Әжәлең еткәнсе...үтәргә ашыҡ (саҙаҡа)

                                                     Әжәлең еткәнсе...үтәргә ашыҡ

     Һуңғы ваҡыттарҙа Ҡөръән мәжлестәрендә бер-беренә өләшә торған саҙаҡалар тураһында күп һорауҙар бирәләр. Шуның өсөн был вәғәҙемдә күберәк ошо мәсьәләләргә туҡталмаҡсы булам. Аллаһ Тәғәлә хәйерле тел асҡыстары биреп, күркәм вәғәҙдәр һөйләргә насип итһә ине. Тыңлаусыларға ла, һөйләүсегә лә, ошо вәғәҙдәр менән вәғәзләнеп, изге ғәмәлдәрҙе күберәк ҡылырға насип итһә ине.
     Иң беренсе: нимә ул саҙаҡа? Саҙаҡа ул — ғәрәп телендә изгелек, яҡшылыҡ, ғәҙеллек, дөрөҫлөк, тигән һүҙ. Беҙҙең аңлауыбыҙса, саҙаҡа ул — әҙәм балаһының үҙенә иң ҡәҙерле булған әйберенән Аллаһ Тәғәлә ризалығы өсөн өлөш сығарыу. Бына ошо нәмә саҙаҡа тип атала. Саҙаҡа күп төрлө: фарызы, вәжибе бар, сөннәте, мөстәхәбе, харамы, мәкруһ бар. Аллаһ Раббыбыҙ намаҙҙы фарыз итте. Намаҙ — беҙҙең өҫтөбөҙҙә торған иң ҙур бурыс. Был да беҙҙең Аллаһ Тәғәлә ҡаршыһында саҙаҡабыҙ булып тора, сөнки Ҡөръәни Кәримдә Аллаһ Раббыбыҙ «Ғимран» сүрәһендә (134-се аят) әйтә:

                                                                                                            الَّذِينَ يُنفِقُونَ فِي السَّرَّاءِ وَالضَّرَّاءِ

     «Әлләҙиинә йүңфикуунә фи-ссәрраа'и үә-ддарраа'и » — Ул изге тәҡүә бәндәләр шатлыҡлы ла, ҡайғылы ваҡытта ла Аллаһының биргәненән Аллаһ ризалығы өсөн өлөш сығарырҙар.  Аллаһтың беҙгә биргән иң ҡәҙерле ниғмәте ул — ваҡыт. Ваҡыттың Аллаһҡа бирелергә тейешле өлөшө — ул намаҙ ваҡыты. Ауырыумы, ҡайғылымы, һөйөнөслөмө әҙәм балаһы үҙенең иң ҡәҙерле булған ваҡытының бер өлөшөн Аллаһ Тәғәлә өсөн сарыф итәр. Беҙ бер нәмә менән дә һатып алып булмай торған ваҡытыбыҙҙың бер өлөшөн Аллаһ Тәғәлә ризалығы өсөн сарыф итәбеҙ. Иң ҙур саҙаҡабыҙ, әлбиттә, намаҙ. Һәм ураҙа тотабыҙ, ул да саҙаҡа. Аллаһ Тәғәлә ризалығы өсөн нәфсебеҙҙе әҙерәк тыйып, еңеп торабыҙ. Хәләл ризыҡтан да тыйылып торабыҙ беҙ. Шул уҡ ваҡытта ҡайберәүҙәр харамдан ла тыйылып тора алмай. Ураҙа – беҙҙең Аллаһ Тәғәлә ризалығы өсөн эшләй торған ғибәҙәт. Һәм саҙаҡаның тағы байлыҡтан бирелә торғаны бар. Аллаһ Тәғәлә беҙгә байлыҡты һынар өсөн бирә. Әгәр Хаҡ Тәғәлә теләмәһә, беҙҙең ул байлығыбыҙ булмаҫ ине. Әгәр Аллаһ Тәғәлә теләһә, бер миҙгелдә шул байлыҡтан беҙҙе мәхрүм ҡалдыра ала. Байлыҡ ул — ғүмер шикелле. Уныһы ла — ваҡытлы әйбер. Әгәр һинең был миҙгелдә байлығың бар икән, ул һинеке генә түгел. Байлыҡ ул — Аллаһ Тәғәлә биргән өлөш. Кемдер мохтажлыҡ кисерә, беҙ уға байлыҡтан өлөш сығарырға тейеш. Был — зәҡәт. Байлығы алтын нисабына еткән кеше (алтын нисабы 1000 доллар, көмөш нисабы 350 доллар тирәһе) байлығының 40 тан бер өлөшөн зәкәт итеп бирергә тейеш. Шулай уҡ үҫтергән әйберҙәрҙең -10 дан бер өлөшөн, һыу һибеп үҫтергәндең 20 нән бер өлөшөн ғәриптәргә, йәтимдәргә, меҫкендәргә, мохтаждарға бирергә тейешбеҙ. Был саҙаҡа — ғөшөр була. Зәкәт тә, ғөшөр ҙә – фары саҙаҡалар.
