Өйләнеү

                                                                     Өйләнеү

     Ир һәм ҡатындың бергә йәшәүе мөһим ижтимағи институт булып тора. Әхләҡһеҙлектән ҡотолоу өсөн ғаиләһен аҫырай алған һәр йәш кеше өйләнергә тейеш. Ислам күҙлегенән ҡарағанда, никахлашмау — әшәкелек. Ул ғына ла түгел, ике кешенең мөхәббәтен арттырыу өсөн ир менән ҡатын булын йәшәүҙән дә яҡшырағы юҡ. Финанс яғы насар булыуы арҡаһында өйләнә алмаған кешеләргә иһә, енси ынтылышты баҫыр өсөн, ваҡыт-ваҡыт ураҙа тоторға кәңәш ителә. Әгәр мосолман матди яҡтан тәьмин ителеп тә, өйләнергә теләмәһә һәм быға мохтажлыҡ күрмәһә, уның өйләнмәүе ғәйеп һаналмай.
                                                          Ҡатын эҙләү
     1. Ир-ат Ислам күҙлегенән ҡарағанда мәхрам (өйләнешергә тыйылған кешеләр) туғандарға өйләнә алмай. Ҡан ҡәрҙәшлеге арҡаһында өйләнергә ярамай торған ете төрлө ҡатын-ҡыҙ бар.
     2. Исламға йәне-тәне менән бирелгән ҡатын иң яҡшы ҡатындарҙан һанала. Ҡатынға уның байлығына, йәмғиәттә тотҡан урынына, матурлығына ҡарап өйләнергә мөмкин. Әммә бергәләп тормош ҡорор өсөн былар ғына етмәй, уларҙың никахты боҙоуы ихтимал. Шунлыҡтан үҙ-ара аңлашып йәшәү һәм фекер ҡаршылыҡтарын булдырмау өсөн дөйөм нигеҙ булырға тейеш. Ә бындай нигеҙ булып Исламға тоғролоҡ һанала.


     3. Яҡшы ҡатындың башҡа һәйбәт сифаттары — әҙәпле оялсанлыҡ һәм һиҙгерлек.
     4. Ҡатын өсөн яҡшы сифаттарҙан һанала торған нәмәләр, бар булғанына ҡәнәғәт булып, артыҡ сарыф итмәҫкә тырышып йәшәү. Йүнһеҙ ҡатын аҡсаны күп һәм файҙаһыҙ тотор.
     5. Туғанлыҡ ептәре менән бәйләнмәгән кеше менән өйләнешеү туғандарҙы арттыра.
     6. Балалар бәхетле никахтың мөһим элементы булғанлыҡтан, бала тапмай торған ҡатынға өйләнергә кәңәш ителмәй.
     7. Айырылышҡан иренә кире ҡайтырға ынтылмаған еңгә ҡатынға өйләнеүҙең ғәйебе юҡ.
     8. Никахта булған ҡатынға өйләнеүҙең бер насарлығы булмаһа ла, ҡыҙ кешегә өйләнеү яҡшыраҡ.
     9. Ни дәрәжәлә Исламға бирелгәнлеген, ата-әсәһенең ни рәүештә йәшәүен һәм башҡа кәрәкле нәмәләрҙе белмәй тороп, ир-ат ҡатын-ҡыҙҙан үҙенә кейәүгә сығыуын һорарға тейеш түгел.
     10. Өйләнешергә теләүсе ир-ат менән ҡатын-ҡыҙ бер-береһен күрергә тейештәр.
     11. Өйләнешергә теләүсе кешеләр никах рөхсәт ителмәгән кешеләр (мәхрамдар) эргәһендә генә осрашырға тейештәр.
     12. Ир-ат ҡатын-ҡыҙҙың битен һөм ҡул суҡтарын ғына күрергә тейеш. Бите ир-атка уның матурлығын, ҡулдары – кәүҙәһенең ниндәй булыуын һөйләй ала.
     12.2. Ҡатын-ҡыҙҙың ир һайлағаңда хоҡуҡтары һәм бурыстары.
Ҡатын-ҡыҙ билдәле бер ир-атҡа кейәүгә сығыу-сыҡмау хоҡуғынан файҙаланырға тейеш, шуның өҫтөнә ул алдан күреүсәнлек һәм зирәклек күрһәтергә бурыслы. Буласаҡ ирҙең яҡшы сифаттары уның бай булыуы, йәмғиәттә абруй ҡаҙаныуы һәм яҡшы эше генә түгеллеген онотмаҫҡа кәрәк.
