Архив рубрики: вәғәздәр

Йәшәү мәғәнәһе

                                                             Йәшәү мәғәнәһе
     Әғүүҙү билләәһи минәш-шәйтаанир-ражиим. Бисмилләәһир-рахмәәнир-рахииим. Әлхәмдулилләһи раббил ғәләмин. Үәссаләәтү үәссәләмү ғәлә рәсүлинә Мүхәммәдиү үә ғәләә әәлииһи үә әсхәәби әджмәғиин.
     Аллаһ Раббыбыҙ донъя яратылғанда бөтә йәндәрҙе бар иткән һәм Үҙен йәндәргә күрһәткән (нисек күрһәткәндер, беҙгә мәғлүм түгел) һәм һорау биргән: «Әләстү бираббикүм», йәғни: «Раббығыҙ кем?» тип. Йәндәр Аллаһ Тәғәләне танып: «Һин — беҙҙең Раббыбыҙ һәм тәрбиә ҡылыусыбыҙ», — тип иман килтергәндәр. Ул ваҡыт — «Әлмисаҡ» тип атала. Әлмисаҡта йәндәр Аллаһ Раббыбыҙҙы күргәндәр, әммә үҙҙәрен һәм бер-береһен күрә алмағандар, сөнки ул ваҡытта әле тән булмаған. Аллаһ Тәғәләнең һәр эше хикмәт менән. Һынар өсөн шул йәндәрҙе «тән» тигән кейемгә кейендереп, берәм-берәм яҡты донъяға килтереп ала. Был донъяла инде беҙ үҙебеҙҙе лә, бер-беребеҙҙе лә, Аллаһының мәхлүкәттәрен дә күрәбеҙ, ләкин Аллаһтың үҙен күрә алмайбыҙ. Читать далее

Бәрә’әт кисәһе

                                                                     Бәра’әт кисәһе
     Ғәләмдәр тәрбиәсеһе, донъяны юҡтан бар ҡылыусы, ер йөҙөндәге барлыҡ кешеләргә ризығын биреп тороусы, Ҡиәмәт көнөндә мөьмин мосолмандарҙы үҙенең йәннәтенә индереп рәхим ҡылыусы, бөтә халыҡтарҙың ҡылған ғәмәл-ғибәҙәттәрен, тәүбәләрен ҡабул итеүсе, гонаһтарын ярлыҡаусы, донъяны Әҙәм балаларына гөл-баҡса итеп яратыусы, бәндәләр аҙашҡанда тура юлға өндәүсе, пәйғәмбәрҙәр ебәреүсе, донъяның үә ахирәттең хужаһы Аллаһ Тәғәләгә ҡәлебтәребеҙҙән ихластан булған хәмде-ҫәнәләребеҙ, һәм бөтмәҫ маҡтау ололауҙарыбыҙ булһа ине.
     Бөтә данлау маҡтауҙарыбыҙ, хәмде-ҫәнәләребеҙ Аллаһ Тәғәләгә генә тейеш. Һәр ниғмәт фәҡәт Аллаһтан ғына.
     Бөтә ғәләмгә рәхмәт өсөн, ер йөҙөнә нур, бөтөн әҙәмдәргә пәйғәмбәр итеп ебәрелгән, Аллаһ Тәғәләнең мөҡәтдәс китабы Ҡөръәни Кәримде бәндәләренә ирештергән хәбибе (дуҫы) һәм рәсүле Мөхәммәд Мостафа ﷺ хәйер-доға, сәләмдәребеҙ үә бөтмәҫ-төкәнмәҫ салауат шәрифтәребеҙ булһа ине.
     Мөбәрәк пәйғәмбәребеҙҙең нәҫеленә, сәхәбәләренә, үә бөтөн хәйерле өммәтенә Аллаһ Тәғәләнең рәхмәте үә сәләмдәре булһа ине.
     Пәйғәмбәребеҙ ﷺ -ең сөннәтенә эйәреп, Аллаһ Тәғәләнең ризалығын өмөт итеп, Уға ғибәҙәт итеү өсөн, Ахирәт көнөндә мөбәрәк Пәйғәмбәребеҙ ﷺ -ең шәфәғәтен өмөт итеп оло байрамыбыҙ, йома намаҙына килгән мөхтәрәм ғәзиз ҡәрҙәштәрем: Әссәләмү-ғәләйкүм үә рәхмәтуллаһи үә бәрәкәтүһ! Читать далее

