Йәшәү мәғәнәһе

                                                             Йәшәү мәғәнәһе
     Әғүүҙү билләәһи минәш-шәйтаанир-ражиим. Бисмилләәһир-рахмәәнир-рахииим. Әлхәмдулилләһи раббил ғәләмин. Үәссаләәтү үәссәләмү ғәлә рәсүлинә Мүхәммәдиү үә ғәләә әәлииһи үә әсхәәби әджмәғиин.
     Аллаһ Раббыбыҙ донъя яратылғанда бөтә йәндәрҙе бар иткән һәм Үҙен йәндәргә күрһәткән (нисек күрһәткәндер, беҙгә мәғлүм түгел) һәм һорау биргән: «Әләстү бираббикүм», йәғни: «Раббығыҙ кем?» тип. Йәндәр Аллаһ Тәғәләне танып: «Һин — беҙҙең Раббыбыҙ һәм тәрбиә ҡылыусыбыҙ», — тип иман килтергәндәр. Ул ваҡыт — «Әлмисаҡ» тип атала. Әлмисаҡта йәндәр Аллаһ Раббыбыҙҙы күргәндәр, әммә үҙҙәрен һәм бер-береһен күрә алмағандар, сөнки ул ваҡытта әле тән булмаған. Аллаһ Тәғәләнең һәр эше хикмәт менән. Һынар өсөн шул йәндәрҙе «тән» тигән кейемгә кейендереп, берәм-берәм яҡты донъяға килтереп ала. Был донъяла инде беҙ үҙебеҙҙе лә, бер-беребеҙҙе лә, Аллаһының мәхлүкәттәрен дә күрәбеҙ, ләкин Аллаһтың үҙен күрә алмайбыҙ.

     Йәндәрҙең был донъяға килеүенә Аллаһ Раббыбыҙ ата-әсәне сәбәпсе иткән. Донъя яратылғанда бар ителгән, Аллаһ хозурында тәрбиә ҡылынған, Әлмисаҡта иман килтергән саф, пак йәнде фәрештәләр Аллаһ әмере менән 4 ай ҙа 10 көн ваҡытта булған инә ҡарынындағы балаға индерәләр. Үҙ ваҡыты еткәс, бала саф, пак күңел менән донъяға килә. Әгәр бала үҙенә тәҡдирләнгән ғүмерен йәне саф, пак килеш үтә алһа, ул донъя һынауын уңышлы үтеп киткән була. Аллаһ Раббыбыҙ беҙгә йәнде аманат итеп бирә. Беҙҙең бурыс — шул аманатты нисек алдыҡ, шул рәүештә Аллаһыға кире ҡайтарып биреү. Йәндең сафлығы күңел (ҡальб) сафлығы менән бәйле. Доға ҡылғанда ла бит: «Донъянан ҡальбе сәлим (саф күңел) менән үтәйек», — тип теләйбеҙ. Әгәр саф күңел менән донъяла үтә алһаҡ, барған урыныбыҙ йәннәттә буласаҡ һәм донъя яратылғанда осрашҡан Раббыбыҙҙы ҡабат күреү бәхетенә ирешәсәкбеҙ.
     Аллаһ Тәғәләнең рәхмәте сикһеҙ. Ул Атабыҙ Әҙәм ғәләйһиссәләмгә пәйғәмбәрлек биреп, йәндәрҙе саф килеш һаҡлау өсөн Ислам динен аманат итеп биргән. Донъяла һәр ҡайһыбыҙ Әҙәм ғәләйһиссәлләм нәҫеленән, шуның өсөн дә уға аманат итеп бирелгән Ислам дине буйынса йәшәргә һәм аманатты үҙебеҙҙән һуң балаларыбыҙға тапшырып ҡалдырырға тейешбеҙ. Үзебеҙ ҙә, балаларыбыҙ ҙа Ислам дине менән йәшәһәк, беҙ иман менән, саф күңел менән донъянан үтеп, Аллаһтың вәғәҙә ҡылынған йәннәтенә инә һәм йәнә Аллаһты күрә аласаҡбыҙ.
