Никахта мулла кәрәкме?
Был һорауға яуапты яҙырға Стәрлетамаҡ яғынан яңы һайланған йәш һаҡалтай мулланың йәштәргә никах уҡыуҙан баш тартыуы тураһындағы хәбәрҙән сығып аңлатам. Әлеге мулла кейәүгә сыға торған йәш ҡыҙҙың ауырлы булыуы сәбәпле йәштәргә никах уҡыуҙан баш тартҡан. Ахыры был мулла Аллаһ урынына Хаким булып ҡыланып, кемгә гонаһ яҙып, зина ла ғәйепләргә һәм кемгә йәннәткә инергә хәл итәлер.
Ысынында мулланың йәштәрҙең никахлашыуында бер ҡыҫылышы юҡ. Мулла урыҫ поптары һымаҡ Аллаһ һәм кешеләрҙең араһындағы посредник түгел. Шуға никах мәжлесенә мулланы саҡырағыҙмы-юҡмы – был һеҙҙең эш. Беҙҙең боронғо башҡорт йолаһы буйынса мулла никахлаша торған йәштәргә килеп нәсихәт –доға-теләк ҡылған. Никах доғаһын мулла ғына уҡырға тейеш, йә мулла ғына никах үткәрергә тейеш тигән бер ниндәйҙә дәлил – хәҙис юҡ. Һәм никах доғаһы уҡылырға тейеш тигән хәбәр ҙә юҡ. Никах доғаһы ул Ҡөръән аяттарынан алынған бер-нисә аят, уны теләгән кеше уҡый ала. Ә иң хәйерлеһе атай-әсәйҙең балаларына ҡылған доғаһы. Был доғаның ҡабул булыуына шик юҡ. Теләһә, никах хөтбәһен кейәү кеше лә уҡый ала.
Никах вәғәҙ-хөтбәһен йә доғаһын уҡыусы булмаһа ла ул никахтың дөрөҫлөгө юғалмай, әммә уның әҙерәк нескәлеген боҙа һәм камиллығы кәмей. (Отсутствие брачной проповеди не влияет на правильность канонического оформления брака, однако несколько нарушает его полноту и завершенность).
Бер хәҙистә никахтарҙы мәсеттә үткәрергә кәңәш (рекомендуется) ителә тигән генә, Мөхәммәд пәйғәмбәрҙең (ғәләйһиссәләм): Никахтарығыҙҙы халыҡҡа еткерегеҙ, мәсеттәрҙә үткәрегеҙ, шөнгөр ҡағығыҙ тигәне – ул халыҡ ишетһең һәм күрһен өсөн генә. (Объявляйте о браке (обнародуйте)! Проводите его [бракосочетание] в мечетях и бейте в бубны [то есть вносите торжественность и привлекайте внимание других]).
Нимә ул – никах? Никах – ул иғлан (белдереү) ҡылыу. «Беҙ өйләнешәбеҙ», тип халыҡҡа белдереү. Был – никахтың асылы. Хатта йәштәрҙең ЗАГС-ка барып шаһиттар алдында яҙылһалар һәм башҡаларға хәбәр итеп ғәилә ҡорһалар, был саҡта ул никах тип һанала. Әлбиттә йәштәр мосолман булырға һәм динебеҙҙең талаптарын үтәргә тейештәр.
Шуға муллаһыҙ никах үткәреүҙә лә һәм хатта туй мәжлесе үткәрмәйенсә өйләнешеүҙә лә бер гонаһ юҡ. Әлбиттә Мөхәммәд пәйғәмбәрҙең (ғәләйһис-сәләм) һарыҡ салып булһа ла туй үткәрегеҙ тигәне – ул халыҡ белһең, һыйлағандың әжер-сауабы йәштәргә булһын тигән мәғәнәлә килә. Икенсе бер хәҙисендә туй емеш-еләк менән үтте, тигәне лә бар.
