Әбейҙең нәсихәте

                                                                     Әбейҙең нәсихәте
     Мамадыш районында минең ағайымдың бер туған апайы йәшәй. Оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, Нурания әбей әле лә аяҡ өҫтөндә, әкрен генә булһа ла йөрөй, сәйҙәр әҙерләй, һаташмай ипләп кенә һөйләшә һәм бик йыш тәрән мәғәнәгә эйә булған хикмәтле фекерҙәр әйтеп ҡуя. Ҡайһы саҡта, ошо 92 йәшлек ҡарсыҡта ошондай зиһен һәм фәлсәфә логикаһы нисек һаҡланған икән тип хайран ҡалаһың. Әйтергә кәрәк, Нурания әбей шаҡтай ауыр һәм михнәтле тормош кисергән: һуғыш, аслыҡ, ауырыуҙар, көстән килмәҫлек эш, иң яҡын туғандарҙы юғалтыу... Шулай ҙа әбекәй диндән айырылмаған, намаҙҙарын ҡалдырмаған.

     Бәхет тураһында уйланып йөрөй башлағас, мин Мамадыштағы әбейҙең дә фекерен белергә теләнем һәм яйы тура килеп, уның менән әңгәмәләшеп алдым.
     — Нурания апай, һин нисек уйлайһың, нимә ул бәхет?
     — Бәхетме? Кемгә нисек инде ул, — тип йыраҡтан башланы абыстай. — Һәркемдә үҙ ҡарашы, үҙ аңлауы. Бына минең ейәнем: «Машина һатып ала алһам — бик бәхетле булыр инем», — тип әйтә, килен иһә телевизорҙағы киноларын ваҡытында ҡараһа, ҙур бәхеткә эйә булғандай «осоп» йөрөй. Ә мин улар йәшендә тормош иптәшем Хәбибулланы һуғышҡа оҙаттым һәм артабан көн һайын: «Йә Раббым, хәләл ефетемде ярты сәғәткә генә булһа ла ҡайтарһаң ине, бик күрәһем килә», — тип ялбарҙым. Һорай торғас, ҡабул булды бит доғам: ирем әллә ҡайҙалыр үтеп барышлай юл ыңғайы менән 20 минутҡа булһа ла йортобоҙға һуғылып сыға алды. Шунан һуң ҡайтманы, бер йылдан һәләк булыуы тураһында хәбәр килде. Ләкин шул тиклем яраттым Хәбибулланы —  шул 20 минутҡа инеп күрешеп китеүе, уның һағыш тулы күҙҙәренә ҡарау минең өсөн аңлатып бөтөрә алмаҫлыҡ ҙур бәхет булды.
     Бер аҙ өндәшмәй уйланып торғандан һуң, әбей һүҙен дауам итә:
     — Был хәлде ғибрәт итеп, миҫал өсөн генә һөйләйем, сөнки кешенең күбеһе бәхет туҡлыҡ-байлыҡ һәм именлек булған ерҙә генә йөрөй, тип уйлай бит, улым. И-и, ысынлыҡта шулай булһамы...
     — Шулай ҙа, тол йәшәү, аслыҡ һәм етешһеҙлекте бәхет ғәләмәттәре тип атап булмай бит инде, өләсәй.
     — Уныһы ла хаҡ, әммә хикмәт мөнбәренән ҡарағанда, муллыҡта ла бәхетһеҙҙәр юҡ тиһеңме әллә? Ҡайғыны, күңелһеҙлекте аҡыл-сабырлыҡ менән тейешенсә ҡабул итә алһаң, Аллаһ билгеләгән тәҡдиреңә буйһоноу күрһәтһәң, бәхетһеҙлек хисе үҙенән-үҙе кәмей, баҫыла ул. Аллаһы Тәғәлә биргән һынауҙы үтәй алһаң, был оло дәрәжә инде, улым. Донъяла ул һынау — ҡайғы, ауырлыҡ, ләкин ахирәт мәғәнәһендә — бәхеткә бер аҙым яһау мөмкинлеге. Тағы шуны иҫеңдән сығарма: Аллаһны, ахирәтте онотоп, был донъяға һәм кешеләргә генә өмөтләнә башлаһаң, тормош ауырлыҡтарын еңеүҙәр ай-һай... Фани донъя өмөттәре — һабын ҡыуығы кеүек бит ул...
     Ошо урында әбей ауыр итеп көрһөнөп ҡуйҙы ла, хәтирәләр һандығынан нәмәләрҙер соҡоп алып, дауам итә:
     — Ирем һуғышта һәләк булып кире әйләнеп ҡайтманы — бер өмөтөм һүнде. Улым һуңыраҡ вафат булды — икенсе өмөтөмде юйҙым. И-их, ул юҡ булған өмөттәр...