     Бөтә донъя мосолмандары өсөн өс кенә изге урын бар: улар — Ҡәғбәтуллаһ, Пәйғәмбәребеҙ мәсете һәм Әҡса мәсете. Әммә ҡайһы халыҡтар һәм кешеләр өсөн уларҙан тыш та үҙенең милләте, нәҫеле, тарихы менән бәйле изге дәрәжәһендә ҡәҙерле, иҫтәлекле урындар бар. Әлбиттә, бөтөн донъя мосолмандары өсөн ул урындарҙың ҡиммәте, әһәмиәте юҡ, әммә уға ҡарап берәүҙең дә башҡаларҙы ул урындарҙы зыярат ҡылыуҙан тыйырға хаҡы юҡ. Мәҫәлән, тыуған ер, тыуған нигеҙ, атай-әсәйҙең күмелгән урыны. Шәһри Болгар — беҙҙең алыҫ бабаларыбыҙҙың, Аллаһ тарафынан Атабыҙ Әҙәм ғәләйһиссәләмгә аманат итеп бирелгән Ислам динен ҡабул итеп алған урын. Унда барып, «Мин Ислам дине буйынса йәшәйемме, балаларыма Аллаһының шул бүләген тапшырҙыммы, ата-бабаларыбыҙҙың телен, динен һаҡлайымы?» — тип үҙенә-үҙе һорау биреп, күңелен сафландырып ҡайтыуҙа бер ниндәй ҙә ғәйеп юҡ.
     Тимәк, һәр халыҡтың үҙ тарихы менән бәйле булған ҡәҙерле урындары, шәхестәре, иҫтәлекле үҙ көндәре бар, уларҙы иҫкә алыу, хөрмәт итеү, зыярат ҡылыуҙы бер нисек тә гонаһ тейеп тә, бидғәт тейеп тә булмай.
     Кешенең йәшәйешенә, яңылышып яһаған гонаһтарына, ҡылған изге ғәмәлдәренә ҡарап күңел бер нисә төрлө була.
     Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд Мостафа салләллаһу ғәләйһи үәссәлләм үҙенең бер хәҙисендә: «Ҡайһы берәүҙәрҙең ҡалебтәре (күңел йөрәктәре) тутыҡҡан тимер кеүек булыр», — тип әйткән.
     Был түбән кимәл, беренсе дәрәжә — сафланған, таҙартылған күңел. Ундай күңел яҡшылыҡ менән насарлыҡты айырмай. Улар тыныс күңел менән харам ризыҡтар ашай, хәрәм эсемлектәр эсә алалар, намаҙ уҡыуҙы, мәсеткә йөрөүҙе, ураҙа тотоуҙы кәрәк тип тапмайҙар. Шуның өҫтөнә был бәндә бер кешене рәнйетһә, көфөр һүҙҙәр һөйләһә «Аллаһты инҡар итеүҙә, араҡы эсеүҙә, сусҡа аҫрауҙа, намаҙ уҡымауҙа, ураҙа тотмауҙа гонаһ юҡ», тигән кеүек, күңеле бөтөнләй эштән сығып нуленсе (0) дәрәжәгә төшә. Миҫал өсөн: тимерҙе тутыҡ тамам ашап бөтөрһә, уны таҙартып ялтыратып та, домна мейесенә кире һалып та унан яҡшы эшкә яраҡлы металл алып булмай. Улар тураһында Аллаһ Раббыбыҙ Ҡөръәндә («Йәсин» сүрәһе, 7 се аят):
                                                                           لَقَدْ حَقَّ الْقَوْلُ عَلَى أَكْثَرِهِمْ فَهُمْ لَا يُؤْمِنُونَ
     «Ләҡад хәҡҡаль-ҡаулү ғәләә әкҫәриһим фәһүм ләә йүьминүүн», йәғни: «Ә улар иман килтермәҫтәр», тип әйтә. Тимәк, бындай кешеләр тәүбәгә килеп, иман килеп донъянан үтә алмайҙар, урындары йәһәннәм була, Аллаһ һаҡлаһын. Үҙебеҙҙең дә, балаларыбыҙҙың да күңелдәрен шул хәлгә төшөп, харап булыуҙан һаҡлайыҡ. Бындай кешеләр тураһында Ҡөръәндә» «Мәсәд» сүрәһе, 3-се аятында ла иҫкә алына:
                                                                                               سَيَصْلَى نَارًا ذَاتَ لَهَبٍ
     «Сәйасләә нәәраң ҙәәтә ләһәб», йәғни: « Тиҙҙән ул әбү Ләһәб ялҡынлы утҡа инеп яныр»
     Өбәй ибн Хәләф Пәйғәмбәребеҙ ﷺ янына килеп, сереп тарҡала башлаған бер һөйәктең туҙанын һибеп, «Бына был һөйәк тағы бер ҡат ҡубарылыр тип ышанаһыңмы?» тип мыҫҡыл итә. («Йәсин» сүрәһе, 77-78-се аяттарында ) Пәйғәмбәребеҙ ғәләйһиссәлләм: «Хәләф улы Өбәй, Фирғәүен, Ҡарун ҡиәмәт көнөндә бергә ҡубарылырҙар, йәғни: йәһәннәмгә инерҙәр», йәғни: «Хәләф улы Өбәй донъянан иманһыҙ үтәр», — тип яуап биргән.
