Батырша менән Яныш
Батырша хәҙрәт Юғары Ҡарышта тыуып үҫкән.
Юғары Ҡарыш үҙе бик күптәнге ауыл. Юғары Ҡарышҡа башта Алтай тауҙарынан ике бабай килеп ултырған. Береһе — Байбирҙе, береһе — Туҡай ҡарт. Шулар нигеҙләгән әлеге ауылдарҙы. Ауылдары хәҙерге ике Ҡарыш — Юғары һәм Түбән Ҡарыш —араһында булған. Был ҡарттар нәҫеле үрсеп киткәс, бүленеп ултырғандар: Банбирҙе— Юғары Ҡарышта, Туҡай — Түбән Ҡ арышта.
Был тирәләр әүәл әҙәм үткеһеҙ ҡуйы урманлыҡ булған. Ҡара тупраҡлы ерҙә игене лә бик уңған. Шундай урман-һыуы, шәп ере булған был яҡҡа ситтән күп кешеләр килеп ултыра башлаған. Иҙел буйынан Таулар ауылынан килеп ултырғандар. Ырымбурҙан килгән нәҫел бар. Аҙаҡ мишәрҙәр күбәйгән.
Батырша хәҙрәт заманында беҙҙең ауыл тирә-яҡта данлыҡлы булып киткән. Хәҙрәт үҙе мәҙрәсә тотҡан, шунда мөдәррис булып балалар уҡытҡан. Уҡымышлы булғаны өсөн тирә-яҡ ауылдарынан бай кешеләр үҙ балаларын Батырша хәҙрәттә уҡытырға тырышҡан.
Батыршаның бик абруйлы булып китеүе Яныш старшинаға оҡшамаған. Ул, күрәһең, үҙ дәрәжәһе тешөүенән ҡурыҡҡан. Үтә тәкәббер, көнсөл, хәйләкәр әҙәм булған ул. Тирә-яҡ халҡын үҙ ҡулында ҡан ҡалтыратып тотҡан, ти. Читать далее





