Фәҡирлек һәм байлыҡ

     Фәҡирлек һәм байлыҡ, нимәне һайларға? Әлбиттә кеше байлыҡ тиер. Тик динебеҙҙә был донъялағы байлыҡ әҙәмде кешелектән сығара, ә теге донъяла ошо йыйған байлыҡтары арҡаларына ут булып баҫыласаҡ тиелә. Булғанына шөкөр итмәй, артығынан тамуҡ теләйҙәрме?
     Ғәли радыяллаһү ғәнһү әйткән: «Кешеләр өсөн шундай заман етәр: бай кеше үҙендә булған нәмәгә теш-тырнағы менән йәбешеп ятасаҡ, хатта ул быға мохтаж булмаһа ла».

      Ни өсөн Аллаһы Тәғәлә кешеләрҙе бер тигеҙ итеп яралтмаған? Ни өсөн халыҡтың бер өлөшө байлыҡта йәшәй ҙә, икенселәре фәҡирлекте ғүмер һөрә?

     Бөтөн кешене лә ярлы йәки бөтә кешене лә бай итергә ынтылыу — бөтә кешене ир-ат йәки, киреһенсә, ҡатын-ҡыҙ итеү кеүек мәғәнәһеҙ нәмә.
     Донъялағы бик күп байҙарҙың фәҡир кеше йәшәгән тыныс ҡына тормошоның бер көнө өсөн генә лә бөтә байлыҡтарын бирергә әҙер булған саҡтары байтаҡ. Йәндәренә урын таба алмайынса, үҙҙәренә ҡул һалған байҙар ни саҡты? Әлбиттә, был ярлы ғына кешенең бәхет һәм күңел тыныслығы яғынан байға ҡарағанда һәр ваҡыт өҫтөнөрәк булыуына дәлил түгел. Һәр көнө мең төрлө мәшәҡәттән торған ярлы-ябағайҙар әҙ түгел хәҙер. Йәғни, икенсе төрлө әйтһәк, байлыҡ та, фәҡирлек тә бәхет өсөн берҙән-бер сәбәп була алмай. Сөнки кеше донъяла бары тик тамаҡ туҡлығы өсөн генә йәшәмәй. Уның рухи доньяһы, йөрәге, тойғо-хистәре, ниһәйәт, выжданы бар. Әҙәм балаһының рухи ихтыяждары ҡәнәғәтләнмәһә, малға кинәнеп кенә, ул барыбер бәхетле була алмаҫ.
     Байлыҡты байҙар ҡулынан тартып алып, фәҡирҙәргә бүлеп биреү менән генә тигеҙлек хасил булмаясаҡ. Киреһенсә, был ғәмәл һәләттәрҙең бөтөүөнә, эшкә теләктең һүлпәнләнеүенә, шулай уҡ ҡәҙер-хөрмәт, изгелек, шәфҡәт кеүек хистәрҙең юғалыуына килтерер ине. Шуның менән бергә матди байлыҡтар етештереү өсөн кемдең тир түгәһе килер ине икән?
     Белеүеҙсә, байҙың ҡулынан тартып алып, фәҡирҙәргә өләшеү — тигеҙлек урынлаштырыу сараһы түгел. Бөтә хикмәт — бай кешенең юғары әхлаҡ булыуына өлгәшеү. Ул ваҡытта инде бай кеше, күңел байлығына ла ирешеп, үҙе үк мохтаждарға ярҙам итергә кәрәклеген аңлар. Ислам дине тигеҙлек төшөнсәһен бына шунда күрә лә инде.

     Ни өсөн кемдәрҙер, ни тиклем генә ғибәҙәт ҡалыуҙарына ҡарамаҫтан, һаман ярлы, фәҡир йәшәйҙәр, ә кемдәрҙер, Аллаһыны бар тип тә белмәүселәр, рәхәтләнеп, бай тормошта йәшәй?
