«Сожительство» — зина (уйнаш итеү)!
Хөрмәтле ғәзиз дин ҡәрҙәштәрем, милләттәштәрем, һеҙгә Аллаһ Тәғәлә сәләмен, бөтмәҫ рәхмәтен үә бәрәкәтен бирһен.
Әҙәмдәрҙең, ер үә күктәрҙең, бөтә мәхлүктәрҙең эйәһенә – Аллаһ Субханәһү үә Тәғәләгә бөтә маҡтауҙарыбыҙ булһа ине, һәм дә уның иң яратҡан бәндәһенә, пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләмгә, уның ғаиләһенә, сәхәбәләренә салауат-шәрифтәребеҙ барып етһен. Аллаһ Тәғәлә һәр ҡайһыбыҙға сауаптарына ирешергә насип итһен! Амин!
Мөхтәрәм Йәмәғәт!
Раббыбыҙ беҙҙе юҡтан ғына яратманы, Әҙәм ғәләйһис-сәләмдән алып, бөгөнгө көнгә тиклем йәшәп килгән кешеләрҙе Аллаһ Тәғәлә ғибәҙәт үтәү өсөн бар итте, ләкин ул хикмәттән бик күптәре ғәфил булдылар. Һәр бер кеше, һәр бер әҙәм балаһы үҙенең күҙен һаҡлаған кеүек, үҙ үҙен дә гонаһ ҡылыуҙан, ярамаған боҙоҡ эштәрҙән һаҡларға тейештер...
Беҙ эштәребеҙҙе уйлап үә үлсәп кенә эшләргә тейештәрҙер, сөнки һәр бер ҡылған ғәмәлебеҙ өсөн, Аллаһ Тәғәлә алдында беҙгә яуап ҡайтырға тура килер...
Гонаһ, ярамаған эштәр башҡарыу, хәрәм эштәрҙә ҡатнашыу, Раббыбыҙҙың һүҙҙәренә ҡаршы сығыу бигерәк тә хәтәр үә яман нәмәлер. Бындай гонаһ ҡылыуҙы нәтижәһе – ҡайғы үә хәсрәттер. Гонаһ ҡылыуҙы сәбәбе Аллаһҡа буйһонмау, Иблис шәһүәттәренә ҡолаҡ һала торған йөрәктер!
Вәғәзебеҙ зина, урыҫса прелюбедеяние йәғни уйнаш итеү хаҡында булыр.
Бер риүәйәттә: «Иблис һәр ваҡыт үҙ хеҙмәтселәрен ер буйлап ебәргән һайын әйттә: «Кемегеҙ кешене иман юлынан яҙҙырһа, шуға мин бик шәп таж кейҙерәм. Ә инде кемегеҙ иң аҙырғыс вәсүәсә эшләһә мин үҙемдең яҡыным итәрмен».
Беренсе шайтан, боҙоҡ эшен эшләп ҡайтыу менән, һөҙөмтәһен әйтте: «Мин шул ирҙән ҡалышманым, ул үҙенең ҡатынын айырғанға тиклем». «Ғәжәпләнерлек нәмә түгел, — тине иблис, — ул унан башҡаға өйләнергә мөмкин». Икенсе шайтан, югереп килеп, ҡыуанысынан ҡысҡырып ебәрҙе: «Мин шул кешенән ҡалышманым, әлегә ул үҙенең яҡын дуҫы менән талашҡанҡа тиклем!». Иблис яуап бирҙе: «Был да һис тә әһәмиәтле түгел, улар яңынан ярашырға мөмкин». Килеп еткән өсөнсө шайтан: «Мин шул кешене тынғылыҡта ҡалдырманым, ахыры ул зина ҡылды!» Иблис тантана менән: «Һин бик шәп эш башҡарғанһың!». Ул уны үҙенең яҡын хеҙмәтсеһе итеп тажын уға кейҙерҙе».
Ана шул шайтандың ҡотортоуына эйәреп «гражданский бракта» йәғни дөрөҫөрәк итеп урыҫса әйткәндә — сожительствовала йәшәгән парҙар байтаҡ. Никахһыҙ бергә йәшәгән ир менән ҡатын – зина ҡылыусылар!
