙар.
   Тәрбиәле бала яңғылыш тейешһеҙ бер эш ҡылған булһа, уның ярамағанлығын кешеләрҙең күҙ ҡарауынан уҡ белер, аңлар, шул сәғәт оялыр үә ҡыҙарыр; әгәр ҙә берәйһе үҙенә нәсихәт итһә, уға һис ҡаршы әйтмәҫ, бәлки нәсихәт итеүсегә: ,,Был эшем тейешһеҙ икән, үҙем дә белдем, быны икенсе ҡат ҡылмам, әйткәнең өсөн һиңә рәхмәт, һинән Аллаһ Тәғәлә риза булһын!”-тийәр.
   Тәрбиәһеҙ бала хаталарын аңламаҡ түгел, әйткәндә лә белмәҫ, үҙенең кәмселектәрен төҙәтеүҙә булмаҫ, нәсихәт итеүсегә яман һүҙҙәр менән яуап бирер.
   Тәрбиә үә әҙәп хәтлем кешеләрҙе һөйөклө күрһәткән нәмә донъяла юҡтыр, шулай уҡ тәрбиәһеҙлек, әҙәпһеҙлек кеүек дошман күрһәткән нәмә лә юҡтыр. Тәрбиәле бала, ни ҡәҙәр йәмһеҙ булһа ла, тәрбиәһе арҡаһында уны һәр кем яратыр үә иғтибар ҡылыр. Әммә тәрбиәһеҙ бала ни ҡәҙәр матур үә гүзәл булһа ла, уны бер кеше лә яратмаҫ, матурлығы йәки кейеме менән генә иғтибарға керә алмаҫ. Тәрбиәле бала, ни ҡәҙәр ҙур үҫһә, шул ҡәҙәр иғтибары үҫер үә хөрмәте артыр. Донъяла бынан артыҡ бәхет булмаҫ. Тәрбиәһеҙ бала ни ҡәҙәр ҙур үҫһә, шул ҡәҙәр хөрмәте кәмер үә иғтибары юғалыр. Бәхетһеҙлеге көндән-көн артыр.
   Тәрбиә үә әҙәп, ҡыҙ балалар өсөн бигерәк тә тейештер. Шуның өсөн тәрбиәле ҡыҙҙар әҙәпле үә инсафлы булып, оҡшамаған ғәҙәттәрҙән бик һаҡланыр. Бәғзе бер кәмселек ғәҙәттәр ирҙәрҙә булғанда бик ғәйеп күренмәһәләр ҙә, ҡыҙ балаларҙа бик оло ғәйеп һаналыр. Мәҫәлән, кейем-һалым керле үә ҡара һәм йыртыҡ булмаҡ ирҙәр өсөн дә ғәйеп булһа ла, ҡыҙ балалар өсөн бигерәк тә ғәйептер. Сөнки паклыҡ, таҙалыҡ ҡыҙҙар өсөн бик тейеш нәмәлер. Үҙ өҫтәрен яҡшы ҡарамаған ҡыҙҙар һәр кем ҡаршыһында тәрбиәһеҙ хисап ителерҙәр. Уйын уйнамаҡ тураһында ҡыҙ балаларҙың ир балаларҙан айырмалары бар. Мәҫәлән, һикерешеп уйнау ир балалар өсөн яҡшы булһа ла, ҡыҙ балалар өсөн бер ни ҡәҙәр ғәйеп күренәлер.
   Ҡыҙ балаларҙың үҙҙәренә муафиҡ уйындары: ҡурсаҡ, йорт, баҡсалар яһап уйнамаҡ, шулай уҡ аш-һыу әҙерләү кеүек уйындарҙыр. Әсәләр үҙҙәренең ҡыҙҙарына энә, еп һәм ситса киҫәктәре бирерҙәр. Йөрәкле һәм эшсән, тәрбиәле ҡыҙҙар үҙҙәренең ҡурсаҡтарына күлдәктәр тегеп кейҙерерҙәр. Ҡалпаҡтар ҡуйып, шәлдәр менән бөркәндереп, биҙәндерерҙәр.
   Тәрбиәле балалар оятһыҙ, әҙәпһеҙ һүҙҙәрҙе һис тә һөйләмәҫтәр. Әммә ҡыҙ балалар оятһыҙ, әҙәпһеҙ һүҙҙәрҙе үҙҙәре һөйләмәк түгел, хатта тәрбиәһеҙ балаларҙан ишетһәләр, оялырҙар үә ишетмәҫ өсөн ситкә китерҙәр.
