Иман ҡеүәте
Иман ҡеүәте йәки Мөхәммәт бәйғәмбәр өлгөһөнөң уйландырғаны
2005 йылда көньяҡ-көнбайыш Азияла булып үткән Цунами ваҡиғаһын иҫләүселәр барҙыр. Ул саҡта ҡайһы бер баҫмаларҙа: «Шри-Ланка һәм көньяҡ-көнбайыш Азиялағы башҡа дәүләттәргә ябырылған цунами тулҡындарына Аллаһ Үҙенең исемен яҙҙы», тип хәбәр иттеләр. Коломболағы Ислам тикшеренеү үҙәге етәксеһе Мөхәммәд Фәйзин 26 декабрҙә сәғәт ун тулып үткән егерме минутта ер юлдашы төшөргән фотоһүрәтте быға дәлил итеп килтерә. Икенсе бер ғалим да, «Ҡөрьән кешеләргә ут йәки һыу менән яза ебәреләсәге тураһында хәбәр итә», тип, шул афәтте телгә алып китә. Ысынлап та, Хаҡ Тәғәлә ҡушҡандарҙан тайпылыуҙары, боҙоҡлоҡто арттырыуҙары арҡаһында һәләк ителгән халыҡтар һәм ҡалалар тураһында Ҡөрьән сүрәләрендә асыҡ әйтелә. Былар барыһы ла Ахырызаман кешеләренә иҫкәртеү.
Аллаһы Тәғәлә тыйған әмерҙәр байтаҡ. Шуларҙың береһенә генә туҡталмаҡсыбыҙ. Әйтәйек, бурлыҡ мосолман халыҡтарында ныҡ таралмаған ине. Ләкин алама ғәҙәт сир һымаҡ тиҙ йоға. Хосусилаштырыу һымаҡ һәр төрлө кампаниялар илебеҙгә ыңғай нәмәләр менән ҡуша кире төшөнсәләрҙе лә алып килде. Дөрөҫ, ҡаҙна малына ҡул һуҙыу элек тә булған, ләкин тап ошо осорҙа ул ныҡ тамыр йәйҙе. Илебеҙҙә «коррупция» хатта ғәҙәти һүҙ кеүек ҡабул ителә башланы. Власҡа үрләү кемдәрҙер өсөн халыҡ ҡаҙнаһын үҙе теләгәнсә файҙалана алыу мөмкинлеге һымаҡ ҡабул ителде. Юғарыға үрләү бәғзеләргә үҙ кеҫәһен ҡалынайтыу өсөн ирек алыу ине. Ундай мөмкинлеккә эйә булмағандары «тормош рәхәтлеге, бәхет шулай икән» тип, тегеләренә көнләшеү менән ҡараны.
Ни өсөн беҙҙең ата-бабаларыбыҙ бындай шөғөлгә бармаған һуң? Ер- һыу, тел тип яу сапҡандар, ҡан ҡойғандар, Себер киткәндәр... ӘЛЛӘ улар рәхәтлекте аңлап бөтмәгәндәрме? Хатта улар һаҡлаған, ҡайнар ҡандары тамған ерҙәр, изгеләштергән урындар арзанға ғына һатыла, ә халҡы был турала белмәй ҙә ҡала... Торатау ваҡиғаһы шуның бер юғары нөктәһе булманымы ни? Ул киләсәк быуын өсөн ғибрәт һәм һабаҡ. Етмәһә, шунда тантаналы шарттарҙа Салауат көндәре уҙыуы... Уйлай китһәң, башҡа һыймаҫлыҡ.
