Архив рубрики: тарих, риүәйәттәр, легендалар

Арғаяш башҡорттары тарихынан

2017-01-24_18-43-06

             Арғаяш башҡорттары тарихынан
   "Арғаяш башҡорттарының ауыҙ-тел ижады ҡомартҡылары" китабынан, авторы Дамир Валиев. Силәбе өлкәһе Арғаяш районының өс аҡһаҡалынан яҙып алынған өс тарихи легенда.

       Мейәс буйы ауылдарының килеп сығыуы

   Бик боронғо заманда Учалы яҡтарында урынлашҡан Наурыҙ ауылында Тәңребирҙе тигән ҡарт оло улына сит ауылдан килен әйттерә. Килен кешенең исеме Аҡһылыу була. Ул үҙе менән бик күп мал эйәртеп алып килә. Оҙаҡ та тормай, Тәңребирҙенең оло улы ауырып үлеп китә. Аҡһылыу тол ҡала. Бер аҙ ваҡыт үткәс, ауыл егеттәре Аҡһылыуға димселәр ебәрә башлай, әммә Аҡһылыу берәүҙе лә яҡын күрмәй, барыһын да кире ҡаға. Ауыл халкына был оҡшап етмәй. Йәш ҡатынға көн күрһәтмәй башлайҙар. Аптырағас, Аҡһылыу ҡыштың бер көнөндә аяғына саңғы кейеп, Мейәс буйлап ер ҡарарға сығып китә. Ул бик оҙаҡ йөрөй торғас, иҫ китәрлек урманлы тауҙар араһында ятҡан мөһабәт күл буйына килеп сыға. Был тирәлә бер ниндәй торлаҡ та, кеше лә күренмәй, ә ҡош-ҡорт йыш осрай. Аҡһылыу бер һунарсыны осрата. Уның әйтеүе буйынса, был күл Арғужа исемле булып сыға. Был яҡта сырҙы һәм һыҙғы башҡорттары йәшәй икән. Һунарсы Аҡһылыуҙы үҙе йәшәгән төйәккә алып ҡайтып ҡунаҡ итә, үҙенең ауылдаштары менән таныштыра. Аҡһылыу был яҡ халҡының үҙҙәре бер төрлөрәк һөйләшеүҙәренә иҫе китеп йөрөй. Былар «һеҙ» тигәнде «һеҫ» тип, «һеҙҙеке» — «һеҫтеке», «беҙҙеке» — «беҫ- теке», «ҡыҙҙар» тигәнде «ҡыҫтар» тип һөйләшәләр икән.
    Читать далее

Уҙған ғүмер

узоры башкирии                                      Уҙған ғүмер

   Ҡайны, күмәк йылҡы араһынан теләгән атыңды һайлап тот та мен, тигәс, кейәү егет ҡайныһына: “Йылҡың араһында толпар юҡ, әгәр рөхсәт итһәң, толпар тыуғанын көтәйем”, — тип үтенгән. Ҡайны быға риза булған, ти.
   Өлкәр (Иләк йондоҙ) ҡалҡмай, толпар тыумай, тиелә халыҡ ырымында. Шуға күрә кейәү егет йыл һайын яҙ менән Өлкәр ҡалҡҡан мәлдә йылҡы араһына барып, толпар тыуыуын күҙәткән, ти. Бер йыл көтә, ике йыл көтә, ниһайәт, толпар тыуа. Егет был хаҡта ҡайныһына әйтеп ҡуя. Унан һуң бер йыл үткәс, егет ҡайныһынан: “Толпар менергә эшкинде, беҙгә кәләшем менән икәүләп ҡайтырға рөхсәт ит инде, ҡайным”, — тип үтенгән, ти. Ҡайныһы быға ризалыҡ биргән.
    Читать далее

Аҡ ҡарсыға (Яйыҡ)

орнамент башкир                  Аҡ ҡарсыға (Яйыҡ)