   Ҡайһы ваҡытта ҡыҙ балалар үҙҙәренең әсәләренә эйәреп ҡунаҡҡа үә мәжлескә барырҙар, ҡыҙ баланың тәрбиәлеһе үә тәрбиәһеҙе ошонда беленер. Тәрбиәле ҡыҙҙарҙың әсәләре был ваҡытта рәхәтләнеп, шатланып торорҙар, әммә тәрбиәһеҙ ҡыҙҙарҙың әсәләре ҡыҙҙары өсөн оялырҙар.
   Оло кешеләрҙең ҡайһы бер һүҙҙәрен балаларға ишеттермәҫкә кәрәк. Шуның өсөн мәжлестә тәрбиәле ҡыҙҙар һәр ваҡыт әсәләре янында ултырмаҫтар, бәлки әсәләре ишарат иткәнде аңлап, ситкә китеп ултырырҙар, йәки тышҡа сығып уйнарҙар. Әгәр ҙә ҡыҙыҡлы нәмәләрҙе ҡарап, ғибрәт алып йөрөһәләр бигерәк тә күркәм булыр.
   Тәрбиәле ҡыҙҙар мәжлестә әсәләренән күмәс, май, ит, бал, емеш үә башҡа нәмәләрҙе һис тә һорамаҫтар. Сөнки былай һорамаҡ ғәйептер. Әгәр ҙә әсәләре үҙҙәре бирһәләр, ул саҡта рәхмәт әйтеп алырҙар. Майлы нәмәләр булһа, үҙ кейемдәренә һөртмәй, һабын менән йыуырҙар.
   Ир балалар менән уйнамаҡ, һүҙ әйтешмәк, йүгерешеп, ҡыуышып йөрмәк, ҡыҙ балалар өсөн бик ғәйептер. Тәрбиәле ҡыҙҙар был эштән һаҡланырҙар. Тәрбиәле балалар, әҙәп менән тәрбиәне ололарҙың һүҙҙәренән бигерәк уларҙың фиғелдәренән өйрәнерҙәр. Һәр хәлдә, һәр саҡта, әҙәпле үә ҙур кешеләрҙән ғибрәт алып, улар рәүешле булырға тырышырҙар.
   Тәрбиәле балалар яҡшы менән яманды айырыу хаҡында бик иғтибарлы булырҙар. Яҡшы холоҡ үә яҡшы эштәрҙе белеп, уны үҙҙәренә ғәҙәт итерҙәр.
   Яман холоҡ менән яман эште белеп, унан йыраҡ булырҙар. Сөнки бөгөн һигеҙ-ун йәшендә булған бер бала ете-һигеҙ йылдан һуң ҙур кеше булыр. Бала саҡта алған тәрбиә сәс ағарғансы бергә булыр. Бала саҡта алынған тәрбиәне һуңынан бөтә донъя халҡы үҙгәртә алмаҫ.
   Балалар! Был яҙғандарым һеҙгә бер нәсихәттер, һәм минең үҙемдән һөйләнгән нәмә булмай, бәлки бик ғәзиз заттар ауыҙҙарынан алынған ғибрәтле вәғәз үә файҙалы нәсихәттәрҙер. Әгәр ҙә был нәсихәттәрҙе ҡабул итһәгеҙ, файҙаһы үҙегеҙгә, ҡабул итмәһәгеҙ, зарары үҙегеҙгә булыр. Яҡшы нәсихәттәрҙе ҡабул итмәгән балалар, һуңынан үкенерҙәр, ләкин эш үткәс, үкенеүҙән файҙа булмаҫ.
   Балалар! Донъяның иң рәхәт көндәрендә һеҙ быны хәтерләгеҙ. Сабаҡ үә дәрестәрҙә бер аҙ мәшәҡәттәр булһа ла, һис ауырһынмағыҙ, бәлки яҡшы уҡығыҙ үә тәрбиәле булығыҙ. Алдығыҙҙа оло сәғәҙәт менән рәхәт үә бәхет, һеҙҙе ҡаршылап көтәлер. Ғилем үә тәрбиә орлоҡтарын ихлас үә мөхәббәт менән сәсһәгеҙ, киләсәктә файҙаланыу емештәрен дә үҙегеҙ йыйырһығыҙ. ,,Ни сәсһәң, шуны урырһың”, — тип дөрөҫ әйткән бабаларыбыҙ.
                                  Ризаитдин бине Фәхретдин “Дәғүәт нәшриәте”.
                                  Баҫтырыу өсөн яуаплы: Ильшат Хафизи
                  Тәржемәсеһе үә компьютерҙа йыйыусыһы: Раушания Хакими