     Әбү Ләһәб тураһында аят та, Хәләф улы Өбәй тураһындағы хәҙис тә мөғжизә булып торалар. Ул аят иңгәс, Әбү Ләһәб тә, хәҙистә әйтелгәс, Хәләф улы Өбәй ҙә байтаҡ йәшәйҙәр, хатта шул һүҙҙәрҙе юҡҡа сығарыр өсөн кешеләр алдында юрый ғына ла иман кәлимәһен әйтә алмайҙар.
     Күңелдәребеҙҙе шул дәрәжәгә төшөрмәҫ өсөн, был ҡалебеҙҙе нимә ҡарайта, нимә таҙарта икәнең белергә тейешбеҙ.
     Аллаһ Раббыбыҙ Ҡөръәндә нимәләрҙе харам иткән, Пәйғәмбәребеҙ ﷺ ниндәй эштәрҙе эшләүҙән тыйған былар барыһы да күңелде ҡарайта һәм кешелә ихтыяр көсөн бөтөрә.
     Атай-әсәнең бала алдындағы иң беренсе бурысы — баланы хәләл аҙыҡ менән туҡландырыу. Әсә ҡарынындағы баланың тәне лә әсә кеше ашаған ризыҡтан йыйыла.
     Пәйғәмбәребеҙ ғәләйһиссәләм: «Балаларығыҙҙың тәне хәрәм ризыҡтан йыйылһа, үҫкәс тамуғҡа вәжиб эштәр эшләрҙәр», — тип әйткән. Тимәк, бала эскесе, наркоман, ҡараҡ, зина ҡылыусы һ.б. булмаһын, тиһәк, хәләл ризыҡ ашатыуҙы ҡайғыртырға тейеш булабыҙ. Әлхәмдүлилләһ, хәҙер был мәсьәләлә лә мөмкинлектәр арта, хәләл кибеттәр, кафелар бар. Хәләл колбасалар, башҡа төр хәләл ризыҡтар етештереү арта.
     Балаға төрлө хәрәм ризыҡ та инергә мөмкин, һул ҡулы менән ашарға (күп кеше уң ҡулға ҡалаҡ, һул ҡулға икмәк тотоп ашай, ризыҡ уң ҡул менән генә тотолоп ашалырға тейеш), харам ризыҡтар ҡуйылған табында ултырырға, телевизорҙан ярамаған нәмәләр ҡарарға мөмкин. Быға өҫтәлеп төрлө йәмһеҙ һүҙҙәр әйтеү, ҡушамат менән өндәшеү, алдашыу, урлашыу өҫтәлә. Шулай итеп, көн һайын әкрен-әкрен генә күңел ҡарайа бара. Ҡул да бысранһа — һабынлап йыуабыҙ, кейемдәр ҙә бысранһа — порошоклап йыуабыҙ. Өйҙә сәс йыуырға ла, теш таҙартырға ла, һауыт-һаба йыуырға ла әйбер бар. Күңелдәрҙе таҙартырға нимә бар? Күңелдәр Аллаһты зекер итеү менән таҙара. Иң бөйөк зекер — намаҙ. «Ләәә иләәһә илләллаааһ», тип тәһлил әйтеү ҙә, «Сүбхәәнәллааһ», «Әлхәмдүлилләәһ», «Аллаһү әкбәр», тип тәсбих тартыу ҙа, «Әстәғфируллааһ», тип истиғфар әйтеү ҙә, Ҡөръән уҡыу, ураҙа тотоу, саҙаҡа биреү, хаж ҡылыу — барыһы да күңелдәрҙе таҙарта. Өйҙәрҙә Ҡөръән китабы һәм тәфсире бармы? Булһа, уны уҡыусы бармы? Өйҙә аҙан әйтеүсе, намаҙ уҡыусы бармы? Намаҙлыҡ, тиҫбе, ҡомған бармы, ҡибла ҡайһы яҡта икәнен беләһегеҙме? Юҡ икән, үҫкәс: «Балам нишләп насар булды?» — тип йөрөмәгеҙ.