     «Та һа» сүрәһе, 131-се аятта Аллаһы Тәғәлә әйтә: «Аңлы бул, уларға бирелгән байлыҡҡа ҡыҙығып ҡарама. Беҙ ул байлыҡты фани донъяла файҙаланһындар тип, уларҙын ҡайһы бер ҡәүемдәрен һынар өсөн бирҙек. Раббыңдың һиңә биргән ризыҡтары хәйерлерәк, дауамлыраҡ».
     Шулай уҡ «Шура» сүрәһе, 20 се аятта: «Әхирәт ниғмәттәрен теләгән (йәғни Аллаһыға ихлас күңелдән ғибәҙәт ҡылған) кешенең өлөшөн арттырабыҙ. Донъя малы теләгәнгә мал бирәбеҙ. Ләкин уға әхирәттә өлөш булмаясаҡ»,— тиелгән.
     Күңелгә шатлыҡ, дәрт килтерә торған нәмәләрҙән ҡасып, әхирәте өсөн борсолоусыларға йәннәт ишектәре асыҡ буласаҡ. «Ән-Нәзиғәт» сүрәһе, 40-41-се аяттарҙа: «Үә әммә мән хафә мәҡамә раббиһи үә нәһән-нәфсә ғәнил-һәүә. Фә иннәл джәннәтә һийәл-мәэүә», йәғни «Раббыһының киҫәтеүҙәренән ҡурҡҡан һәм нәфсе ҡушыуына юл ҡуймаған кешенең урыны йәннәттә буласаҡ», — тиелә.
     Бындай кешенең күңелендә иң әһәмиәтле урыны ғибәҙәттең ләзәте алып торорға тейеш.

     Исламда ярлылыҡтан оялмаҫҡа ҡушҡан аяттар бармы?
     «Әл-Бәҡара» сүрәһе, 273 сө аятта Аллаһы Тәғәлә әйтә: «Йәхсәбүһүмүл джәһилү әғнийәә минәт-тәғәффүфи», йәғни «Әлеге кешеләр тыйнаҡлыҡ күрһәткәнгә күрә, наҙан кешеләр уларҙы бер нәмәгә лә мохтаж түгел тип һанай».
     Ярлы кеше башҡалар менән аралашҡанда билдәле бер эске һәм тышҡы ҡағиҙәләрҙе үтәргә тейеш.
     Эске ҡағиҙәләргә килгәндә, кеше Аллаһы Тәғәлә үҙенә биргән ярлылыҡҡа ҡарата нәфрәтләнергә тейеш түгел. Сөнки кеше ярлылыҡҡа нәфрәтләнһәлә лә, ул ярлылыҡты кешегә биреү — Аллаһы Тәғәләнең эше.
     Тышҡы әҙәплелек ҡағиҙәләренә килгәндә, бында һүҙ тыйнаҡлыҡ, кешеләргә асыҡ итеп зарланыуҙан һаҡланыу тураһында бара.
     Бынан тыш, ул ярлы кеше байҙар алдында түбәнһенергә тейеш түгел. Ғәли радыйаллаһу ғәнһү әйткән: «Аллаһы Тәғәләнән әжер өмөт итеп ярлы кеше алдында байҙың тыйнаҡ булыуы бик матур күренеш. Әммә бай кеше барында ярлы кешенең Аллаһы Тәғәләгә ышаныуы тағы ла гүзәлерәк күренеш», —тигән. Тағын да түбәнерәк дәрәжә — байҙар менән аралашмау һәм улар менән осрашыуға ынтылмау.
     Пәйғәмбәр ғәләйһис-сәләм әйткән: «Ярлы мосолмандар байҙарға ҡарағанда йәннәткә ярты көнгә иртәрәк инәсәктәр. Ул биш йөҙ йылға тигеҙ». (Тирмизи).
     Яхъя бине Мөғәз Пәйғәмбәребеҙгә: «Һинең ярлыларға ҡарата булған мөхәббәтең — пәйғәмбәрҙәр сифаты; улар менән аралашыуҙы яратыуың—изгеләр сифаты», —тигән.

     Байлыҡ арҡаһында ниндәй файҙалары һәм ниндәй афәттәр булырға мөмкин?
