Үҙ-үҙеңде хисаплау

                                                               Үҙ-үҙеңде хисаплау

     Бөгөнгө көндә мосолмандар Аллаһ Рәсүле (ﷺ) сөннәтенең бихисап төрҙәрен юғалтты. Уларҙың береһе хаҡында беҙ бөгөн һеҙҙең менән һөйләшәсәкбеҙ. Ул – үҙ-үҙеңде хисаплау. Ғәрәп телендә быны бер һүҙ менән «мурааҡабә» тиҙәр, йәғни үҙ-үҙеңде контролдә тотоу. Хаҡ хәлифә Ғүмәр шулай тип әйткән: «Һеҙҙе хисапҡа дусар иткәнсе, үҙ-үҙегеҙҙе хисаплағыҙ». Ҡыҙғанысҡа күрә, исламдың бына ошо өлөшө күп мосолмандар тарафынан онотолған. Күптәребеҙ үҙ-үҙенән хисап талап итәме икән? «Бөгөн нимәләр эшләнең? Ай дауамында нимәләр менән мәшғүл инең? Уҙған йылың нисек үтте?» һ.б. Әммә күптәр гонаһтарын барламай шул, иҫләп, улар өсөн ғәфү үтенмәй һәм онотолған гонаһтар йыйыла бара...

     Гонаһтар тураһында пәйғәмбәребеҙ (ﷺ) бик күп әйткән. Гонаһтарҙың ғәрәпсә «мубиҡа́т», «кәбә́’ир» – оло, үлемесле тип һаналған төрҙәре була. Гонаһтарҙы олоһона һәм кесеһенә бүлгәндә, беҙ шуны аңларға тейешбеҙ: улар араһында теүәл генә билдәле сик үтмәй. Уларҙың бәләкәйе лә оло гонаһҡа әүерелә ала: мәҫәлән, әгәр кеше уны йыш ҡабатлаһа, йә бүтәндәр алдында эшләһә, йә ул быға башҡаларҙы ла әйҙәһә, йә уны балалар күрерлек итеп ҡылһа һ. б.). Күп атайҙар улдарына күрһәтеп тәмәке тарта һәм малайҙары ла тарта башлай. Тимәк, әгәр берәй гонаһ төрөнөң оло булыуына дәлил булмаһа ла, уны эшләү хәленә күрә ул шундай булып һаналыуы ихтимал. Был турала Аллаһ Рәсүленең (ﷺ) хәҙистәре бихисап, уларҙың бөтәһен дә килтереп бөтөп булмаҫ. Әммә ҡыҫҡаса әйткәндә, әгәр ҙә хәҙистә «Аллаһ шундай-шундайҙарҙы ләғнәтләне», йә «шуны-шуны эшләүсе беҙҙең аранан түгел», йә «шул-шул ғәмәлде эшләүсе йәннәт еҫен тоймаясаҡ» һ.б. янауҙар әйтелә икән, унда телгә алынған гонаһтар – оло, һәм улар өсөн кеше камил итеп тәүбә ҡылырға тейеш. Бынан тыш ул тиклем ҙур булмаған гонаһтар ҙа бар. Әлбиттә, уларға шундай уҡ ҡаты янауҙар юҡ, әммә Аллаһтың был тыйыуҙары ла мәғәнәгә эйә. Бында данлыҡлы сәхәбә – Әнәстең һүҙҙәрен әйтеп китеү урынлы булыр: «Һеҙ шундай ғәмәлдәр ҡылаһығыҙ, улар һеҙгә сәстән дә нәҙегерәк күренә, ә бит пәйғәмбәребеҙ (ﷺ) заманында беҙ уларҙы үлемесле гонаһ тип һанай инек». Шулай уҡ пәйғәмбәрҙең (ﷺ) әйтеүенсә, гонаһ эшләгәс, кешенең йөрәгендә бер ҡара нөктә барлыҡҡа килә; әгәр ҙә кеше тәүбә итһә, йөрәге таҙара, әгәр ҙә инде ул гонаһтан баш тартһа, йөрәгендә аҡ нөктә барлыҡҡа килә. Ә, хәҙистә әйтелеүенсә, йөрәктең тулыһынса тут менән ҡапланыуының билдәһе – кешенең яҡшылыҡты аңламауы, ә яманлыҡты яратыуы. Ундайҙар диндән дә күңелдәренә хуш килгәнде генә яраталар. Былар барыһы ла гонаһтар сәбәпле. Шуға ла белегеҙ, хөрмәтле йәмәғәт: йөрәктең теге йәки был урынында ҡара нөктәһе була һәм беҙ, элекке һәм бөгөнгө гонаһтарыбыҙҙы иҫләп, улар өсөн тәүбә ҡылып, таҙарынырға тейешбеҙ.