     Бик тәмле алма ашанығыҙ, ти. Шул хәтле оҡшаны ул, орлоғон ергә ултыртып, бик яҡшы тәрбиәләп үҫтерәһегеҙ. Бына ул ҙур ағас булып үҫеп етә, сәскә ата, беренсе алмалары була. Тәмләп ҡарайһығыҙ, тик ашап булмай — әсе. Аллаһтың бөтә хикмәте менән, был донъя үҙе бер мәктәп, һабаҡ, ғибрәт ала белергә генә кәрәк. Иң тәмле алма орлоғонан да тәмле итеп алма бирә торған алма үҫмәй. Алмаһы тәмле булһын, тиһәң, бер ни тиклем үҫеүгә тәмле алмағастан бөрө алып ялғарға (прививка) яһарға һәм шул бөрөнән генә ағасты үҫтерергә кәрәк.
     Яратышып өйләнешәбеҙ. Мөхәббәт арҡаһында бала донъяға килә, ҡәҙерләп үҫтерәбеҙ: нимә генә ашатмайбыҙ ҙа, нимә генә кейендермәйбеҙ. 4-5 йыл балалар баҡсаһына йөрөтәбеҙ, 11 йыл мәктәптә уҡытабыҙ, һуңғы һыйырҙарҙы һатып уҡырға индерәбеҙ, үкенескә ҡаршы, әҙәм рәтле кеше сыҡмай. Ҡайһы берәүһе эсә, ҡайһы берәүһе типтереп йәшәй, ҡайһы берәүһе ғәилә ҡора алмай, ҡайһы берәүһе— енәйәтсе, наркоман, ҡараҡ... Нимә етмәй?! Иман етмәй...
     Донъя яратылғанда яратылып иман килтергән, саф күңелле йән менән донъяға килгән балабыҙға, атабыҙ Әҙәм ғәләйһиссәләмгә аманат итеп бирелгән «Ислам» тигән дин менән «прививка» яһаныҡмы, йәғни: Ислам дине буйынса тәрбиәләнекме? Юҡ икән, үпкәләргә хаҡың юҡ, бер хаҡың ғына бар — үлгәнсе шул бала менән ыҙа сигәсәкһең. Балалар баҡсаһын һүгәбеҙ, мәктәпте тиргәйбеҙ, хөкүмәтте, телевизорҙы әрләйбеҙ — кемде генә ғәйепләмәйбеҙ. Бала — беҙҙеке, ул фәҡәт беҙгә генә кәрәк. Бала — бауыр емеше, бәғеребеҙ көн-төн ут эсендә янмаһын, тиһәк, Аллаһтың рәхмәте булып беҙгә Пәйғәмбәребеҙ ғәләйһиссәләм аша килгән Ислам дине буйынса үҙебеҙ ҙә йәшәргә өйрәнәйек, балабыҙҙы ла тәрбиәләйек.
Күңелде таҙартыу тәүбә ҡылыуҙан һәм иман килтереүҙән башлана. Пәйғәмбәребеҙ ﷺ көнөнә кәмендә 100 тапҡыр: «Ләә иләәһә илләллаааһ» һәм 100 мәртәбә: «Әстәғфируллаһ», тип әйтә торған булған. Ә беҙгә ни тиклем тейеш? Беҙгә 1000-де әйтһәк тә, таманға тура килер. Сөннәтте үтәйек тиһәк, 100-ҙе үзебеҙ ҙә әйтеү, теле асылып менән баланы ла шуға ғәҙәтләндереү кәрәк. Бала ғәҙәттә «р» хәрефен ауыр әйтә, «Ләәә иләәһә илләллаааһ» кәлимәһендә һәм «Ихлас» сүрәһендә «р» хәрефе юҡ. Аллаһ уны беҙгә нисек еңел ҡылған.