     Байлыҡ эсендә яҡшылыҡ та, насарлыҡ та бар. Байлыҡтың файҙаһы һәм афәте тураһында белеүсе кеше уның насарлығынан ҡотола һәм яхшылығын файҙалана ала. Файҙаһына килгәндә, ул дини һәм дини булмаған эштәргә ҡарарға мөмкин. Донъяүи эштәрҙәге файҙаһы бар кешегә лә мәғлүм. Дини эштәргә килгәндә, уның файҙаһы өс төрлө була.
     Беренсе төр: кеше булған малын үҙенә ҡуллана. Мәҫәлән, хаж ҡылыу, ғилем эҫтәү ниәте менән сәфәр сығыу, ашау-эсеү, кейем-һалым алыу, никахлашыу һ.б. шундай эштәр өсөн. Сөнки ғибәҙәт ҡылырға ярҙам итә торған нәмәләр ҙә ғибәҙәт була.
     Икенсе төр: кешеләргә сарыф ителә торған нәмәләр. Былар дүрт төркөмгә бүленәләр: саҙаҡа, йомартлыҡ күрһәтеү, намыҫты һаҡлау, кеше хеҙмәтен ҡулланған өсөн түләү.
     Саҙаҡаға килгәндә, мәғлүм булғанса, кешегә уның өсөн әжер-сауабы була.
     Йомартлыҡ күрһәтеү тигәндә, беҙ малды байҙарға һәм мәшһүр кешеләргә сарыф итеүҙе, йәғни уларға ҡарата ҡунаҡсылыҡ күрһәтеүҙе, бүләктәр биреүҙе, ярҙам итеүҙе күҙ алдында тотабыҙ. Быларҙы саҙаҡа тип һанап булмай, сөнки саҙаҡа мохтаж кешеләргә генә бирелә. Шулай булһа ла, был нәмәләр ярҙамында кеше дуҫтар, ҡәрҙәштәр тапҡанға күрә, ул сарыф итеүҙәр дингә файҙа килтерәләр. Бынан тыш, былар ярҙамында кеше үҙендә йомартлыҡ сифатын булдыра. Йомартлыҡ күрһәткән өсөн дә оло бүләк буласаҡ. Бик күп хәҙистәрҙә бүләкләшеү, хөрмәт күрһәтеү, кешеләрҙе һыйлау тураһында һөйләнә. Әммә бындай осраҡтарҙа бары тик мохтаждарға ғына сарыф итергә кәрәк тигән хәҙистәр юҡ.
     Өсөнсө төр: билдәле бер кешегә түгел, ә ғөмүми файҙа өсөн сарыф ителә торған мал. Мәҫәлән, мәсеттәр, шифаханалар, күперҙәр һалыу, шишмәләр таҙартыу һ.б. шундай сауаплы ғәмәлдәр. Бындай юл менән сарыф ителгән аҡсалар мәңгегә һаҡланалар, үлгәндән һуң да файҙа килтерәләр.
     Байлыҡ килтергән афәттәргә килгәндә, улар дин эштәренә лә, донъя эштәренә лә зыян килтерә алалар. Дин менән бәйле булған афәттәр өс төргә бүленәләр.
     1. Байлыҡ гонаһ эштәр ҡылырға этәрергә мөмкин, сөнки байлыҡҡа эйә булыу билдәле бер алама шарттар тыуҙыра.
     2. Байлыҡ кешегә даими рәүештә хәрәм нәмәләр менән ләззәтләнергә мөмкинлек бирә. Бының нәтижәһендә, был хәл кешенең ғәҙәтенә әүерелеп, кеше гонаһҡа бата.
     3. Байлыҡты арттырыуға ынтылыу кешене Аллаһынан айыра, ә был — ҙур юғалтыуҙарға килтерә.
