Архив рубрики: вәғәздәр

Иман — йәннәткә юл

                                                            Иман — йәннәткә юл
     Иман һүҙенең – төп асылы «ышаныу» тигән мәғәнәлә булып, Ислам диненең иң төп нигеҙе, иң оло терәгелер. Иман булмағанда эшләнгән ҙур изгелектәрҙә ахирәттә файҙа бирә алмаясаҡ. Кемдер берәү үҙ ихтыяры менән Аллаһ Тәғәләгә, пәйғәмбәрҙәргә, ахирәт көнөнә, Ҡөръән китабына ышанып иман килтерһә, ул кәфер булмай. Фарыздарын үтәмәһә һәм башҡа хәрәм нәмәләрҙән һаҡланмаһа, ҙур гонаһ эйәһе булып, уға йәһәннәм ғазабы менән хәбәр бирелер, киҫәтелер. Шуның өсөн иман әһеле булғас, хәрәмдәрҙән һаҡланыу, фарыздарҙы өйрәнеү һәм үтәү иманын нурландыра. Ә инде ысын иманлы булһа, был иманы уның йөрәгенә урынлашып, уның өсөн Аллаһ, дин, ул динде өйрәтеүсе Пәйғәмбәр – быларҙың һәр береһе лә донъя малынан да, әһеле-ғәиләһенән дә һөйөклөрәк буласаҡ. Был ләззәтте һис бер нәмә лә алыштырмай. Шул иманы хаҡына ниндәй генә бәлә-ҡазаларға юлыҡһа ла, шуға түҙә, иманынан тайпылмай, эшен Аллаһҡа тапшырып тәүәккәл итә. Читать далее

Изге айҙа — изге ғәмәлдәр (Рәжәб айы)

                                                             Изге айҙа — изге ғәмәлдәр (Рәжәб айы)
     Рәжәб — Ислам динендә булған дүрт изге айҙың береһе. Бөгөн бына (7 март) — Рәғәиб кисәһе көнө, был төн Рәғәиб кисәһе ине, Пәйғәмбәребеҙҙең атай-әсәһе никахлашҡан-ҡауышҡан көндәре, байрам көнө. Үҙе йома көнө (төнө) башына, шул ваҡытта Рәғәиб кисәһе көнө тип атала. ( Мосолман календары буйынса көн ҡояш байығас башлана). Икеләтә байрам көн был. Йома көндө шундай бер ваҡыт бар, шул сәғәттә теләгән теләк ҡабул булмайынса ҡалмаҫ, тип әйтелә. Бына уның ҡайһы сәғәт икәнен бары тик Аллаһ Тәғәлә генә белер, тип әйтелә. Шуға күрә йома көн ҡояш байығанға тиклем зекерҙә булып, Аллаһ Тәғәләне ололап, ауыҙҙарыбыҙҙы насар һүҙҙәрҙән тыйып, яҡшы теләктәрҙә генә йөрөргә кәрәк. Читать далее

Ҡарашты гонаһтан һаҡлау

                                                               Ҡарашты гонаһтан һаҡлау
     Аллаһ Тәғәлә кешегә был донъяла бик күп төрлө ниғмәттәр бирҙе. Хатта ул ниғмәттәрҙе һанап бөтөрөп булмай. Кеше ул ниғмәттәрҙе хәйерле, яҡшы маҡсаттарҙа ла ҡулланыла ала, шулай уҡ улар ярҙамында гонаһлы ғәмәлдәрҙе ҡылырға мөмкин. Миҫал өсөн, кешенең күрә алыу һәләте ул Аллаһтың бер ниғмәте. Кеше күҙҙәр ярҙамында Аллаһтың барлығын һәм бөйөклөгөн күрһәтеүсе әйберҙәрҙе ҡарай ала, шулай уҡ улар ярҙамында гонаһта ҡыла ала. Шуға күрәлә Аллаһ Тәғәлә Ҡөръәндә күҙҙәрҙе дөрөҫ юлда ҡулланырға ҡушҡан. Ул ҡайһы бер ҡараштарҙы гонаһлы нәмәләрҙән һаҡларға ҡуша. Аллаһ Тәғәлә әйтә:

Читать далее

Донъяның асыл мәғәнәһе

                                                                           Донъяның асыл мәғәнәһе
     Ғәрәп телендә беҙ йәшәй торған донъя ул «әлхәйәтүд — дүнья» тип атала. Был һүҙ башҡорт теленә «иң яҡын һәм иң түбән тормош» тигән мәғәнәлә тәржемә ителә. Ни өсөн ул «иң яҡын тормош». Сөнки ул ахирәткә ҡарағанда алдараҡ. Кеше уның үҙен дә йәшәй, ул уны күрә, ишетә һәм һиҙә. Шулай уҡ «әлхәйәтүд – дүнья» ул «иң түбән тормош» тигән мәғәнәне лә аңлата. Ахират доньяһы менән сағыштырғанда был донъя бик түбән дәрәжәлә. Шулай уҡ Аллаһ Тәғәлә ҡаршыһында уның дәрәжәһе бик түбән һәм бер ниндәй ҙә ҡиммәткә эйә түгел. Мөхәммәд ﷺ әйтә: «Әгәр ҙә был донъя Аллаһ ҡаршыһында серәкәй ҡанаты баһаһы торған булһа, Ул кафырға бер йотом һыуҙа эсермәҫ ине». (Тирмизи) Читать далее

