Ни тиклем ҡыйынлыҡ, шул ҡәҙәр сауап
Ғибәҙәт (намаҙ, зекер, доға) ҡылғанда кеше үҙ-үҙен көндәлек тормоштан бөтөнләй башҡаса хис итергә тейеш. Ғибәҙәт хәле үҙ-үҙеңде уға тулыһынса биреүҙе, тәрән мәғәнәүи үә рухи халәткә инеүҙе талап итә. Намаҙыбыҙ көслө тулҡын хасил итһен... Пәйғәмбәребеҙ ﷺ был турала ошолай тигән: «Әгәр уҡыған намаҙы кешене гонаһтарҙан, насарлыҡтан һаҡламай икән, үҙ-үҙен ҡулға алһын, ғибәҙәтенә ҙурыраҡ әһәмиәт бирһен».
Сөнки ундай кешенең тәне намаҙҙа, әммә күңеле көндәлек тормошта була. Әлбиттә, бындай намаҙҙар рухи ҡеүәттән дә, гонаһтарҙан арыныу тойғоһонан да мәхрүм.
Хәҙрәте Ғәйшә намаҙ уҡыған ваҡыттарындағы тороштары тураһында әйтеп ҡалдырғандан бер өҙөк:
— Беҙ Рәсүлуллаһ менән гел тыныс ҡына, ипле генә һөйләшә инек. Ләкин ғибәҙәт ваҡыты еткәс, шунда уҡ үҙгәрә инек, хатта Рәсүлуллаһ беҙҙе, ә беҙ уны танымаҫ хәлгә килә инек. Ғибәҙәтебеҙ беҙҙе яулап алып, башҡа донъяға алып инеп киткәндәй була ине.
Пәйғәмбәребеҙҙең ﷺ был мәсьәләлә бындай һүҙҙәре бар:
— Ихлас күңел менән намаҙ уҡылмаһа, Раббыбыҙ ундай намаҙға иғтибар ҡылмаҫ.
Бәкер ибн Ғабдулла ысын намаҙҙы түбәндәге һүҙҙәр менән һүрәтләгән:
— Әҙәм балаһы Раббыһы менән тәржемәсеһеҙ һөйләшергә теләһә, һис кәмселекһеҙ рәүештә тәһәрәтен алып, намаҙға баҫһын, тәрән рухи хәләттә, хошуғ (Аллаһ алдында ҡурҡыу һәм һөйөү тойғоһо менән баш эйеү, буйһоноу хәле) өсөн дә намаҙ ҡылһын.
Ғалимдәрҙән Саид Тәнухи намаҙға баҫҡас, бер аҙ ваҡыт үтеү менән күҙенән йәштәре аға торған булған. Уны күргәндәрҙән береһе былай тигән:
— Әй остаз, был рәүештә ҡылған ике рәкәғәт намаҙыңды миңә бир, шуның өсөн мин һиңә ике айлыҡ намаҙымды бирәм.
Бында тағы бер мөһим мәсьәләгә лә туҡталмай үтеп китеү ярамаҫ. Шайтан ғибәҙәттең рухи ләззәтенә етәрлек дәрәжәһенә барып етмәҫ борон намаҙ уҡыған кешенең күңеленә-уйына тиҙ генә урынлаша. «Ташла шул, барыбер мәғәнәһенә төшөнөп, ихлас күңел менән уҡымайһың бит», — тип шикләндереп тора.
Шулай булһа ла кеше намаҙ уҡығанда нәфсеһенә ҡаршы ни ҡәҙәр ҡаты көрәшһә, уның ҡотортоуына ни тиклем ныҡ торһа, шуның тиклем сауабы ла була. Йәғни кеше ахыр сиктә шайтанды һәм нәфесте еңә. Яҙмабыҙҙы Пәйғәмбәребеҙҙең ﷺ хәҙисе менән нөктәләп ҡуяйыҡ: «Әфдәлүл — ғәмәли әхмәҙуһә» (иң ауыр, ҡыйын ғәмәл — ғәмәлдәрҙең иң сауаплыһылыр).
Әхмәт Шаһин, «Инсан һәм дин», татарсанан тәржемә