     Бынан тыш важиб саҙаҡа бар. Бына ураҙа фитыры — ул важиб саҙаҡа. Әйткәнемсә, байлығы көмөш нисабынан артҡан кешегә ураҙа фитыры важиб була. Быны бирмәгән кеше — гонаһлы. Биргән кеше — сауаблы. Изге Рамаҙан айында — шатлыҡ-һөйөнөс кисергән айҙа беҙ мохтаж ҡәрҙәштәребеҙҙе һөйөндөрөргә тейеш. Ярҙам итергә тейеш, байрам икәнен белһен өсөн. Өлөш сығарырға тейешбеҙ фитыр саҙаҡаһынан. Сөннәт дәрәжәһендәге саҙаҡалар ҙа бар. Ул саҙаҡалар — йома көнө, ғәйет көнө бирелә торған саҙаҡалар. Быны бирмәһәң — гонаһ юҡ, бирһәң — сауаб. Быны бирһәң, Пәйғәмбәребеҙҙең бер сөннәтен үтәгән булып тораһың. Иң яҡшыһы — ғәйет һәм йома саҙаҡалары.
     Уларҙан ҡала бирелә торған саҙаҡалар: нәфел саҙаҡалар. Әле вәжиб саҙаҡа дәрәжәһендә тағын берәү бар: был әгәр һинең өйөңә ҡайҙандыр юлаусы, үтеп барыусы мосафир инһә, уны ашатып-эсертеп сығарыу важиб һанала. Әгәр беҙ быны эшләмәһәк, гонаһлы булабыҙ. Шуларҙан ҡалған саҙаҡалар — бөтәһе лә нәфел саҙаҡалар. Быны үтәһәң — сауаб бар, үтәмәһәң — гонаһ бар», — тип әйткән, был кеше үҙе гонаһлы була.
     Кеше нәфел саҙаҡаны ғаиләһенә зыян килтереп, балаларының тамағынан өҙөп, йә булмаһа да, үҙенең ғаиләһенә мохтажлыҡ килтереп бирә икән, бына был саҙаҡа мәкруһ һанала. Был шелтәле саҙаҡа була. Быны бирмәҫкә кәрәк. Биреүгә ҡарағанда бирмәү сауаблы. Кемдер үлеп китә, зыяратҡа барып, саҙаҡа өләшәләр. Өйҙә саҙаҡа өләшәләр, 3, 7,40 ын уҡыталар. Бына былар бөтәһе — нәфел, мәжбүре түгел, ирекле рәүештә эшләр. Әгәр шуның ире үлеп киткән, тол ҡалған, мохтаж ҡатын, әжәткә кереп, бурысҡа кереп, балаларының ауыҙынан өҙөп эшләй икән, гонаһлы ғына була. Ул быны эшләмәҫкә тейеш. Быны халыҡ та дөрөҫ аңлаһын. Ҡара әле, был өсөһөн үткәрмәне, ҡырҡына саҙаҡаны бик аҙ өләште, тигән һүҙҙәре булырға тейеш түгел. Сөнки бындай саҙаҡалар юҡ. Улар вәжиб түгел, сөннәт тә түгел, фарыз да түгел. Бына мин фарыздарын, вәжибтәрен әйтеп киттем. Әммә инде көсө етеп бирә икән, сауаблы була. Шуға күрә беҙ өсөһөн, етеһен, ҡырҡын үткәрәбеҙ икән, уны иҫкә алыу, Ҡөръән уҡытыу мәжлесе тип атарға кәрәк. Унда беҙ үлем тураһында кешеләрҙе вәғәзләргә тейеш. Әйткәнемсә, был саҙаҡа мәжбүри түгел. Бер китапта ла ҡаралмаған. Гүр саҙаҡаһы тигән нәмә лә шулай уҡ юҡ. Уны хәле булған, көсө еткән, байлығы булған кеше үлгән кешегә сауаб булһын өсөн бирә. Быны бирергә ярамай, тип тә әйтергә ярамай. Әммә быны биреү — тейеш, тип ҡәтғи рәүештә әйтеү, бирмәһәң, нимәлер булыр, тип әйтеү үҙе — гонаһ. Көсө еткән кеше бирә, сауаб була, көсө етмәгән кеше бирмәй, гонаһ булмай. Әйткәнемсә, әжәткә кереп, балаларының ауыҙынан өҙөп бирә икән, был инде мәкруһ. Урланған әйберҙән, араҡы һатып табыш алып, сусҡа аҫрап табыш алып, бынан саҙаҡа бирелһә, был — харам. Быны белһәң, алмаҫҡа кәрәк. Был — харам аҡса. Элек бер бай кеше йәшәгән, ул урлап, кеше талап мал йыйған булған. Һәм бер ҡасан да уның саҙаҡаһын мәсеткә ҡабул итмәгәндәр. Малы хәрәм булып һаналған.