     — Әбекәй, ә шул ауыр ваҡыттарҙа, йөрәгеңде әрнетеп өмөттәр өҙөлгән саҡта нимә йәшәтте һуң һине, нимә рухи көс биреп торҙо?
     — Иман йәшәү көсө бирҙе, улым, иман... Башҡайыма төшкән ауырлыҡ — ул Раббым биргән һынау икәнлеген аңлау, быға инанып сабыр итеү тормош ауырлыҡтарын күтәрергә бик тә ярҙам итте миңә.
     Йәштән үк тормошомдағы бар өмөтөмде Аллаһҡа бағланым, Раббыбыҙ вәғәҙә иткән ахирәтте иҫтә тотоп, һәр бер ғәмәлемде Аллаһ риза булырлыҡ итеп башҡарырға тырыштым, инде ҡабулдарҙан ғына булһын, йә Рабби...
     Ҡарсыҡ сәскәләре уңа төшкән яулыҡ япҡан башын күтәрә һәм тоноҡланған күҙ ҡарашын ҡайҙалыр ситкә һәм бер аҙ өҫкә йүнәлдереп, дерелдәп торған тауыш менән йырлап ебәрә:
                    «Сабыр итәйек, сабыр итәйек,
                    Сабыр ҡолдан шайтан ҡасыр.
                    Сабыр булған йәннәт ишеген
                    Үҙ ҡулдары менән асыр...».
     Тынлыҡ. Бары тик стеналағы сәғәттең текелдәүе генә ғүмер ағышының туҡтамағанын хәтерләтә кеүек. Ә мин йәш булһам да, аңлайым: әбейҙең бөгөнгө көндә тыныс-тауышһыҙ ҡалған иҫке йорто сәғәт текелдәүен генә түгел — дәһшәтле ғүмер дауылдары, яҙмыш ғәрәсәттәрен дә ишеткән, ләкин иман-тәҡүәле, ғибәҙәте, сабырлығы Нурания апайҙы шайтан тәҫиренән, күңел төшөнкөлөгөнән һаҡлаған, тормошонда ныҡлы терәк булған.
     Үкенескә ҡаршы, динһеҙлектә тәрбиәләнгән, харам менән хәләлде айырмаған (һәм айырырға теләмәгән) бөгөнгө йәмғиәт кешеләре һынау итеп бирелгән яҙмыш тетрәүҙәрен йыш ҡына кисерә алмайҙар. Был бигерәк тә ир-аттарға хас күренеш. Улар ундай ваҡыттарҙа эсеүгә һабышалар, йәғни ауырлыҡты шайтан менән бергә «еңәргә» маташалар, ләкин... шайтан уларҙы ҡотҡарырға түгел, ә киреһенсә, харамға эйәләшкән гонаһлы хәлдәрендә ахирәткә оҙатырға тырыша башлай һәм Аллаһтан тамам ситләшкән, яҡты өмөтөн уйған шул бисара үҙ-үҙенә ҡул һала. Һөҙөмтәлә, был доньяла ахирәткә йәһәннәм әһеле булып күсә. Ә шайтанға тап шул кәрәк тә инде, сөнки ул үҙе үк — өмөтһөҙ, йәғни йәннәткә мәңге инмәйәсәген белә һәм шундай өмөтһөҙ, боҙоҡлоҡ ҡылыусылар ғәскәрен мөмкин тиклем арттырып ебәреү — уның төп маҡсаты. Шуға ла әбейҙең мөнәжәтендә әйтелгән сабырлыҡ сифаты ошо аяныс, бәхетһеҙ хәлгә дусар булмаҫ өсөн бик тә ҙур әһәмиәткә эйә. Әлбиттә, ошо сабырлыҡ Аллаһ ризалығы өсөн булһа. Ә Аллаһы Тәғәлә ауырлыҡтан һуң һис шикһеҙ еңеллек бирелер тип Үҙе вәғәҙә итә.
     Шулай уйланып, бер аҙ һүҙһеҙ торғандан һуң, һөйләшеүебеҙҙе дауам итәбеҙ.
     — Нурания апай, ғәфү итегеҙ, ләкин һорағым килә: ошо һин кисергән ҡайғы-михнәттәр яҙмышынан ризаһыҙлыҡ, Аллаһы Тәғәләгә ҡарата үпкә-рәнйеү хистәре тыуҙырманымы?