     Түбәнге Ғәбдрәшит ауылында бынан күп йылдар элек Ғәлиәкбәр исемле бай йәшәгән. Уның байлығы шул ҡәҙәре булған: йылҡылары һыу эсергә төшһә, бер башы Ҡыҙыл йылғаһында, икенсеһе Сыуаш тауы битендә утлап йөрөгән. Ә инде һарыҡ-кәзәһе тау араһында ҡырмыҫҡа иләүендәй мыжғып йөрөгән.
   Ғәлиәкбәр кеүек ҡарундар һирәк осраған был яҡта. Ул көтөүселәрен, ялсы-йомошсоларын ас тотоп яфалаған.
   Бына ошо Ғәлиәкбәр байҙың Яйыҡ буйындағы Сыртинск, Ҡыҙыл утарҙарында “знакум”дары булған. Купецтар ҡунаҡҡа килһә, бай туғайлыҡҡа өйрәк, ҡаҙ атырға алып барған уларҙы, туйғансы һыйлаған, Ҡыҙыл йылғаһында балыҡ тотоп та ятҡылағандар.
   Ауылдағы хәҙрәт менән ҡарый ҙа Ғәлиәкбәр байҙың көтөп алған ҡунаҡтары икән. Уларҙы саҡырып, Ҡөрьән сығартып, хәйеренә берәр баш йылҡы биреп, фатиха ала торған булған ул.
    Читать далее

Балаҡарға

          Балаҡарға                                                                 башкирский узор круговой

   Элек, барымта-ҡарымта замандарында, башҡорт араһында бер атаҡлы батыр йәшәгән. Ул үҙе ҡурайсы, йырсы, сәсән булған. Егет ҡорона кергәс, был үҙе һымаҡ данлы бер батырҙың ҡыҙына өйләнә. Татыу ғына донъя көтә башлай былар.

   Бер заман шулай тыныс ҡына йәшәп ятҡанда, ҡаҙаҡтар яу менән килә. Былар нисек кенә булһа ла башҡорт батырын ҡулға төшөрөп, ҡаҙаҡ батыры яһарға уйлайҙар икән. Тик был ниәттәре барып сыҡмай. Әлеге батыр егетте күреү менән, һырт биреп ҡасалар.

   Көндәрҙең береһендә ҡаҙаҡтар башҡорт батырының тоҡомон ҡалдырыу ниәтенән тегенең йөклө ҡатынын урлап алып китә. Ырыу башлығы уны өсөнсө ҡатынлыҡҡа алып, үҙен бер айырым тирмәлә тота башлаған.
Башҡорт батыры һунарҙан ҡайтыуына — бисәкәйе юҡ. Тиҙ генә баҡыр һөңгөһөн ала ла юлға сыға. Ҡаҙак батыры йәшәгән йәйләүгә барып етә был. Һаҡлыҡ менән генә тирмә һайын тыңлап йөрөй торғас, бер аҡ тирмә эсендә әкрен генә илаған тауыш ишетә. “Бәй, был минең ҡатыным даһа, йәһәтерәк тауыш бирәйем”, — тип, шыбырлап ҡына өндәшә быға. Ҡатыны: “Ни күрһәм дә, ирем менән күрәйем”, — ти ҙә, ғыр-шыр йоҡлап ятҡан ҡаҙаҡ ҡуйынынан шым ғына ысҡынып, тирмә алдына сыға. Читать далее

Ғибрәтле һабаҡтар

                                  Ғибрәтле һабаҡтар

   Кешеләге һәр игелек – саҙаҡа, тип өйрәтә дин. Ҡатын-ҡыҙҙарҙың үҙ өйөндә һауыт-һаба шалтыратып йөрөүен дә ислам ғибәҙәткә тиңләй.