Шуныһы ҡыҙыҡ, статистика буйынса, 70 процент ир-егет, гражданлыҡ никахында йәшәгәндәр, үҙәрен буйҙаҡ тип һанайҙар, ә 90% ҡатын-ҡыҙ был хәлдә үҙен кейәүҙә тип һанай». Бына шулай итеп ҡатын-ҡыҙҙар ошо ирҙәргә ышанып алданалар. Ошо 70 процент ир-егет ныҡлы ғәилә ҡорорға ынтылып тора тиегеҙме? Үҙәренең енси теләктәрен ҡәнәғәтләндерергә һәм тамаҡтарын туйҙырыу өсөн генә кәрәк уларға былай йәшәү. Бындай гражданлыҡ никахы менән яуаплылыҡтан ҡасҡандар, үҙ-үҙенә ышанмағандар ғына йәшәй. Әгәр ҙә тойғолар ысын булып, ғәилә тормошона етди ҡарайҙар икән ни эшләп никахлашмаҫҡа? Ныҡлы ғәилә ҡороу, бала үҫтереү, тәрбиәләү теләктәре бармы уларҙың? Юҡ! Бахыр бер ҡатлы ҡатын-ҡыҙҙар... кемдәрҙән терәк эҙләйһегеҙ? Ана шул ирҙәрҙе яуаплылыҡта тотор өсөн кәрәк инде ысын мосолман никахы.
Икенсе яҡтан былай йәшәү динебеҙҙә оло гонаһ. Ислам дине буйынса ир менән ҡатын араһында енси мөнәсәбәт фәҡәт никах уҡылғандан һуң ғына рөхсәт ителә. Динебеҙ ир-ат менән ҡатын-ҡыҙҙың никахһыҙ мөнәсәбәттәрен ҡәтғи рәүештә тыя. Бөгөн күп кенә егеттәр һәм ҡыҙҙар бер-береһен оҡшатып, яратып, никахһыҙ яҡын мөнәсәбәттәргә керәләр, зина ҡылалар. Бындай мөнәсәбәттәр, әлбиттә, хәйерлегә килтермәй. Өйләнешмәйенсә, никахһыҙ ир-ҡатын яҡынлығыла зина (уйнаш итеү — прелюбедеяние) ҡылыу тип иҫәпләнә. Барлыҡ диндәр буйынса ла зина ҡылыу тыйылған һәм ул бик ҙур гонаһ булып һанала. Ҡөръәндә Аллаһ Тәғәлә әйтә:
وَلاَ تَقْرَبُواْ الزِّنَى إِنَّهُ كَانَ فَاحِشَةً وَسَاء سَبِيلا
«Үә ләә тәҡрабү-ззинәә иннәһү кәәнә фәәхишә-тәү-үә сәә'ә сәбииләә».
«Зинаға яҡын да бармағыҙ, уның сәбәптәренән дә алыҫ булығыҙ, сөнки ул бысраҡ эш үә бик яман әшәке юлдыр» (17 се сүрә, 32-се аят) — тип зинаны хәрәм ҡылды һәм мөьминдәргә ошо гонаһтан йыраҡ булырға ҡушты. Сит-ят ир-ат менән ҡатын-ҡыҙҙың яҡындан аралашып, һөйләшеп йөрөүе лә зинаға яҡынайыу була. Зина ҡылыу бик оло гонаһ булғанға күрә, зина эшләгән кеше ахирәт доньяһында бик күп ғазаптарға дусар булырға мөмкин, зинанан йырағайып торған кеше иһә бик күп сауаптарға эйә булыр, теге донъяла тамуҡ ғазабынан ҡотолор.