     Пәйғәмбәрҙән (ﷺ) шундай һүҙҙәр риүәйәт ителә: «Кем йәненән хисап талап итә һәм Әхирәт өсөн ғәмәлдәр ҡыла, шул аҡыллы. Ә кем үҙ теләктәренән еңелә һәм шул уҡ ваҡытта Аллаһҡа өмөт итә, шул – көсһөҙ». (Әт-Тирмиҙи, Ибн Мәджәһ риүәйәт иттеләр). Шундайҙар ҙа була: бер нәмә лә эшләмәйҙәр ҙә, «иман – ул йөрәктә», «намаҙ-ураҙа ул тиклем мөһим түгел», «Аллаһ ғәфү итер» тиҙәр. Нәҡ улар – хәҙистә телгә алынған көсһөҙ кешеләр. Эйе, кем йәненән хисап һорай, шул аҡыллы, тиелгән хәҙистә... Ә нисек хисап һорарға йәндән? Беренсенән, әйтеп уҙыуыбыҙса, ҡылған гонаһтарҙы иҫләп торорға кәрәк. Күп йылдар уҙыу менән, беҙ уларҙы онотҡан булһаҡ та, Аллаһ онотто тип уйларға ярамай. Шуға ла үҙебеҙгә иҫкә төшкән гонаһтарыбыҙҙы яҙып ҡуйырға, улар өсөн тәүбәләр ҡылып, кеше хаҡтарын (әгәр уларға инһәң) ҡайтарырға, гонаһтарҙан ҡотолорға кәрәк. Икенсенән, әгәр ҙә гонаһ оло икән, кеше тәүбә итергә тейеш, сөнки тәүбә итмәй йөрөгән кеше оло хәүеф аҫтында йөрөй. Әгәр ҙә ул шуның менән үлә ҡалһа, билдәһеҙ: ғәфү итерме икән Аллаһ?.. Ә тәүбәнең өс шарты була. Беренсе шарт – гонаһтан туҡтау. Кеше тәмәке тарта икән – тартыуҙы ташлау, быға бар көстө һалыу. Икенсе шарт – үкенеү. Кеше үкенмәһә, тәүбә дөрөҫ булмай. Һәм өсөнсө шарт – кешенең башҡаса гонаһҡа ҡайтмам тигән ныҡлы ниәте булыу. «Әлегә ташлап торам да, шунан тартасаҡмын», – тип уйлаһа, был тәүбәне юҡ итә. Ғалимдар тағы дүртенсе шартты ла өҫтәйҙәр – әгәр ҙә гонаһ ҡылғанда ниндәйҙер кеше зыян күрһә (мәҫәлән таланыу, алданыу һ.б. сәбәпле), уға тейешле булғанды ҡайтарыу кәрәк. Әгәр ҙә кешегә ҡул күтәргәнһең икән, уны табып, үҙеңә һуғыу форсаты бирергә (әгәр ҙә теге быны теләһә). Әгәр рәнйетелгән кеше аҡса һораһа – ә ул быға хаҡлы – уға ошо донъяла аҡса биреп ҡотолоу хәйерлерәк булыр. Әгәр ҙә гонаһ – кесе гонаһ икән, барыбер кешегә уны юйып ташлар өсөн берәй ғәмәл эшләргә кәрәк. Пәйғәмбәр (ﷺ) шулай тигән: «Ҡайҙа ғына булһаң да Аллаһтан ҡурҡ һәм аламалыҡ артынан яҡшылыҡ ҡыл, ошо яҡшы ғәмәл алама ҡылыҡты юҡҡа сығарһын, һәм кешеләр менән яҡшы холоҡ ярҙамында мөғәмәлә ит». (Әт-Тирмиҙи риүәйәт итте). Яҡшы холоҡ, бер хәҙистә әйтелгәнсә, Хөкөм көнөндә иң ауыр нәмә буласаҡ. Ә үрҙә телгә алынған мөһим талап – аламалыҡтан һуң игелек ҡылыу. Йомғаҡлап, шуны әйтеп китергә кәрәк: беҙҙең өсөн иң яҡшы үрнәк – ул пәйғәмбәребеҙ (ﷺ). Ул шулай тигән: «Эй, кешеләр! Аллаһҡа тәүбә итегеҙ. Аллаһ менән ант итәм: мин Уға тәүбә ҡылып, Уның ярлыҡауын көнөнә етмеш тапҡырҙан да күберәк һорайым» (Әл-Бохари һәм Мөслим риүәйәт иттеләр). Пәйғәмбәр (ﷺ) көнөнә 70 тапҡыр ғәфү үтенгән булһа, беҙ ни эшләргә тейеш икән? Хөтбәне Ғүмәрҙең һүҙҙәренән башлағайныҡ. Ул: «Һеҙҙе хисапҡа дусар иткәнсе, үҙ-үҙегеҙҙе хисаплағыҙ», – тип әйтеп ҡалдырған. Хәбәр ителеүенсә, Хүдәйбийәлә солох төҙөгәндән һуң, күп мосолмандар ризаһыҙлыҡ белдерә. Улар мөшриктәр менән килешеүҙе кәмһенеү тип ҡабул итә. Ғүмәр ҙә шулар иҫәбендә була. Әммә пәйғәмбәр (ﷺ): «Эй, Ибн Хаттаб, мин – Аллаһ Рәсүле, һәм Ул мине кәмһенеүгә дусар итмәҫ», – тип әйткән. Шунан һуң Аллаһ, еңеү тураһында хәбәр итеп, «Фәтх» сүрәһен индергән. Бынан һуң Ғүмәр: «Тимәк, был еңеүме?» – тип һорай. Пәйғәмбәр (ﷺ) «Эйе» тип яуаплай, һәм шул саҡ Ғүмәр үҙенең хаҡлы булмағанын аңлай. Риүәйәт ителеүенсә, ул был осраҡты – пәйғәмбәр (ﷺ) ҡарары менән риза булмауын – ғүмеренең аҙағына тиклем иҫләр булған, ғәйебем юйылды тип йәне тынысланғансы, ураҙа тотҡан, ҡолдарҙы иреккә ебәргән, саҙаҡалар өләшкән. Был – үҙенә йәннәт вәғәҙә ителгән Ғүмәр! Ә беҙ, ябай мосолмандар, үҙебеҙгә бигерәк тә талапсан булырға тейешбеҙ: гонаһтарҙы иҫләргә, ураҙалар тоторға, саҙаҡалар таратырға, намаҙҙарҙа торорға, Аллаһтан ярлыҡау һорарға, аҡса ҡоло булмаҫҡа.

                                                                 Проповеди на башкирском языке, Ильшат Хафизов