Аллаһ Тәғәлә Ислам динен ҡыйын ҡылманым тигән. Никахта ҡыйынлыҡтар тыуҙырмағыҙ, никах-туйҙарҙа ҙур килемдәр сығарып мәшәҡәтләнмәгеҙ. Кешеләр алдында улым-ҡыҙымдың ғүмерендә бер тапҡыр никахлашыуы тип, эске-аҙғынлыҡ ойоштороп, урамда шайтан-гейҙәр менән аҡырышып-тыпырҙап йөрөү мосолман булған башҡорттың аҙғынлыҡҡа төшөүен күрһәтә. Никах-туйҙарығыҙ рия (показуха) булмаһын, Аллаһ Тәғәләнең ҡарғышын алмағыҙ. Балаларығыҙға Аллаһының ризалығы, бәрәкәте үә ниғмәте булһын, бәхет һәм иҫән-һаулыҡ насип итһен, тип йәшәгеҙ.
Бөгөнгө пандемия (короновирус ауырыуы) ваҡытында ҙур никах-мәжлестәр ойоштороу аҡылһыҙлыҡ. Тиҙҙән Рамаҙан айы ла еттә. Ошо мәлдә нисек никахтарҙы үткәрергә һуң? Йәштәр һеҙ көтөп тороғоҙ, берәй мәле эпедимия үтер әле тип әйтәйекме?
Никах – ул ир менән ҡатындың бергә тормош итеүгә килешеүе. Был килешеү ике яҡтыңда ризалығы менән төҙөлә. Никах килешеүен төҙөгәндә аҡылы теүәл, бәлиғ ике мосолман ир-егет, йәки бер ир-егет һәм ике ҡатын-ҡыҙ шаһит (свидетель) булырға тейеш. Кейәү кеше ошо ҡыҙҙы шаһиттар алдында ҡатын итеп алдым, ә ҡыҙ кеше ошо егеткә ҡатын булып барҙым тиһә — шуның менән никах вәссәләм, үтәлгән була. Никах мәжлесе йыйыу йә туй үткәреү һеҙҙең теләгеҙгә һәм кеҫәгеҙгә ҡарап.
Никахлашыу сөннәт ғәмәл, ә мәһәр биреү беҙҙең мәҙһәбтә вәджиб дәрәжәһендә, икенсе мәҙһәбтәрҙә никах килешеүе мәһәрһеҙ һаналмай тиҙәр. Ә беҙҙең мәҙһәбтә мәһәрҙе аҙаҡ булһа ла кейәү кеше ҡатынына бирергә тейеш.
Хәнәфи мәҙһәбе ғалимдары буйынса вәли (опекун, ата-әсәһе) ҡатнашлығы кәрәкмәй, егет менән ҡыҙҙың үҙ-ара ризалығы ла еттә тейелгән. Имам Әбү Хәнифә вәлинең ҡатнашлығы булыуы хәйерле генә тигән. Вәлиһеҙ никах үткәрергә ярамай, йә тыйылған тигән нәмә беҙҙең хәнәфиләргә ҡарамай.
Ә теге никах уҡымаған муллаға: ҡайҙа ауырлы ҡатын-ҡыҙҙарға никах уҡырға ярамай тип әйтелгән?
«Әт-тәсһил әз-зарури ли мәсәил Әл-Кудури» (Еңеләйтелгән фикһи мәсьәләр) китабынан:
Һорау: «Әгәр ҡатын ҡыҙлығын кейәүгә сыҡҡансы яҡынлыҡ ҡылып юғалтҡан булһа, уны ҡыҙ тип әйтеп буламы?».
Яуап: «Әбү Хәнифә әйтеүенсә, ҡыҙ булып һанала. Ә Әбү Йософ һәм Мөхәммәд айырылған ҡатын төркөмөнә индерәләр».
Беҙ башҡорттар Әбү Хәнифә мәҙһәбенән, ә сәләфит-ваһабтарҙың сектаһынан түгел. Улар опекунһыҙ никах дөрөҫ түгел тиҙәр.