     Һәм беҙ бик ҙур изгелек эшләйбеҙ, сауаб эшләйбеҙ, тип, үтәй торған бер эшебеҙ бар: Ҡөръән уҡытыу мәжлестәре. Әлбиттә, Ҡөръән уҡытыу кәрәк. Аллаһтың барлығын, үҙеңдең мосолман икәнеңде белеү, мосолман ҡәрҙәштәреңде йыйып, шундай матур бер табын яһау — насар ғәҙәт түгел, күркәм ғөрөф-ғәҙәт. Аллаһ Раббыбыҙ Ҡөръәни — Кәримдә «Фуссыиләт» 41 сүрәһенең 33 сө аятында былай ти:

                                           وَمَنْ أَحْسَنُ قَوْلًا مِّمَّن دَعَا إِلَى اللَّهِ وَعَمِلَ صَالِحًا وَقَالَ إِنَّنِي مِنَ الْمُسْلِمِينَ
     - «Үә мән әхсәнү ҡауләм-миммәң дәғәә илә-ллааһи үә ғәмилә саалихәү-үә ҡаалә иннәнии минәл-мүслимиин» — Аллаһтың һүҙен кешеләргә еткерә торған булһа, әлбиттә, бында сауаптан башҡа бер нәмә лә юҡ. Аллаһ Тәғәлә үҙе бар, үҙен беҙ күрмәйбеҙ. Аллаһ Тәғәләнең һүҙе — Ҡөръән бар. Ҡөръәнде беҙ күрәбеҙ. Ул — беҙгә ирешкән китап. Ҡөръәндә Аллаһтың һүҙҙәре яҙылған. Аллаһтың һүҙҙәрен кешегә еткереү – сауаплы эш. Әммә ҡайһылай итеп ирештерәбеҙ? Уҡығаныбыҙҙы беҙ аңлатып бирергә тейеш. Беҙ унда йыйылған халыҡҡа 4-5 ауыҙ һүҙ менән булһа ла, уларҙы дингә өндәргә тейеш. Фарызды үтәмәүҙең, харамдан тыйылмауҙың гонаһ икәнен аңлатырга тейеш. Ул хәҡиҡәт ни ҡәҙәр әсе булһа ла.
Ҡайһы берҙәребеҙ Ҡөръән мәжлесенә барып, түргә менеп, Ҡөръән уҡығандан һуң, бына ошолай йылына бер тапҡыр Ҡөръән уҡытһағыҙ, күберәк итеп саҙаҡа бирһәгеҙ, намаҙ уҡымаһағыҙ ҙа була, тип, фарыздың фарызлығын инҡар итһә, ул кеше кәфер була.
     Мәжлестә Ҡөръән уҡыған кеше, һис шикһеҙ, намаҙ эйәһе булырға тейеш. Аллаһ Тәғәлә: биш ваҡыт намаҙ – фарыз тине. Биш ваҡыт намаҙҙы уҡымаусы кеше табынға бара ла Ҡөръән уҡып ултыра. Аллаһҡа ышанмаған килеш, нисек Аллаһтың һүҙен еткерә ул кешегә?
     Ҡөръән уҡыусыға ҡуйылған төп талап: уның өҫтөндә фарыз намаҙ булырға тейеш түгел. Ул биш ваҡыт намаҙ уҡыусы булырға тейеш.