Никах вәғәҙе һәм хөтбәһе

                                                             Никах вәғәҙе һәм хөтбәһе
     Әғүүҙү билләәһи минәш-шәйтаанир-раджиим. Бисмилләәһир рахмәәнир-рахииим. Әлхәмдулилләһи раббил ғәләмин үәссаләәтү үәссәләәмү ғәләә рәсүлинә Мүхәммәдиү үә ғәләә әәлииһи үә әсхәбиһи әждмәғин.
     Бөтә ғәләмде юҡтан бар ҡылып, тәрбиә ҡылыусы Аллаһы Тәбәрәкә үә Тәғәләгә бөтмәҫ хәмед-ҫәнә, шөкөрҙәребеҙ булһа ине. Хаҡ Аллаһы Тәғәлә тарафынан ғәләмдәргә рәхмәт, мәрхәмәт булараҡ ебәрелгән һөйөклө Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд Мостафа ﷺ хәҙрәттәренә, уның хөрмәтле әһленә, сәхәбәләренә, күңел түрҙәребеҙҙән сыҡҡан сәләмдәребеҙ, салауаттарыбыҙ һәм һәр төрлө изге доғаларыбыҙ булһа ине.
     Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд Мостафа салләллаһу ғәләйһи үәс-сәлләм бер хәҙисендә әйтә: әгәр бер ерҙә кешеләр йыйылһа, унда Ҡөръән аяттары уҡылмаһа, был йыйылыу хәйерле булмаҫ, ә теләгән теләктәр ҙә хәйерле ғәмәлгә ашмаҫ, тигән. Хатта ике кеше осрашҡанда ла Аллаһ Тәғәләне иҫкә алмаһа, был осрашыу хәйерле булмаҫ, тигән. Шуға күрә бында йыйылыуыбыҙ (мәжлесебеҙ) хәйерле булһын тип, ошонда теләгән теләктәребеҙ ҡабул булһын, тип, Ҡөръән аяттары уҡыйыҡ. Бөгөн ҡауыша торған йәштәрҙең никахтары төҙөк, мөхәббәттәре дауамлы булһын. Бөгөн йома көн (кесеаҙна) әрүах туғандарыбыҙҙыла иҫкә алайыҡ. Ошо нигеҙенән (йорттан) сыҡҡан әруахтарҙың да рухтары шат булһын, ошо йортта йәшәүселәрҙән доға көтөп ятыусы мәрхүм-мәрхүмә ата-әсәләренең дә, әбей-бабайҙарының да рухтарына доға ирешһен. Улар ҙа ошо никах мәжлесенән шат булып, былар шат-күңелле көндәрендә беҙҙе лә иҫкә алдылар бит әле, тип һөйөнһөндәр. Аллаһ Тәғәлә шуларҙы насип итһә ине. Читать далее

Әй, Әҙәм балаһы!

мечеть Ар-Рахим. г. Уфа

                        Әй, Әҙәм балаһы!
          وَقَالَ رَبُّكُمُ ادْعُونِي أَسْتَجِبْ لَكُمْ إِنَّ الَّذِينَ يَسْتَكْبِرُونَ عَنْ عِبَادَتِي سَيَدْخُلُونَ جَهَنَّمَ دَاخِرِينَ
     60. Үә ҡаалә раббүкүмү-дғүүнии әстәджиб ләкүм иннә-лләҙиинә йәстәкбируунә ғән ғибәәдәтии сәйәдхулүүнә джәһәннәмә дәәхыириин.
     60. Раббығыҙ әйтте: «Доға ҡылығыҙ Миңә, Мин яуап бирермен. Тәкәбберләнеп, Миңә ғибәҙәт ҡылмаған кешеләр мәңге яныр өсөн тамуҡҡа төшөр!» — тине. Ғафир (Ғәфү итеүсе), 40 — нсы сүрә, 60 аят
     Аллаһ Сүбхәнә үә Тәғәлә Ҡудси хәҙисендә әйтә: “Миңә итәғәтлек менән, Мине зекер итегеҙ, Мин һеҙҙе Үҙемдең ғәфү итеү менән зекер итәрмен. Кем Мине итәғәт иткән хәлдә иҫкә төшөрһә, Мин уны, һис шикһеҙ, Үҙемдең ғәфү итеүем менән иҫкә алырмын. Әгәр кем Миңә итәғәтһеҙлек ҡылған ваҡытта юлыҡһа, Мин уны һис шикһеҙ, Үҙемдең асыуым менән иҫкә алырмын.
     Әй, Әҙәм балаһы! Көн башында дүрт рәкәғәт намаҙ үтәргә ялҡауланма, Мин һинең менән көн аҙағына ҡәҙәр булырмын. Үлемдең хаҡлығына ышанып та күңелле йөрөүсегә ғәжәпләнәм. Ҡәбергә төшәһен белеп тә көлөп йөрөүсегә ғәжәпләнәм. Әхирәт көнөнә ышанып та ғафиллектә йөрөүсегә ғәжәпләнәм. Был донъяның юҡҡа сығасағын белеп тә ҡайғыһыҙ йәшәүсегә ғәжәпләнәм. Ғилеме телендә булып та йөрәге наҙанлыҡта булыусыға ғәжәпләнәм. Һыу менән йыуынып та бысраҡ булып ҡалыусыға ғәжәпләнәм. Кеше ғәйептәре менән шөғөлләнеп, үҙ ғәйептәрен күрмәүсегә ғәжәпләнәм. Аллаһ уның ни эшләгәнен күргәнен белә тороп та гонаһ ҡылыусыға ғәжәпләнәм. Йән биргәндә һәм үлгәс бер яңғыҙы ҡәбергә инеп, ғәмәлдәре өсөн бер үҙе генә яуап бирәһен белеп тә, кешеләргә һыйынып (зависимый) йөрөүсегә ғәжәпләнәм. Ысынында Минән башҡа һис бер төрлө Иләһе юҡтыр, һәм ҡолом һәм илсемдер (Мөхәммәд ﷺ)" Читать далее