Аҫта Ханафтиский фикх китабынан кәрәкле мәғлүмәт:
Аль-Камаль пишет в «Фатх аль-Кадир»: «Браки заключаются как в письменной, так и в устной форме. Это означает, что мужчина может посвататься к женщине в письме, при получении которого ей следует собрать свидетелей, прочитать им это письмо и сказать: «Я вышла за него замуж», или: «Такой-то сватается ко мне в этом письме, так за-свидетельствуйте, что я вышла за него замуж».
Ошо яҙылғандан сығып хәҙерге заманда хат яҙмайынса, смартфон аша егеттән ҡыҙға смс йә видео килһә һәм унда егет мин һине ҡатын итеп алдым тип әйтһә, ә ҡыҙ кеше шаһиттар йыйып ошо смс йәки видеоны күрһәтеп мин ошо егеткә кейәүгә сыҡтым тиһә, был никахҡа һанала бит.
Ары нимә яҙылған:
Регистрация брака в официальных учреждениях (ЗАГС) позволяет также бежать путаницы или утраты сведений о степенях родства, поскольку в этих же учреждениях осуществляется регистрация новорожденных с указанием имен их родителей. Там же регистрируется и дата заключений брака, с чем связан целый ряд установлений Шариата, имеющих отношение к наследованию, установлению степеней родства и периоду «идда». Вот почему я считаю, что регистрация брака в специальном официальном учреждении соответствует Шариату. Если же представитель власти потребует этого, регистрация станет обязательной, поскольку по Шариату выполнение дозволенного становится шариатской обязанностью, если этого потребует представитель власти. Аллах Всевышний сказал: «О, те, которые уверовали! Повинуйтесь Аллаху, повинуйтесь Посланнику и тем из вас, кто обладает властью. А если возникнут меж вами споры о чем-либо, то обратитесь с этим к Аллаху и Посланнику, если веруете вы в Аллаха и в Последний день. Так будет лучше, и (спор ваш получит) наилучшее истолкование» (Коран, 4:59).
Необходимо помнить о том, что заключение брака считается действительным в случае выражения подтверждения и согласия и соблюдения прочих необходимых условий, даже если представители обеих сторон все делают в шутку. Так, например, если кто-нибудь шутя скажет: «Я выдал за тебя свою дочь такую-то», а другой скажет в ответ: «Я согласен», заключение брака состоится, и по Шариату девушка станет его женой. Поскольку Пророк Мухаммад ﷺ сказал: «(Когда речь идет о) трех вещах — о разводе, браке и возвращении (получившей развод жены, все сказанное следует воспринимать) серьезно независимо от того, в шутку (это говорилось) или всерьез» (ат-Тирмизи).
Ат-Тирмизи приводит хадис, в котором сказано: «Объявляйте о заключении браков во всеуслышание, заключайте их в мечетях и бейте в знак этого в бубны».
Таким образом, рекомендуется (не обязательно) объявлять о заключение брака, проводить обряд бракосочетания в мечети в пятничный день, под руководством праведного, духовного лица в присутствии беспристрастных свидетелей.
Никах вәғәҙе һәм хөтбәһе: https://nazir1965.com/v%D3%99%D2%93%D3%99zd%D3%99r/nikax-v%D3%99%D2%93%D3%99ze-%D2%BB%D3%99m-x%D3%A9tb%D3%99%D2%BBe.html
Өйләнеү: https://nazir1965.com/din/%d3%a9jl%d3%99ne%d2%af.html
Фатихалы ғаилә: https://nazir1965.com/din/fatixaly-%D2%93ail%D3%99.html
«Сожительство» — зина (уйнаш итеү)!: https://nazir1965.com/v%D3%99%D2%93%D3%99zd%D3%99r/sozhitelstvo-zina-ujnash-ite%D2%AF.html