Шулай уҡ никахһыҙ яҡынлыҡ ҡылыу ул – хәрәм. Хәрәм ул – Аллаһының ҡанунына ҡаршы килеү. Хәрәм — Аллаһ Тәғәлә һәм уның илсеһе тарафынан, мөьминдәр өсөн ҡәтғи рәүештә тыйылған һүҙҙәр һәм ғәмәлдәр. Динебеҙҙә тыйылған эштәрҙе эшләгән мөъминдәр улар гонаһ ҡылыусылар. Хәрәмдән һаҡланып йөрөгәндәр сауапҡа эйә булыусы кешеләр ул. Хәрәмде хәрәм түгел тип йөрөгән кешеләр көфөрлөккә төшә. Ә көфөрлөк диндән сығара. Динебеҙҙең тәғлимәтенә күрә, хәрәмдәрҙән һаҡланып йөрөгән кеше Аллаһтың ризалығына ирешер, уға ожмах вәғәҙә ителгән. Хәрәмдә даими рәүештә ҡатнашыусыны, әгәр ул тәүбә ҡылмайынса үлеп китһә Аллаһтың ғазабына дусар буласаҡ, уның тамуҡ утына эләгеүе бар. Зина ла динебеҙ тарафынан хәрәм ғәмәл һәм ул оло гонаһтарҙың береһе булып һанала.
Хатта был донъяла тәүбәгә килгән зинасылар, ошо зинаға тейешле ҡаты яза менән хөкөм ителеп, таш менән атылып-бәрелеп, үлтерелгәстәр, бәлки Аллаһ Тәғәлә уларҙы теге донъяла ярлыҡар.
Пәйғәмбәребеҙ шулай тип әйтеп ҡалдырған: «Әгәр зина өсөн бирелә торған ғазаптарҙың яманлығын минең кеүек белгән булһағыҙ, әҙ көлөп, күп илар инегеҙ» (Бухари. 107 (6/156).
Риүәйәттән мәғлүм булғанса, иблискә бер боҙоҡ аҙғын ҡатын-ҡыҙ мең боҙоҡ иргә ҡарағанда күпкә һөйкөмлөрәк. Сөнки бер аҙғын ҡатын меңдән артыҡ ирҙе аҙҙырырға мөмкин.
Пәйғәмбәр ғәләйһиссәләмдән риүәйәт ителә: «Ысынында, Пәйғәмбәр ғәләйһиссәләмгә бер ҡатын килеп, зина ҡылғанын әйтә. Ул ҡатын ауырлы ине. Пәйғәмбәр ғәләйһиссәләм, ҡатын балаһын тыуҙырғанға тиклем ҡайтып торорға ҡушты. Ул ҡатын балаһын тыуҙырғас яңынан пәйғәмбәр ғәләйһиссәләмгә килде һәм шул ҡатын таш менән бәргеләнгәс, йәнен бирҙе. Донъялағы зинаның язаһы ошолор. Зинасылар өсөн донъяла ошолай хәл ителеүе бик яҡшы. Әгәр донъяла ошолай тәүбәгә килеп, таш менән бәргеләнеп хөкөм ителмәһәләр, улар ахирәттә язаланыларҙар. Ахирәт ғазабы ҡатыраҡ һәм оҙағыраҡ. Шәриғәтебеҙҙә ирҙә булмаған ҡатын менән өйләнмәгән ир зинала тотолһа, уларға 100 таяҡ һуҡтыралар. Әйткәнемсә, шаһиттар булһа, йәки үҙҙәре таныһалар. Әгәр ҙә ғаиләле кеше зина ҡылһа, уларҙы таш менән бәреп менән үлтерәләр. Ир-атҡа ла, ҡатын-ҡыҙға ла был бер яза. Ни өсөн шундай оло яза, тийәрһегеҙ. Ирең, ҡатының була тороп, ошо бысраҡҡа ҡағылғаны өсөн, йәғни үҙеңдең никахлахҡаныңдан баш тартып, башҡаһына ҡыҙыҡҡан өсөн был яза. Зинанан һаҡланығыҙ, сөнки ул тамуҡҡа алып барыусы юл. Аллаһының асыуынан һаҡланығыҙ.
Аллаһ Тәғәлә Ҡөръәндә башҡа аяттарында ла әйтә: وَالَّذِينَ هُمْ لِفُرُوجِهِمْ حَافِظُونَ
«Үә-лләҙиинә һүм лифүрууджиһим хәәфиҙуун».