     Икенсеһе: был кеше андағы халыҡты дингә өндәргә тейеш. Уны яҡшы ҡабул итәләрме, яман ҡабул итәләрме? Ҡөръән мәжлесенә йыйылған халыҡтың тәһәрәтле булыуы яҡшы. Улар Аллаһтың һүҙен тыңларға килделәр бит. Унда намаҙ ваҡыты керә икән, намаҙҙа уҡып кителергә тейештер. Инде ошо мәжлестә саҙаҡа биреүҙе лә, нәфел саҙаҡаһы өләшеүҙе лә яҙыҡ эш тип әйтә алмайбыҙ. Нәфел саҙаҡаһы биргән кеше лә сауаблы, алған кеше лә, доға ҡылып ҡуйһа, сауаблы. Әммә Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд ғәләйһиссәләмдең бер хәҙисе бар: ашарға бер көнлөк ризығың бар икән, саҙаҡа алыуҙан туҡтап тор! Уны алып гонаһ эшләйһең, — тип әйткән Пәйғәмберебеҙ. — Нәфсең артынан ҡыуаһың, — ти. Һәм ул саҙаҡа, әйткәнебеҙсә, узеңә кәрәк булған, ҡәҙерле булған бер әйберҙе Аллаһ ризалығы биреү өсөн, тип әйттек. Әммә табында ығы-зығы ҡуптарып, кешеләрме урынынан торғоҙоп, әүеш-мәүеш килеп, «алыш-биреш» итеүҙән бер ниндәй сауаб та юҡ. Аллаһ ризалығы өсөн бер нәмә лә эшләмәй былар. Бында кешеләр Аллаһтың беҙгә аманат итеп биргән ваҡытын әрәм итәләр. Һин саҙаҡа биргәнһең икән, һинең кеҫәңдә булған аҡсаң кәмергә тейеш, ә һин уны арттырып ҡайттың, ишәйтеп. Әҙәм балалары, һис шикһеҙ, әжәл еткәс, әйтерҙәр ти:

    قَالُوا لَمْ نَكُ مِنَ الْمُصَلِّينَ
وَلَمْ نَكُ نُطْعِمُ الْمِسْكِينَ
وَكُنَّا نَخُوضُ مَعَ الْخَائِضِينَ
وَكُنَّا نُكَذِّبُ بِيَوْمِ الدِّينِ
حَتَّى أَتَانَا الْيَقِينُ
فَمَا تَنفَعُهُمْ شَفَاعَةُ الشَّافِعِينَ

     43. Ҡаалүү ләм нәкү минәл-мүсаллиин.
     44. Үә ләм нәкү нутғимүл-мискиин.
     45. Үә күннәә нәхууду мәғәл-хаа'идыиин.
     46. Үә күннәә нүкәҙҙибү бийәүмиддиин
     47. Хәттәә әтәәнәл-йәҡиин.
     48. Фәмәә тәнфәғүһүм шәфәәғәтү-шшәәфиғиин.
     43. Тегеләре әйтә: «Беҙ намаҙ уҡыманыҡ,
     44. ярлыларҙы ашатманыҡ,
     45. ялғанлыҡҡа батҡан кешеләр менән бергә баттыҡ,
     46. хөкөм көнөн ялған тинек,
     47. ысын әжәл килгәнгә ҡәҙәр», — ти.
     48. Уларға яҡлаусыларының яҡлауы ярҙам итмәй.
