Күрше хаҡы
(текстың хәрефтәрен ҙурайтыр өсөн Ctrl кнопкаһын баҫып-тотоп, + кнопкаһына баҫырға, бәләкәйсәтер өсөн — кнопкаһына баҫырға)
Хөрмәтле йәмәғәт! Ислам дине кешенең үҙ-үҙенә, икенсе кешегә һәм башҡа йән эйәһенә, Аллаһ Тәғәләгә булған мөнәсәбәтен яйға һала. Был донъяла кеше яңғыҙы йәшәмәй, ә кемгәлер күрше була. Күршенең кем булыуына ҡарамаҫтан мосолман уның менән яҡшы мөғәмәләлә булырға тейеш, сөнки был – йәмғиәттең имен, ныҡ, тыныс һәм хәүефһеҙ булыу шарты. Ҡөрьәндә һәм хәҙистәрҙә күршелек тураһында бик йыш әйтелә. Мәҫәлән, Ҡөрьәндә: «Аллаһҡа ғибәҙәт ҡылығыҙ, Уға һис бер нәмәне тиңдәш тотмағыҙ: ата-әсәләргә, яҡындарға, етемдәргә, ярлыларға, туғанлыҡ менән яҡын күршегә, яҡындағы күршегә, эргәләге дуҫыңа, юлсыға, уң ҡулдарығыҙ хужа булғанға — изгелек ҡылыу! Ысынлап та, Аллаһ тәкәббер, маҡтансыҡтарҙы яратмай» — тиелә. («Ҡатындар» сүрәһе. 04: 36). Читать далее