Бер төрлө һөйләп, тап киреһен эшләү — шайтан ҡушҡанса йәшәү. Ул йоҡламай, уяу һәм кешелекте хаҡ юлдан яҙҙырыу өсөн нимәне генә файҙаланмай. Ахыр, имандан яҙған кеше анһат юл менән байыуҙы, әлбиттә, оҫталыҡ тип ҡабул итә башлай. Байлыҡ яратыу, муллыҡҡа ынтылыу әҙәм балаһына тыумыштан бирелгән. Ләкин ул бит кешенең нәфсеһен һынау өсөн бирелгән. Урлашыу, бурлыҡ Аллаһы Тәғәлә тыйған ҡаты әмер. Һәр ҡылған ғәмәл өсөн хисап бирергә тура киләсәген уйламаймы бындай ҡомһоҙҙар? Бәлки, улар «мин ҡотолоп ҡалырмын», тип өмөт итәлер? Нисек итеп? Әллә харам юл менән туплаған малын мохтаждарға таратып бирергә йыйынамы? Китапта әйтелгәнсә, ә Хисап көнө барыбер киләсәк. Аллаһ ҡушҡанды үтәй алыуы, Аллаһты яратыуы һәм Унан ҡурҡыуы аша баһаланасаҡ бөтәһе лә. Ошоно белә тороп та, ҡай берәүҙәрҙе нимә һуң кеше хаҡына ҡул һуҙырға, харам мал йыйырға мәжбүр итә? Шәреҡтә талап ҡаты, бурҙың хатта ҡулын ҡырҡыуға тиклем яза бирәләр.
Ә ҡаҙнаны юҡ итеүселәр тураһында нимә әйтергә була? Власть — һынау. Уны ни өсөн кемдер үтәй ала, икенсеһе тулыһынса нәфсе ҡолона әүерелә. Миңә бер танышым, шундай юғары урын биләһәм, мин нимә эшләр инем икән, юҡ, ундай һынауҙы үтеп булмайҙыр, тигәнерәк фекер әйткәйне. Үҙеңә ышанмауҙан, әллә, ғөмүмән, ғәҙеллеккә ышанмауҙан тыуамы бындай фекер? Сөнки кибеттән икмәкме, колбасамы урлағанды тотһалар, хөкөмөн дә йәһәт кенә сығаралар. Ә бына юғары структу- раларҙағы коррупцияны юҡ итеү, ниндәйҙер һөҙөмтәләргә ирешеү. Беҙҙең ата-бабаларыбыҙҙы ошондай ҡомһоҙлоҡтан, кеше өлөшөнә инеүҙән нимә тотҡан һуң? Иман, әлбиттә. Мөхәммәт бәйғәмбәрҙең (с.ғ.с.) йәшәү рәүеше, сөннәте үрнәк булған. Бөгөн дә иман юлына ынтылғандар, нәфселәрен тыя белгәндәр бар. Беҙ тәҡдим итәсәк яҙмала кешелектең юғары үрнәге Мөхәммәт бәйғәмбәрҙең (с.ғ.с.) ғүмер юлындағы ҡайһы бер ваҡиғалар ғына телгә алына. Күҙ йәш тәреләй саф (бер үк ваҡытта әсе лә, татлы ла) намыҫ — әҙәм балаһының иң оло зиннәте. Кешелектең лидеры Мөхәммәт бәйғәмбәрҙең (с.ғ.с.) тормошо хаҡ юл эҙләгән ҡай берәүҙәр өсөн һабаҡ һәм уйланыу, киләсәк өсөн иҫкәртеү һәм йәшәү өлгөһө булһын. Был яҙма шул маҡсаттан тәржемә ителде.
Мөхәммәт бәйғәмбәрҙең тәҡүәлеге һәм иман ныҡлығы
Аллаһтың Рәсүле Мөхәммәт бәйғәмбәрҙең (с.ғ.с.) тормошо бөтөн иманлыларҙан иманлы булыуы менән айырылып тора. Иман ҡеүәте һәм тәҡүәлек шул тиклем ныҡ, аҙ ғына шик тыуырҙай нәмәнән дә ул тыйылған. Бындай юғары сифатҡа эйә кешене хатта табыуы мөмкин дә түгел. Бәйғәмбәр барлыҡ эш- ғәмәлен тик иман нигеҙендә ойошторған. Хаҡ Тәғәлә алдында тәҡүәлеге көслө булыу арҡаһында хатта ки йөрәге бына-бына туҡталырға әҙер торған; шул тиклем нескә күңелле һәм тәьҫирләнеүсән кеше, күҙенән йәш ҡойолмаған һәм бөтә тәне менән ҡалтыранмаған сағы ла бик һирәк булған. Тулҡынланған сағында ул — диңгеҙгә, тыныслыҡта океанға бәрәбәр.