   "Пәйғәмбәрҙең ҡатындары Аллаһ илсеһенән бер ваҡыт: "Беҙҙең арабыҙҙан кем иң тәүгеләрҙән булып һинең эргәңә барып етәсәк?”(Әхирәт донъяһына) — тиҙәр. "Ҡулы оҙонораҡ булғаны”, — ти пәйғәмбәр. Ҡамыш ярҙамында ҡулдарын үлсәп ҡараныҡ. Иң оҙон ҡуллыһы Сәүҙә булып сыҡты. Әммә пәйғәмбәребеҙ эргәһенә Әхирәткә иң тәүгеләрҙән булып Зәйнәб бинт Джәхш юл алды. Аҙаҡ белдек: ҡул тигәне саҙаҡа булған икән. Саҙаҡа бирергә яратҡандарҙан иң йомарты ул ине”. Читать далее

Кешегә соҡор ҡаҙыма, үҙең төшөрһөң

копать ямуКешегә соҡор ҡаҙыма, үҙең төшөрһөң

   Беҙҙең халыҡ мәҡәлдәрендә бик күп мәғәнәле һәм тәрән хикмәт ята. Ул мәҡәлдәр халыҡ араһында нисек таралған һуң? Күбеһе ошо тормош тарихенән, шулай уҡ Ислам диненән алынған. Мосолман дине һәр саҡ халыҡты әҙәпкә, тәртипҡә, әхләҡҡә өндәгән һәм әле лә шуға саҡыра. Бына ошонан сығып беҙ шуларҙы һәм Аллаһ Тәғәләнең ҡушҡаның үтәһәк иманлы булабыҙҙа инде. Әлеге беҙҙең Совет осоронда атеизм көслө булһа ла бар Конституция һәм тәртип (право) нормалары ошо Ислам диненең нигеҙенә таянып эшләнгән. Шулай уҡ үткән ваҡыттағы комсомол, пионер, октябрят ойошмаларының эшмәкәрлегелә шул тәртипкә таянған. Читать далее

Зәйнулла ишан һәм үәххабиттәр

                          Зәйнулла ишан һәм үәххабиттәр

     Үәххабиттәр хаҡында күренекле ғалим Зәйнулла Рәсүлев хәҙерге мәлдә үҙҙәрен сәләфиттәр тип йөрөткән бәндәләр тураһында нимә яҙған? Был турала Зәйнулла ишандын ғәрәпсә яҙғандарын тәржемә иткән Ильшат Насыровтын «Божественные истины» тигән китабында уҡырға мөмкин.

     Бына ошо ссылка буйынса ҡарағыҙ: https://nazir1965.com/pdf-pdf-kitaptar/z%d3%99jnulla-r%d3%99s%d2%aflev-%d2%bb%d3%99m-va%d2%bbabittar.html#more-8631

     Үәххабиттәр кем ул? Улар Мөхәммәд пәйғәмбәрҙән һуң 1131 йыл үтеп ошо донъяға тыуған кешенең идеяһына эйәргәндәр. Бер мәле Мөхәммәд ғәләйһиссәләмгә өс кеше килә. Әңгәмәләшкәндәң һуң, улар үҙ ерҙәре өсөн Пәйғәмбәрҙәң доға ҡылыуын үтенәләр. Мөхәммәд ғәләйһиссәләм икәүһенең йәшәгән ере өсөн доға ҡыла, ә берәүҙәренеке тороп ҡала. Пәйғәмбәрҙән ҡабаттан һорайҙар доға ҡылыуын ошо ҡалған кеше өсөн. Пәйғәмбәр әйтә:

    — «Мин ул ер өсөн доға ҡылмайым, сөнки унан динебеҙҙе болғаусы сығыр» — тип. Был ер әлеге Үәххаб тыуыр ер була. Үәххабтәр быға тиклем булған мосолман динен һәм меңдәрсә бөйөк ғәлимдәрҙе эшкә һанамаусылар. Үҙ алды һәр ҡайныһы Ҡөръән Кәримде һәм хәҙистәрҙе нисек етте, шулай аңлатырға тырышалар. Әстәғфирулла, Аллам һаҡлаһын, ғүмер буйы динде өйрәнгәндәр, яңылышыуҙан ҡурҡалар, ә бында маңҡа малайҙар ошолай-былай ярай ти.