Ризығыбыҙ хәләл булһын

                                                        Ризығыбыҙ хәләл булһын
     Бөтә маҡтауҙарыбыҙ, хәмде-ҫәнәләребеҙ Раббыбыҙ Үҙеңә генә булһын. Бар нәмәне Үҙеңдән генә һорайбыҙ һәм Үҙеңдән генә гонаһтарыбыҙҙан ғәфү итеүеңде һорайбыҙ. Йә Раббым һорағандарыбыҙҙы, доғаларыбыҙҙы риза булып ҡабул итһәң ине. Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд салаллаһу ғәләйһи үәссәләмгә, Уның изге нәҫеленә, сәхәбәләренә һәм уның артынан эйәргән бар өммәтенә салауат шәрифтәребеҙҙе һәм сәләмдәребеҙҙе еткерһәң ине. Беҙҙең барыбыҙҙы ла мөьмин мосолмандар ҡылһаң ине һәм ошо юлдан беребеҙҙе лә аҙҙаштырмаһаң ине.
     Пәйғәмбәребеҙ ﷺ нең сөннәтенә эйәреп, Аллаһ Тәғәләнең ризалығын өмөт итеп, Уға ғибәҙәт итеү өсөн, Ахирәт көнөндә мөбәрәк Пәйғәмбәребеҙ ﷺ шәфәғәтен өмөт итеп оло байрамыбыҙ, йома намаҙына килгән мөхтәрәм ғәзиз ҡәрҙәштәрем:
     - Әссәләмү-ғәләйкүм үә рәхмәтуллаһи үә бәрәкәтүһ! Читать далее

Исра һәм Миғраж мөғжизәһе

                                                                 Исра һәм Миғраж мөғжизәһе
                                                                                         إِذْ يَغْشَى السِّدْرَةَ مَا يَغْشَى * مَا زَاغَ الْبَصَرُ وَمَا طَغَى * لَقَدْ رَأَى مِنْ آيَاتِ رَبِّهِ الْكُبْرَى
     Иҙ йағшә-ссидратә мәә йәғшәә.
     Мәә зәәғаль-басару үә мәә тағаа.
     Ләҡад ра'әә мин әәйәәти раббиһил-күбраа.
     Ситратүль ағасы балҡышлы ҡорма (үҙенең япраҡтары) менән ҡапланған ине
     Мөхәммәдтең күҙҙе ҡамашманы, ҡарашы ситкә тайпылманы
     Хаҡтыр, ул Раббыһының иң бөйөк аяттарының (дәлилдәренең) бер өлөшөн күрҙе
Ул, ысынлап та, Раббының иң оло аят­тарын күрҙе. Ән -Нәдж (Йондоҙҙар) 53/16-17-18 Читать далее

Хисап көнөндә

                                                                           Хисап көнөндә

     Әғүҙү билләһи минәш шәйтанир раджим. Бисмилләһир Рахмәнир Рәхим.
     Хөрмәтле мосолман ҡәрҙәштәрем! Әссәләму ғәләйкум үә рәхмәтуллаһи үә бәрәкәтуһ! Аллаһы Раббил ғәләмин хәҙрәтенең сәләме үә рәхмәте үә бәрәкәте барыбыҙғала насип булһын ине. Йома көнөбөҙ, йома ғибәҙәтебеҙ, Аллаһы ҡаршыһында мәкбул булып, йөмләбеҙ өсөн мөбәрәк булһын ине. Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд Мостафа ﷺ әйтә: Читать далее