«Үә улар (йәғни хаҡ мөьминдәр) ғәүрәт ағзаларын күрһәтмәҫтәр һәм зинанан һаҡланырҙар». «Әл-Мөьминун / Мөьминдәр», 23:5.
Йәғни бөтә боҙоҡ фәхеш ғәмәлдәрҙән, уйҙарҙан мөьминдәр йыраҡтыр. Икенсе бер аятта:
وَلاَ تَقْرَبُواْ الْفَوَاحِشَ مَا ظَهَرَ مِنْهَا وَمَا بَطَنَ
«...үә ләә тәҡрабүл-фәүәә хишә мәә ҙаһара минһәә үә мәә бәтанә... »
«...зина ҡылыу кеүек фәхеш эштәрҙең асыҡ эшләнә торғандарына ла, йәшерен эшләнә торғандарына ла яҡын бармағыҙ...» «Әнғәм / Мал-тыуар», 6:151.
Йәғни оло һәм кесе зинанан йыраҡ булыу (үбеү, тотоноу, ҡарау кеүек зиналарға яҡын килмәү.)
قُل لِّلْمُؤْمِنِينَ يَغُضُّوا مِنْ أَبْصَارِهِمْ وَيَحْفَظُوا فُرُوجَهُمْ ذَلِكَ أَزْكَى لَهُمْ إِنَّ اللَّهَ خَبِيرٌ بِمَا يَصْنَعُونَ
«Ҡуль лилмүьминиинә йәғуддуу мин әбсаариһим үә йәхфәҙуу фүрууджәһүм ҙәәликә әзкәә ләһүм иннә-ллааһа хабиирум- бимәә йаснәғүүн».
Пәйғәмбәребеҙ ﷺ әйтте: «Ҡулдар, аяҡтар, үә күҙҙәр зина итә алалыр». Аллаһ Тәғәлә Ҡөръәндә былай тип әйтә: «Әйт мөъминдәргә, ҡарарға ярамай торған нәмәләрҙән күҙҙәрен йомһондар һәм күрһәтергә ярамай торған ағзаларын күрһәтмәһендәр үә ике аяҡ араһын зинанан һаҡлаһындар, был әйткәнде эшләү уларға паклыҡтыр. Ысынында, Аллаһ уларҙың тыйылған эштәренән хәбәрҙер». «Нур», 24:30.
Ысынлапта ла, әҙәм балаһының бик күп гонаһтарына сәбәп булған һәм уны йәһәннәмгә илтә торған ике ағзаһы – ул тел һәм енси ағзаһылыр. Аят-хәҙистәрҙән аңлашылғанса, ошо ағзаларына эйә була алған кеше бөйөк дәрәжәләргә ирешер, әммә уларға хужа була алмаған кешеләр донъяла түбәнлеккә, хурлыҡҡа, ә ахирәттә оло ғазаптарға дусар булырҙар.
Әлбиттә, ысынында, Аллаһ Тәғәлә ирҙәрҙе лә һәм ҡатын-ҡыҙҙарҙы ла харам әйберҙәргә ҡарауҙан тыйҙы һәм ғәүрәтебеҙҙе лә зинанан һаҡларға ҡушты үә Аллаһ Тәғәлә бик күп кенә аяттарҙа зинаның ниндәй оло гонаһ үә харам икәнен хикәйәт итә:
وَالَّذِينَ لَا يَدْعُونَ مَعَ اللَّهِ إِلَهًا آخَرَ وَلَا يَقْتُلُونَ النَّفْسَ الَّتِي حَرَّمَ اللَّهُ إِلَّا بِالْحَقِّ وَلَا يَزْنُونَ وَمَن يَفْعَلْ ذَلِكَ يَلْقَ أَثَامًا
«Үә-лләҙиинә ләә йәдғүүнә мәға-ллааһи иләәһән әәхара үә ләә йәҡтүлүүнә-ннәфсәлләтии хәррамә-ллааһу илләә билхәҡҡи үә ләә йәзнуүнә үә мәй-йәфғәл ҙәәликә йәлҡа әҫәәмәә».