     Балиғ булғансы балаға намаҙ фарыз түгел, ләкин ул Ҡөръән сүрәләре өйрәнергә, уҡырға, тәһлил әйтергә ғәҙәтләнергә тейеш.
     Кеше Аллаһты күп зекер итһә, фарыздарҙы еренә еткереп үтәһә, күңеле 2-се дәрәжәгә күтәрелә. Кеше яҡшы менән яманды айыра башлай. Элек сусҡа колбасаһын да сиҡәнмәй ашаған кеше һыйыр иттәрен алғанда ла: «Бисмилләһи, Аллаһу әкбәр», тейеп һуйылғанмы, «кем һуйған» тейеп тикшереп кенә ала. Сөнки ул хәрәм ризыҡтың үҙенә һәм балаларына ниндәй зыян һалғанын аңлай.
     Ниндәйҙер сәбәп менән намаҙы ҡалһа, борсола, тиҙерәк ҡаза ҡылырға ашыға. Ураҙаларын ҡалдырмай. Бына был яҡшы күңел була. Күңелде кәм тигәндә бына ошо 2-се дәрәжәлә һаҡларға кәрәк.
     Әгәр кеше харамдарҙан түгел, шөбһәле (шик тыуҙырған) әйберҙәрҙән дә һаҡланһа, фарыздарҙан тыш, нәфел намаҙҙары (тәһәжжүд, ишраҡ, доха, әүүәбин һ.б.) уҡыһа, нәфел ураҙалары ла тотһа (айҙың 13, 14, 15 көндәре, аҙнаның дүшәмбе, кесе йома көндәре, рәжәб, шәғбан, мөхәррәм, зөлхижжә айҙары һ.б.), намаҙҙарын йәмәғәт менән мәсеттә уҡырға тырышһа, Аллаһты күп зекер итһә (тәһлил, тәсбих, истиғфар, Ҡөръән өйрәнеү), күңеле 3-сө дәрәжәгә күтәрелә ала. Ундай күңел ҡаршыһында торған кешенең күңеле ниндәй икәнен һиҙә.
     Бер заман имам Шәфиғи юлға сыға, уға бер бәҙәүи ғәрәп осорай. Имам Шәфиғи уны күреү менән: «Ниндәй насар күңелле кеше», — тип уйлап ҡуя. Ә теге кеше имамды өйөнә саҡырып ҡунаҡ итә, йоҡларға урын бирә. Имам Шәфиғи төнө буйлап борсолоп сыға: «Ниндәй гонаһтарым булды икән, кеше күңелен аңламай башлағанмын», — тип. Иртәгеһенә теге кеше: «Һеҙ миңә туған тейешме, әллә берәр ваҡыт изгелек эшләгән инегеҙме?» — тип һорай. «Юҡ», — тигән яуапты алғас, ашаған һәм йоҡлатҡан өсөн бик ҡиммәт хаҡ түләтә. Имам Шәфиғи: «Әлхәмдүлилләәһ, яңылышмағанмын икән», — тип һөйөнгән.
     Әгәр кеше нәфелдәрҙе бик тырышып үтәү өҫтөнә ашау-эсеүҙә саманы юғалтмаһа (туйғансы ашау мәкруһ, туйғандан артыҡ ашау — харам), кешенән көнләшмәһә, кеше ғәйбәтенә кермәһә, үҙен ата-әсәһенә һәм башҡаларға яҡшылыҡ эшләргә ылыҡһа, хеҙмәтендә байлыҡ һәм дәрәжә тураһында ғына уйламаһа (байлыҡ һәм дәрәжә күңелде ҡарайта), үҙенә насарлыҡ эшләүселәргә лә яҡшылыҡ менән яуап ҡайтарһа, күңел 4-се дәрәжәгә күтәрелә ала.
     Берәү бик ҙур изгелек эшләгән. Аллаһ уның эргәһенә фәрештә ебәреп: «Ул кеше теләген әйтһен, үтенесен ҡәнәғәтләндерәм», — тигән. Ә теге кеше: «Әлхәмдүлилләһ, мин Аллаһтың биргәндәренә ҡәнәғәт», — тигән. Фәрештә: «Ни булһа ла һора инде», — тигәс: «Аллаһ миңә насарлыҡ эшләгән дошмандарымдың гонаһтарын кисерһен ине», — тип доға ҡылған.