     12.3. Йәрәшеү.
     1. Ир йәки ҡатын булыу, ғаилә ҡороу — бик яуаплы эш, шуға күрә уға бик етди ҡарарға кәрәк.
     2. Ҡатын-ҡыҙҙың ҡулын “иддах” ваҡытында һорау Ислам әҙәбенсә түгел (“иддах" ҡанундарында ҡаралған көтөү ваҡыты, был ваҡытта ҡатын-ҡыҙ айырылғандан йәки ире үлгәндән һуң ҡабат кейәүгә сыға алмай).
     3. Кемдер алдан тәҡдим яһаған булһа, ул ҡатын-ҡыҙға кейәүгә сығырға тәҡдим итеү әҙәплеллек түгел. Икенсе кеше унан баш тартһа ғына шулай эшләргә ярай.
     4. Ҡатын-ҡыҙҙың опекунын уны кейәүгә биреүгә бер ниндәй хоҡуғы юҡ. Быны эшләргә хоҡуҡлы берҙән-бер кеше ҡатын-ҡыҙ үҙе, һәм быны бер ниндәй баҫымһыҙ эшләргә тейеш.(Мәликә Бакирах мәктәбе өйрәткәнсә, ҡыҙ кеше вәли, опекуны рөхсәтенән башҡа кейәүгә сыға алмай). Беҙҙә, Хәнәфи мәҙһәбендә мәжбүри кейәүгә сығыу тигән нәмә юҡ. Ҡатын-ҡыҙҙан һорамайынса уны кейәүгә биреү юҡ.
     5. Ҡатын-ҡыҙға ҡағылышлы мәсьәләләрҙе уның үҙе менән тикшерергә кәрәк. Әгәр ул етем ҡыҙ икән, тыйнаҡлыҡ һаҡлап бер ни ҙә әйтмәһә, был уның риза булыуын аңлата. Әммә айырылған йәки тол икән, уның өндәшмәүе аңлатмай. Әгәр ҡатын-ҡыҙ баш тарта икән, опекун үҙ абруйын уға ҡаршы ҡуя алмай.
     6. Ҡатын-ҡыҙға туранан-тура тәҡдим яһау килешмәй. Быны уның опекуны аша эшләргә кәрәк
     12.4. Никах тураһында килешеү.
     1. Никах тураһында килешеү шарттарын үтәү бик тә мөһим эш булып һанала.
     2. Никах килешеүе ҡатын-ҡыҙҙың тәрбиәсеһенән (опекун) һәм ике шаһит ирҙән башҡа төҙөлә алмай (ата-әсәнең ризалығы).
     3. Өйләнешәсәк ике кешенең оҙаҡ ваҡыттар бергә йәшәргә ниәт ҡылыуҙары кәрәк. Ислам ваҡытлы никахтарҙы тыя.
     4. Кейәү өсөн туйҙың артыҡ ҙур йөк булып төшмәүе хәйерлерәк
     5. Никахлашыу өсөн мәһәр (бүләк) мөһим элемент булып тора.

     Мәһәрҙең хаҡы ниндәй булыуына ҡарамаҫтан, ир-ат үҙ ҡатынына ниндәй ҙә булһа буләк бирергә тейеш. Шулай ҙа ул артыҡ ҙурҙан бирергә тырышмаҫҡа, хәленән килгән тиклем генә бүләк алырға тейеш.
     6. Ҡатынға артыҡ ҙур мәһәр бирергә ярамай, сөнки уның бөтөн иғтибарын шуға йүнәлтеүе ихтимал.
     7. Ир-атҡа үҙ ҡыҙың йәки туғаның икенсе бер кешегә кейәүгә, ул бының өсөн үҙ ҡыҙың йәки туғанын бирер тип килешеп һәм мәһәр түләмәйенсә бирергә ярамай. Башҡаса әйткәндә, һәр бер никах икенсе никах эҙемтәләренән азат булырға тейеш.
     8. Ҡатын-ҡыҙҙың опекуны мосолман ир-ат булырға тейеш. Ҡатын-ҡыҙ икенсе бер ҡатын-ҡыҙҙы кейәүгә бирә йәки опекунһыҙ үҙе кейәүгә сыға алмай.
     9. Ислам ҡушҡанса, никахлашҡанда иң мөһим шарттарҙың береһе — ир-ат менән ҡатын-ҡыҙҙың икеһенен дә ризалығы.