     - «Фәйәҡүүлә рабби ләү ләә әххартәнииии иләә әджәлиң ҡариибиң фә әссадаҡа үә әкүм-минәссаалихииин» — Ий, Раббым! Намаҙ уҡырға ваҡытым ҡалманы, ураҙа тоторға ваҡытым ҡалманы, әжелемде әҙ генә кисектереп тор. Булған бөтөн байлығымды саҙаҡа итеп өләшәм дә, изгеләр араһына күсһәм ине Һинең хозурыңа, тип әйтер, ти, кеше әжәле еткәс. Бына ошо әжәлегеҙ етмәҫтән элек саҙаҡа биреү кәрәк, әлбиттә. Саҙаҡаға Аллаһ Тәғәлә сауапты 10 тапҡыр арттырып ҡайтарыр. Һөйөнөслө ваҡытта биргән саҙаҡаларыбыҙ 100 дәрәжә артығыраҡ. Шуға күрә никах табындарында, Рамаҙан, Шәғбан, Рәжәб, Мөхәррәм айҙарында, һөйөнөслө айҙарҙа, шатлыҡлы ваҡыттарҙа үҙебеҙ иҫән-һау, йырлап эшләп йөрөгән ваҡытыбыҙҙа саҙаҡа бирергә кәрәк. Аллаһ Раббыбыҙ Ҡөръәндә (2:274) әйтә:

     الَّذِينَ يُنفِقُونَ أَمْوَالَهُم بِاللَّيْلِ وَالنَّهَارِ سِرًّا وَعَلَانِيَةً فَلَهُمْ أَجْرُهُمْ عِندَ رَبِّهِمْ وَلَا خَوْفٌ عَلَيْهِمْ وَلَا هُمْ يَحْزَنُونَ
     - «Әлләҙиинә йүнфи-ҡуунә әмүәәләһүм бил-ләйли үә-ннәһәәри сиррау үә ғәләәний- әтән фәләһүм әджруһүм ғиңдә раббиһим үә ләә хауфүн ғәләйһим үә ләә һүм йәхзәнүүн» —
     Аллаһ күрһәткән урындарға кисен дә, көндөҙ ҙә, күрһәтеп тә, күрһәтмәйсә лә саҙаҡа биреүсе мөьминдәргә Раббылары хозурында күп ниғмәттәр һаҡлана. Уларға ахирәттә ҡурҡыу булмаҫ һәм улар көйөнмәҫтәр», — ти.
     Аллаһ ризалығы өсөн: йәтимдәргә, толдарға, бурыслыларға, меҫкендәргә, әлбиттә, саҙаҡа биреү кәрәк. Үҙебеҙгә, ғаиләбеҙгә кәрәкле әйбер алып ҡайтһаҡ, ул да саҙаҡанан китәр. Һәм инде Ҡөръән мәжлестәрендә берәр инвалидты, меҫкенде тәрбиәләй торған кеше булһа, уға саҙаҡа бирһәң дә, Аллаһ ризалығы өсөн булһын, мин шундай күркәм табында ултырам, мин иҫән-һау, тип, йә булмаһа да, ниндәйҙер изге эшләйһең килә икән, саҙаҡанды алып кил дә шул табында уртаға һал. Уртаға һал да, доға ҡылып йорт хужаһы алып ҡуйһын. Йорт хужаһы үҙе ҡайҙа теләй, шуға тапшырыр. Берәй йәтим кеше бармы, меҫкен кеше бармы. Һинең ошо мәжлестә ултырғаныңа Аллаһ Тәғәләгә бер рәхмәтең булыр. Ауырыу булһаң, сәләмәт булмаһаң, ултыра алмаҫ инең. Һәм хәҙер саҙаҡа бирәм, тип, кешенең ваҡытын алып, шау-шыу ҡуптарып, аҡса алыштырылыулы уйнауҙан сауаб юҡ. Был турала Ризаитдин бине Фәхретдиндең «Жәвәмиғүл кәлим шәрхе» китабында ла яҙылған. Кеше алдында, бер ус аҡса тотоп, әйләнеп — тулғанып йөрөп, сауаб эшләп булмай. Һәм, әйткәнемсә, шунда тейешле кеше бар икән, шуға бир, лайыҡлы кеше күрмәйһең икән, уртаға һал саҙаҡаңды.
     Ҡөръән уҡытҡан икән, өгөт-нәсихәт һөйләнгән икән, табындағы бөтөн ризыҡ та саҙаҡанан йорт хужаһына китә. Инде йорт хужаһы ҡәҙер-хөрмәт йөҙөнән саҙаҡа өләшә икән, уны шелтәләмә лә инде.
     Йорт хужаһына доға ҡылғандан һуң, башҡа кеше ул табында изге ғәмәл эшләгәһе килһә, сауаб алаһы килһә, әлбиттә, саҙаҡаһын ниәтләп, уртаға һалырға тейеш. Һәм уны шул килеш, доға ҡылып, йорт хужаһына ҡалдырырға кәрәк. Ул үҙе ҡайҙа бирәһен хәл итһен. Әгәр мәсеткә тапшырһа, ҡиәмәткә тиклем әжер сауабтар килеп торор, шәкерткә бирһә, ул шәкерттең уҡыған намаҙҙарынан сауаб килеп торор.