     — И-и, ҡайҙа инде ул рәнйеүҙәр, барыһы ла тәҡдир бит. Бер көндө ҡояш йылмайһа, икенсе көндө, болоттар ҡуйырып, ямғыры ҡойоп үтә, шуның кеүек кеше ғүмерендә лә һөйөнөсө менән көйөнөсө алышынып торорға тейештер инде ул. Аллаһы Тәғәлә һәр кешене һынап ҡарай: шатлыҡ, байлыҡ килгәндә шөкөр ҡылырмы, хәсрәт, хәйерселек ваҡытында сабыр булырмы. Нисек кенә булһа ла, беҙҙе бар ҡылған Яратыусыға тоғролоҡта ҡалыу — һәр әҙәм балаһының бурысы, шуға ла мосолман өсөн яҡшылыҡ та ниғмәт, ауырлыҡ та ниғмәт. Әгәр кеше Раббыһы менән тейешле мөнәсәбәт булдырһа, уйҙары пак, күңеле гел тыныс булыр. «Бәхет нимә ул?» тип һорау биргән инең бит, баҡһаң, был һорауға яуап ҡыҫҡа ғына һәм бик тә ябай: күңеле тыныс булған кеше генә ысынлап бәхетле була ала. Ә бының өсөн: Аллаһы Тәғәләне һәр ваҡыт күңелдә тоторға, Уның ризалығын алырға тырышып йәшәргә кәрәк. Шулай булһа ғына кеше үҙе һәм тирә-яҡ менән килешер, күңелендә тыныслыҡ урынлашыр.
     — Тимәк, үпкәләмәйһең, үкенмәйһең дә?
     — Юҡ, улым, юҡ... Ғибәҙәтемде аҙыраҡ ҡылғанмын булһа кәрәк тип кенә үкенһәм инде. Шөкөр, Аллаһы Тәғәлә миңә оҙон ғүмер биргән, тағы ни тиклем йәшәйһе ҡалғандыр, шулай ҙа үҙемде Раббым хозурына күсергә әҙер кеүек хис итәм. Күңелем тыныс минең, улым, Аллаһҡа шөкөр, тыныс...
     Ошо миҙгелдә, сәйер бер тулҡынланыу хисе кисереп, әбекәйҙең күңелендәге тыныслыҡҡа зыян һалмайым типтер инде, мин баҫалҡы тауыш менән, бышылдап тийәрлек һорайым:
     — Шулай булғас, Нурания апай, һин бәхетле?
     Әбей бер мәл уйға ҡалып өндәшмәй ултыра, ә аҙаҡ әкрен, әммә ышаныслы тауыш менән яуап бирә:
     — Уныһы, балаҡайым, ахирәттә билдәле буласаҡ. Үлемде ҡаршы алыу, ахирәткә күсеү ваҡыты һәркемгә лә килеп етәсәк, барыбер килеп етә ул көн, килеп етмәй ҡалмаҫ. Шуға ла Аллаһтың барлығына — берлегенә ышаныу, Ул риза булырлыҡ итеп йәшәү, Уға һыйынып тороу — бик ҙур нәмә ул, балам. Быға ышаныу, бының асылын, хикмәтен аңлау иман була ла инде...
                                                                 Ғилем — офоҡ кеүек
      ...Һәр бер кеше бәхеткә ынтыла. Әммә һәр кем уны үҙенсә аңлай. Нурания апай ошо төшөнсәнең асылын бына нисек ябай ғына, тәрән мәғәнәле итеп тә аңлата белгән бит! Бәхет сере уның өсөн фани донъя маҡсаттарына ирешеүҙә түгел. Һәр нәмәнең аҙағы хәйерле булыуы һәм һуңғы сиктә Аллаһ ризалығына ирештереү мөһим, тип әйтә аҡыллы өләсәй. «Раббың менән бәйләнеш булдырһаң, уйҙарың пак, ә күңелең тыныс булыр...»
     Шулай итеп, бәхетле булыу өсөн Аллаһ риза булырлыҡ итеп йәшәү, Уға һыйыныу, Уның барлығына — берлегенә ысын күңелдән ышаныу, йәғни Иман кәрәк икән бит беҙгә! Ә хаҡиҡый ышаныс эйәһе булыу өсөн нимә кәрәк?..
     Ысынын да, ғилем ул офоҡ кеүек. Уға яҡынайған һайын, ул һинән йырағая башлай һымаҡ. Әммә шуныһы хаҡ: был донъяның, барлыҡ тере һәм тере булмаған мәхлүктарҙың, шул иҫәптән кешенең дә Яратыусыһы бар. Ошо мәхлүктарҙың бөтәһе лә шул Яратыусы билдәләгән ҡанундарҙы үтәй, әҙәм балаларына ғына һынау маҡсаты менән ирек бирелгән. Шулай ҙа кешеләр аҙашып-һаташып, нәфсе үә шайтанға алданып харап булмаһындар өсөн, бөйөк Раббыбыҙ Үҙенең әмер-тыйғандарынан торған «дин» тигән оло Ҡанун биргән беҙгә. Кеше булған ваҡытта дин дә буласаҡ, сөнки дин ул — бәхеткә илтеүсе берҙән-бер дөрөҫ юл, тормошобоҙҙа терәк һәм шатлыҡлы өмөт. Мәңге һүнмәҫ өмөт...
                                     Табын. Вәғәздәр йыйынтығы. Ришат Курамшин, Кукмара мәҙрәсәһе мөдире.