     Байлыҡ килтергән донъя афәттәренә килгәндә, улар бик күп. Мәҫәлән, иҫәп-хисап яһағанда ҡурҡыу, борсолоу, ҡайғырыу; малды тапҡандағы һәм һаҡлағандағы ауырлыҡтар, милеккә уртаҡ хужа булғанда бәхәсләшеүҙәр һәм дошманлашыуҙар байлыҡ килтергән афәттәргә керәләр.

     Кеше бай булған һайын ҡомһоҙлана бара, шул турала хәҙистәр бармы?
     Ундай хәҙистәр бар, мәҫәлән, Пәйғәмбәребеҙ ғәләйһис-сәләм әйткән: «Ләү әннәл-ибни әдәмә үә дийәм-миң зәһәбин, әхәббә әй-йәкүнә ләһү үә дийәни, үә лә-йәмлә-ә фәһү илләт-түрабү», йәғни «Әгәр ҙә әҙәм балаһының бер үҙәнлек тулы алтыны булһа, ул тағын бер үҙәнлек алтынға эйә булырға теләр ине. Уның ауыҙын балсыҡтан башҡа бер нәмә лә тултырмаясаҡ». (Бохари).
     Бындай ауырыуҙан ҡотолоу тураһында Пәйғәмбәребеҙ ғәләйһис-сәләм әйткән: «Өс ҡотолоу сараһы бар: Аллаһынан йәшерен һәм асыҡ рәүештә ҡурҡыу; ҡәнәғәтлектә һәм ярлылыҡта ғәҙел булыу; байлыҡта уртаса булыу». (Табарани).
     Байлыҡ тупларға ынтылыуҙың ниндәй ҡот осҡос нәмә икәнен аңлау кәрәк. Ярлы кеше ҡомһоҙлоҡ менән үҙен бысратмаҫ өсөн талымһыҙ булырға, кешенән бер нәмә лә көтмәҫкә, улар ҡулындағы нәмәләргә ҡыҙыҡмаҫҡа, теләһә ниндәй юл менән байып китергә ынтылмаҫҡа тейеш. Сөнки ҡомһоҙлоҡ, нәфселек, ҡәнәғәтһеҙлек кешегә тыумыштан уҡ хас сифат. Бының өсөн был донъяла үҙеңдән дә аҙыраҡ малға эйә булған кешеләргә ҡарау етә.

    Донъя ниғмәттәре үҙе артынан бәлә йәки ниғмәт алып килергә мөмкин, тиҙәр. Быны нисек аңларға?
     Әлбиттә, донъя ниғмәттәренең һәр береһе үҙе артынан бәлә йәки ниғмәт алып килергә мөмкин. Мәҫәлән, кеше өсөн ярлылыҡта һәм ауырыу ҙа ниғмәт була ала. Сөнки әгәр ҙә ул сәләмәт булһа һәм быға шөкөр итмәһә, тейешле язаһын алыу ҡурҡынысы янай. «Әш-Шура» сүрәһе, 27-се аятта Аллаһы Тәғәлә әйтә: «Әгәр ҙә Аллаһы Тәғәлә һәр кемгә мул итеп ризыҡ бирһә, ер йөҙөндә боҙоҡлоҡ артыр ине. Шуға күрә Ул ризыҡты теләгәне ҡәҙәр генә иңдерә. Аллаһы ҡолдарының ҡылмышынан хәбәрҙер, уларҙы күреп тора».
     Ниғмәт һаналған һәм Аллаһы билдәле бер маҡсат менән яратҡан ҡатын, балалар, туғандар тураһында ла шулай әйтеп була.
     Кеше өсөн тулыһынса бәхетһеҙлек йәки тулыһынса ниғмәт булған нәмә юҡ. Кеше һәр осраҡта ла сабыр булырға һәм шөкөр итергә тейеш. Бер үк хәл ҡайғы ла, шатлыҡ та уятырға мөмкин. Шуға күрә ҡайғы уятҡан саҡта ла шөкөр ит. Был донъяла ярлылыҡҡа, ауырыуға, ҡурҡыуға йәки бәлә-ҡазаға биш төрлө нәмә эйәреп килә. Аҡыллы кеше уларға шатланырға һәм шөкөр итергә тейеш.