Ғәли ибн Хөсәйен

                                                                      Ғәли ибн Хөсәйен
     Әғүүҙү билләәһи минәш-шәйтаанир-ражиим. Бисмилләәһир рахмәәнир-рахииим. Әлхәмдүлилләәһи ғәлә ниғмәти имән әлхәмдүлилләһи ғәлә ниғмәти ислам әлхәмдүлилләһи ғәлә ниғмәтил Ҡөръән үәссаләәтү үәссәләәмү ғәләә рәсүлиһи үә хәбиби Мөхәммәдин Мостафа салаллаһу ғәләйһи үәссәләм үә ғәләә әәлииһи үә әсхабиһи үә әтбәәғиһи әждмәғин.
     Күңелдәребеҙгә иман нурын һалып, Ислам дине буйынса ғәмәл ҡылырға насип иткән, ике донъя бәхетенә өлгәшеү юлдарын күрһәткән Ҡөръән Кәримде беҙгә бүләк иткән Аллаһы Тәбәрәкә үә Тәғәләгә биниһая хәмед-ҫәнә, шөкөрҙәребеҙ булһа ине. Аллаһы Тәғәләнең илсеһе һәм һөйөклөһө, динебеҙ ҡанундарын аңлатҡан Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд Мостафа ﷺ хәҙрәттәренә, уның хөрмәтле әһленә, барлыҡ сәхәбәләренә, күңел түрҙәребеҙҙән сыҡҡан сәләмдәребеҙ, салауаттарыбыҙ һәм һәр төрлө изге доғаларыбыҙ булһа ине. Аллаһы Тәғәләнең рәхмәтенә ирешер өсөн, вәғәз тыңлап, йома намаҙын йәмәғәт менән уҡырға тип килгән хөрмәтле дин ҡәрҙәштәрем, әссәләәмү ғәләйкүм үә рахмәтүллаһи үә бәракәтүһ! Читать далее

Шайтандың дүрт вәғәҙәһе

                                                      Шайтандың дүрт вәғәҙәһе
     Бар ғәләмде юҡтан бар ҡылыусы, тәрбиә ҡылыусы Аллаһ Сүбхәнәһү үә Тәғәләгә хәмде-ҫәнә маҡтауҙарыбыҙ булһа ине. Аллаһ Сүбхәнәһү үә Тәғәлә илдәребеҙгә һәм көндәребеҙгә хәйерле именлектәр, тыныслыҡтар, ауырыуҙарға хәйерле шифалар, тәүфиҡһыҙ йөрөүселәргә, намаҙҙар уҡымаусыларға, динһеҙлектә йөрөүселәргә Аллаһ Сүбхәнәһү үә Тәғәлә тәүфиҡ-һиҙиәт (тура юлға килеүселәргә хас сифаттар: күркәм әҙәп-тәрбиә, яҡшы әхләҡ), истиҡамәттәрен (туралыҡ, намыҫлылыҡ, дөрөҫ йүнәлеш) насип ҡылһа ине. Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд Мостафаға ﷺ күңелдәребеҙҙең түренән сыҡҡан салауат-шәрифтәребеҙ, доғаларыбыҙ ирешһә ине.

Читать далее

Әбейҙең нәсихәте

                                                                     Әбейҙең нәсихәте
     Мамадыш районында минең ағайымдың бер туған апайы йәшәй. Оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, Нурания әбей әле лә аяҡ өҫтөндә, әкрен генә булһа ла йөрөй, сәйҙәр әҙерләй, һаташмай ипләп кенә һөйләшә һәм бик йыш тәрән мәғәнәгә эйә булған хикмәтле фекерҙәр әйтеп ҡуя. Ҡайһы саҡта, ошо 92 йәшлек ҡарсыҡта ошондай зиһен һәм фәлсәфә логикаһы нисек һаҡланған икән тип хайран ҡалаһың. Әйтергә кәрәк, Нурания әбей шаҡтай ауыр һәм михнәтле тормош кисергән: һуғыш, аслыҡ, ауырыуҙар, көстән килмәҫлек эш, иң яҡын туғандарҙы юғалтыу... Шулай ҙа әбекәй диндән айырылмаған, намаҙҙарын ҡалдырмаған. Читать далее