     Кемдер баҙарҙа асыуланып, Баязит Бистами хәҙрәттәренә таяҡ менән һуҡҡан һәм таяғы һынған. Баязит Бистами хәҙрәттәре бер таяҡ, бер кәсә бал алып килеп әлеге кешенән ғәфү үтенгән: «Мин һеҙҙең асыуығыҙ сығыуға ғәйепле кеше булдым, минең арҡала һеҙ зыян күрҙегеҙ — таяғығыҙ һынды, миңә көсөгөҙҙе әрәм иттегеҙ. Бына был балды ашағыҙ — көсөгөҙ кире ҡайтыр, бына һеҙгә яңы таяҡ, һеҙ мине кисерегеҙ», — тигән. Әлеге кеше хәҙрәттең аяғына йығылып унан ғәфү үтенгән.
     Беҙгә таяҡ менән һуҡһалар, беҙ яуап ҡайтарырға күҫәк эҙләр инек.
     Шундай саф күңелле башҡаларҙың күңелдәренә ыңғай йоғонто яһау һәләтенә эйә була. Шундай кеше өшкөрһә, шифаһы тейә, ундай кеше менән һөйләшеп ултырыу йәнгә рәхәтлек бирә. Бөгөнгө көндә быға өлгәшеү мөмкин булмаған дәрәжәлә. Ризыҡтың хәләл тигәне лә ғөсөлһөҙ кешеләр әзерләгән, тейешһеҙ кейем менән йөрөүсе урам тулы. Тормош та иркен, ашап-эсеү ҙә киң. Көслө сиргә сабыр итеп йәки ҙур бер изгелек эшләп кемгәлер был Аллаһтың рәхмәте лә килергә мөмкин. Үкенескә ҡаршы ни, бөгөн ҡайһы берәүҙәр мәҙрәсә бөтөрәләр ҙә, дини дәрәжә артынан ҡыуа башлайҙар. Әйтерһең дә дини дәрәжә артҡан һайын Аллаһҡа яҡынаяһың. Берәй ергә эшкә саҡырһаң, иң элек аҡсаһы, квартира, машинаһы тураһында һорашалар. «Мин был тиклем белемем менән нисек шул шарттарҙа эшләйем?» – тейеп яуап бирәләр. Һин машина, аҡса, дәрәжә, квартир өсөн уҡыныңмы? Әлбиттә, улар ҙа кәрәк. Ә иң беренсе маҡсат — өммәткә хеҙмәт булырға тейеш. Намыҫ менән хеҙмәт итһәң халыҡ та таныр, Аллаһ Тәғәлә лә ярҙамынан ташламаҫ. Беренсе урында матди яҡ торһа, ул Аллаһҡа ла, өммәткә лә хеҙмәт түгел, нәфескә хеҙмәт була. Ғалимдың ғилемлеге нәфесте сикләй белеүҙә, сөнки динебеҙ нәфесте еңеп, күркәм әхләҡле булыуға хеҙмәт итә.
     Бер остаз шәкертенә шулай тигән:
     1. Һин тыуған илеңдә, туған ереңдә тормошоңды Аллаһ ҡушҡанса көйлә. Халҡыңды ла, милләтеңде лә, ғөрөф-ғәҙәтте лә, ҡанундарҙы ла хөрмәт ит, шул уҡ ваҡытта дин сиктәренән дә сыҡма, йәмғиәттең бер өлөшө бул, ислам ҡушҡанса йәшәй торған ғәилә ҡор.
     2. Аллаһтың динен кешеләргә матур итеп, уларға аңлайышлы итеп еткер, уның өсөн:
     - Дингә мөхәббәтле кешеләрҙе матур, дини вәғәздәр менән вәғәҙлә,
     - Фән кешеләрен, дәүләт кешеләрен фәнни тел менән, фәнни асыштарға Ҡөръәндә дәлилдәр барлығы менән вәғәҙлә,
     - Динһеҙҙәргә күркәм ғәилә тормошоң, күркәм холҡоң үрнәк булып торһон.