Сабырлыҡ — һәр хикмәттең башы

                                                            Сабырлыҡ — һәр хикмәттең башы
     Бер бәләкәй генә төрөк ауылында йәшәгән Хөсәйен исемле бер егет күрше ҡыҙына өйләнә. Туйҙарында бик дини белемле булған ике кеше лә ҡатнаша. Хөсәйен быларҙың үҙ-ара һөйләшкәндәрен тыңлап тора һәм был ике кешегә, уларҙың ғилемле булыуына иҫе китә. Улар яттан Ҡөрьәндең оло сүрәләрен уҡып, шуларға күп яҡлап аңлатма бирә инеләр. Хөсәйен был аҡһаҡалды ғалимдәрҙең ғилем камиллегенә нисек ирешеүҙәре менән ҡыҙыҡһына башлай. Улар уға оҙаҡ йылдар буйына Истамбулдағы ҙур дини академияларҙа белем алыуҙары тураһында әйтәләр.
     Зөфәф төнөнән һуң икенсе көндө иртә менән Хөсәйен үҙенең ҡатынына әйтә: «Миңә егерме йәш һәм әлегә тиклем кәрәкле булған бер нәмә лә белмәгәнемде аңланым. Шуға күрә Истамбулға уҡырға китәргә теләйем. Үтенәм, хужалығыбыҙҙы һәм ата-әсәләремде мин кире әйләнеп ҡайтҡансы тиклем ҡара. Ғалим булғас, әйләнеп ҡайтырмын». Читать далее

Ғәфләт сире

                                                                         Ғәфләт сире
     Ғәфләт — ул рухи ауырыуҙарҙан булған ауырыу. Аллаһ Тәғәлә әҙәм балаһын был сирҙән Ҡөръән аша киҫәтеп, уның ҡот осҡос ауырыу булыуын аңлатты. Ғәфләт йоҡоһо: һүлпәнлек, вайымһыҙлыҡ, моңһоҙлоҡ, ялҡаулыҡ.
     Ғәфләт — ул ахирәтте онотоп донъяға тулыһынса бирелеп йәшәүҙән ғибәрәт. Әгәр ҙә кеше ғәфләт менән сирләһә, ул аҡылы була тороп, ни өсөн тыуыуын, йәшәүен белмәй, донъяның ысын мәғәнәһен күҙе була тороп күрмәй, ҡолағы була тороп ишетмәй. Шул сәбәпле ул хайуандан бер нәмә менән дә айырылмай. Бәлки, Аллаһ ҡаршыһында унан түбәнерәк дәрәжәгә лә төшә. Аллаһ Тәғәлә шулай тип әйтә: Читать далее

Ахирәткә әҙерләнәбеҙме?

                                                               Ахирәткә әҙерләнәбеҙме?

     Аллаһ Раббыбыҙ был донъя тормошон – ошо йәшәүҙе яралтты, шулай уҡ Ул үлемде лә булдырҙы. Йәшәү һәм үлем ул — кешенең ике халәте. Йәшәүҙән ҡурҡмаған кеше үлемдән дә ҡурҡырға тейеш түгел. Йәшәү ҙә, үлем дә Аллаһтың икһеҙ-сикһеҙ ҡөҙрәтенә дәлил булып тора. Берәү ҙә үҙ теләге менән, үҙе теләгән ваҡытта йәки үҙе теләгән урында донъяға килә алмай, доньянан үтеү ҙә беҙҙән тормай. Ни тиклем генә донъяны яратһаҡ та, барыбер ҡалдырып китәсәкбеҙ. Байҙың да, ярлының да, көслөнөң дә, көсһөҙҙөң дә, хужаның да, хеҙмәтсенең дә үлемдән ҡотолоп ҡалыу сараһы юҡ. Тәрәнәнерәк уйлаһаң, ул үлем дә — Аллаһтың бәндәгә күп хәҡиҡәттәрҙе танып белеү һәм аңлау өсөн яҙылған мәрхәмәте. Үлемгә әҙерләнеү ул – хаҡ мосолман өсөн үлемдән һуңғы халәткә, йәғни Ахирәт тормошона әҙерләнеүе. Читать далее

Шайтандан һаҡланайыҡ

                                                       Шайтандан һаҡланайыҡ

     Ен затынан булып кешегә ныҡ яманлыҡ ҡылған шайтандар – улар Иблис тоҡомонан. Башҡа ендәрҙәр айырмалы уларҙың эше кешеләрҙе иман юлынан яҙырыу, боҙоҡлоҡ таратыу, әшәке эштәр эшләүгә этәреү һәм башҡа насар ғәмәлдәр.