Ә был донъяны артыҡ яратҡан һәм гонаһ ҡылыу кейемен кейеп ҡарарға сирҡанмаған хәҙерге әҙәмдәр өсөн бөтөн ғүмерен ошондай тәҡүәлек һәм иман менән үткәреүсе бындай кеше, әлбиттә, үҙ-үҙен алдаусы булып күренә, шул арҡала хәҡиҡәтте һанға һуҡмаҫҡа маташыусылар барлыҡҡа килде. Ләкин Аллаһ үҙенең Рәсүлен шул тиклем оло юғарылыҡҡа күтәрҙе, ер өҫтөндә уны ҡараларға маташыусыларҙың тауышы уға барып етмәйәсәк. Шулай булғас, бысраҡлыҡтары нисек уға барып тейһен ти инде? Мөхәммәт бәйғәмбәр (с.ғ.с.) — иман, намыҫ, сафлыҡ, тәҡүәлек өлгөһө, эшмәкәрлегенең хаҡлығы шул тиклем бөйөк, берәү ҙә һәм бер нәмә лә уны яҙыҡ эшкә яҡын килтерә алмаған
Күк юғарылығынан уның күңел тәрәнлеге
Бөтәһенән элек, уның иман НЫҠЛЫҒЫ — бындай кешегә бөтөн донъяны бирһәң дә ҡыуанмаясаҡ, һәм шулай уҡ, әгәр ҙә бөтөн донъя уның ҡулынан китһә лә — ул ҡайғырмаясаҡ. Тәҡүәлек, иман ҡеүәте Рәсүлдә иң юғары бейеклектә ине. Бөтөн донъя уның ҡулында булған хәлдә лә Рәсүл быға бер арпа бөртөгө тапҡан ише генә ҡыуаныс кисерер ине. Ҡапыл бар донъя ҡулынан ысҡынһа, быға ла ул ни бары бер арпа бөртөгөн юғалтҡан ише генә көйөр ине. Фани донъяны йөрәге менән бына шулай ғына ҡабул итте. Ошолай ҡабул итеүе донъяны һис кенә лә кире ҡағыу түгел. Сөнки ул беҙгә был донъяла дөрөҫ йәшәүҙең иң хәйерле, иң аҡыллы юлдарын күрһәтте. Шуға ла был донъяны бөтөнләй инҡар итте тип уйлау дөрөҫ түгел, сөнки ул бит кешеләрҙе йәшәүгә, тормошҡа дәртләндерҙе. Бының асыҡ дәлиле: Аллаһ Рәсүле нигеҙләгән Ислам дәүләте ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә донъялағы иң бай һәм иң ҡеүәтле дәүләткә әйләнде. Көнбайыштың бер фекер эйәһе әйтмешләй, һуңынан Аллаһ Рәсүле нигеҙләгән ошо бер дәүләттән үҙҙәренең бөйөклөгө менән империяларға тиң булған егерме биш яңы дәүләт барлыҡҡа килде. Мәҫәлән, Бөйөк Осман империяһы шуларҙың береһе генә.
Аллаһ Рәсүле яҡты бәйғәмбәрлек юлына баҫҡандан һуң да, бар донъя бөтә матурлығында һәм хозурлығында уның аяҡ аҫтына түшәлгәндә лә үҙенә бер тапҡыр ҙа хыянат итмәне. Был донъянан киткән сағында хатта тыуған саҡта мираҫ менән бирелгән мөлкәте лә юҡ ине. Сөнки бөтә булған нәмәһен ул фәҡирҙәргә таратты. Вафатынан һуң ҡалған нәмәләргә иғтибар итегеҙ — бер нисә кәзә һәм ҡатындары йәшәгән бәләкәй генә бүлмәләр. Хатта ошо бүлмәләр ҙә йәмғиәттеке ине. Ҡатындары вафатынан һуң бүлмәләр мәсеткә бирелде. Күреүселәр был бүлмәләрҙең мәсет мөйөшөндә бик бәләкәй генә урын биләгәнен һөйләй.