     12.5. Никах.
     1. Йәшерен генә, был хаҡта бер кемгә лә әйтмәйенсә өйләнеү Ислам традицияһы булып һаналмай. Никах тураһында бар кеше лә белергә тейеш.
     2. Никах уңайынан уйын-көлкө рөхсәт ителә. Ғәҙәттә, Ислам йырлауҙы тыйһа ла, туй булғанда быны эшләргә ярай. Ҡыҙҙы кейәүе янына оҙатҡанда уның менән йырлаусы бер кешене ебәреү яҡшыраҡ. Әммә йыр һәйбәт булырға һәм күршеләрҙе борсомаҫҡа тейеш.
     3. Кейәү кәрәкмәгән сығымдар тотмаҫҡа тейеш, сөнки бының йәштәрҙең финанс хәлен насарайтыуы ихтимал, һәм был Исламса ла булып һаналмай.
     4. Хажда һәм Ғөмрәлә ҡатнашыусы өйләнә һәм туй яһай алмай. (Ғөмрә — Мәккәгә барыу, әммә-Хаждан айырмалы булараҡ, ул йылдың теләһә ҡайһы ваҡытында була ала.)
     12.6. Ир менән ҡатын бәйләнештәре.
     1. Исламда “баллы ай” юҡ һәм ул сит традиция булып тора.
     2. Дуҫтарға һәм туғандарға туйҙан һуң беренсе көндәрҙә йәштәр янына бик йыш килеп йөрөмәҫкә кәңәш ителә,
     3. Яғымлылыҡ, йомшаҡлыҡ һәм оло йәнлелек мөхәббәт процессының иң яҡшы элементтарынан һаналалар.
     4. Мөхәббәт менән шөғөлләнгәндә ирҙән дә, ҡатыңдан да тәмле еҫ килеп торорға, тәндәре таҙа булырға тейеш.
     5. Ир ҡатынына ҡарата йомшаҡ булырға тейеш, шулай булғанда, улар араһында һүҙгә килеү йәки ҡаршылыҡтар булмаҫ.

     6. Ир үҙ ҡулын ҡатынының маңлайына ҡуйып:"Йә, Раббым, мин һинән уға һәм уның характерына игелеклелек биреүеңде һорайым, мин уңдағы һәм һин биргән характерындағы яуызлыҡтарҙан һиндә ҡасыу урынын эҙләйем,’' — тип , Алланан хәйер-фәтиха һорарға тейеш.
     7. Мөхәббәт менән шөғөлләнер алдынан иргә лә, ҡатынға ла ике рәҡәғәт намаҙ уҡырға кәңәш игелә.
     8. Яҡынлыҡ енес юлы аша эшләнһә, мөхәббәт менән теләһә ниндәй формала шөғөлләнергә ярай. Артҡы юл аша яҡынлыҡ ҡылыуҙан һаҡланырға кәрәк.
     9. Әгәр ир ҡатыны менән бер тапҡыр яҡынлыҡ ҡылып, быны тағы ҡабатларға ниәтләһә, ул башта йыуынһа яҡшыраҡ булыр,
     10. Мөхәббәт менән шөғөлләнгәндән һуң йоҡларға ярай, әммә башта йыуынһаң йәки ҡойоңһан һәйбәтерәк.
     11. Күрем күргән ваҡытта ҡатынын менән яҡынлыҡ ҡылырға ярамай. Әгәр инде быны эшләһәгеҙ икән, ярты алтын динар күләмендә хәйер бирергә кәрәк. Шулай ҙа ир кеше, ҡатыны күрем күргән саҡта уның менән теләһә ни эшләй ала, тик енси яҡынлыҡ ҡына ҡылмаһын.
    12. Ҡатындың күрем күреүе бөткәндән һуң һәм ул бөтөн кәүҙәһен йыуғандан һун ғына мөхәббәт менән шөғөлләнергә ярай.
     12.7. Ирҙәргә кәңәштәр.
     1. Ҡатындың үҙ ире менән ваҡыт-ваҡыт енси яҡынлыҡҡа керергә хаҡы бар. Ир үҙенең ҡатынына ҡарата үҙ бурыстарынан баш тартырға тейеш түгел. 2. Әгәр ир көндөҙөн бик тупаҫ мөғәмәләлә икән, ҡатындың кисен йәки төндә уның менән енси яҡынлыҡҡа ингеһе килмәй. Бындай осраҡтарҙа ир мөхәббәт менән шөғөлләнмәй торорға тейеш.