«Үә зина ла ҡылмаҫтар, әйтелгән шул ярамаған эштәрҙе кемдер эшләһә, гонаһлының язаһына ирешер». «Фурҡан / Айырыусы», 25:68
Бер сәхәбә әйткәненән: «Зинанан алыҫ булығыҙ, сөнки ул, йәғни зина, үҙе менән алты бәлә-ҡаза алып килә: өсөһө был донъяла һәм өсөһө ахирәттә. Был донъялағы буласаҡ афәттәргә килгәндә: ризығыңдын бәрәкәте булмауында, ғүмерҙың ҡыҫҡарыуы, йөҙҙөң ҡарайыуы. Ә инде ахирәт афәттәре: Аллаһтың асыуы, ентекле һәм ҡаты хисабы булыуы. Һәм ахыр сиктә йәһәннәмгә инеүе.
Зина йөрәктең ҡарайыуына, унда ҡара тап барлыҡҡа килеүенә сәбәп һәм имандың зәғифләнеүенә, хатта юғалыуына килтерә. Иманы зәғифләнгән кешенең әхләк нормаһыла бик түбән дәрәжәгә төшә, хатта тулыһынса юғала, ул рухи мәғәнәлә лә бысраҡҡа, «нәжескә» батҡан хәлдә ғүмер кисерә.
Пәйғәмбәребеҙ ﷺ әйтте: «Әгәр кеше зина ҡылһа, уның иманы унан сығар һәм башы өҫтөндә күләгә һымаҡ булыр, ә ошо ғәмәлен, йәғни зинаны, тамамлағас (тыйылғас), иманы кире ҡайта». Ҡайһы бер ғалимдәрҙең һүҙҙәренә ҡарағанда, әгәр ҙә кеше зина ваҡытында үлһә, ул иманһыҙ хөкөмөндә донъянан киткән булып һаналыр үә урыны йәһәннәмдә булыр. Шуға ла ваҡытында никахлашып ҡалығыҙ – үлем һәр саҡ эргәлә.
Шайтандарҙа һәр саҡ кешеләрҙе аҙҙыра. Ошондай хикәйәт һөйләнә: бер заһид кеше (көнө-төнө намаҙ үә доғала булыусы) бер мәмерйәлә яңғыҙы бер гонаһта эшләмәйенсә, етмеш йыл Аллаһ Тәғәләгә итәғәт үә ғибәҙәт ҡылып ята икән. Бер кисәлә шайтан бер матур ҡатын ҡиәфәтенә инеп, мәмерйә алдына килеп, мине эргәңә индермәҫһеңме, тип һораны, ләкин заһид иғтибар итмәне, һаман да ғибәҙәте менән мәшғүл булды. Ахыры ул ҡатын, үпкәләгән ҡиәффәт менән кире әйләнеп китте, заһид ҡатындың артынан башын күтәреп ҡарағас, күрҙе: иҫ киткес һылыу, һығылып торған кәүҙә, ирҙәр өсөн кәрәк булған бөтә нәмә лә бар. Һәм дә ғүмере буйы ғибәҙәттән айырыла алмаған меҫкен заһидтың күңеле бисура ҡатынға әүрәп, һөйөү хисе барлыҡа килеп, ғышиҡ утына батып, ахыры ғибәҙәтен ташлап, ҡатындың артынан китте. Ҡатын уға, ҡупайған булып, һин индермәгәс, теләһә яҡҡа китәсәкмен, тине. Заһид уға ялынып, кире мәмерйәһенә уны алып килде. Ете көн һәм ете төн шәһүәтен ҡәнәғәтләндерҙе. Унан һуң аҡылына килеп, етмеш йыллыҡ ғибәҙәтен ете көнлөк боҙоҡлоҡҡа алыштырғанына үкенеп, Аллаһ Тәғәләгә тәүбә — истиғфар ҡылды, һушы китеп хәлдән тайғансы күҙҙәренән йәш ағыҙып иланы, һушына килгәндән һуң был зинасы ҡатындың шайтан икәнен белеп, мәмерйәһенән ҡыуып сығарҙы. Ул Заһидтың тамағына ризыҡ барманы, аслығынан үә оятынан һәләк булыу дәрәжәһенә ирешкәндә, Аллаһы Тәғәләнең әмере менән үлем фәрештәһе уның йәнен алды. Етмеш йыллыҡ ғибәҙәтен ете көнлөк шәһүәткә һатып, зина ҡылып тамуҡға инде.