Рәсүлдең иҙәндә һалам түшәктә йоҡлап йөрөгәне
Бер мәл Аллаһ Рәсүлен күрергә тип Ғүмәр хәҙрәт (р.ғ.) килә. Бәйғәмбәр үҙе йоҡлап йөрөгән һалам түшәктә ята, ә яңағында түшәктең һырҙары ҡалған. Бүлмәнең бер мөйөшөндә — эшкәртелгән тиреләр, икенсеһендә бер нисә ус арпа һалынған һауыт тора. Был хәлде күргән Ғүмәр хәҙрәттең (р.ғ.) күҙенән йәше бәреп сыға. Аллаһ Рәсүле уның ни өсөн илауын һорай. Ғүмәр (р.ғ.) яуап бирә: «Эй, Аллаһ Рәсүле! Был мәлдә хосрой (батша) һәм цезарь үҙҙәренең һарайҙарында мамыҡ яҫтыҡтарҙа йоҡлай, был донъя һинең өсөн яратылған булыуға ҡарамаҫтан, һин кипкән һалам түшәктә ятаһың, һалам яңағыңа һыр һалған. Шул хәлгә нисек иламайһың». Шул саҡта Аллаһ Рәсүле Ғүмәргә (р.ғ.) әйтә: «И Ғүмәр! Һин был донъя уларҙыҡы булыуын, ә беҙгә мәңгелек донъя насип булыуын теләмәйһеңме ни?» Икенсе хәҙистә яуабы шулайыраҡ яңғырай: «Был фани донъяла эшем юҡ. Мин ағас күләгәһенә килеп ултырған һәм тиҙҙән үҙ юлын дауам итергә тейешле юлсы бәрәбәрендәмен...»
Ул был донъяға рәсүллеген атҡарыр өсөн килде. Ул кешеләрҙең фекеренә һәм хис-тойғоларына тере һулыш алып килде. Рәсүллеген үтәгәндән һуң, фанилыҡты ташлап китергә тейеш ине. Был донъя менән бер нисек тә бәйләнмәгән кешенең ниндәйҙер шәһүәләргә, алдатҡыс-әүрәткестәргә ҡыҙығыуы бөтөнләй мөмкин булмаған хәл. Төп хәҡиҡәт шунда, Бәйғәмбәр (с.ғ.с.) бер ҡасан да фани донъяның шәһүәләренә алданманы, рәсүллегенән тайпылманы.
Саҙаҡа мәсьәләһенә мөнәсәбәте
"Кис ятты, ләкин иртәнсәккә тиклем йоҡоға китә алманы, тулғаңды, ауыр көрһөндө. Иртәнсәк ҡатыны һораны: «Эй, Аллаһтың Рәсүле! Төнөн бик тынғыһыҙландығыҙ. Нимә һеҙҙе тыныслыҡтан яҙҙырҙы?». Ә уның яуабы бына шулай: «Түшәк йәйгән саҡта бер хөрмә табып алғайным. Шуны ашаным. Аҙаҡ өйҙә саҙаҡаға һәм зәкәткә тигән хөрмә барлығы иҫемә килеп төштө. Әгәр ҙә шул хөрмәләрҙең береһен ҡапҡан булһам! Таң атҡансы ошо турала уйлап ғазапландым, шуға ла йоҡоға китә алманым».