وَإِذْ قُلْنَا لِلْمَلَائِكَةِ اسْجُدُوا لِآدَمَ فَسَجَدُوا إِلَّا إِبْلِيسَ كَانَ مِنَ الْجِنِّ فَفَسَقَ عَنْ أَمْرِ رَبِّهِ أَفَتَتَّخِذُونَهُ وَذُرِّيَّتَهُ أَوْلِيَاءَ مِن دُونِي وَهُمْ لَكُمْ عَدُوٌّ بِئْسَ لِلظَّالِمِينَ بَدَلًا
     50. Үә иҙ ҡульнәә лил-мәләә'икәтис-джүдүү ли-Әәдәмә фәсәджәдүү илләә Иблиисә кәәнә минәл-джинни фәфәсәҡа ғән әмри раббиһи ә фәтәттәхыиҙүүнәһү үә ҙүрриййәтәһүү әүлийәә'ә миң дүүнии үә һүм ләкүм ғәдүүүм-биьсә лиҙҙа-алимиинә бәдәләә. 18 сүрә, «Мәмерйә», 50 аят
     50. Беҙ фәрештәләргә әйттек: «Әҙәмгә сәждә ҡылығыҙ!» — тинек. Иблистән башҡаһы сәждә ҡылды. Ул ен затынан ине, Раббының әмерен кире ҡаҡты, һеҙ минең урынға шуны, шуның тоҡомон дуҫ итер инегеҙме ни? Улар һеҙгә — дошман! Залимдар өсөн был — бик насар алмаш! Читать далее

Ҡиәмәт көнө эҫеһе

                                                               Ҡиәмәт көнө эҫеһе

     Беҙ оҙон йәй көндәре ныҡ эҫе тип, сүллектә бынан да хәтәр эҫелек бар тип зарланабыҙ. Әммә был донъялағы эҫене ҡиәмәт көнөндәге менән бер нисек тә сағыштырып булмай. Был донъяла эҫенән беҙгә ҡасып ҡотолоу мөмкинлеге бар: беҙ күләгәлә йәшеренәбеҙ, һыу төшәбеҙ, вентилятор тоҡандырабыҙ, кондиционер менән башҡаһы... Ҡиәмәт көнөндә хәтәр көслө һәм түҙә алмаҫлыҡ эҫенән ҡасып ҡотола торған мөмкинлектәр булмаясаҡ. Ул көндө тик Аллаһы күләгәһе генә буласаҡ һәм ул күләгәлә һирәктәр генә йәшенәсәк. Был хаҡта Пәйғәмбәрҙең, ғәләйһис-сәләмдең, бөйөк дөрөҫ хәҙисендә әйтелгән: Читать далее

Йәнең ни әйтер?

                                                             Йәнең ни әйтер?

                                                  Бисмилләһир-рахмәнир-рахим.
     Аллаһы Тәғәлә үҙенең китабында былай тип әйткән:
                                       وَيَسْأَلُونَكَ عَنِ الرُّوحِ قُلِ الرُّوحُ مِنْ أَمْرِ رَبِّي وَمَا أُوتِيتُم مِّنَ الْعِلْمِ إِلَّا قَلِيلًا

     85. Үә йәс'әлүүнәкә ғәни-рруухи ҡули-рруухү мин әмри раббии үә мәә үүтиитүм минәл-ғилми илләә ҡалииләә. Исра (Төндә күсереү) сүрәһе, 85-се аят.

     “Әй, Мөхәммәд, рух, йән тураһында һорайҙар. Һин әйт, рух, йән ул Аллаһы Тәғәләнең яратҡан бер барлығылыр һәм һеҙгә йән тураһында бик аҙ ғына мәғлүмәттәр бирелде". Кешелек доньяһын бик күп һорауҙар борсой: “Үлгәндән һуң тормош дауам итәме? Йән, рух тигән нәмә бармы? Был фани доньянан үткәндән һуң, донъя тормошо менән айырылғандан һуң әҙәм балаһының ғүмере дауам итәме?" һәм башҡаһы. Ер йөҙөндәге булған бөтә диндәрҙә үлгәндән һуң ғүмерҙең дауам итеүе хаҡында һөйләйҙәр һәм ошо диндәр араһында иң дөрөҫ, саф Ислам дине лә кеше ғүмеренең үлеп киҫелеп, бөтөүөн түгел, ә айырым бер башҡа тормошҡа, икенсе донъяға китеүе, күсеүе хаҡында хәбәр итә. Әлбиттә, үлгәндән һуң серейбеҙ, юҡҡа сығабыҙ тиеүселәр ҙә бар. Пәйғәмбәребеҙ саллаллааһу ғәләйһи үәс-сәләм ваҡытында ла шундай кешеләр булған.

Читать далее