Зина тураһында тағы бер риүәйәттә: «Әгәр берәр ҡатын шәһүәт (енсе теләк) менән егетте үпһә, был ҡатынды йәһәннәмдә Аллаһ 500 йыл ғазаплар, ә әгәр берәр егет берәр ҡыҙҙы (никахһыҙ) шәһүәт менән үпһә, ул етмеш ғиффәтле ҡыҙ менән зина ҡылған кеүек булыр, ә кем генә инде ғиффәтле (саф күңелле) ҡыҙ менән зина ҡылһа, ул етмеш мең ҡатын-ҡыҙ менән зина ҡылған кеүек ҙур гонаһлы булыр». Бына ошонан сығып язаһы ла ҡаты булыр.
Оло йәштә булған зина ҡылыусыларға шәриғәттә айырым бер киҫәтеү бар: Ҡиәмәт көнөндә һорау алынғанда Аллаһ Тәғәлә улар менән һис тә һөйләшмәҫ, бер һүҙһеҙ тура йәһәннәмгә оҙатыр. Мөхәммәд саллаллаһу ғәләйһи үәссәлләм бер хәҙисендә әйтә: “Өс төрлө кеше бар, Аллаһ Тәғәлә Ҡиәмәт көнөндә улар менән һөйләшмәҫ, уларға миһырбанлыҡ ҡарашы менән ҡарамаҫ, гонаһтарынан арындырмаҫ. Улар өсөн рәнйетеүсе ғазап та бар. Былар шул кешеләр: тәкәбберләнеп йөрөгән ярлы-ябаға, йыш ялған һөйләгән түрәләр, өйләнгән һәм ҡарт зинасылар" (Муслим. 5109).
Бер хәҙистә: «Ете ҡат күк һәм ете ҡат ер, ҡарт зинасыларҙы бер туҡтауһыҙ ләғнәт ҡылып торалар»- тип әйтелә.
Ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса, Аллаһы Тәғәлә зина ҡылған кешенең нәҫелен 7 быуынға тиклем бәхетһеҙлек менән язаларға мөмкин, йәғни зинасының балаһы (ейән-ейәнсәрҙәре) үҙе боҙоҡ кешеләргә эләгергә, ҡаты ауырыу алырға йәки башҡа әллә ниндәй бәхетһеҙлеккә дусар булырға мөмкин. Имам Шәфиғи былай тигән: «Зина ул – әжәт. Әгәр шул әжәтте өҫтөңә алһаң, үҙ ғаилә әһеле менән түләйһең була...». Шулай итеп, әгәр кеше зина ҡыла икән, көндәрҙең бер көнөндө ул был зинаның «әжәтен» түләйәсәк йә ҡатыны, йә ҡыҙы менән, йә башҡа ғаилә әһеле менән, йәғни зинасының яҡын кешеһе аҙғынлыҡ юлына баҫа йәки сексуаль, интим тормошонда бәхетһеҙ булыр. Һәм дә икенсе бер хәҙистә: «Зина ҡылыусы, шул уҡ нәмәләргә юлығыр», йәғни кеше зина ҡылып йөрөһә, һуңынан уның ҡатыны йәки ҡыҙы шулай уҡ ят ирҙәр менән зина ҡылып йөрөр".
Көндәрҙән бер көндө Муса Раббыһы Аллаһтан һораны: «Йә Раббым, зина ҡылыусыға ниндәй яза булыр?» – тип. Аллаһ Тәғәлә әйтте: «Ҡиәмәт көнөндә Беҙ зина ҡылыусыға махсус уттан яһалған күлдәк кейҙерәбеҙ, хатта ошо күлмәктән ҙур тауҙар ҙа туҙанға әйләнер ине».