     Беренсенән, кешегә ниндәй генә бәлә-ҡаза ауырыуы килмәһен, уларҙың әле бынан да ҡатыраҡ, насарыраҡтар бар, тип уйларға кәрәк. Сөнки Аллаһы Тәғәләнең мөмкинселектәре сикһеҙ. Әгәр Ул бәләне арттырырға теләһә, Уға бер кем дә ҡамасаулай алмай. Шулай булғас, кеше үҙе менән ошо хәл булыуына, насарырағы булмауына шөкөр итһен.
     Икенсенән, был бәлә кешенең диненә лә ҡарай ала. Пәйғәмбәребеҙҙең ғәләйһис- сәләм йыш ҡына бындай доға ҡылған:
     «Аллаһүммә ... үә ләә тәджғәл мусыйбәтәнә фии дәнинә», йәғни «Йә Раббым, ... динебеҙҙә беҙгә бәлә-ҡаза бирмә ...». (Тирмизи).
     Өсөнсөһөнән, ниндәй генә яза, ауырлыҡ тураһында һүҙ бармаһын, уны был доньянан ахирәткә күсереп була тип күҙ алдына килтерергә кәрәк. Был донъя ауырлыҡтарын еңеләйтер өсөн уларҙы онотоп торорға була. Ә мәңгелек донъя язаларының ахыры булмаясаҡ. Бәлки кешегә ахирәттә буласаҡ ғазап был донъяла уҡ килгәндер. Шулай булғас, ни өсөн һуң ул Аллаһыға шөкөр итмәҫкә тейешле?
     Дүртенсеһенән, кешегә килгән теләһә ҡайһы ауырлыҡ уға тәҡдирендә билдәләнеп, Ләүхел-мәхфүздә (яҙмыштар яҙылған махсус урын) яҙылған. Тимәк, ул кешегә ҡотолғоһоҙ рәүештә килергә тейеш булған.
     Бишенсеһенән, уның әжере бәләһенә ҡарағанда ла ҙурыраҡ буласаҡ. Сөнки был донъялағы һәр бер бәлә мәңгелек донъяға юл булып тора. Улар барыһы ла дарыу кеүек башта тәмһеҙ булалар ҙа, ә шунаң һуң файҙа алып килә. «Әз-Зүмәр» сүрәһе, 10-сы аятта Аллаһы Тәғәлә әйтә: «Иннәмә йүүәффәс-сабирүнә әджраһүм биғайри хисәбен», йәғни «Дөрөҫөн әйткәндә, сабыр итеүселәргә хисапһыҙ әжерҙәр бирелер».
     Бәлә-ҡазалар, ауырлыҡтар яҡшылыҡ күрһәтеү менән бәйле булһалар ҙа, Пәйғәмбәребеҙ ғәләйһис-сәләм үҙ доғаларында Аллаһы Тәғәләнән был донъяның ауырлыҡтарынан, әхирәт ғазаптарынан, дошмандар шатланыуынан һ.б. бындай нәмәләрҙән ҡотҡарыуҙы һораған. Ул бер хәҙистә былай тигән: «Сәлүллааһәл ғәфүә үәл-ғафийәтә, фәиннә әхәдәнләһүм йүғта бәғдәл йәҡыйни хайрам-минәл ғәфийәһ», йәғни «Аллаһынан ғәфү итеүен һәм сәләмәтлек һорағыҙ, сөнки иман килтергәндән һуң бер кемдең дә сәләмәтлектән ҙурырак бүләк алғаны юҡ». (Ибне Мәджә).
     Сәләмәтлек тигәндә Пәйғәмбәр ғәләйһис-сәләм йөрәктең наҙанлыҡ һәм шик ауырыуынан ҡотолоуын күҙ алдында тотҡан. Сөнки йөрәктең сәләмәтлеге тән сәләмәтлегенән мөһимерәк.
                                                            Джәғфәр хәҙрәт Мөбәрәк «Исламда мөһим мәсьәләләр».