Аятүль Көрси аяты

 

اللَّهُ لَا إِلَهَ إِلَّا هُوَ الْحَيُّ الْقَيُّومُ لَا تَأْخُذُهُ سِنَةٌ وَلَا نَوْمٌ لَّهُ مَا فِي السَّمَاوَاتِ وَمَا فِي الْأَرْضِ مَن ذَا الَّذِي يَشْفَعُ عِندَهُ إِلَّا بِإِذْنِهِ يَعْلَمُ مَا بَيْنَ أَيْدِيهِمْ وَمَا خَلْفَهُمْ وَلَا يُحِيطُونَ بِشَيْءٍ مِّنْ عِلْمِهِ إِلَّا بِمَا شَاءَ وَسِعَ كُرْسِيُّهُ السَّمَاوَاتِ وَالْأَرْضَ وَلَا يَئُودُهُ حِفْظُهُمَا وَهُوَ الْعَلِيُّ الْعَظِيمُ

     Башҡортса транскрипцияһы:
     255. Аллааһу ләә иләәһә илләә һүүәл-хәйүл-ҡаййүүмү ләә тәьхуҙүһү синәтүү-үә ләә нәүмүл-ләһү мәә фи-ссәмәәүәәти үә мәә фил-ардыи мәң ҙәлләҙии йәшфәғү ғиңдә-һүү илләә би'иҙниһи йәғ-ләмү мәә бәйнә әйдииһим үә мәә хальфәһүм үә ләә йүхиитуунә би-шәй'им-мин ғилмиһии иллә бимәә шәә'ә үәсиғә курсиййүһү-ссәмәәүәәти үәл-арда үә ләә йә'үү-дүһү хифҙуһүмәә үә һүүәл-ғәлийүл-ғәҙыиим.

     Аҫта МП плеерҙә Аятүль Ҡөрсине урыны менән туҡтап уҡый, улда дөрөҫ, өҫтә яҙылғаны бер ынғай туҡтамай уҡығанда ҡулланыла. Кире тыңлар өсөн крестика баҫығыҙ, йәки йәшел кнопкаға.

     Башҡортса мәғәнәһе:
     255. Алланан башҡа илаһ юҡ! Ул тере, мәнге йәшәй. Ул йоҡомһорауҙы ла, йоҡлауҙы ла белмәй. Күк менән Ерҙәге бөтә нәмә — Уныҡы. Кем Аллаһ ҡаршыһында яҡлаша ала? Уның Үҙ рөхсәтенән башҡа бер кем яҡлаша алмай. Хәҙерге кешеләрҙән әүәле ни булғанын да, уларҙан һуң ни булырын да Алла белә. Аллаһ белгәнде һис кем тотош белә алмаҫ, Ул теләгән хәтле генә белер. Уның тәхете Күкте лә, Ерҙе лә биләй. Шуларҙы һаҡлау Уға һис тә ауыр түгел. Ул олуғ һәм бөйөк!

     Ҡөрьән Кәрим (Сәғүд Ғәрәбстанында нәшер ителгән Ҡөрьәндең фотокүсермәһе, ғәрәп тексының хәҙерге башҡорт яңғырашына ярашлы бирелгән транскрипцияһы, башҡортсаға тәржемә). – Өфө : Китап, 2018. – 1220 бит.

     Мөжәүир хәҙрәт доғаһы, йәки теләк доғаһы, шулай уҡ хәжәт намаҙы доғаһы:https://nazir1965.com/do%D2%93alar/m%D3%A9zh%D3%99%D2%AFir-x%D3%99%D2%99r%D3%99t-do%D2%93a%D2%BBy.html#more-5662

     Исми Әғҙам доғаһы: https://nazir1965.com/do%D2%93alar/ismi-%D3%99%D2%93%D2%99am-do%D2%93a%D2%BBy.html#more-5536

     "Әсмәә'үл-хүснәә": https://nazir1965.com/do%D2%93alar/%D3%99sm%D3%99%D3%99%D2%AFl-x%D2%AFsn%D3%99%D3%99.html#more-5531