     Һәм беҙҙең эшләгән ғәмәлдәребеҙҙән иң сауаплыһы — һыу һибеү. Гөлдәргә, үҫемлектәргә һыу һипкәндә беҙ үҙебеҙҙең яҡшы теләктәребеҙҙе теләргә тейеш. Атай-әсәне тәрбиә ҡылыу шулай уҡ саҙаҡанан. Саҙаҡа ул — табын янында аҡса сығарып, кешегә күрһәтеп, шуны өләшеүҙе генә саҙаҡа тип һанарға ярамай. Был — нәфел саҙаҡа ғына. Бүләк саҙаҡа ғына. Саҙаҡаның ҙурыһы — әйткәнемсә, намаҙ уҡыу, ураҙа тотоу, зәкәт, ғөшөр, фитыр биреү, йома, ғәйет кеүек байрамдарҙа үҙебеҙҙең шатлыҡ-һөйөнөстәребеҙҙе кешеләр менән уртаҡлашыу. Ҡайһы ваҡыт: саҙаҡа биргән инем, бағышлай белделәр микән, — тигән шик тә тыуа. Һин күңелеңдән, саҙаҡа бирәм, тип уйлап ҡуйыуға, Аллаһ Тәғәлә уны ҡабул итә билдәле. Хәҙер ул һинең өҫтөңдә нәҙер булып тора. Шуға күрә уйлаған эшегеҙҙе үтәмәй ҡалдырмаҫҡа кәрәк. Ул хәҙер Аллаһ Тәғәләгә иреште. Хаҡ Тәғәлә менән әҙәм араһында бер кем дә юҡ. Кемдер уны бағышлаймы, юҡмы-борсолма. Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд ғәләйһиссәләм әйткән: саҙаҡа биреү йәшерен, тигән. Йәшерен биргән саҙаҡа тамуҡ утынан ҡорған булыр, тигән. Ул ҡиәмәт көнөндә бәндәләрҙе үҙ күләгәһенә алыр, тигән. Һәм саҙаҡаны беҙ бирәбеҙ икән, Аллаһ ризалығы өсөн, тип, беҙҙең ҡулыбыҙҙан сығып китте, беҙ уны оноторға тейеш. Ул — Аллаһ юлына китте. Ул һине һаҡлай инде. «Ул кеҫәгеҙҙә ятҡан ваҡытта ут ине, — ти. — Һинән сығып киткәс, һине һаҡлай», — ти. Бирәм, тип ниәтләп, бирмәй йөрөһәң, кеҫәңдә ут йөрөтәһең. Әгәр саҙаҡаны алған кеше кәрәк булмаған урынға тота икән, Аллаһ Тәғәлә ҡаршыһында ул яуап бирә. Хакимдәрҙең хакиме — Аллаһ Тәғәлә алдына бараһыбыҙ бар.
     Аллаһтың, барлығына, берлегенә иман килтергән кеше: «Ләәә иләәһә илләллааһү Мүхәммәдүр Расүүлүллаааһ», — тип иман килтергән кеше үлгәндән һуң терелеүгә ышанырға тейеш. Әгәр бер кеше саҙаҡа биреп, уны нишләттеләр икән, тип уйлап йөрөй икән, тимәк, был кеше үлгәндән һуң терелеүгә лә ышанмай. Бына шуға күрә күңелебеҙҙән: саҙаҡа бирәбеҙ, тип әйткәнебеҙ икән, бирергә кәрәк. Мәсет-мәҙрәсәгә бирәбеҙ. Уның етәксеһе бар икән, әлбиттә, доға ҡылып алыу – күркәм ғәҙәт. Биргән кешегә лә күңелле, алған кешегә лә сауаб, Аллаһ риза булһын, тип алды. Һәм һин мәсеттең кассаһына һалып киткәнһең икән, был — икеләтә яҡшы эш. Бурысҡа биреү ҙә — саҙаҡаның ҙурыһы. Кеше саҙаҡа өләшкәндә Аллаһ Тәғәлә: әжерен кәмендә 10 тапҡыр арттырып ҡайтарырмын, — тип әйтә. Бурысҡа биргән кешегә, кәмендә, 18 тапҡыр арттырып ҡайтарырмын, — тип әйтә. Бурысҡа аҡса биреү — бик сауаблы эш. Һәм биргән кеше ихтыяжы булмағанда кире ҡайтарыуҙы һорамаһа, ҙур сауаб була, ә алған кеше бирергә тейеш аҡсаһы була тороп та бирмәй йөрөтһә, ҙур гонаһлы була. Әгәр бурысты арттырып алһа, был — харамдың да харамы. Бынан да ҙур гонаһ юҡ.
                                                                                        «Йөҙ ҙә бер вәғәҙ», Йәлил хәҙрәт Фазлыев