Йәһәннәмдә шундай кешеләр булыр: улар таҙа, тәмле иттән баш тартып, боҙолған, һаҫыҡ итте ашайҙар. Былар кемдәр тип һорағас, Пәйғәмбәребеҙ ﷺ әйтә: «Улар өйләнгән, хәләл ефеттәре була тороп, ситтән рәхәтлек эҙләп зина ҡылыусылар», тип әйткән.
Никахһыҙ ғаиләлә бәрәкәт булмай, уларҙан игелекһеҙ бала тыуырға мөмкин. никахһыҙ (зинанан) бала тыуһа, ул баланың нәҫеле беленмәҫ, йәғни шәжәрәһең белмәҫ, киләсәге билдәһеҙ булыр, аңлайышһыҙ, күңеле ҡаты һәм мәрхәмәтһеҙ булыр. Динебеҙҙә дәрәжәһе түбән булыр, хатта имамлыҡҡа яҡында килмәһен, тиҙәр.
Мөхтәрәм ғәзиз ҡәрҙәштәрем, ҡайһы бер кешеләр, хатта мосолмандар, зинаны гонаһҡа ла һанамайҙар. «Ә хәҙер бөтә кеше зина (уйнаш) итә, уның бер нәмәһелә юҡ», – тиҙәр, әммә гонаһ таралһа ла, уны башҡарыу рөхсәт ителгән тигән һүҙ түгел. Шуныһы ҡыҙғаныс, бөгөн күптәр зина ҡылыуҙы әллә ни ҙур енәйәт булараҡ танымайҙар, киреһенсә, уны зарарһыҙ, хатта ҡыҙыҡлы һәм күркәм бер шөғөл тип һанайҙар. Пәйғәмбәребеҙ ﷺ әйтте: «Зина таралһа, афәттәр күбәйер үә дауалай алмаҫлыҡ ауырыуҙар барлыҡҡа килер». Ысынлапта ла шулай, зина бик күп төрлө венерик сирҙәрҙең сәбәбе булып тора, шулар араһында иң ҡурҡынысы ул — СПИД тип аталған сир. Донъяла СПИД 60 миллиондан ашыу кешегә йоҡҡан! Йыл һайын донъяла СПИД арҡаһында 2 миллионға яҡын кеше үлә. Бына бит! Ә башҡа төр енси ауырыуҙарҙан сирләгәндәре аныҡмы? Аллаһ Тәғәлә зинаны юҡҡа ғына харам ҡылмаған бит.
Әй ҡәрҙәштәрем, иғтибар итеп ҡараһаҡ, бөгөнгө көндә күп кенә ауырыуҙар, бигерәк тә дауаһы булмаған ауырыуҙар күбәйҙе. Әммә берәү ҙә уның сәбәбе фәхеш ғәмәлдәрҙер тип, уйлап та ҡарамай. Ул сәбәпте ситтән эҙләйҙәр, хаҡиҡый сәбәп ҡайҙан килгәнен аңламайҙар, аңлаһалар ҙа әйтергә теләмәйҙәр, сөнки был ләззәттән айырылырға теләмәйҙәр. Был бик ҡурҡыныс ғәләмәт. Был уйын эш, мауығыу түгел. Күптәр шулай ҡабул итһә лә. Аллаһ ғаҙаплаһа ҡаты ғазаплай, тик Раббыбыҙ түҙә: «Бәлки минең ҡолдарым аңлар, тәүбәгә килерҙәр», – тип әйтә. Тәүбә итеүҙең беренсе юлы – гонаһлы был эшеңдән тыйылырға. Икенсенән, ошо ҡылынған харам ғәмәлдәр өсөн ысын күңелдән тәүбә итеү кәрәк. Өсөнсөһө — был зиналы эшкә кире әйләнеп ҡайтмаҫҡа. Шул осраҡта, Аллаһы Тәғәлә теләһә гонаһты ғәфү итә.
