Намаҙҙағы дәлилдәр
Әбү Хәнифә мәҙһәбе буйынса намаҙ уҡыу рәүеше
Инеш
Йыш ҡына беҙҙең йәштәрҙән имам Әбү Хәнифә сығарған шәриғәт хөкөмдәре тик уның шәхси фекеренә, етешһеҙ хәҙистәрғә нигеҙләнгән, унан һуң йәшәгән ғалимдар имамдың һүҙҙәрен боҙоп күрһәткәндәр, шуға күрә лә Хәнәфи мәҙһәбе тәҡдим иткән намаҙ уҡыу ысулы дөрөҫ түгел, тигән һүҙҙәрҙе ишетергә тура килә. Атап әйткәндә, ихрам тәкбирендә ҡулдарҙы ҡолаҡ дәрәжәһенә тиклем күтәреүҙе, ҡыямда ҡулдарҙы кендек аҫтына ҡуйыуҙы, намаҙҙың рөкөндөре араһында ҡулдарҙы күтәрмәүҙе, “Фатиха” сүрәһен уҡып бөткәс “әәмиин” һүҙҙен эстән генә әйтеүҙе, имам Ҡөрьән уҡығанда уға ойоусоның Ҡөрьән уҡымауын, сәждәгә киткәндә ҡулдарҙан башта теҙҙәр менән таяныуҙы, сәждәнән торғанда теҙҙәрҙе иң аҙаҡ ҡына күтәреүҙе, һ.б., Пәйғәмбәребеҙҙең хәҙистәренә ҡаршы килә, тип иҫбатлайҙар. Быға оҡшаш яңылыш фекерҙәр кешеләрҙең ғилем һайлығы һәм ҡараштарҙың тәғассублы[ref] ғәрәпсә — фанатик [/ref] булыуынан килә. Мәҙһәб имамдарының ҡараштары араһындағы айырма хәҙистәрҙең һәм уларҙың аңлатмаларының төрлө булыуына нигеҙләнә. Ләкин һәр имам килтергән дәлилдәр Ҡөрьән аяттарынан, Пәйғәмбәр сөннәтенән алынған. Шуға күрә, һәр кеше, үҙенең имамына ойоғанда, башҡа имамдарҙы һәм уларҙың ойоусоларын хөрмәтләргә тейеш. Мәҙһәбтәрҙе иңҡар иткән кешеләр туранан-тура Ҡөрьәнгә һәм сөннәткә эйәреүен белдерәләр икән, ысынында иһә улар ҙа тәҡлидте иңҡар итеүсе һуңғы осор, йәки хәҙерге заман дин белгестәренә эйәрәләр. Уларҙың үҙҙәре генә хәҙистәргә күрә ғәмәл ҡылыуҙарын иҫбатлау, улар ғына хаҡ юлда булып, башҡаларға ҡаршы ҡуйыуҙары бөтә мосолман өммәте намыҫына ҡағылыу тигән һүҙ. Был китаптың маҡсаты һүҙ көрәштереү, йәки низағлашыу түгел, уның эстәлеге Ҡөрьән һәм сөннәттәге дәлилдәрҙең Хәнәфи мәҙһәбенең намаҙ ҡылыу ысулы дөрөҫлөгөн генә дәғүә итә. Был хаҡта ғәрәп телендә күп кенә дәлилдәр менән нығытылған бихисап китап бар, ләкин тел белмәүселәр өсөн һәм күләмдәренең бәләкәй булыуы арҡаһында улар менән танышыу мөмкинселеге юҡ дәрәжәһендә. Был бәләкәй генә хеҙмәтебеҙ ярҙамында мәшһүр дүрт имамдарҙың береһенә — Әбү Хәнифә мәҙһәбенә эйәреүселәргә ҡарата барлыҡҡа килгән кире ҡараш юҡҡа сығыр, тигән өмөттәбеҙ. Был хеҙмәттә килтерелгән бөтә хәҙистәрҙең дә варианттары дөрөҫ, хәҙис ғалимдары фекере буйынса ҡулланыуға яраҡлы булыуҙарын иҫкәртәбеҙ.
Сәид Дамир Шагавиев, Рәсәй Ислам Университетының теология факультеты деканы (Ҡазан)
Читать далее →