     Ваҡытында Пәйғәмбәребеҙҙең иң яҡын сәхәбәһе Усман быны үҙ ғәрәптәренә тыя. Ғүмер буйы изге Ҡөръән Кәримде һәм хәҙистәрҙе өйрәнгән ғалимдәрҙе мыҫҡыллап, мин шунда уҡып ҡайтым, мин ғалим тигән шайтан эйәрсендәре, дин ошолай булырға тейеш тип яр һалыусылар. Ғәләмәте шул, уларҙын мәҙхәбе (юлы) юҡ, сектанттар булып сығалар. Аллаһ Тәғәләне әҙәмгә оҡшаталар (ҡулы бар, тик кешенеке һымаҡ түгел һәм башҡа...). Был турала интернеттә хәбәр күп. Ә хәҙергә Зәйнулла ишандын үәххабиттәр тураһындағы хеҙмәтен ҡарағыҙ.

Тәҡдир үә ризыҡ

                                          Тәҡдир үә ризыҡ

     Һәр бер эш был донъяла Аллаһ Тәғәләнең ҡәләме үә тәҡдире менән эшләнә. Шуға ла иртәнге көнгә миңә, йәки балаларыма ризыҡ юҡ тип ҡайғырырға ярамай. Һәр көнгә ризыҡтан өлөшөбеҙ яҙылған. Әгәр берәй кем иртәнге көнгә ризығым юҡ тип ҡайғырһа, ул Аллаһ Тәғәләгә ышанмаусы! Һеҙҙең кем генә булыуығыҙға ҡарамаҫтан (милләт, раса, дин, мөьмин йә атеист...) Аллаһ Мәрхәмәтле үә Рәхимле булыуы арҡаһында һәр берегеҙгә үҙ өлөшөгөҙҙе биргән һәм бирә, тик шөкөр ҡылығыҙ.

     Шундай хикәйәт ҡылына: бер ваҡыт дүрт йәш кеше юлда осрашып бер-береһенә юлдаш булып сәфәр ҡылдылар. Уларҙың береһе — падишаһ улы, икенсе — сауҙагәр улы, өсөнсеһе — затлы бай атаның улы, дүртенсеһе — игенсе улы ине. Был юлдаштарҙын һәр береһе фәкирлеккә төшөп, өҫтәренә кейгән кейемдәренән башҡа һис бер нәмәләре юҡ ине. Читать далее

Ветеран Ирғәлин Мөждәбә Ғабдулхаҡ улы

ветеран войны Иргалин Муждаба Габдулхакович

   Еңеү ветераны Иргалин Мөждәбә Ғабдулхаҡ улы

   Бөйөк Еңеү байрамы алдынан ғына ҡәҙерле туғаныбыҙ һуғыш ветераны Иргалин Мөждәбә Ғабдулхаҡ улынын әхирәткә күсеүенә 40 көн тулыуы сәбәпле Ҡөръән мәжлесе үткәреп аят уҡыныҡ. Ошо быйылғы Еңеү көнөнә Мөждәбә апабыҙ (Әбйәлил яҡтарында апа – атай-әсәйҙән оло ир кеше. Ололап, ҡәҙерләп әйтеү) ай ярымдай ғына, килеп етмәне.

   Әбйәлил районын Әүмеш (Алсынбай) ауылында 1926 йылда тыуып үҫеп, һуғышта ҡатнашып, иҫән-һау ҡайтҡас колхозда ғүмер буйы эшләп, күп балалар үҫтереп, хаҡлы ялға сығып, 90 йылдан күберәк ғүмер кисереп, арабыҙҙан китте. Таштимер ауылы сельсоветенен һуңғы һуғыш ветераны Ғабдулхаҡ улы Мөждәбә апабыҙҙын урыны йәнәттә булһын. Читать далее