Ислам дине зинаны ҡәтғи рәүештә тыя һәм зинаға илтә торған бөтә юлдарға кәртә ҡуя. Иманы ныҡ мөьмин-мосолмандар быны яҡшы аңлайҙар, һәм был мәсьәләлә бер ҙә икеләнмәйенсә, Аллаһ ҡушҡанына итәғәт итәләр, Хоҙай бүләк иткән инстинкттарҙы Ул әмер иткәнсә генә ҡәнәғәтләндерәләр һәм сауаб алалар. Сәхәбәләр бер мәле: «Йә, Рәсүлуллаһ, беҙгә бының өсөн ни сауаб, беҙ бит рәхәтлек алабыҙ?»- тип һорайҙар. Пәйғәмбәр ﷺ: “Һеҙ былай эшләмәһәгеҙ, зина ҡылыр инегеҙ. Шуға күрә боҙоҡлоҡҡа батмайынса, никахлы яҡынлыҡ ҡылыу өсөн Аллаһы Тәғәлә һеҙгә сауаб бирә", тип әйткән.
Пәйғәмбәребеҙ ﷺ: «Мәң ләә йәстәхии минән-нәәси ләә йәстәхин минәл-лааһи».
Мәғәнәһе: «Бер кеше әҙәмдәрҙән оялмаһа, Аллаһ Тәғәләнән дә оялмаҫ, — тигән».
Зина ҡылыуҙан һаҡлана үә ояла белеү кәрәк. Оялыу – имандың бер тармағы. Ләкин оят-хая бәндәләрҙең тәбиғәттәренә һеңһен өсөн, быға йәш үә бала ваҡыттан ғәҙәтләндереү кәрәк. Был вазифа иһә ата-әсә, тәрбиәселәр һәм уҡытыусылар өҫтөндә. Оялсанлыҡ Аллаһ Тәғәләнән үә халыҡтан оялыу үә ғәрләнә белеүҙән ғибәрәт булғаны өсөн. Ул инсандарҙың зиннәтәреннән үә гүзәл холоҡтарынан һанала. Оялыуҙы белмәгән зинасылар йәнһеҙ тәнгә оҡшар.
Мөхтәрәм ғәзиз ҡәрҙәштәрем! Аллаһ Тәғәлә беҙгә динебеҙҙе юҡтан ғына бирмәне. Әҙәм балалары дөрөҫ йәшәһендәр, хаталарҙан, ялғыштарҙан алыҫ булып, бәхеткә ирешһендәр тине. Диндән йыраҡ булған, Аллаһты, пәйғәмбәрҙәрҙе, изге китаптарҙы танымаған кеше бәхетле була алмай. Һәм, әлбиттә инде, үҙенең бәхетһеҙлеге менән ул бары үҙенә генә зыян һала. Ни ҡыҙғаныс, ул зыян бәхетһеҙ йәнгә мәңгелек ғазап килтерергә мөмкин. Аллаһ Тәғәлә барыбыҙҙыла был аҙашыуҙарҙан үә зинанан һаҡлаһын! Аллаһ Тәғәлә беҙҙе уларҙан һаҡлаһын, шайтан юлына, аҙғын-боҙолғандар юлына баҫтырмаһын, белмәй-белеп ҡылған гонаһтарыбыҙ ғәфү итһен һәм дә рәхмәтенә ирешергә барыбыҙғала насип әйләһен! Әмин!
Дауам итеп шуны әйтәгеһем килә: динле булыу тигән һүҙ ул белемле булыуҙы аңлата. Белгән һәр хаҡ нәмәбеҙҙелә беҙ башҡаларға еткерергә тейешбеҙ! Был беҙҙең бурысыбыҙ! Үҙебеҙ белә тороп башҡаларға шуны еткермәһәк – беҙ гонаһта булырбыҙ. Шуға ла ошо сайта яҙылғандарҙы икенсе кешеләргә еткерегеҙ: башҡаларға уҡығыҙ, копировать итегеҙ, кире беренсе биткә сығып социаль кнопкалар аша иптәштәрегеҙгә еткерегеҙ. Сайтыма ссылка ҡуйһағыҙ бик күркәм булыр.