     3. Енси дәртте кәметеү йәки көсәйтеү маҡсатыңда ир медицина һәм башҡа препараттар ҡулланыуҙан тыйылырға тейеш.
     4. Бик йыш енси яҡынлыҡтың зарарлы булыуы ихтимал. Шунлыҡтан тотанаҡлылыҡ һаҡларға кәрәк.
     5. Ирҙең тәне таҙа булырға һәм тәмле еҫ аңҡытып торорға тейеш.
     12.8. Ҡатындарға кәңәштәр.
     1. Ураҙа тотҡан (Рамаҙан айында), күрем күргән, бала тапҡан йәки физик ауырыу саҡтарынан тыш, ире уны түшәккә саҡыра икән (асыҡтан-асыҡ йәки берәр төрлө һиҙҙереп), ҡатын уға ҡаршы килергә тейеш түгел.
     2. Әгәр ҡатын мәжбүри булмаған ураҙа тоторға теләй икән, ул быға иренән рөхсәт һорарға тейеш. Әгәр ире рөхсәт итмәһә, ул ураҙа тота алмай. Эш шунда; ирҙең ҡатыны менән енси яҡынлыҡ ҡылырға теләүе ихтимал, ә был ураҙаны боҙа.
     3. Әгәр ҡатын ирен ҡыҙыҡтырмаһа һәм ғишҡы уйындарға инициативаны үҙенә алмаһа, был хәл енси яҡынлыҡҡа тиҫкәре йоғонто яһаясаҡ һәм өйҙә гел ҡаршылыҡтар, бәрелештәр тыуҙырыуға килтерәсәк.
     4. Ҡатын һәр ваҡыт бөхтә, таҙа, ире алдында гүзәл булырға тырышырға, унан тәмле өҫ килеп торорға тейеш.
     12.9. Туй мәжлесе.
   Никахтың икенсе көнөндә ир элек үҙҙәрендә булған туғандарына барырға, уларға рәхмәт әйтергә, Алланан уларға яҡшылыҡ теләргә, уларҙы “үәлимәһ" тин аталған туй мәжлесенә саҡырырға тейеш.
     1. Һыйлау бик үк мулдан булмаһа ла, Исламда туй мәжлестәре үткәреү яҡшы традицияларҙан һанала. Мәжлес Ислам ҡағиҙәләренә тура килмәгән осраҡта ғына саҡырыуҙы ҡабул итмәҫкә була. Саҡырылған кешеләр саҡырыуҙы ҡабул итергә Һәм байрамға килергә тейештәр.
     2. Байрамды никах барышында түгел, ә һуң үткәреү сөннәт һанала. Был эш никахтан һуң өс көн дауамында эшләнә ала.
     3. Игелекле мосолмандар бай йәки ярлы булыуҙарына ҡарамаҫтан, саҡырылырға тейештәр. Сөнки яң насар туй мәжлесе — байҙар саҡырылып, ярлылар саҡырылмағаны.
     4. Байрамға бер, әгәр мөмкин булһа, күберәк һарыҡ һуйырға ярай. Шулай уҡ тәм-том һәм башҡа һыйҙар әҙерләргә кәрәк.
     5. Әгәр матди яҡтан тәьмин ителгән булһалар, аҡса йәки аҙыҡ-түлек йыйып, ҡунаҡтар һәм туғандары байрам сығымдарын ҡапларға ярҙам итә алалар.
     6. Туғандар һәм ҡунаҡтар һәр береһе айырым исемләп саҡырылырға тейештәр.
     7. Кәләш ҡунаҡтарға хөрмәт күрһәтә ала, әммә был уларҙың ҡыҙыҡһыныуын тыуҙырмаҫлыҡ игеп башҡарылырға тейеш.
     8. Туй мәжлесе Алланан игелектәр теләү өсөн бик яҡшы форсат, шунлыҡтан унда Исламға ҡаршы килә торған барлыҡ элементтар кире ҡағылырға тейеш, мәҫәлән, төрлө енестәге кешеләрҙең ирекле аралашыуы, алкоголле эсемлектәр эсеү һ. б.
     12.10. Полигамия (күп ҡатын менән йәшәү).
     1. Ислам талап иткәнсә, бер ҡатыны булған ир ҡыҙ кешегә өйләнә икән, ул уның менән ете төн йоҡларға, шунан һуң ваҡытын ике ҡатынына ла тигеҙ бүлергә тейеш. Ә иңде ҡасан да булһа ирҙә булған ҡатынға өйләнһә, ул уның менән өс төнөн үткәрергә һәм ҡалған ваҡытын ике ҡатынына ла тигеҙ бүлергә тейеш.