     3. Шәхси үрнәк. Оҙаҡ йылдар буйы барған атеистик тәрбиә, күп кешеләрҙең дингә, дин әһелдәренә булған ҡарашын тиҫҡәре яҡҡа үҙгәртте. Нимә генә әйтһәләр ҙә, хурлаһалар, кәмһетһәләр ҙә матур кеше булып ҡала бел. Бының өсөн күңелдең саф булыуы, үҙеңдең сабыр булыуың кәрәк."
     Пәйғәмбәребеҙ ﷺ әйткән: «Аллаһ һеҙҙең дәрәжәгеҙгә лә, байлығығыҙҙы ла ҡарамай. Ул һеҙҙең күңелдәрегеҙгә ҡарай».
     Тимәк, беҙ күңел сафлығы менән генә Аллаһҡа яҡын булабыҙ. Әле был өлкәлә һәр ҡайһыбыҙға икһеҙ-сикһеҙ эшләйһе бар. Үкенескә ҡаршы ни, бөгөн беҙ күңелебеҙҙе сафландыраһы урынға байлыҡ, дәрәжә артынан ҡыуып, үҙебеҙҙе лә харап итәбеҙ, дингә лә зыян һалабыҙ. Юғиһә, етәксе булыу ул әле кеше булыу, тигән һүҙ түгел.
     Берәүҙе ҙур етәксе итеп һайлап ҡуйғандар. «Ниндәй изгелектәрем өсөн мине был урынға ҡуйҙылар икән?» — тип ғорурланып, уйланып ултыра икән, бына эргәһенә бер фәрештә килеп: «Ғорурланма. Был халыҡтың гонаһаһы күбәйҙе. Шуға күрә улар был донъяла ыҙа сикһендәр, тип Аллаһ уларға һине һайлатты. Һинең дә гонаһың күп, һин был урының менән үҙеңә ахирәттә ғазапты арттырасаҡһың», — тигән.
     5-се дәрәжә күңелдә була ала. Күңеле ул дәрәжәгә еткән кеше киләсәкте лә фараз ҡыла ала. Әммә ундай күңел пәйғәмбәрҙәргә генә бирелгән.
     Мөхәммәд Мостафа ﷺ — ахырзаман Пәйғәмбәре. Унан һуң бер пәйғәмбәрҙә килмәйәсәк. Тимәк, бер кеше лә киләсәкте фараз ҡыла алмай, уны эшләүсе көфөрлөккә төшөүсе һәм алдаҡсы була.
     Уларға ышаныусы ла көфөрлөккә төшә, бынан бик һаҡ булырға кәрәк. Бөгөн, ни ҡыҙғаныс, шундай шарлатандар күбәйҙе, уларҙы ҙурлап гәзиттәргә яҙалар, телевизорҙан күрһәтәләр. Был эштәр халыҡты һаташтырып, имандан сығарыу өсөн эшләнә. Әлбиттә, тел һөйәкһеҙ, һөйләй торғас, мең һүҙҙең береһе булһа ла тура килергә мөмкин.
     Хужа Насретдин йәйәнән ата икән. Беренсе уғы теймәгәс: «Минең күрше бына шулай ата», — икенсеһе теймәгәс: «беҙҙең ҡала башлығы бына шулай ата», — тип әйтә икән. Аллаһтың рәхмәте менән өсөнсөһө тейеп ҡуйғас: «Хужа ағайығыҙ бына шулай ата!» — тип маҡтанып ҡуйған. Шуның кеүек, әллә бер һүҙ тура килеп ҡуйһа, унан сенсация яһап, кеше башын бутау дауам итә.
     Имам Ғазали хәҙрәттәре: «Әгәр кеше үҙ күңелен тикшереп, уны төҙәтеү өсөн эшләһә, һис кемде тикшерергә ваҡыты ҡалмаҫ ине», — тигән.
     Аллаһ Раббыбыҙ атабыҙ Әҙәм ғәләйһис сәләмгә аманат итеп биргән Ислам дине менән күңелдәребеҙҙе дауалап, таҙартып, ҡальбе сәлим менән: «Ләәә иләәһә илләллаааһ мүхәммәдүр-расүүлүллааһ», — тип донъянан үтәргә, Аллаһтың вәғәҙә ҡылған йәннәттәренә инеп, уның бөйөклөгөн күрергә насип булһа ине.
                                       интернет киңлегенән авторы билдәһеҙ, тәржемә. (Йәлил хәҙрәт Фазлыевтыҡына оҡшаған)