Саҙаҡаға һәм зәкәткә тигән ризыҡ уның өсөн харам була. Ләкин был хөрмәнең уға бүләк итеп бирелеүе лә ихтимал бит. Шулай булыуына шик юҡ. Сөнки саҙаҡаға тигән ризыҡты бында төнгә тиклем ҡалдырмағандар, уларҙы килтереү менән шундуҡ таратырға ашыҡҡандар. Ауыҙға алған бер ризығы өсөн шундай хафа, икеләнеү аша ут йотҡан һәм бөтөн ғүмерен ошолай үткәргән кешенең ниндәйҙер яҙыҡлыҡҡа барыуы мөмкинме? Шөбһәләнеп, харам ҡылыуҙан ҡурҡып, унан һаҡланып йәшәгән, хатта аҙ ғына шик тыуҙырырҙай эш менән күңеленә күләгә төшөрмәгән. Бындай көслө ихтыяр гонаһҡа барамы? ЮҠ, ул бер ҡасан да ҡыҙыҡтырғыстарға әүрәмәне, йәненә бер ниндәй ҙә харам эш, гонаһ өсөн юл күрһәтмәне. Уның рухы һәм ихтыяры һәр саҡ юғары дәрәжәлә саф, таҙа, пак ине, ул шулай йәшәне һәм Хаҡ Тәғәлә янына ла шулай китте
«Мине „Һуд“ сүрәһе» ҡартайтты"
Әбүбәкер Хәҙрәт (р.ғ.) Аллаһ Рәсүленән һорай: «Эй, Аллаһ Рәсүле! Сәсегеҙҙең ағарғанын күрәм, һеҙ ҡапыл ғына ҡартайып киттегеҙ; берәй ҡайғыға дусар булдығыҙмы әллә?» Ике донъя бәйғәмбәре шулай тип яуап бирә: «Һуд», «Ваҡиға», «Мурсәләт» — бына ошо сүрәләр мине ҡартайтты". «Һуд» сүрәһендә уға шулай тип әйтелә (яҡынса мәғәнәһе): «Һинең менән тәүбә ҡылғандар һәм һин, әмер ителгәнсә, тура юлда ныҡ тороғоҙ. Сиктәр аша үтмәгеҙ» (Ҡөрьән, 11:112). Һәм был тура юл Хаҡ Тәғәләнең үҙе тарафынан һөйөклөһө Мөхәммәд Мостафа бәйғәмбәр (с.ғ.с.) өсөн һыҙылған була. Һәм унан мәңгегә ошо һыҙылған юлдан барыу талап ителә...
"Мурсәләт" сүрәһендә кешеләрҙең Ожмахта һәм Тамуҡта айырым төркөмдәргә бүленеүе һәм Тамуҡта бөйөк ҡурҡыуҙан кешеләрҙең нисек өсләтә бөгөлөп төшөүҙәре тураһында бәйән ителә. Был сүрәләрҙә һөйләнелгәндәр Мөхәммәд бәйғәмбәрҙе (с.ғ.с.) шаҡ ҡатыра һәм ҡартайта.
Теге донъяға ҡарашы
Бер сәхәбә өйөндә Ҡөрьән уҡып ултыра. Тауышы урамдағыларға ла ишетелеп тора. Был мәлдә Аллаһ Рәсүле ошо өй тәңгәленән үтеп барған була. Ҡапыл уның төҫө ҡаса һәм ул тубыҡланып төшә. Гүйә, аяттар уны шулай ҡалтыранырға мәжбүр итә. Эйе, аяттың ҡаты иҫкәртеүе уға шулай көслө тәьҫир итә.
Аяттарҙа шулай тип әйтелә: «Беҙҙә бит — бығауҙар һәм йәһәннәм уты (язаларға), һәм шулай уҡ боғаҙҙарына тығылыр ризыҡ һәм ғазаплы яза бар» (Ҡөрьән, 73:12, 13).
Кемгә-кемгә, ә бит уға был һүҙҙәр өсөн хафаға ҡалырға түгел, сөнки ул — Аллаһтың Рәсүле. Ләкин Мөхәммәт бәйғәмбәр (с.ғ.с.) беҙгә Аллаһты ҡәҙерләү, таныу, хөрмәт итеү һәм Унан ҡурҡыуҙың һабағын бирҙе.
Киске Өфө, 2011 йыл, Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА.
дауамы ошо биттә: https://nazir1965.com/din/p%D3%99j%D2%93%D3%99mb%D3%99rebe%D2%99-tura%D2%BBynda.html