     2. Ниндәй генә хәддәрҙә лә ир үҙ ҡатындары янында тиғеҙ дәрәжәлә булырға тейеш.
     3. Әгәр ир ауырый икән, уның ҡайһы ҡатыны яныңда ҡалырға тейешлеген ҡатындары үҙҙәре хәл итергә тейештәр.
     4. Ҡатындар менән мөхәббәт мәсьәләһендә тигеҙ шөғөлләнеү талап ителмәй. Ирҙән талап ителгән бар нәмә — ваҡытын ҡатындарына тигеҙ бүлеү һәм төңдә уларҙың береһе менән ҡуныу.
     5. Әгәр ир сәйәхәткә китергә теләй икән, үҙе менән ҡайһы ҡатынын алырға кәрәклеген асыҡлау өсөн йәрәбә һалынырға тейеш.
     6. Ир Хажға йәки Ғөмрәгә барырға йыйынғанда ла шулай эшләргә кәрәк.
     7. Ҡатындар көндәре менән алышһалар, ир әле көнө килеп етмәгән ҡатыны менән йоҡлай ала.
     8. Әгәр ир үҙ-үҙен контролдә тоторға тейешле мәсьәләләрҙә тигеҙлек һәм ғәҙеллек урынлаштыра алыуына ышанмай икән, ул саҡта бер генә ҡатын менән йәшәргә тейеш.

     Ислам әхләге һәм ғәҙҙәтәре. Мәрүән Ибраһим Әл-Ҡайси. Баҫыуға әҙерләүсе имам-мухтасиб Исмағил Имам Ағзам. Белорет ҡалаһы.

                                    Согласие (рида) жениха и невесты
     Если оба они или хотя бы один из них не согласен вступить в брак, бракосочетание будет недействительным, посколькув брак вступают жених и невеста, а это означает, что их согласие является необходимым условием действительности бракосочетания.
    Во времена джахилии арабы выдавали женщин замуж, не спрашивая их согласия, однако в исламе это было запрещено, и Посланник Аллаха велел советоваться с женщиной, если дело касается ее брака. Передают, что (однажды) Пророк сказал: «Не следует выдавать замуж женщину , не посоветовавшись с ней, и не следует выдавать замуж девушку, не спросив ее позволения (на это) ...» (аль-Бухари; Муслим).
    Пророк оставлял право выбора за девушкой, если отец хотел выдать ее замуж против ее воли. Передают со слов Ибн Аббаса, что как-то раз к Пророку пришла одна девушка, которая рассказала ему, что отец хочет выдать ее замуж против ее воли, и Пророк предоставил ей право выбора (Абу Дауд; Ибн Маджа).
     Сообщается, что у одной из сподвижниц был муж, который погиб в день битвы при Ухуде. После его гибели ее отец хотел выдать ее замуж за одного человека из рода бану Ауф, однако, она не соглашалась на это, поскольку ей нравился другой.
     Вынести свое решение по этому вопросу попросили Посланника Аллаха, и он велел выдать ее замуж за того, кого она полюбила, после чего она стала его женой.
     Сообщается, что Айша, да будет доволен ею Аллах, сказала: «(Как-то раз) ко мне пришла одна девушка и сказала: “Отец против моей воли выдал меня замуж за сына своего брата, чтобы избавить его от безвестности. Я (т.е. Айша, да будет доволен ею Аллах) сказала: “Посиди, пока не придет Посланник Аллаха, и расскажи об этом ему”. Когда пришел Посланник Аллаха, она обо всем ему рассказала, после чего он послал за ее отцом. Когда тот явился, (Пророк) предоставил девушке право сделать выбор самой. Увидев, что она сама может принять решение, девушка сказала: “Я согласна с тем, что сделал мой отец, Я только хотела узнать, могут ли женщины решать что-то в таких делах или нет”» (ан-Насаи).
     Все эти примеры указывают на то, что согласие женщины является основным условием действительности бракосочетания.
     Автор «Ад-дурр аль-мухтар» пишет: «Кроме того, каждый из заключающих брак должен услышать слова другого, чтобы можно было убедиться, что оба они согласны на это».
                                        Ханафитский фикх, том 2. Общественные взаимотношения. А. М. Тахмаз.